«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИНФЕКЦИЯЛАР ҘА ЙОҠЛАП АЛА...
+  - 

Яҙғы ташҡындар яҡынлашыу менән санитар-эпидемиологик хеҙмәттәр төрлө инфекцияларҙың таралыуына юл ҡуймау өсөн иҫкәртеү сараларын башланы. Сөнки совет власы ойошторолоуҙан алып халыҡ һаулығы тураһында хәстәрлек иң алғы планға ҡуйыла, ул ваҡытта Өфөлә ҡала халҡы араһында холера һәм сабыртмалы тиф сирҙәре киң таралған була. Ошо сирҙәрҙе дауалау маҡсатында 1910 йылда республикала беренсе инфекцион дауалау учреждениеһы асыла. 1915 йылда уға инфекцион дауахана исеме бирелә һәм ул бөгөнгәсә ошо атамаһын һаҡлап килә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында иһә бында яралы һалдаттарҙы дауалау өсөн госпиталь ойошторола. Һуғыштан һуң дауахана киңәйтелә, 1957 йылдан алып ул оҙаҡ йылдар сысҡан биҙгәген диагностикалаусы һәм дауалаусы берҙән-бер дауахана булып тора. 1981 йылда унда заманса аппаратура менән йыһазландырылған реанимация хеҙмәте ойошторола. Бөгөн учреждениела дөйөм алғанда 510 урынға иҫәпләнгән 12 клиник, шулай уҡ 4 практик бүлек бар. Бөгөн редакция ҡунағы - баш ҡаланың 4-се инфекцион клиник дауахананың баш табибы Радик ҒӘЛИМОВ менән сәләмәтлегебеҙгә хәүеф янаған йоғошло ауырыуҙар тураһында һөйләшәбеҙ.

Замандар үткән һайын ауырыуҙар ҙа арта, элеккеләре мутациялана, яңылары "тыуа" икәнен беләбеҙ. Һеҙ етәкләгән дауалау учреждениеһына бөгөн ниндәй сирлеләр мөрәжәғәт итә?>

- Беҙгә төрлө йоғошло сирҙәр менән килеп эләгәләр, әммә төп проблема - ул эсәк инфекцияһы. Ауырыуҙарҙың 60 проценты ошо диагноз менән эләгә, был патология балаларҙа ла күҙәтелә. Элегерәк эсәк инфекцияһының сәбәбе булып бактериялар (сальмонеллез, дизентерия, эшерихиоз һ.б.) тора тип һаналһа, ПЦР, ИФА кеүек яңы аппаратуралар ҡулланыу һөҙөмтәһендә аҙыҡ-түлек аша ғына түгел, ә һауа-тамсы юлы һәм һыу аша таралыусы вирус инфекцияларын да (норовирус, ротовирус, астровирус һ.б.) асыҡлайбыҙ. Бығаса улар киҫкен респиратор инфекциялар тип ҡаралһа, яңы технологиялар индереү һөҙөмтәһендәге тикшереүҙәр буйынса уларҙы вирустар тыуҙырған эсәк инфекцияһы тип диагностикалайбыҙ.
Халыҡ араһында сысҡан биҙгәге (бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк - ГЛПС) атамаһы аҫтында таралған сир бығаса миҙгел ауырыуы тип иҫәпләнһә, бөгөн был диагноз йыл әйләнәһенә ҡуйыла. Нигеҙҙә, урта йәштәрҙәге ирҙәр сирләй, сөнки улар тәбиғәт ҡосағында булырға, балыҡҡа, һунарға, ял итергә йөрөргә әүәҫ. Ә ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар һирәк ауырый. ГЛПС сиренең сығанағы - ҡала эргәһенә яҡын булған райондар (Иглин, Нуриман, Ҡырмыҫҡалы, Өфө, Кушнаренко һ.б.) һәм йүкә ағасы күпләп үҫкән территориялар. Сөнки сысҡандар йүкә ағасының орлоғон ярата һәм ошондай территорияларҙа күберәк үрсей. Яҙғы ташҡын осоронда ГЛПС артҡанмы, юҡмы икәнен күҙаллауы ҡыйын, ауырыу бит йылдыҡы йылға тура килмәй, бер йыл әҙ булһа, икенсе йылына артыуы ихтимал. Әлегә хәл-торош тотороҡло, сысҡан биҙгәге менән ауырыусылар булыуға ҡарамаҫтан, уларҙы күп тип әйтеп булмай. Шулай уҡ май-октябрь айҙарында талпан энцефалиты менән дә мөрәжәғәт итәләр. Санитар гигиена буйынса хеҙмәттәр даими рәүештә профилактик саралар уҙғара, шуға күрә хәл-торош киҫкен булыр тип уйламайым.
Уҙған көҙҙән алып апрелгәсә N1H1 - сусҡа киҙеүе менән сирләүселәрҙе дауаланыҡ. Нигеҙҙә, вирусҡа ҡаршы прививка яһатмаусылар сирләне, ауыр хәлдәгеләр ҙә күҙәтелде, әммә улар барыһы ла һауыҡты.
Бөгөн шулай уҡ тропик сирҙәр ҙә асыҡлана. Йәйге отпускылар мәлендә кеше әүҙем ял итә, сит илдәргә йөрөй, һөҙөмтәлә ситтән ауырыу эләктереп ҡайта. Шуға, һирәк булһа ла малярия, денге ауырыуҙары килеп осрай.

Бөгөн вируслы гепатит менән сирләүселәр күп. Ул ни кимәлдә хәүефле сир һәм ниндәй категория халыҡ өсөн хас?

- Был сирҙең өс төрө бар. А төрө һыу, аҙыҡ-түлек аша йоға, эсәк инфекцияһына оҡшаш симптомдар күҙәтелә һәм дауалауға еңел бирелә, еңел үтә. В гепатиты парентераль юл менән тапшырыла, йәғни инъекция, операциялар ваҡытында ҡан аша күсеүе мөмкин, икенсе юлы - енси бәйләнеш аша йоға. С гепатиты ла В гепатитына оҡшаш, был ике төр, нигеҙҙә, бауыр циррозына алып килә. Бындай сирлеләр башлыса наркомандар, асоциаль тормош алып барыусылар. Бигерәк тә В, С төрҙәре вич-инфекциялылар араһында күп, ә вич-инфекция йөрөтөүселәр һаны көндән-көн арта. Шуға күрә В, С гепатиты ла арта бара.

Көнкүрештә башҡа инфекциялар менән сағыштырғанда ябай кеүек күренгән ангина менән сирләүселәр ҙә бихисап. Улар, ғәҙәттә, үҙаллы дауаланырға ярата. Шул уҡ ваҡытта ул да йоғошло ауырыу тип һанала...

- Ангина, ябай кеүек күренһә лә, мәкерле сир. Ваҡытында дауаламағанда, ул пиелонефритҡа, миокардитҡа, ревматизм ауырыуҙарына алып килеүе, организмдың төрлө өҙлөгөүҙәренә сәбәп булыуы мөмкин. Икенсе яҡтан, кеше үҙаллы дауалана ла, организмдан микроб сығып бөткәнме, юҡмы, тикшереп тормай, хәле бер аҙ еңеләйһә, дауаланыуын туҡтата. Ә микроб бер аҙ хәл алғас, тағы ла үҙенең мәкерле эшен башҡара. Шуның өсөн ангина ваҡытында ла сифатлы дауаланыу мотлаҡ.

Инфекциялар ныҡлы дауалау һөҙөмтәһендә юҡҡа сығамы, әллә ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу өсөн бер ни тиклем ваҡыт йәшеренеп кенә торамы?

- Бер генә инфекция ла үҙенән-үҙе юҡҡа сыҡмаған, улар йәшеренеп ята ла, уңайлы мөхит булһа, ҡабат үҙенең барлығын белдерә. Элек быума йүтәл менән килеп эләккән балалар бармаҡ менән генә һанарлыҡ булһа, хәҙер бокс бүлектәре туп-тулы. Бының сәбәбе - ҡасандыр ата-әсәләре "һары матбуғат" пропагандаһына эйәреп, балаларына прививка эшләтеүҙән баш тартҡан, бөгөн килеп сабыйҙар яфалана. Был ауырыу нимәһе менән хәүефле - нигеҙҙә, бәләкәй балалар ауырый һәм оҙайлы йүтәл тын алыуҙың туҡталыуына килтереүе мөмкин. Шуға күрә, ата-әсәләрҙе ваҡытында профилактик прививкалар эшләтеүҙән баш тартмаҫҡа саҡырам.

Һәр кешелә паразиттар йәшәй һәм улар төрлө ағзала булыуы мөмкин, тиҙәр...

- Барыһында уҡ булмаһа ла, ҡайһы берәүҙәрҙең организмында, ысынлап та, паразиттар йәшәй. Әгәр кеше аллергия менән яфаланһа, тиктомалға ябыҡһа йәки тәненә сабыртмалар сыҡһа, мотлаҡ табип-инфекционистҡа күренергә кәрәк. Беҙҙә махсус лаборатория бар һәм һәр кемгә тәғәйен дауалау табырға мөмкин. Әгәр ауырыу йүнәлтмә менән килһә, уны дауаханаға һалып, дәүләт гарантияһы программаһы буйынса медстраховка фонды аша тикшерәбеҙ һәм дауалайбыҙ. Әгәр кеше шәхсән үҙ теләге буйынса мөрәжәғәт итһә, хеҙмәттәр түләүле.

Оптималләштереү еле медицина учреждениеларына ла ҡағылды һәм улар йә ябылды, йә ҡушылды. Элек һәр районда булған йоғошло ауырыуҙар бүлектәре һаҡланып ҡалдымы, әллә улар ҙа оптималләштереү ҡорбанына әүерелдеме?

- Бөгөн ҡайһы бер райондарҙа бындай бүлектәр юҡ, ҡайҙалыр ике районға бер бүлек ҡалдырылды. Бында шуны ла билдәләп китергә кәрәк - инфекцион бүлек булһын өсөн мотлаҡ булған шарттар һәм талаптарҙың үтәлеүе шарт. Әгәр шарттар юҡ икән, был бүлектең булмауы яҡшыраҡ. Ләкин беҙ диагностика мәсьәләһе буйынса тотош республиканы хеҙмәтләндерәбеҙ, бының өсөн махсус санавиация хеҙмәте бар. Әгәр ауыр сирле булһа, санавиация хеҙмәте табиптары тиҙ генә юлға йыйына һәм кәрәкле урынға барып, ярҙам күрһәтә, консультация үткәрә. Сирленең хәле тотороҡло булғанда, ул урындағы табиптар күҙәтеүенә ҡалдырыла, ауыр хәллеләрҙе беҙҙең дауаханаға алып киләләр.

Йоғошло ауырыуҙар менән сирләмәҫ өсөн нимәләр эшләргә кәрәк?

- Инфекцион ауырыуҙар ғына түгел, барлыҡ сирҙәр ҙә кешенең иммунитетына бәйле. Шуға күрә, йәштән үк үҙеңде сыныҡтырырға, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнергә, профилактик прививкалар яһатырға, сәләмәт тормош рәүеше алып барырға, асоциаль күренештәрҙән алыҫ йөрөргә кәрәк.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.05.16 | Ҡаралған: 1545

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru