Халыҡ араһында абруй ҡаҙанған, һүҙен һүҙ итерлек ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бөгөн Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы эргәһендәге "Ағинәйҙәр ҡоро" ойошмаһына берләшеп, әүҙем эшләй башланы. Күптән йылы һүҙгә, иғтибарға, ихтирамға һыуһап йәшәгән ауыл кешеһенә бөгөн матди ярҙам ғына түгел, рухи терәк тә кәрәк булыуын тәүгеләрҙән булып төшөнгән Баймаҡ районы ҡатын-ҡыҙҙары был йәһәттән бөтәһенә лә үрнәк булырҙай. Бөгөн дәүләт ҡоролошо ниндәй, донъялағы хәлдәр, йәмғиәт торошо ҡайһылай булыуға ҡарамаҫтан, беҙ үҙебеҙ үҙ донъябыҙҙы яйға һалырға, тормошобоҙҙо үҙебеҙ ҡорорға, яҙмышыбыҙҙы ҡулыбыҙға алырға тейешбеҙ. Бер быуатта ла башҡорт халҡының ҡул ҡаушырып, битарафлыҡта киләсәген уйламай, йәшәйешен ҡайғыртмай йәшәүе күҙәтелмәгән икән, XXI быуатта ла бар халыҡты ялмап алған ғәмһеҙлектән арынырға ярҙам итергә кәрәк. Бына ошо бурысты иңдәренә һалған бөгөн ағинәйҙәр. Күптән инде хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, әле лә халыҡ менән эшләүен дауам иткән, кәрәк саҡта һүҙ менән дә, эше менән дә ярҙам итеп ебәрергә әҙер торған милләттәшебеҙҙең береһе, Баймаҡ районының "Йыл ағинәйе" исеменә лайыҡ булған Рәйсә апай Диярованың һөйләгәндәрен тыңлайыҡ.
- Беҙҙең Ҡолсора ауыл Советы биләмәһе Ҡолсора, Муллаҡай, Үрге Иҙрис, Түбәнге Иҙрис ауылдарын берләштереп тора. Муллаҡай ауылы билдәле дин әһеле, суфый, яҙыусы һәм шағир Ғабдулла Сәидинең тыуған төйәге. Түбәнге Иҙрис Ғәбит Арғынбаев сәсәнде биргән ауыл. Беҙгә ошондай зыялы шәхестәребеҙҙең рухтары ярҙам итә. Шуға күрә, беҙҙең ошо бәләкәй генә ауылдарҙың дүртеһендә лә мәсеттәр эшләп тора, аҙан тауыштары тынмай. Мәсеттәргә йәштәребеҙ ҙә йөрөй, балаларҙы ла ылыҡтырабыҙ. Мәсеттә ойошторолған уҡыуҙарға йәштәрҙең ихлас йөрөүе айырата ҡыуандыра, тиҙ генә дингә бирелеп китмәһәләр ҙә, яҡшылыҡҡа ынтылыуҙары, әхлаҡлы булыуҙы өҫтөн күреүҙәре мөһим. Йәштәр ауылдарыбыҙҙа үткән бөтөн сараларҙа ла ҡатнаша, ҡулынан килгәне матди ярҙам да күрһәтә. Былтыр Ҡорбан байрамында дүрт ауылдың да байрам табынын башлап ҡына фермер хужалығы ойоштороп йөрөүсе Рәмил Мөхәмәтйәнов һарыҡ ите менән тәьмин итте. Ҡолсора ауылында Ололар көнө айҡанлы ойошторолған сараға Шәкирйән Мостафин матди ярҙам күрһәтте.
Ун йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, хеҙмәт юлым һарыҡ көтөүҙән башланғайны. Шунан клуб мөдире, китапханасы булып бер аҙ эшләгәс, колхоздың сусҡа малын ҡараным. Ситтән тороп юғары белем алдым. Һуңынан баш экономист, колхоз рәйесе булып эшләнем. Шуға күрә мин халыҡтан бер ваҡытта ла айырылманым, тығыҙ аралашып йәшәнем, һәр кемде яҡшы беләм. Әле лә, йыш булмаһа ла, һәр береһенең хәл-әхүәлен белешеп торорға ваҡыт табам. "Мин ағинәймен", тип әйтмәһәм дә, бөтәһе лә мине белеп тора, аҡ яулыҡ та, танытма ла, сәхнәгә сығыу ҙа, доклад та кәрәкмәй, уларға һинең көндәлек эшең кәрәк. Әгәр ҙә һине халыҡ хөрмәт итә икән, һин дә уларға ихтирам менән ҡарарға тейешһең. Берәйһе тураһында, эсеп йөрөй, урамда ята ине, тигән һүҙ сыҡһа, эскән кешене ғәйепләргә ашыҡмайым, ә эсергән кешене әрләйем. Берәү нимәнелер урлай икән, уны битәрләргә була ул, тик ғәйеп урланғанды һатып алыусыла булыуын онотмаҫҡа кәрәк. Бер-беребеҙҙең балаларын шулай үҙебеҙ боҙабыҙ, ағыулайбыҙ. Шуға күрә, йәштәргә тик үҙ өлгөһөндә яҡшы һабаҡтар бирә алған ҡатын-ҡыҙ ғына "Ағинәй" тип аталырға хаҡлы.
Башҡорт телендә сыҡҡан ваҡытлы матбуғатҡа даими рәүештә яҙылып барабыҙ. Үҙебеҙгә "Йәшлек", "Киске Өфө", район гәзиттәрен, балалар өсөн "Аҡбуҙат", "Шоңҡар", "Аманат" журналдарын алдырабыҙ. Улым да, киленем дә уҡытыусылар. Егерме йыл ҡәйнә булып, килен менән бергә йәшәйем, әлхәмдулиллаһ, киленем ҡайырып бер һүҙ әйткәне юҡ. Йәштәрҙе аңлау өсөн бары тик үҙеңде уның урынына ҡуйып ҡарап, үҙеңдән: "Уның йәшендә мин нимә белә инем?" - тип һорарға кәрәк. Бер тапҡыр нимәнелер дөрөҫ эшләмәне икән, өндәшмәй ҡалам да, аҙаҡ һүҙ араһында ғына аңлатып, ярҙам итәм. Улым менән киленем өс ул һәм бер ҡыҙ үҫтерҙеләр, оло улыбыҙ быйыл юғары уҡыу йортона уҡырға инде. Бала тәрбиәһендә өләсәй кешенең ролен юғары баһалайым, ейән-ейәнсәрҙәремде үҙем бағыштым. Улым да тәртипһеҙ түгел, тәмәке тартмай, эсмәй. Киленемә, балаларҙың туған көндәрендә дуҫтарығыҙҙы балалары менән бергә саҡырып, йыйылып, матур итеп һөйләшеп ултырығыҙ, тик өҫтәлдә эске булмаһын, тип әйтеп ҡуйғанмын. Сөнки аҙаҡтан һуң булыр, балалар, үҙегеҙ шулай итә торғайнығыҙ бит, тип тыңламай ҡуйыр. Шундай йәмғиәттә йәшәгәс, тотошлай тыйып булмай, ләкин балаларҙы тыям тиһәң, эште ата-әсәһенән башларға кәрәк.
Ғөмүмән, мәсет, "Ағинәйҙәр ҡоро", "Аҡһаҡалдар ҡоро" ауылдарҙы тотоп тора беҙҙең районда. "Ағинәйҙәр ҡоро" ойошмаһы электән килгән тәртип буйынса эшләп килә. Ниндәй эшкә тотонор алдынан да дүрт ауылдың ағинәйҙәре, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары һәр ваҡыт үҙ-ара кәңәшләшеп алабыҙ. Муллаҡай ауылында элек уҡытыусы, хәҙер китапханасы булып эшләгән Гүзәл Рахманҡолова, Түбәнге Иҙристән Әлфирә Ҡаһарманова һәм Рауза Сыңғыҙова, Үрге Иҙристән Рәмзиә Ҡаҙаҡбаева, Ҡолсоранан Рәйсә һәм Зөлхизә Һамарбаевалар, Рауза Ғафарова, Гөлйемеш Баязитовалар кеүек халыҡ араһында абруйлы, һүҙҙәре үткәндәй ҡатын-ҡыҙҙар менән ауылдарҙағы төрлө мәсьәләләрҙе хәл итергә тырышып йөрөйбөҙ. Ҡолсора ауыл биләмәһе башлығы Фирүзә Арғынова ла беҙгә һәр яҡлап ярҙам күрһәтеп, инициативаларҙы хуплап ҡына тора. Эскән йәш ғаиләләргә күп осраҡта мин барам. Фирүзә Иштуған ҡыҙы, берәй депутат менән өсәүләп тә йөрөйбөҙ. Аллаға шөкөр, берәүҙең дә балаһын ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм итеп, тартып алғаныбыҙ юҡ. Сөнки баланы туған тупрағынан, тыуған йортонан, ата-әсәһенән айырып алыу баҡсала тәрбиәләп үҫтергән ағасты тау башына алып барып ултыртыуға тиң.
Ауылдар яйлап бөтә, йәштәр ситкә китә, ауыл кешеһенең бәйеле аҙҙы, тип йыш зарланабыҙ. Әммә нисек кенә булһа ла ауыл бөтмәй ул, булғаны менән кеше йәшәргә тырыша. Шулай ҙа хөкүмәт тарафынан ярҙам булмайынса, фермерлыҡ, шәхси хужалыҡтар ярҙамында ғына ауылда үҫеш көтөп булмай. Ауыл кешеһенең тормошо уғата ауыр, яңы сығарылған закондар ҙа уны еңелләштермәй. Элекке данлыҡлы "Октябрҙең 50 йыллығы" исемендәге колхозға ҡараған ерҙәрҙең бөгөн бер гектары ла сәселмәй. Ер тапалды, ҡатты - ултырып иларлыҡ. Элек көҙ аҙағына тиклем күпме һалам күбәләре ултырыр, һөрөп бөтөлмәгән ерҙе эшкәртерҙәр, малдарҙы кәртәгә индерәбеҙ тип йүгереп йөрөрҙәр ине. Ир-егеттәребеҙ Себерҙән ҡайтып, айығып, ең һыҙғанып тормош көтә башлаһа, атайлыҡ дәрәжәһе күтәрелһә, бәлки, йәшәйеш яйға һалыныр.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Тыныслыҡ һәм бер нәмә лә эшләмәү - бер үк нәмә түгел, тиҙәр. Ысынлап та, йән тыныслығы ул эшләгән, йәмғиәттәге хәл-ваҡиғаларға битараф ҡалмаған кешегә генә биреләлер ул. Ошондай фекерҙә Рәйсә Ғәли ҡыҙы. Ҡартлығымда йәнем тыныс булһын, тип, йүгерә алған саҡта йүгерергә, ҡулыңдан килгәнде эшләп өлгөрөргә кәрәк, ти ул.
Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.
КИРЕ СЫҒЫРҒА