Бәләкәй саҡта өлкәндәргә эйәреп, кис ултырырға йөрөй инек. Ниндәй генә хәбәр һөйләшмәй ине улар унда. Берәүҙәр башынан үткәнде бәйән итә, кемдәндер мәҙәк һөйләтәләр йәки йырлаталар. Хәбәр һөйләгән булып, беҙҙе тормошҡа әҙерләгән улар, йәшәргә өйрәткән, яҡшылыҡҡа өндәгән. Һуғыш ваҡытындағы хәлдәрҙе лә йыш иҫләйҙәр ине инәйемдәр. Күпме йылдар үтһә лә, ошо хәтирәләр барыһы ла һаман иҫтә. Ысынлап та, ватандаштарыбыҙҙың фронттағы ҡаһарманлығы, тыуған ер өсөн аяуһыҙ көрәше тураһында бәләкәйҙән китаптарҙан уҡып, кинофильмдар аша күреп үҫтек. Ә эргәбеҙҙә генә шул дәһшәтле көндәрҙең күпме тере шаһиттары, һуғыш ветерандары йәшәне. Бөгөнгө көндә лә беҙҙең арала һуғыш йылдары балалары бар әле.
Һуғыш тураһында һөйләгәндә иң тәүҙә тол ҡатын Миңлебикә инәй Ғаязова күҙ алдыма килә. Ул күршелә генә йәшәне, ғүмеренең аҙағынаса һуғыштан ҡайтмаған ирен көттө. Бер үҙенә ҡыйын, тип, мин йәки туғандарым уға иптәшкә ҡунырға керә инек. Ҡасан барһаң да бер үк хәл ҡабатлана торғайны: таң алдынан Миңлебикә әбей йүгереп ишеккә бара ла: "Ғилмишәриф, йөрәккәйем, ҡайттыңмы ни?" - ти. Алданғанын аңлағандан һуң, һығылып илай. Бындай ваҡытта шуныһы ҡыйын - йыуатып та булмай, ярҙам да итә алмайһың. Тәүҙәрәк әбейҙең яуҙа үлгән ирен һаман көтөүенә, яратыуына аптырай инек, аҙаҡ өйрәндек - тоғролоғона хайран ҡалырлыҡ ине шул. Кейәүгә сығып, өс ай йәшәп ҡалған ул ире менән, ҡыҙы Сәүиә тыуған. "Ғилмишәриф мине танымаҫ та инде, бигерәк ҡартайҙым, йәмһеҙләндем", - тип көҙгөнән ҡараған булыр ине. Инәйем Хәҙисә Садиҡ ҡыҙы Ғәниева менән икәүләп һуғыш осорон иҫкә алмаған көндәре лә булмағандыр. Эвакуацияланып, беҙҙең яҡтарға килгән Ленинград кешеләрен исемләп, уларҙың кейемдәрен икмәккә алыштырыуҙарын, һыуыҡ тейгәндә ниндәй үләндәр ҡулланғандарын да иҫләйҙәр ине. Урманда йәшенеп ятҡан ҡасҡындар менән күҙмә-күҙ осрашҡандарын да йыш һөйләнеләр. "Биғылдар һуғыштан ҡасып ятҡандыр инде, ҡайһы берҙә военныйҙар килеп, урмандарҙы һыҙырып эҙләй торғайны", - тип һөйләй ине Миңлебикә әбей. "Биғыл" тигәне "беглый", "беглец" тигәнде аңлатҡандыр.
Әсәйемдәр күрше Әлшәй районы Ташлы ауылына йөрөп уҡыған. "Ун биш кеше уҡый башлағайныҡ, аҙаҡтан Гөлсөм, Ғәрифә менән өсөбөҙ ҡалдыҡ, һуңынан улар ҙа, ҡасҡындарҙан ҡурҡып, уҡыуҙы ташланы. Бер мәл иртән дәрескә китеп барабыҙ, саҡ ҡына туңдырған, ҡырпаҡ ҡар төшкән. Алдыбыҙҙан ғына эре аяҡ эҙҙәре үткән. Һалдат итеге эҙе. Беҙҙең үтәһе юл аша сыҡҡан. Ҡараһаҡ, алдыбыҙҙа, юлдың ситендә генә талдарҙы ҡосаҡлап, оҙон буйлы, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан кеше тора. Өҫтөндә шинель. Ҡыҙҙар кирегә йүгермәһә ярар ине, тим. Артыма боролоп, бөтә көсөмә: "Ағаааай, тиҙерәк булығыҙ, дәрескә һуңлайбыҙ бит!"- тип ҡысҡырҙым да, ҡыҙҙарҙы етәкләп, алға йүгерҙек. Артта кешеләр килә тип уйланымы, үҙе лә ҡурҡтымы - урынынан да ҡуҙғалманы, өндәшмәне лә теге әҙәм. Уҡыуҙан ҡайтҡанда ла ҡурҡып ҡайттыҡ, ҡыҙҙар ҡабат барманы, бер үҙем йөрөй башланым", - тип һөйләй ине әсәйем. Һәр иҫтәлеге йыр, шиғыр менән үрелә, беҙ рәхәтләнеп тыңлайбыҙ. Билдәле яҙыусы, яҡташыбыҙ Рәис Низамов менән дуҫ булып, уның Өфөгә уҡырға барырға өндәүен дә йыш хәтерләй ине. Тик артабан белем алыуына әсәһе ҡаршы төшкән, ҡыҙ кешегә уҡыу кәрәкмәй, өйҙәге эште белһәң - шул етте, тигән.
Бала сағы һуғыш осорона тура килгән Сания еңгәбеҙ Әхмәтрәхимованың да иҫтәлектәрен тыныс ҡына тыңлап булмай. Ул Бөрйән районы Янһары ауылында тыуған. Ғүмере буйы төҙөлөштә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Бик күп наградалары бар. Иң ҙур теләге - донъялар имен булһын, балалар бәхетле йәшәһен. Һәр еңеү байрамында ветерандар араһында атаһын-әсәһен күргәндәй тоя ул, байрамды ашҡынып көтөп ала.
"Атайым магазинда эшләй ине. Ике-өс ат менән Ишембайға тауарға бара торғайнылар. Бер көндө ни эшләптер уларҙы оҙатырға күп кеше йыйылды. Атайым кәнфит, шәкәр алырға барабыҙ, тине. Аттарға тейәлешеп киттеләр, беҙ, өс бала, әсәйемдең итәгенә йәбешеп тороп ҡалдыҡ. Был мәлдә дүртенсе балаға ла йән ингән булған. Тауарҙан ике-өс көндә әйләнеп ҡайта торғайнылар, ә был юлы оҙаҡланылар. Әсәйҙән атайҙы таптырабыҙ, ул өндәшмәй. Шулай итеп, беҙҙең ғаиләне пыран-заран килтерәсәк һуғыш башланды. Ҡышҡы һыуыҡтарға аслыҡ михнәте өҫтәлде. Атайҙы күреп тә өлгөрмәгән малай 11 айлыҡ булғас, астан үлеп ҡалды. Мине балалар йортона биргәйнеләр. Ҡышҡы сатлама һыуыҡ. Бер көндө ағайым килеп инде балалар йортона. Ишек тотҡаһын да ысҡындырмай тик тора ишек төбөндә аҫҡа ҡарап. Әсәй менән килгәндер, тип, шатланып йүгереп сығырға итәм. Ә ул миңә кейенергә ҡуша, әсәй үлде, ҡайтабыҙ, ти. Нисек ҡайтҡанбыҙҙыр, белмәйем. Аслыҡтан йонсоған, ҡайғынан шаңҡыған ағайым мине йыуатҡан була. Балаларҙы өйгә бикләп, ашарға эҙләп сығып киткән әсәйем ауыл осонда туңып үлә. Атайығыҙ ҡайтҡансы, тип, өсөбөҙҙө лә Байназар балалар йортона бирҙеләр. Шулай аслыҡтан ҡотолоп ҡалдыҡ. Апайҙарҙың ашлы һыу түккәнен ҡарауыллап тора инек. Биҙрәләрҙе түккәнде күреп тә ҡалабыҙ, яланаяҡ сығып та йүгерәбеҙ. Күмәкләп тотонабыҙ картуф ҡабығын йыйырға. Алып кереп сайҡайбыҙ ҙа, түңәрәк ҡара мейесте уратып, киптереп ашайбыҙ. Балалар йортонда ла аслыҡ үҙен ныҡ һиҙҙерҙе. Ә атайым һуғыштан ҡайтманы. Берүк һәр бала ата-әсәһе менән үҫһен, донъялар имен була күрһен!" - тип теләй еңгәм бөгөн дә.
Ил буйынса күпме ҡатын-ҡыҙҙы тол, балаларҙы етем иткән аяуһыҙ һуғыш. Ул осорҙағы ҡыйынлыҡтарҙы замандаштарыбыҙға, киләсәк быуындарға күрергә яҙмаһын. Именлекте, тыныслыҡты һаҡлайыҡ!
Рәйзә ӘХМӘТРӘХИМОВА.
Дәүләкән районы Мәкәш ауылы.
КИРЕ СЫҒЫРҒА