Киләсәктең бер бәхетле тарихсыһы был әйберҙе материал итеп алыр.
(Зәбих Исҡужин көндәлегенән)
2015 йылдың йәй айҙарының береһендә миңә Ҡаҙан ҡалаһында уникаль архив менән танышыу бәхете эләкте. Был - сығышы менән Йылайыр районының Мәҡсүт ауылынан булған Зәбих Исҡужиндың архивы. Ул 1911 йылдың ғинуарында тыуған. 1926-1929 йылдарҙа Каруанһарайҙа Башҡорт педагогия техникумында уҡый. 1929-1933 йылдарҙа Ҡаҙан ҡалаһында Шәреҡ педагогия институтының донъя әҙәбиәте факультетында белем ала.
Ҡаҙан дәүләт педагогия институты аспирантураһында уҡый һәм Бабич ижады буйынса диссертация тамамлай. 1936 йылдың 11 ноябрендә Ҡаҙан ҡалаһында вафат була. Архив өс опистән һәм бер нисә йөҙ биттән тора. Башҡорт һәм татар филологияһы фәнендә, башҡорт һәм татар сәнғәте фондтарында бындай ҙур күләмле архивҡа минең тәүге тапҡыр осрауым. Йәнә лә, ғалимдың вафатына 79 йыл уҙғас, Башҡортостандан тәүгеләрҙән булып был архивты ҡулға алыу бәхете миңә эләкте.
Улар тәүге тапҡыр Ҡаҙан ҡалаһында, 1931 йылда, осраша. Береһе - сығышы менән Йылайыр районының Мәҡсүт ауылы егете Зәбихулла Исҡужин, икенсеһе - Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылынан Хөсәйен Әхмәтов. Йылайыр егете ул ваҡытта Башҡортостан Халыҡ мәғарифы комиссариаты йүнәлтмәһе буйынса Ҡаҙанда Шәрек педагогия институтының донъя әҙәбиәте факультетында уҡып йөрөгән була. Әйткәндәй, ул осорҙа Башҡортостан Халыҡ мәғарифы комиссариаты милли кадрҙар мәсьәләһен талантлы йәштәрҙе илдең юғары уҡыу йорттарында республика иҫәбенә уҡытыу юлы менән хәл итә. Тап ошо осорҙа Ғабдулла Амантай Ленинградҡа, көнсығыш телдәр факультетына, Дауыт Юлтый Ҡыҙыл Профессура институтының әҙәби тәнҡит бүлегенә уҡырға ебәрелә.
Баймаҡта тау-сәнәғәт мәктәбендә белем алған Хөсәйен Әхмәтов та 1931 йылда Баймаҡ район партия комитетының сәнғәт һәм пропаганда бүлеге етәксеһе Сәғит Мифтахов фатихаһы менән Ҡаҙанға юллана. Уны Ҡаҙанға бында Шәрек педагогия институтын тамамлаған һәм Мәскәүҙең тау сәнәғәт академияһында уҡып йөрөгән ике туған ағаһы Ғәлләм Вәлиев алып килә. Тик Хөсәйен Әхмәтовҡа үҙе ниәтләгән музыка техникумына инергә насип булмай. Уның был маҡсатын тормошҡа ашырыуға Зәбих Исҡужин ярҙам итә. Фани донъяның асылында кешелек ҡөҙрәте тигән бөйөк төшөнсә бар. Кешелек ҡөҙрәте - эргәңдәгеләрҙе күрә, таный һәм ишетә белеүҙән генә тормайҙыр. Ул талантлыларға, уларҙың таланты хаҡына хеҙмәт итә белеү! Егерме йәшлек студент Зәбих Исҡужин да үҙ өҫтөнә бик ҙур бурыс ала. Ул бурысты атҡарып сығыу өсөн йәш егеттең шәхси йәки эш мөнәсәбәттәре абруйлы һәм дәрәжәле кешеләр менән бик юғары кимәлдә булырға тейеш. Тимәк, ул ошондай мөнәсәбәттәр ҡорорға өлгөргән булып сыға. Сөнки тап уның ярҙамы менән аптырағандың көнөнән физкультура техникумында уҡый башлаған Хөсәйен Әхмәтов музыка техникумының скрипка класы студенты булып китә.
Ул саҡта музыка техникумы директоры булып Александр Александрович Литвинов эшләй. Александр Литвинов менән Зәбих Исҡужин Ғәзиз Әлмөхәмәтов аша таныш булырға тейештәр. Александр Литвинов - Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Солтан Ғәбәши һәм Василий Виноградовтар тарафынан яҙылған һәм 1925 йылда ҡуйылған беренсе башҡорт һәм татар операһы "Сания"ның һәм 1930 йылда ҡуйылған "Эшсе" операһының дирижеры. 1929 йылда БАССР-ҙың 10 йыллығы уңайынан тынлы оркестр өсөн яҙылған "Башҡортостан маршы" менән дә ул етәкселек итә.
Ғөмүмән, үткән быуаттың 30-сы йылдарында Татарстан ерендә юғары уңыштарға өлгәшкән башҡорттар ярайһы уҡ күп кенә була. Татар дәүләт театры актеры, башҡорт дворяндары Мутиндар нәҫеленән булған Мөхтәр Мутин революция дәүерендә Ҡаҙанда Үҙәк хәрби коллегияның политбүлегендә эшләй, 1920 йылда ТАССР Наркомпросында театр бүлеге етәксеһе була. Татар театры өсөн махсус бина һалдырыуға өлгәшкән кеше лә ул була. Ғәзиз Әлмөхәмәтов 1930 йылда Татар дәүләт театрында опера студияһы артисы булып штатта тора. Зәбих Исҡужиндың да был театрға ҡағылышы бар. 1932 йылдың 7 декабрендә Һаҙи Таҡташтың хәтер кисәһе уҙғарыла. Татар халҡының бөйөк шағиры Һаҙи Таҡташ ижадына байҡау яһау бурысы башҡорт ғалимы Зәбих Исҡужинға йөкмәтелә. 1933 йылда "Бөгөнгө татар драма театры" тигән 4 биттән торған мәҡәләһе донъя күрә. Шулай итеп, Ҡаҙан башҡорттары өсөн Татар дәүләт театры танышыу һәм аралашыу мөмкинлеген тыуҙырған төйәк була. Йәнә, Ҡаҙанда "Башземлячество" тип аталған ойошма эшләй. Был ойошма студент Зәбих Исҡужинға стипендия тү-ләп тора. Ғәзиз Әлмөхәмәтов та был ойошма өсөн үҙ кеше була.
Хөсәйен Әхмәтов Ҡаҙан музыка техникумында бер йыл уҡығас, 1932 йылда П.И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы эргәһендә башҡорт студияһы асыла. Ғәзиз Әлмөхәмәтов Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йыйылған буласаҡ опера йырсыларын консерваторияға уҡырға алып китә. Музыка белеменә эйә булмаған утыҙ башҡорт балаһы араһында Ҡаҙанда бер йыл музыка серҙәрен үҙләштергән Хөсәйен Әхмәтов та була.
Зәбих Исҡужин һәм Хөсәйен Әхмәтов... Башҡортомдоң ике данлы улы. Береһе - ағай, икенсеһе ҡусты булып, ни бары дүрт йыл йәшәп өлгөрәләр. Ошо дүрт йыл эсендә Мәскәүҙән оло ихтирам менән "Зәбих ағай" тип яҙылған хаттар килә. Ҡаҙандан Мәскәүгә юғары идеяларға, оло маҡсаттарға ҡоролған яуап хаттары китә. Был хаттарҙа Зәбих Исҡужин, моғайын, Бабич ижадына арналған диссертацияһын тамамлауы хаҡында ла хәбәр иткәндер. Һаҙи Таҡташ ижады хаҡында күләмле хеҙмәтенең Башҡортостанда айырым мәҡәлә булып донъя күреүе хаҡында ла яҙғандыр (1935 йылда әҙәби тәнҡит өлкәһендәге иң күләмле хеҙмәт). Йәнә лә, Баязит Бикбай менән хатлашыуын, аспирантураны тамамлағас, Ғөбәй Дәүләтшиндан, Ғабдулла Амантайҙан, Булат Ишемғолдан Башҡортостанға эшкә саҡырып һуғылған телеграммалары хаҡында шулай уҡ Хөсәйен Әхмәтовҡа хаттар аша һөйләгәндер (был хаттар һәм телеграммалар уның архивында һаҡлана - Авт.).
1934 йылдың 9 июлендә Зәбих Исҡужин көндәлегенә түбәндәге юлдарҙы яҙып ҡуя: "Мин ғүмеремдең иң зауыҡлы, матур сағы әле алда тип ышанам, күргән-белгәндәрем, ҡайғы-шатлығым - улар барыһы ла матур киләсәгем өсөн алған һабаҡтарым булып ҡаласаҡ... Минең был ғүмер юлымды киләсәктә туғандарым (бәлки, шунда балаларым да) ҡыҙығышып уҡырҙар, тигән уйҙы алға ҡуймайым. Киләсәктең бер бәхетле тарихсыһы был әйберҙе материал итеп алыр..."
1936 йылдың 11 ноябрендә Зәбих Исҡужиндың ғүмере өҙөлә. Башҡортостан Хөкүмәте оло өмөттәр бағлап уҡырға ебәргән йәш ғалимын үҙ еренә ҡайтара алмай. Башҡорт һәм татар филологияһы фәне ҙур юғалтыу кисерә. "Замананы һайламайҙар, унда йәшәйҙәр һәм үләләр". Хәҡиҡәткә әйләнгән был фекерҙе кем башлап әйткәндер - билдәһеҙ. Әммә ысынбарлыҡ шул: замананы һайламаһаң да, заман өсөн хеҙмәт итеү кеүек бурыс бар. Был мәҡәләлә композитор Хөсәйен Әхмәтовтың биографияһына аҙмы-күпме юлдар ҙа өҫтәлгәндер, әммә Башҡортостан һәм башҡорт зыялылары заманына, халҡына хеҙмәт иткән Зәбих Исҡужиндың шәхесен дә онотмаҫҡа тейеш.
Гөлсәсәк САЛАМАТОВА,
филология фәндәре кандидаты,
З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты.
КИРЕ СЫҒЫРҒА