«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘ – АЛЛАҺ ХОЗУРЫНДА, ТИК ҮҘЕБЕҘ ГЕНӘ УНЫ КҮРМӘЙБЕҘ
+  - 

Танылған шағирәләребеҙ, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары Зөлфиә Ханнанова менән Лариса Абдуллинаны берләштергән уртаҡ сифат - ил, милләт яҙмышы өсөн борсолоп йәшәүгә бәйле фиҙаҡәрлек. Ларисаның шиғырҙарын уҡып күңел тетрәнеүҙәре кисергәндә, Зөлфиәнең шиғырҙарын уҡып күҙгә йәштәр тығылғанда уларҙың был асылын тағы ла тәрәнерәк аңлайһың. Улар менән әңгәмәне лә тап ошо юҫыҡта ҡорҙоҡ.

Кеше үҙ ғүмерендә ауыр хәлдәргә тарығанда ғына башҡа иң бәхетһеҙ көндәрен бәхеткә тиңләй. "Бәхет көслө рухлы кешегә үҙе юл таба" тип әйтелә һинд мәҡәлендә. Бына һеҙҙең ҡарамаҡҡа бәхет нимә ул? Үҙемә килгәндә, миңә бәхетле булыуым мөһим түгел, үҙемде бәхетле итеп тойоуым мөһим...

Лариса Абдуллина Лариса: Бәхет - кешеләр уйлап сығарған абстракт төшөнсә. Бөтә кеше лә донъяла философ, ғалим, аҡыл эйәһе түгел бит инде. Шуға ла һәр кеше үҙен бәхетле итеп тойор өсөн шундай гармониялы хәлде уйлап сығара. Ғалимдар хатта "Бәхет адреналины" барлығын иҫбат иткән. Ғалимдар бәхетте мейеләге һоро шыйыҡса менән бәйләргә тырышһа ла, бәхет - ул тойғо, ул йөрәк, күңел менән бәйле. Бә-хет, моғайын да, йөрәктең сәскә һымаҡ асылған мәлелер. Беҙ ғүмер буйы шул мәлебеҙгә һыйынып йәшәйбеҙ.
Зөлфиә: Килешәм, Лариса, йәшерәк саҡта беҙ һәр бер күңел осошон, күңел күтәрелешен бәхеткә тиңләйбеҙ. Әммә йәшәй-йәшәй ҡәҙимге мәлдәрҙе лә бәхеткә тиңләргә өйрәнәбеҙ икән. Иртәнсәк йоҡонан тораһың, Аллаға шөкөр, һаулығың, эшең бар, балаларың иҫән-һау, һиңә терәк булырҙай тормош иптәшең яныңда - был бәхет түгелме? Бәхет. Йәшәй-йәшәй йәшерәк саҡта күрмәгән бәләкәй генә күренештәрҙе лә баһаларға, бәхеткә тиңләргә өйрәнәһең. Бер көн өндәшмәй генә күҙәтеп йөрөнөм дә, үҙем дә аптырап киттем. Хәләлем минән иртәрәк тороп, сәй ҡайнатып ҡуйған, ихатабыҙға сығып, төндә яуған ҡарҙы көрәп, бер ыңғай этте ашатып ингән. Кеҫә телефонымдың зарядкаһы бөтөп барғанын күреп, шым ғына зарядникка тоташтырып киткән. Мин ҡыҙыбыҙҙың сәсен тарап үргәнсе, сығып, машинаны йылытып, бәләкәсебеҙҙе мәктәпкә алып китте. Баҡтиһәң, иртән уянып, эшкә сығып киткән ҡыҫҡа аралыҡта ғына ла ул миңә ҡарата әллә күпме изгелек ҡылып өлгөрә. Ә изгелек ҡылынған ерҙә бәхет тә була. Уны күрә һәм баһалай ғына белергә кәрәк. Ә быға тиклем мин быны ғәҙәти хәл тип ҡабул итә инем бит...

Бындай ситуация өсөн һиндтарҙың тағы бер мәҡәле бар: "Асыуға асыу менән яуап бирмәүсе кеше үҙен дә, дәғүәсеһен дә ҡотҡара". Белеүебеҙсә, Махатма Ганди ошо принцип менән йәшәгән һәм халҡының азатлығына өлгәшкән. Миңә тағы ла бер аҡыл эйәһенең әйткән һүҙҙәре ныҡ оҡшай: "Абсолют бәхет булмай. Сөнки бәхет ҡошон ҡулына эләктергән кеше уны юғалтмаҫ өсөн бәхетһеҙ борсолоуҙар кисереп йәшәй". Ысынлап та, миллиард һум аҡсаһы булған кеше лә, байлығын юғалтмаҫ өсөн бәхетһеҙ борсолоуҙар кисереп йәшәй икән, ул кеше бәхетле түгелдер. Донъялағы иң сибәр ҡыҙға өйләнгән, иң бай принцҡа кейәүгә сыҡҡан кешенең дә дәғүәселәре барлыҡҡа килә. Бәхет, бәлки, шөкөр итеүҙер?

Лариса: Шөкөр итеү ҙә бәхет, ул бәхетле мәлдең бер сағылышы, формаһы, йөкмәткеһе иһә - бәхеттең үҙе.
Зөлфиә Ханнанова Зөлфиә: Элек изге йәндәр, әүлиәләр ауырлыҡһыҙ, еңел генә тормош менән йәшәй башлаһа: "Хоҙай Тәғәлә әллә беҙҙән йөҙөн борҙомо икән?" - тип хафалана башлаған. Ауырлыҡты улар Хоҙай Тәғәләнең һынауы итеп ҡабул иткән. Хоҙай Тәғәлә ундай заттарға тағы ла ҡатыраҡ һынауын ебәргән. Тормош һыҙатлы булыуы менән дә матур, ҡыҙыҡтыр ул. Аҡ һыҙат менән ҡара һыҙат һәр ваҡыт сиратлашып бара, бары тик шул ҡара һыҙатын лайыҡлы итеп үтә белергә генә кәрәк.
Лариса: Миллионер ҙа бәхетле булыуы бар ул. Әгәр ҙә ул байлығын хәләл көсө менән табып, дөрөҫ итеп йәшәй белһә. Әгәр ҙә булған мөлкәтен бүлешә белһә, зәҡәт итеп түләһә, мохтаждарға саҙаҡа итеп өләшһә. Шул уҡ ваҡытта үҙенең ярлылығында башҡаларҙы ғәйепле һанап, туҡтауһыҙ дәүләтте, түрәләрҙе һүккән кеше бәхетле була алмайҙыр. Аяғы ла, ҡулдары ла булмаған Ник Вуйнич донъя буйлап кешеләр алдында сығыш яһап, бәхет өләшеп йөрөй. Уның ҡатыны ниндәй һылыу, уға ике бала тапҡан һәм үҙен бәхетле тойоп йәшәй. Аллаһы Тәғәлә ул кешене ергә махсус рәүештә, башҡалар шөкөр итһен өсөн ебәргән төҫлө миңә. Уның йөҙөнән, ҡараштарынан әллә ниндәй илаһи нур бөркөлә. Залда ултырған кешеләр, түҙмәйенсә, уны барып ҡосаҡлап илайҙар. Кешеләр уға ҡарап таҙарына.

Халҡыбыҙ шағиры Рәми Ғариповтың шундай шиғыр юлдары бар: "Һинең бәхетең һуң кемгә кәрәк, үҙ ояңды ғына ҡайғыртһаң?" Нисек уйлайһығыҙ, халҡы бәхетһеҙлек кисергән мәлдә кеше үҙ ғаилә амплуаһында ғына бәхетле була аламы?

Лариса: Ир кеше булараҡ, Рәми ағайға был һүҙҙәрҙе әйтеүе ҡыйын булмағандыр. Ғөмүмән, ир-ат Ергә, гүзәл заттан айырмалы, бөтөнләй башҡа миссия менән ебәрелгән. Ватан, ил, халыҡ яҙмышы тойғоһо улар өсөн - мөҡәддәс бурыс. Эйе, ҡатын-ҡыҙға был һүҙҙәрҙе әйтеү еңел булмаҫ ине, әммә беҙ барыбер иң тәү сиратта ғаиләбеҙҙе, балаларыбыҙҙы уйлайбыҙ. Ул хәстәрҙәр үҙенән-үҙе ана шул илдең именлегенә, көндөң аяҙлығына ла барып тоташа инде.
Зөлфиә: Ғаиләһендә, ире, балалары янында ҡатын-ҡыҙ бәхетле барыбер ҙә. Сөнки әсә булыу - үҙе бәхет. Шул уҡ ваҡытта халыҡтың күңелендә булған һыҙланыу ҡатын-ҡыҙҙың күңелендә лә сағылыш таба.
Лариса: Бигерәк тә шағирәләрҙең күңелендә көслө ул һыҙланыу.

Ә мин ижадты, шиғриәтте енескә бүлмәйем. Ижадсы йә талантлы, йә талантһыҙ ғына булалыр...
Лариса: Ижад енескә бүленмәй, әммә ғаиләлә әсәй менән атайҙың барыбер ҙә үҙ урыны бар. Билдәле риүәйәттә лә өс ирҙең береһен һайларға ҡушылған ҡатын ирен һайлай һәм ағаһы менән улынан баш тарта. Сөнки ул ире менән ҡалһа, тағы ла бала таба аласаҡмын, тип өмөт итә. Ҡатын-ҡыҙ шиғриәте йәки ир-ат поэзияһы, тип әйткәндә, ҡайһылыр затты күтәреү, икенсеһен кәмһетеү маҡсаты ҡуйылмай бында. "Шағир" һәм "шағирә" тигән атамалар йәшәй икән, уларҙың ерлеге бар. Ана шул "ә" ялғауы балаһы, ғаиләһе өсөн ил именлеген имләү, бәпләү, көҫәүҙән барлыҡҡа килгәндер.
Зөлфиә: Беҙҙең күптәр һоҡланып һәм көнләшеп ҡарарлыҡ Шәйехзада Бабичтарыбыҙ, Рәшит Назаровтарыбыҙ, Рәми Ғариповтарыбыҙ һәм башҡаларыбыҙ бар. Киләсәктә туған телебеҙҙә ошондай кимәлдә фекер йөрөтөрлөк ижади шәхестәр тәрбиәләү өсөн бөгөн уңайлылыҡтар барыбер аҙыраҡ. Телдең бәҫе төшә икән, милләттең дә бәҫе төшә. Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астанаға барғас, үҙемдең коллеганан уларҙа ҡаҙаҡ мәктәптәре күпме булыуын һораным. Коллегам мине аңламаны. Һорауымды тағы ҡабатланым. Шунан ул һорауыма аптырап: "Беҙҙә бөтә мәктәптәр ҙә - ҡаҙаҡ мәктәптәре, уҡытыу рус телендә ойошторолған бер-ике генә мәктәп бар", - тине. Уларҙа барлыҡ фәндәр ҙә ҡаҙаҡ телендә уҡытыла һәм балалар үҙенең телендә фекерләй белә. Ҡаҙаҡтар шундай фекерҙә: тик туған телдә һөйләшкән кешене генә шәхес итеп үҫтереп була.
Лариса: Мостай Кәримдең юбилейына килгәнендә ҡаҙаҡ халҡының ҡаһарманы Әбделйәлил Нурпейесов менән аралаштым. Ул: "Минең телемде кухня теле итеп кенә танып, халҡымды далаға сығарып ебәрергә теләйҙәр", - тип һөйләгәйне. Беҙ ҡаҙаҡтарҙан айырмалы рәүештә, Рәсәй Федерацияһының уртаһында ултырабыҙ. Ҡаҙаҡтарҙан өлгө алырлыҡ нәмәләр бар, әммә беҙҙең үҙ ҡаҙаныштарыбыҙ ҙа етерлек.

Мостай Кәримдең 75 йыллыҡ юбилейына килгәнендә Нурпейесов менән мин дә осраштым. Опера һәм балет театрында барған юбилей кисәһендә "Ете ҡыҙ" бейеүе башҡарылған саҡта ул минән: "Башҡорт бейеүенә дәртлелек, ярһыулыҡ, темперамент хас. Ниңә был бейеү бик һалмаҡ һәм ҡыҙҙар ниңә баштарын түбән эйеп йөрөй?" - тип һораны. Мин уға бейеүҙең тарихтағы ҡаҙаҡтар менән булған ваҡиғаға бәйле ҡуйылыуы хаҡында аңлатып: "Ҡаҙаҡтар ҡыҙҙарҙың табанын ярып ҡыл һалғас, улар нисек итеп йылмайып-көлөп, дәртле баҫып бейей алһын инде? Уларҙың бит табаны ауырта..." - тигәйнем, ҡаҙаҡ ҡаһарманы тәрән тетрәнеү кисереп, ҡысҡырып ебәрә яҙҙы. "Был - бөйөк ауыртыныу, бөйөк халыҡтың бөйөк сәнғәт юғарылығы. Һеҙҙең интеллигенция шул тиклем ҡөҙрәткә эйә!"- тигән баһа бирҙе ул был бейеүгә. Мин быларҙы нимә өсөн һөйләйем: беҙ башҡаларға һоҡланабыҙ, әммә үҙебеҙҙекен күрмәйбеҙ. Ҡаҙаҡтар үҙҙәренең балаларын, йәштәрен үҫтереү өсөн заманса шарттар тыуҙырған, тибеҙ. Бик хуп, афариндар! Әммә бөйөк сәнғәт, бөйөк әҙәбиәт яҡшы шарттарҙа барлыҡҡа килмәй. Бөйөк сәнғәт өсөн, Нурпейесов әйтмешләй, бөйөк һыҙланыу кәрәк. Һеҙ телгә алған Шәйехзада Бабич, Рәшит Назаров, Рәми Ғарипов шул һыҙланыуҙан яралған. Шулай түгелме?

Зөлфиә: Әхмәр, һин беҙҙе дөрөҫ аңла. Беҙ һис тә, әйҙә, ҡаҙаҡтар һымаҡ булайыҡ, тип өндәмәйбеҙ. Улар Рәсәй менән мөнәсәбәттә бөтөнләй икенсе яҙмышлы халыҡ. Беҙ бында бер-беребеҙгә, йәш быуынды тәрбиәләүҙә иғтибарлыраҡ булайыҡ, тип әйтергә теләйбеҙ. Төньяҡ-көнсығыш райондарының бер ауылынан ғына миҫал килтерәм. Тап-таҙа башҡорт ауылы. Һәр ғаиләлә биш-алты бала үҫкән, улар барыһы ла ауылдағы башҡорт мәктәбендә уҡыған, башҡорт телен һәйбәт белә ине. Улар буй еткереп, күрше Силәбе өлкәһенә (яҡын бит!), йәки баш ҡалабыҙ Өфөгә уҡырға йәки эшкә китте, донъя ҡороп, балалар үҫтерҙе. Ул балалар ниндәй телдә һөйләшә, тип уйлайһығыҙ? Тап шулай, рус телендә! Башҡорт телендә иркен аралаша алғандары бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Бына ошо күренеш, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн һәр өй һайын. Үҙ ҡулдарыбыҙ менән балаларыбыҙҙы халҡыбыҙ өсөн дә, башҡа милләттәр өсөн дә сит-бауыр итеп тәрбиәләйбеҙ. Хәҙер хатта ауылдан килгән балаларҙың да туған телдәге телмәре насар үҫешә. Беҙ ҡала хакимиәтенә ҡайһы бер бүлектәргә белгестәрҙе эшкә алғанда ике телдә лә ижади эш яҙҙыртып ҡарайбыҙ. Сөнки беҙгә ике дәүләт телен дә һәйбәт белгән белгестәр кәрәк. Ни ғәжәптер, хәҙер ауылдан килеүсе ҡайһы бер йәштәр ҡала йәштәренә ҡарағанда ла башҡортса насар фекерләй.
Лариса: Беҙҙең халыҡта мал тип мөкиббән китеү, донъя ҡыуыуға ынтылыу ул тиклем юҡ. "Ниңә беҙҙең халыҡта финансистар, иҡтисадсылар, банкирҙар күп түгел икән?" тип әйтергә яратабыҙ. Эйе, улар беҙгә лә кәрәк. Килеп сыҡһалар, бик һәйбәт. XX быуат башында уҡ был хаҡта мәғрифәтсе, затлы мулла Сафуан Яҡшығолов та әйтеп ҡалдырған. Тик беҙ нимә эшләнек һуң шулар тормошҡа ашһын өсөн? Беҙҙең халыҡтың да үҙ йәшәү миссияһы барҙыр ул. Әйҙә, әйтһендәр, башҡорттар бейей, башҡорттар ҡурай тарта, тиһендәр, миңә ҡалһа, беҙ нәҡ шул юл менән һаҡланып ҡалғанбыҙ һәм кешелектең дә рухиәтен һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ. Халҡыбыҙ рухиәт, иман, илаһиәт һағында тора кеүек миңә. "Урал батыр" эпосында был хаҡта: "Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ" тип әйтелә. Бер риүәйәттә әйтелгәнсә, донъялыҡ менән хушлашҡан атай кеше улына үлгәндән һуң кеҫәләрен ҡарарға ҡушып китә. Улы уның төрлө кеҫәләренән аҡсалар таба, бер кеҫәһендә "әммә мин быларҙың бер тинен дә үҙем менән тегендә алып китә алманым" тигән яҙыу таба. Беҙ Хоҙай ҡаршыһына күңелебеҙ менән барып баҫабыҙ бит. Бәлки, шуға әҙерләнәбеҙҙер инде...

Бәлки, ҙур мәғәнәһендәге бәхет Аллаһы Тәғәләнең хозурына барып баҫа алыуҙалыр? Кеше донъяға тыуғас та, әсә ҡарынындағы иң бәхетле, бер ниндәй проблемаһыҙ тормошон юғалтыу ҡайғыһынан илай, тиҙәр. Артабан кеше ғүмер һөргән сағында шул юғалтҡан ожмахын эҙләй, уны байлыҡта, матурлыҡта күрергә тырыша, аҙаҡ ғүмеренең аҙағында бар эҙләгән бәхете әсәһенең ҡарынында ятҡан сағы икәнен аңлай, тик бик һуңға ҡала.

Лариса: Миңә ҡалһа, ул Аллаһы Тәғәлә хозурына барып баҫҡас та, шул уҡ әсәһе ҡарынындағы хозур донъяны тапмаймы икән?
Зөлфиә: Барыбыҙ ҙа унда ҡайтарыласаҡбыҙ, әммә унда нисек барып баҫыуыбыҙ ҙа икенсе мәсьәлә. Сөнки хәҙрәт ҡатындары булған беҙҙең өләсәйҙәребеҙ бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшкәндә: "Әхирәт ғазаптары шул тиклем ауыр тип әйтәләр. Ҡылған ғәмәлдәребеҙ өсөн Хоҙай Тәғәлә алдында нисек яуап бирербеҙ икән?" - тип илашып ултырыр булғандар. Олораҡ апайҙарым уларҙың ни өсөн илауҙарының сәбәптәрен белә алмай аптырар булған. Улар бер ҡасан да намаҙҙарын ҡалдырмаған, аборт юлы менән балаларының ғүмерҙәрен ҡыймаған, ураҙалар тотҡан, кеше йәнле, ихлас заттар булып та, яуап көнөнән ҡурҡа торған булған. Хәҙерге заманда иһә, динде лә һаҡлау, диндә лә ҡалыу бик ауыр. Бөгөн дин тотҡан кешегә шикләнеп ҡарайҙар. Кешелә кешегә ҡарата яратыу кәмене. Хатта магазиндарҙа ла яҡшыраҡ кейенгән кешеләр менән яҡшы, аламараҡ кейенгәндәр менән тупаҫыраҡ һөйләшәләр. Ә Аллаһы Тәғәлә беҙҙе донъяға яратып яралтҡан. Һине кеше итеп яралтҡан икән Хоҙай, бөтә кешегә лә, милләтенә, социаль хәленә ҡарамай, тигеҙ итеп ҡарарға тейешһең.

Мин был хаҡта яҙғаным булды. Бер районға командировкаға барғанда беҙҙе оҙатып йөрөүсе татар милләтле бер ҡатын сәбәпле лә, сәбәпһеҙ ҙә бер туҡтауһыҙ ирен маҡтаны. Өс көн һуҙымында ул беҙҙең күҙ алдында идеаль ир образын тыуҙыра алды: оҙон буйлы, киң яурынлы, мөһабәт кәүҙәле, ҡара сәсле, ҡара мыйыҡлы, эсмәгән-тартмаған, ярҙамсыл, ҡулынан бар эш килгән, кеше йәнле бынамын тигән ир! Командировка һуңында ул ҡатын беҙҙе сәй эсергә өйөнә алып ҡайтты. Шунда беҙ уның хәләл ефетенең тыуҙырған образының нәҡ киреһен күрҙек. Нисек кенә булмаһын, миндә ул ҡатынға ҡарата һоҡланыу тойғоһо уянды. Ни өсөн тигәндә, ирен башҡалар алдында насарлап һөйләгән ҡатын балаларының юлын яба, йәғни насар атаһына оҡшаясаҡ балалар карьера буйынса үрләй алмаясаҡ, һәр хәлдә, башҡалар быға булышлыҡ итмәйәсәк. Беҙ, башҡорт ирҙәре һәм ҡатындары, был йәһәттән һүҙҙәргә һараныраҡбыҙ. Ҡыҙҙар, мин һеҙгә, форсаттан файҙаланып, ирҙәрегеҙҙе маҡтарға мөмкинлек бирәм. Маҡтауҙан кеше үлмәй ул, аҡыллы итеп маҡтаһаң, боҙолмай ҙа.

Лариса: Былай үҙем шәхестәр, билдәле кешеләр хәләл ефеттәрен маҡтай башлаһа, өнәп етмәйем (көлә). Берәүҙең ире, берәүҙең бисәһе бар икән, тип көләм дә ҡуям. Әммә форсат сыҡҡанда, йылы һүҙ әйтеп китке килә әле ул. Минең Айрат, ҡәйнәмдең икәүҙән берҙән-бер булып ҡалған улы булыуына ҡарамаҫтан, үҙе теләп армияға киткән. Ә бит ул бармай ҙа ҡала алыр ине. Әрмегә алыныу менән, 1996 йылда, беренсе чечен һуғышына барып ингән. Ҡаты яраланып, контузия алып, хәрби госпиталгә барып эләккән, минең бәхеткә тере ҡалған. Ул һауа десанты ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Малайҙарыбыҙҙы егеттәрсә тәрбиәләргә тырыша. Ҡайһы ваҡыт мин уға: "Айрат, был беҙҙең рота түгел, ғаилә бит", - тип әйтеп ҡуям. Айрат китап уҡырға ярата. Мин яҙған шиғырҙарҙы, мәҡәләләрҙе уҡып, баһа бирә. Әгәр ҙә кәрәк булһа, машинаһына ултыртып, Башҡортостандың теге осондағы осрашыуға алып барып еткерә. Ғилман Ишкининға арналған "Ҡош юлы" байрамына ғаиләбеҙ менән барҙыҡ. Ул Ғилманды бик яҡшы белә ине. Ул минең күңел талаптарымды бик тәрәндән тоя. Мин үткән Әҙәбиәт йылында ғына 36 тапҡыр командировкаға барҙым. Шул иҫәптән Ҡаҙанда - ике, Ырымбурҙа - өс, Дәүләкәндә - алты, Күгәрсендә дүрт тапҡыр булдым. Был ваҡытта балаларҙы ул ҡараны. Айрат тағы ла урыҫ телендәге китабыма спонсор табып, үҙе сығарҙы. Бәй, һанай китһәң, матур яҡтары күп икән дә, нишләп иҫемә төшөрмәй йөрөйөм икән уны!
Зөлфиә: Айбулат та әсәһенең берҙән-бер улы. Һәр ваҡыт уның әсәһенә ҡарата булған мөнәсәбәтенә һоҡланып ҡарайым. Ҡәйнәм менән ҡайным улдарына олоно - оло, кесене кесе итә белергә өйрәтеп, матур тәрбиә биргән. Минең әсәйемә лә Айбулат ҡәҙер-хөрмәт күрһәтте. Әсәйем һуңғы көндәрен беҙҙең ғаиләлә үткәрҙе. Ҡәҙерле кешемде тәрбиәләүҙә Айбулат, медик булараҡ та, ир һәм кейәү булараҡ та ҙур ярҙам күрһәтте. Бының өсөн мин уға ғүмерем буйы рәхмәтлемен.
"Бер кешене үлемдән ҡотҡарһаң, тотош ғаләмде ҡотҡарғандай сауапҡа өлгәшерһең", тиелә бер хәҙистә. Балалар клиникаһында эшләгәс, уға көнөнә әллә күпме операция яһарға тура килә. Ул үҙ коллективында бик ихтирамлы белгес. Айбулат балта эшенә лә оҫта. Әле йәшәп ятҡан өйөбөҙҙө лә ҡайным, ҡәйнәм ярҙамында үҙе төҙөнө, улыбыҙҙы ла эшкә өйрәтте. Илгиз улыбыҙҙың атаһы һөнәрен һайлауы ла күпте һөйләйҙер. Ҡыҙҙарыбыҙ Гүзәл менән Әминәгә шул тиклем наҙлы Айбулат, уларҙы иркәләп, яратып ҡына үҫтерҙе. Үҙемә килгәндә, әгәр ҙә ул янымда булмаһа, көйһөҙләнгән саҡтарымда рухымды күтәреп, нығытып тормаһа, шундай яуаплы вазифала эшләй алмаҫ инем.

Әңгәмәне бәхеттән башлағайныҡ, мөхәббәткә лә килеп еттек. Ниндәй көс-ҡөҙрәткә эйә һуң ул был тойғо? Яратыуҙы ғына мөхәббәт тип әйтеп буламы? Тарихтан белеүебеҙсә, "Алтын Урҙа" империяһының барлыҡҡа килеүе нигеҙендә мөхәббәт тойғоһо ята. Был тарих Темуджиндың меркеттәрҙән һөйөклө ҡатыны Бүртәне яу менән кире ҡайтарыу ваҡиғаһына бәйле. Тарихта бындай миҫалдар бихисап.

Лариса: Мөхәббәт донъяларҙы алға этәрткес тә, емерткес тә көскә эйә. Иң оло мөхәббәт - Аллаһы Тәғәләгә мөхәббәт икәнлеген иҫләһәк, барыһы ла үҙ урынына ултыра. Хәҙер беҙ шулайыраҡ йүнәлештә фекер йөрөтөргә ынтылған йәштәбеҙ. Минеңсә, атай-әсәңә, балаларыңа, иреңә, кәләшеңә, ватанға, милләтеңә мөхәббәт оло мөхәббәткә илтеүсе һуҡмаҡтар ғына.
Зөлфиә: Бер мәл Айбулат менән һөйләшәбеҙ. "Һин мине яратаһыңмы?" - тип һорай ул. "Яратам", тием. "Нимә өсөн яратаһың инде?" - ти ул тағы ла. "Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн яратам", тием. Ул шул тиклем аптыраны, шулай ҙа яуабымдан ҡәнәғәт ҡалды.
Лариса: Оло мөхәббәткә ынтылғанда ғына кешелә мәрхәмәтлек тойғоһо уяналыр ул.
Зөлфиә: Ғүмер буйы ярата һәм яратыла алмаған йәки булмаһа, үҙ-үҙенә генә һоҡланып йәшәгән кешеләр ҙә була. Баштараҡ, Аллаһы Тәғәләнең хозурында булыу - бәхет асылы тигәнерәк фекер әйткәйнек. Беҙ һәр ҡайһыбыҙ, һәр ваҡыт Уның хозурында, бары тик үҙебеҙ генә Уның хозурында булыуыбыҙҙы онотоп ебәрәбеҙ. Ә бит Ул беҙҙе бер ваҡытта ла күҙ уңынан ысҡындырмай...

РЕДАКЦИЯНАН:
Баҫмабыҙҙа "Заман башҡорто" тигән рубрика асып, милләтебеҙҙең күптәргә таныш аҫыл ул һәм ҡыҙҙары, уларҙың йәшәйеш һәм хеҙмәт өлгөһө тураһында тағы бер ҡат һөйләргә булдыҡ. Рубриканы 7-се һанда арҙаҡлы шәхесебеҙ Рәшит Шәкүр тураһында һөйләүҙән башлағайныҡ: башҡорт донъяһындағы һынылыш - асылыбыҙға, туған телебеҙгә, рухи тамырҙарыбыҙға йөҙ бороу тап Рәшит ағайҙан, уның быуынындағы башҡа шәхестәрҙән башлана бит. Гәзит уҡыусыларға шундай үтенесебеҙҙе еткерәбеҙ: "Заман башҡорто" тип ошо рубрикала һөйләүгә тағы кемдәр лайыҡ, тип уйлайһығыҙ? Әйткәндәй, рубриканы Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай алып бара.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.03.16 | Ҡаралған: 1479

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru