«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮҢЕЛДӘГЕ САФЛЫҠ ЙӘРҘЕ, ИЛДЕ, ХАЛҠЫҢДЫ, ДОНЪЯНЫ ЯРАТЫУҘАН УЛ
+  - 

Таңһылыу Ҡарамышева Яҙыусы һәр һорауға тапҡыр яуап бирә ала, яуабы менән уйландыра, сәмләндерә һәм ғәмләндерә торған кеше ул. Ошо рубрикала беҙ ҙә әҙиптәребеҙгә ябай булмаған һорауҙар биреп, уларҙың фәлсәфәүи фекерләүҙәрен тыңлап, аң һәм йөрәк төпкөлдәрен ҡуҙғытып алайыҡ, тинек. Тәүге әңгәмәгә билдәле шағирә Таңһылыу Ҡарамышева килде.

Һеҙ үҙегеҙҙең ғүмерегеҙҙә атҡара торған төп эшегеҙҙе атҡарҙым тип уйлайһығыҙмы?

- Ғүмерҙең төп эше, тинегеҙ. Бер ҡатлы ғына һорау түгел был. Уға фәлсәфәүи яуап кәрәктер. Һорауҙың асылы шунда: ғүмерҙе нимәгә арнап йәшәргә? Кешенең ерҙә йәшәүенең мәғәнәһе нимәлә? Тәғәйенләнеше? Бағланмышы? Нисек итеп ялған ҡиммәттәргә алданмаҫҡа? Һеҙ үҙегеҙҙең ғүмерегеҙҙә атҡара торған төп эшегеҙҙе атҡарҙым тип уйлайһығыҙмы?

- Ғүмерҙең төп эше, тинегеҙ. Бер ҡатлы ғына һорау түгел был. Уға фәлсәфәүи яуап кәрәктер. Һорауҙың асылы шунда: ғүмерҙе нимәгә арнап йәшәргә? Кешенең ерҙә йәшәүенең мәғәнәһе нимәлә? Тәғәйенләнеше? Бағланмышы? Нисек итеп ялған ҡиммәттәргә алданмаҫҡа? Мәҫәлән, Ғайса бәйғәмбәр кешелектең барса гонаһтарын үҙенә алып, уны һәләкәттән ҡотҡарыу өсөн йәнен фиҙа ҡылған. Шуға ла беҙҙең яҙыҡтарыбыҙҙың хаҡы түләнгән. Йә бына үҙебеҙҙең Урал батырҙы миҫалға алһаҡ, уның төп эше, йәшәү маҡсаты - үлемдең үҙен үлтереү, кешеләрҙе үлмәҫ йән ҡылыу. Урал үҙ үлеме менән үлеп кенә үлемһеҙ була алыуҙы иҫбатлай. Остар тоташ: тыуым - үлемдән, үлем тыуымдан тыш була алмай. Кеше күп ғүмерле. Тән үлә, йән иһә - мәңгелек. Йәндең мәңгелеге - ошо түгелме үлемһеҙлек сере? Урал батыр быны яҡшы аңлай, шуға ла үлемде һайлай: уртындағы ғүмер һыуын үҙе өсөн файҙаланмай, уны йотмай, ә кешелек торлағы булған ергә, тәбиғәткә бөркә.
Был донъяла алдатҡыс нәмәләр күп. Бәндәләр иллюзияға бирелеүсән. Мәҫәлән, беҙ үҙебеҙҙе тән итеп тоябыҙ. Әммә кеше тән генә түгел. Беҙҙең күҙгә күренмәгән "тәндәребеҙ" бар. Тән үҙе генә - ул иллюзия. Беҙҙең белем күп кәмселектәргә эйә. Шуға ла кешеләргә хаталаныу хас. Беҙ бүтәндәрҙе алдарға һәләтле. Йәки үҙебеҙҙе аҡыллы итеп күрһәтергә теләйбеҙ. Йәнә: беҙҙең күп нәмәне тойомлауыбыҙ камил түгел: күренмәгәнде күрә алмайбыҙ. Мәҫәлән, ҡояш беҙгә диск рәүешендә күренә, ғәмәлдә ул күп күк есемдәренән ҙурыраҡ. Шуға ла кешенең ерҙә йәшәүенең бер маҡсаты - камиллаша барыуҙыр, тип уйлайым.
Кеше, әлбиттә, үҫемлек тә, ҡош та, балыҡ та, минерал да түгел, ул - һөтимәр хайуандың бер төрө. Әммә аңлы төрө. Шуға ла кеше маҡсаты хайуандыҡынан ныҡ айырыла. Йыһан өсөн кеше мөһимерәк. Шуға ла кешегә юғары бурыстар, ҡылған ҡылынмыштары өсөн ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән. Шул яуаплылыҡтың береһе - тәбиғәт ҡанундарын боҙмау. Бер генә хайуан да тәбиғәт ҡанундарына ҡаршы килмәй, шуға ла улар гонаһһыҙ. Ә кеше Әҙәм ғәлиәссәләм замандарынан алып гонаһлы. Тәбиғәттең үҙендә яуызлыҡ юҡ, уны беҙ, кешеләр, тыуҙырмыштыр. Шуға ла кешенең бурысы - Юғары Илаһтың хакимлығын таныу. Аллаһы Тәғәлә урынлаштырған ҡағиҙәләргә буйһонмау - кеше өсөн һәләкәтле. Йыһандағы барса йәнле һәм йәнһеҙ нәмә - Аллаһтыҡы, кешенеке түгел. Кеше лә - уның продукты, уның иң һоҡланғыс ҡаҙанышы. Кеше Алла булып ҡыланмаҫҡа, үҙ урынын белергә бурыслы. Минең дә ерҙә йәшәүемдең мәғәнәһе ошолор. Төп эшем - ғаләм ҡанундарын төшөнөү, аңларға тырышыу. Ошо юл менән үҙ шәхесемде үҫтереү. Ҙурҙан алып әйткәндә инде...

Беҙҙең хәтерҙә әле: "Шоңҡар" журналын һеҙ үҙегеҙҙең фатирығыҙҙа сығара башлағайнығыҙ. Халыҡ өсөн шәхсән фиҙаҡәрлек ниҙән килә?

- Был тойғоноң миңә ниҙән, ҡайҙан килгәнләген мин аныҡ ҡына атап әйтә лә алмайым. Ул миндә бар, булған һәм буласаҡ. Хәтеремдә, мәктәпкә уҡырға төшәһе йылды, был була 1955 йыл, уҡытыусылар, өй беренсә йөрөп, уҡырға бараһы балаларҙы барлап, ата-әсәләрҙән балаларын ҡайһы синыфҡа - рус йә башҡорт синыфынамы бирергә теләүҙәрен асыҡлап йөрөнө. Рус синыфына өгөтләүҙәре иҫемдә ҡалған. Әсәй ҡарарҙы минең ҡарамаҡҡа ҡалдырҙы. Мин башҡортса уҡырға теләк белдереп кенә ҡалманым, үҙем менән бергә уҡырға төшәсәк тиҫтерҙәремә йүгереп сығып киттем. Ул саҡта беҙҙең ауылда башҡортса уҡытыу һаҡланып ҡалды. Йә, шунан әйтеп ҡарағыҙ, ҡайҙан килгән мин сабыйға был милли тойғо? Әйтәйек, бына артабан. 11-се синыфҡа мине хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына уҡырға саҡырҙылар. Интернат-мәктәптең ул саҡтағы директоры Төхфәт Аслаев, хәҙерге "Башҡортостан" гәзитендә минең тәүге шиғри шәлкемем баҫылып сыҡҡас (1965), атайыма хат ебәрҙе: "Ҡыҙығыҙҙы кеше иткегеҙ килһә, беҙгә уҡырға килтерегеҙ", тиелгәйне унда. Ҡайҙан килгән Төхфәт Аслаевҡа был фекер? Әлбиттә, милли тойғонан! Әйткәндәй, ул шәлкемдәге тәүге һәм минең үҙ ғүмеремдә яҙған тәүге шиғыр ҙа Салауат батырыбыҙға арналғайны. Мәктәп дәреслектәрендәге шиғырҙарҙан башҡа бер ни ҙә уҡымаған Таңһылыу нисек яҙған һуң был милли ҡаһарманыбыҙға арналған шиғырҙы? Бит ул саҡта мәктәптә Салауат Юлаев тураһында йүнләп уҡытмайҙар ҙа ине. Ҡайҙан килгән миңә был шиғыр? Белмәйем. Нисек уны яҙғанымды ғына иҫләйем. Уны мин бер тынала, һеңлеләрем һәм ҡустымдан селтәрле япма ябылған әсәй карауаты аҫтына ҡасып, селтәр аша төшкән шәм яҡтыһында иҙәнгә һуҙылып ятып яҙҙым. Шул шиғырҙан башланды ла инде шиғриәт иленә сәйәхәтем. Ә инде 1-се интернат-мәктәптә уҡый башлағас, тәүге дәрестә үк мин математика уҡытыусыһы Суфия Ҡотдос ҡыҙына ультиматум иғлан иттем. Ул мине таҡтаға саҡырғас, мин башҡортса һөйләйем, тинем. Яҙ формуланы, бында тел кәрәкмәй, тине уҡытыусы. Был хәл шулай уҡыу аҙағынаса дауам итте. Иҫемдә шул ҡалған: мин таҡта янына сығыуым була, класҡа завуч Мофаззаров тигән ағай килеп инә лә, шым ғына иң артҡы партаға ултырып, мин һөйләгәнде тыңлай. Мин хәҙер генә уның нисек итеп математиканан башҡортса һөйләгәнде тыңларға ингәнен аңлайым. Бит ул саҡта уҡ интернат, башҡорт интернаты тип аталһа ла, асылда, рус мәктәбе булған, унда башҡорт теленән башҡа бар фәндәр ҙә русса уҡытылды. Хәҙерге көнөбөҙгә бағайыҡ: ҡайҙа бар һуң ул рус теленән башҡа барса фәндәр ҙә башҡортса уҡытылған мәктәптәребеҙ? Юҡ улар! Өҫтәүенә, оптималләштереү һылтауы менән аҙнаһына бер нисә сәғәт кенә уҡытылған башҡорт теле дәрестәренә ҡоторонҡо һөжүм бара! Ҡайҙа барабыҙ?
Милли тойғо миндә, бәлки, атайымдың оҙон көйҙәрен тыңлап үҫкәндән барлыҡҡа килгәндер. Минең кескәй йөрәгемдең уларҙы тетрәнеп ҡабул иткәнен иҫләйем. Минең атайым Фаяз Шаһингәрәй улы Ҡарамышев 96-сы йәше менән барғанда вафат булды. Кеҫә телефонына яҙҙырып алдым - үлгәндә лә йырлап ятып үлде ул. Ә күптән түгел Юлай Ғәйнетдинов миңә уның башҡарыуында "Бейеш" йырын бүләк итте. Баҡтиһәң, уны Башҡортостанға экспедицияға килгән венгр ғалимдары яҙҙырып алған икән! Фронтовик атайымдың үпкәһе берәү генә ине, шуға ла тынын бүлеп йырлай, әммә рух менән йырлай торғайны. Ғөмүмән, башҡорт йырҙары бит рух, хис, күңел менән башҡарыла, тауыш менән генә түгел. Шулай уҡ бейеүҙәребеҙ ҙә! Техника икенсел уларҙа.
Фиҙаҡәрлек тә милли рухтан килә. Миңә 90-сы йылдарҙа "Йәшлек" гәзитен ойоштороуҙа ҡатнашырға насип булды. Мөхәррир урынбаҫары булараҡ, баҫманың йөкмәткеһенә йоғонто яһау мөмкинлеген мин шундуҡ файҙаландым. Тап "Йәшлек" гәзитендә совет осоронан һуң тәү башлап Зәки Вәлиди, Муса Мортазин тураһында материалдар ойошторҙоҡ, Шәйехзада Бабичтың "Башҡорт халҡына көйлө хитап" әҫәрен, Әкрәм Бейештең "Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше" китабын йыл буйы баҫтыҡ. Халҡыбыҙҙың милли рухын тергеҙеүҙә ҙур роль уйнаны ул йылдарҙа был баҫма. Унда эшләп йөрөгән йылдарымды иң бәхетле сағым тип иҫәпләйем. Сөнки тап ошо эштә минең ысын асылым ҙур кинәнес кисерҙе. Ҡайҙан килде был кинәнес? Әйталмайым.
Бәлки, ҡандан киләлер был тойғо. Мин бит башҡорттоң билдәле бейҙәре нәҫеленәнмен. Ҡармыш бей, уның улы Сәйет, уның улы Күгеш, уның улы Аҡсура, уның улы Ҡармыш баба, уның улы Аҡбулат, уның улы Аҡсолтан (Аҡкөбәк), уның улы Байслан, уның улы Ибраһим, уның улы Мөхәммәтйосоп (Йосоп майор), уның улы Солтангәрәй, уның улы Шаһингәрәй, уның улы Фаяз, уның ҡыҙы Таңһылыу. Был шәжәрә сылбырында башҡорт халҡының азатлыҡ көрәшендә ҡатнашҡан шәхестәр ҙә бар. 17-се быуат аҙағында Петр 1-сенең Аҙау диңгеҙе походтарында ҡатнашҡан тархан Ҡармыш бабаның атаһы Аҡсура, Зәки Вәлидиҙең "Хәтирәләре"ндә яҙылыуынса, 1661-1667 йылдарҙағы башҡорт ерҙәрен тартып алыуға ҡаршы күтәрелгән ихтилалда ҡатнашҡан. Ҡармыш бабаның улы Аҡбулат (17-се быуат аҙағы һәм 18-се быуат башы), шул осорҙағы башҡорт ихтилалдары етәкселәре ҡушыуы буйынса, ҡаҙаҡтарға һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн ебәрелә, әммә ҡайтышлай, карателдәр тарафынан тотолоп, язалап үлтерелә. Аҡбулаттың улы Аҡсолтан (Аҡкөбәк) карателдәрҙән тауҙарға ҡасып ҡотола һәм нәҫелебеҙҙе ҡоротмай дауам итә. Бәлки, шәжәрә ағасымдағы ошо кешеләрҙән киләлер миндәге фиҙаҡәрлек?
Оҙон тәбәрәккә төшөп китмәҫ өсөн, Рәсәй империяһы походтарында, атап әйткәндә, Балтик буйында Швеция менән һуғышта ҡатнашҡан Байслан Аҡсолтан улы, уның ейәне - минең атайымдың олатаһының атаһы, губернатор Перовскийҙың Һырдаръя буйындағы Коканд ханлығы ҡәлғәһе Аҡ Мәсеткә булған походында ҡатнашҡан Мөхәммәтйосоп Ибраһим улы тураһында бәйән итеп тормайым. Улар ҙа бит ил маҡсаттарына хеҙмәт иткән. Тик ил маҡсаты, дөрөҫөрәге, илдәге хакимдар маҡсаты халыҡ маҡсатына тура килгәнме? Әгәр тура килмәһә, бына ҡайҙа ул ысын фажиғә! Күпме бабамдар золом ҡорбаны!
Яңыраҡ ҡына туғандарым менән олатайым Шаһингәрәйҙең ҡәберен эҙләп таптыҡ. Нуриман районының бөгөнгө көндә юҡҡа сыҡҡан Ҡурансы ауылының тау башындағы зыяратында ята ул. Минең уны бер ҡасан да күргәнем булманы. Минең олатайыма, үҙенең атаһы Солтанггәрәй кеүек, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеп, тыныс тормошта йәшәргә насип булмай, сөнки революция, граждандар һуғышы йылдары башлана. Шаһингәрәй, өлкән дүрт ағаһы менән берлектә, 1918 - 1930 йылдарҙағы барлыҡ кәмһетелеүҙәргә дусар ителә. 1918 йылда ҡыҙылдар тарафынан уларҙың барлыҡ мөлкәте тартып алына. Улар, террорҙан ҡасып, ҡаҙаҡ далаларына барып сыға. Әммә ҡырғын был яҡтарға ла килеп етә. Көс-хәлгә кире Маҡарға ҡайтып йығылғас, уларҙы, контрреволюционерға сығарып, йәғни хаҡһыҙға ғәйепләп, Стәрлетамаҡ төрмәһенә ябалар. 1926 йылда уларҙы республиканың Юғары суды аҡлай, ләкин был бер туғандар 1930 йылда йәнә золом ҡорбандарына әйләнә, уларҙы, был юлы кулак яһап, илдән һөрәләр. Олатайымдың өлкән ағалары Бәхтегәрәй, Арыҫлангәрәй, Сәлимгәрәй, Сәйетгәрәйҙе - ун, үҙен өс йылға Архангельск крайы Холмогорск ҡалаһына лагерҙарға ебәрәләр. Был тамуҡтан олатайым Шаһингәрәй генә иҫән ҡайта, ә уның дүрт ағаһы тәүге йылда уҡ аслыҡтан, һыуыҡтан, каторга хеҙмәтенән үлә. Уларҙың һөйәктәре, үҙҙәре кеүек үк меңәрләгән кешеләрҙең һөйәктәре менән бергә, билдәһеҙ соҡорҙарҙа ята.
Олатайым, ҡоро һөлдәгә ҡалған хәлдә, срогын тултырып, 1933 йылда Маҡарға ҡайта. Ләкин уны шул уҡ айҙа тағы ла һөргөнгә, был юлы инде тотош ғаиләһе менән, Томск өлкәһенең Нарым крайына ебәрәләр. Был юлы өләсәйем Зәйнәптән кулак яһайҙар һәм олатайым, өләсәйҙән айырылмайым тип, биш балаһын алып, тағы һөргөнгә юллана. Аҙаҡ, Сталин үлгәс, минең олатайым, өләсәйем, уларҙың биш балаһы берәм-берәм һөргөндән ҡасып ҡайта. Олатайым хәҙерге Нуриман районы Сарва ауылында йәшәй башлай һәм шунда вафат була. Мин йөрәгемдә золом ҡорбандары булған барса бабамдар яҙмышына оло әрнеү йөрөтәм. Ул да миңә фиҙаҡәрлек тойғоһо бирәлер тим.

Мөхәббәт тойғоһона ҡарашығыҙ үҙгәрҙеме?

- Ҡасандыр мин дә донъяға ғашиҡ бер ҡатлы ҡыҙыҡай инем. Ул ҡыҙыҡай, әлбиттә, һәр ваҡыт кемгәлер ғашиҡ ине. Тора-бара ул был ғашиҡлыҡты тәрән мөхәббәткә әүерелдерҙе, йәғни - йөрәгенә, шунан башына күсерҙе. Шулай итеп, ул тойғоларында нығынды, быуынға ултырҙы. Фәндә "эстетиль туҡыма", йәғни һөйөү нервылары тигән төшөнсә бар. Ул кешелә эмоциональ интеллект тәрбиәләй. Ошо интеллект миндә лә барлыҡҡа килде, буғай. Ул - минең мөхәббәт сығанағым. Эстән балҡытып, яҡтыртып йәшәтеүсе көсөм. Миңә хәҙер яуапһыҙ мөхәббәт кәртә була алмай, сөнки һөйөү минең эсемдә, ә тышымда түгел. Әйтәйек, бына парашют, ул асылһа ғына үҙ бурысын үтәй, асылмаһа, кешене һәләкәт көтә. Минең күңелем хәҙер асылған парашют хәлендә. Йәки, бына шишмә. Ул ерҙе тишеп сыҡһа ғына шишмә була ала. Тишмәһә, һыу сыҡмаясаҡ. Һөйөү - пәйҙәләнһә генә һөйөү. Ул - минең йәшәү сығанағым. Мөхәббәт кешегә Хоҙайҙан бирелгән бүләктер, тим. Кешенең йәне лә мөхәббәттән хасилдыр, тип уйлайым. Мөхәббәтһеҙ кеше роботҡа оҡшаш түгелме ни: ул осҡонһоҙ, ялҡынһыҙ, тере кәүҙә, тере мәйет! Кешелек башланғанда кеше кейек хәлендәге зоологик тип булһа, аҙаҡ ошо күктән төшөрөлгән мөхәббәт арҡаһында аңлы кешегә әйләнгән. Һомосапиенс - ул гибрид, ул йән һәм тән берлеге. Һомосапиенстың бурысы - үҙенә күктән бирелгәнде, мөхәббәтте һаҡлау, үҫтереү, ҙурайтыу, ҡотҡарыу. Кем шул бурысты үтәй, шул ғына киләсәк өсөн иҫән ҡаласаҡ. Бит һомосапиенс та мәңгелек түгел, уны яңы кеше - плазмоид алмаштырасаҡ, ти ғалимдар. Йәғни, 6-сы раса кешеләре. Кешелектең был генерацияһы үҙ юлын түңәрәкләй. Кешелек яңы сифатҡа күсәсәк. Бындай күсеш дәүерендә күңелде саф тотоу айырыуса мөһим һәм хәл иткес көскә эйә. Ә был сафлыҡты бары яратыу тойғоһо ғына бирә алалыр. Йәрҙе, илде, халҡыңды, донъяны яратыу...

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.07.15 | Ҡаралған: 1471

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru