Ырымбурҙа Беренсе Башҡорт ҡоролтайы
Июлдең егерме берендә (1917 йылда - Ред.) Беренсе Башҡорт ҡоролтайында ҡатнашыу өсөн Ырымбурға килдем. Мин килгәндә ҡоролтай асылғайны. Башҡорт Үҙәк шураһының ойоштороу бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнһәм дә, Ташкентта булғанлыҡтан, ҡоролтайҙы йыйыу эше менән үҙем етәкселек итмәнем. Әммә Төркөстан Милли шураһы менән Башҡорт Үҙәк шураһының эш регламенттарын мин яҙып, һәр ике шурала идара ағзалары яҡын арҡадаштарым булғанлыҡтан, үҙем булмаһам да, эштәр бик яҡшы ойошторолғайны.
Ырымбурға килгәс, арҡадаштарым Сәғит Мираҫ һәм Аллабирҙе Йәғәфәр улы Башҡортостан ерҙәрендә алдан ҡарарлаштырған "төбәк шуралары"н ҡорғандар, милләттең ошо эшенә тотоноу өсөн аҡса йыйғандар, ҡоролтайға ағзаларҙың һәр тарафтан алдан билдәләнгән тәртип буйынса һайлап ебәрелеүен тәьмин иткәндәр. Быны күреп, бик һөйөндөм, дуҫтарымды ысын күңелдән маҡтаным. Ҡаҙаҡтарҙың ҡоролтайын да беҙҙеке менән бер үк көндәрҙә Ырымбурҙа саҡырырға ҡарар ителгәйне. Улар беҙҙеке менән бер үк көндәрҙә - 20-25 июлдә йыйылды. Ике ҡоролтай бер-береһен ҡара-ҡаршы тәбрикләне, ҡабул ителгән ҡарарҙар ҙа бер-береһенә тап килә ине. Төркөстан конгресында ла көн тәртибендәге "Дәүләт идараһы" һәм "Ер мәсьәләләре" буйынса докладсы мин булдым. Бында ла "башҡорттарҙың көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығыш тарафында йәшәгәндәре, мөхтәриәт юлына баҫҡан күп һанлы төрки ырыуҙар менән берләшеп, мөхтәриәт ҡаҙаныуҙы" ҡарар итә тигән һүҙҙәрем йыйылыш тарафынан, уй берлеге шартында, алҡышланып, аяҡ үрә баҫып ҡабул ителде.
Боронғо башҡорт ғәскәрен аяҡҡа баҫтырыу хаҡында ла ҡарар ҡабул ителде. Арғаяш яғы башҡорттары араһында Ҡорбанғәлиевтәр ғаиләһе бар ине. Күп ер биләүсе байҙар. Минең ер мәсьәләһе буйынса уҡыған докладымда социализм идеялары һәм ҙур ер биләмәләрен бүлешеү тезисы булғанлыҡтан, улар миңә ҡаршы сыҡты, әммә фекерҙәре ҡабул ителмәне. Электән консерватив һәм яңылыҡ дошманы сифатында танылған был ғаилә вәкиле Ғәбделхай Ҡорбанғәле, үҙенә бер төрлө хәбәр һөйләп, Үҙәк Комитет программаһына башҡа бөтә эштәрҙән бигерәк динде яҡлау бурысын ҡуйыу фекерен алға һөрҙө. Шәриф Манатов исемле бер университет студентын (үҙенең яҡташын) килтергән һәм уны яңынан һайланған Башҡорт Үҙәк шураһының Идара комитетына ағза итеп үткәрҙе. Мин Ташкентта мәшғүл булғанлыҡтан, Шура рәйеслеген үҙ өҫтәмә алмайынса, ойоштороу эштәре менән шөғөлләнергә булдым. Рәйеслеккә адвокат Юныс Бикбовты һайларға ниәтләнгәйнек, әммә шул айҙарҙа ул өйҙә булмағанлыҡтан, был урынға Шәриф Манатов һайланды. Ул бер милләтсе егет ине. Петербургта Психоневрология институты студенты булған саҡта, Балҡан һуғышы сығыу менән, Төркиәгә киткән, һуғыш бөткәс, Швейцарияға барған, унда Ленин менән танышҡан. Авантюрист тәбиғәтле, сәйәси эшмәкәрлегендә тотороҡло түгел, һул сәйәси ҡарашлы булып та, иң уң реакцион Ҡорбанғәлиевтарҙың вәкиле булып ҡыланыу кеүек ғәрип ҡылыҡтары бар ине. Ышанысһыҙ был егеттең ойоштороу һәләте лә булмағанлыҡтан, арабыҙға килеп инеүенә һис тә шатланманыҡ. Арҡадаштарым Сәғит менән Аллабирҙе лә шул фекерҙә ине. Ҡулынан бер эш килмәй. Руссаһы ла зәғиф. Бөтә проекттар һәм яуаплы яҙыуҙар миңә ҡалды.
Ҡаҙаҡтарҙың етәксеһе Ғәлихан Бүкәйхан Турғай виләйәтенең (ҡайһы бер дәүләттәрҙә административ-территориаль берәмек - Ред.) губернаторы ине. Кадет фирҡәһенән әле булһа айырылмаған. Шул йөҙҙән ҡаҙаҡ ҡоролтайы, мөхтәриәт хаҡында ҡәтғи бер ҡарар ҡабул итмәйенсә, ул саҡ был фекергә принципиаль тарафдарлыҡ ҡына күрһәтте. Әммә Ырымбур һәм Урал рус казактары, үҙ өлкәләренең мөхтәриәтен иғлан итеү фекерендә булғанлыҡтан, беҙҙең мөхтәриәт иғлан итеүебеҙҙе тәбрикләнеләр. Был иһә беҙгә бер яҡшы терәк булды. Сөнки улар ҙа, Башҡорт ҡоролтайы кеүек үк, үҙ ғәскәрен төҙөргә ҡарар итте. Башҡорт ҡоролтайы беҙгә Әзербайжан һәм Украина кеүек мөхтәриәт яҡлы милләттәр менән бәйләнеш урынлаштырыу хоҡуғы бирҙе. Мине, Усман Ҡыуатов исемле университет студентын һәм Илдархан Мутин тигән бер зыялыны башҡорттарҙың ер хоҡуғын һәм батша заманынан йыйылып килгән башҡорт капиталын, Ырымбурҙағы башҡорт ғәскәре биналарын, парк һәм баҡсаларын, мәсетен (Каруанһарай) кире алыу мәсьәләләре буйынса Керенский хөкүмәте менән осрашыу, быуындан-быуынға ҡалып килгән был дәғүәләрҙе хәл итеү өсөн Петроградҡа ебәрҙеләр. Мин үҙем, 10 майҙа Мәскәүҙә булған съезда Төркөстан вәкилдәре араһынан ИКОМУС-ҡа (Рәсәй Мосолман Шуралары Башҡарма Комитеты) ағза итеп һайланғанлыҡтан, Петроградҡа былай ҙа саҡырылған инем. Усман Ҡыуатов, йәш кенә медицина студенты булыуына ҡарамаҫтан, башҡорт ер хоҡуғы мәсьәләләрен аңлай ине. Беҙ хөкүмәткә тапшыра торған документта 1906 йылдың 9 ноябрендә, 1910 йылдың 19 ноябрендә, 1911 йылдың 20 майында сығарылған һәм Башҡортостанға рус күскенселәре килеүҙе көсәйткән закондарҙы үҙгәртеү талабы ҡуйылды. Донъя һуғышы заманында Рәсәйҙең көнбайыш виләйәттәренән килгән күскенселәрҙең мәмләкәтебеҙҙән кире күсерелеп, уларҙың еренә эске Рәсәйҙә ҡалған татарҙарҙы килтереп ерләштереүҙең рөхсәт ителеүен дә талап иттек.
Китешләй Ҡаҙанда туҡтап, 31 июлдә тамамланасаҡ Ҡаҙан төрөктәре Конгресы етәкселәрен күреп, үҙ мөхтәриәте өсөн көрәшмәгән хәлдә лә, Башҡортостан мөхтәриәтенә ҡаршы сыҡмауҙарын һорап, риза иттек. Төньяҡ Кавказдың ҡаһарманы Шәйех Шамилдың ейәне Заһит бейҙең йортонда булған һөйләшеүҙәрҙә Ҡаҙан етәкселәре, шул иҫәптән Садри Маҡсуди, ҡатнашманылар.
Икенсе Башҡорт ҡоролтайы
28-29 августа Өфөлә Икенсе Башҡорт ҡоролтайы йыйылды. Петроградта, Мәскәүҙә йөрөп, беҙ ҡоролтайҙың һуңғы көнөнә килеп еттек. Был Ҡоролтайҙа 23 декабрҙә (1917) асыласаҡ "Рәсәй Ҡороусылар мәжлесе"нә һайланаһы ағзалар раҫланырға тейеш ине. Ҡоролтайҙа татарҙарҙан "ерле" (йәғни территориаль) мөхтәриәт яҡлылар һәм социалист булғандары беҙҙең менән бергә һайланыу өсөн берләште, ә унитарист Һаҙи Атласи, Закир Ҡадири һәм башҡалар, уларҙы фекерҙәренән ваз кистерергә тырышып, ҡулдарынан килгәндең бөтәһен эшләне. Мин Өфө, Ырымбур, Пермь виләйәттәренән кандидат итеп күрһәтелдем. Башҡорт Ҡоролтайынан һуң "Өфө виләйәте мосолмандары" съезы булды. Бында мин рәйеслек иткән бер ултырышта Садри Маҡсуди бей, һүҙ алып, мөхтәриәтселәргә ҡаршы сығыш яһаны. Мин дә, рәйеслекте башҡа бер кешегә тапшырып, һүҙ алдым һәм Садри бей ғүмере буйы онотмаясаҡ нотоғомдо һөйләнем. (Хатта һуңынан Төркиәлә башҡаларҙың китабында, мәҫәлән, Хөсәйен Намыҡтың "Төрөк донъяһы"нда, был телмәрҙең мәғәнәһе боҙоп күрһәтелде). Башҡалар ҙа мине яҡланы. Был съезд Өфө виләйәтендә татар унитаристарының тамам еңелеүенә сәбәп булды. Өфө виләйәт съезы уларҙың фекерен ҡәбергә күмде, пропагандалары һөҙөмтәһеҙ ҡалды, үҙҙәре Ҡороусылар мәжлесенә лә һайланманылар.
(Дауамы бар).
КИРЕ СЫҒЫРҒА