Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа йәштәрҙе спортҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыуҙың әүҙемләшеүе һәм уларҙың үҙҙәренең дә был өлкәлә ярайһы уңыштар яулауы күҙгә салына. Ошо арала был матур күренешкә тағы ла бер сағыу бит өҫтәлергә тора: баш ҡалаға Башҡортостанда грэпплинг көрәше Федерацияһын асыу мәсьәләләре тураһында һөйләшеү өсөн ҡатнаш алыш төрҙәре һәм панкратион буйынса спорт мастеры, Рәсәй һәм Халыҡ-ара турнирҙар чемпионы Илфат ӘМИРОВ килде. Белеүебеҙсә, Илфат ММА буйынса "Курск - 2014" - Халыҡ-ара, "Спецназ хәтере" бөтә Рәсәй турнирҙары еңеүсеһе, грэпплинг буйынса Мәскәү беренселегендә - беренсе, "Moscow Open" BJJ чемпионатында икенсе урын һәм башҡа еңеүҙәр яулаусы. Ул грэпплинг федерацияһының "Тархан" һуғышсылар командаһы етәксеһе, грэпплинг буйынса спорт мастеры, Халыҡ-ара һәм региональ турнирҙар еңеүсеһе, БР чемпионы Динар АҠМЫРҘИН менән республикабыҙҙың ҡала һәм райондары буйлап йөрөнө, йәштәр менән осрашты, урындарҙа турнирҙар үткәрҙе. Спортсылар "Киске Өфө" редакцияһына ла килеп, уй-фекерҙәре менән бүлешеп китергә ваҡыт тапты.
Илфат, һеҙ май башында ғына донъя кимәлендәге сираттағы ҡатнаш алыштар һуғышында чемпион исемен яуланығыҙ. Был беҙҙең Башҡортостан өсөн дә оло ғорурлыҡ, ҙур мәртәбә. Шул үткән алыш хаҡында бер аҙ һөйләшеп үтәйек әле.
И. Әмиров: Мин дә, үҙ сиратымда, милләттәштәремә ярыш барышында күрһәткән иғтибарҙары, ихтирамдары өсөн рәхмәт әйтеп китәйем. Уларҙың мине шундай дәррәү күтәреп алыуҙары, алҡыштары, интернет селтәре аша яҙған сәләмдәре - барыһы ла шул еңеүгә булышлыҡ итте. Ә турнирға килгәндә, ул Мәскәү ҡалаһында үтте. "Донбасс тыныслығы өсөн" тигән лозунг аҫтында, патриотик һәм социаль рухта ине сара. Ул Украина ҡан ҡойошонда һәләк булған ҡорбандар иҫтәлегенә бағышланды. Мин "Ҡатнаш алыштар клубы №1" Рәсәй командаһы иҫәбендә ҡатнаштым. Етмеш килоға тиклемге ауырлыҡта ҡырғыҙ һуғышсыһы Марип Орзбекка ҡаршы сыҡтым. Ярыш күрһәткестәре һеҙгә мәғлүм.
Беҙҙең республикала иң үҫешкән спорт төрө ниндәй? Ә ниндәйен һеҙ беҙҙең менталитетҡа тура килә һәм спортсыларыбыҙға күберәк уңыштар килтерер ине, тип уйлайһығыҙ?
И. Әмиров: Хоккей, тип әйтер инем, әгәр ҙә уны ҡараусы һәм көйәрмән генә булыуҙан үтеп, уйнай ҙа башлаһалар. Үкенескә ҡаршы, беҙҙә спорт уйындарын әүҙем күҙәтеүсене лә "спортсы" итеп ҡабул итәләр. Ә инде һеҙҙең һорауға килгәндә, беҙҙең менталитетҡа көрәш, бокс, дзюдо кеүек төрҙәр тап киләлер. Мин быларҙы үҙемдең миҫалымдан сығып әйтәм.
Д. Аҡмырҙин: Әлбиттә, башҡа спорт төрҙәрендә лә уңыш яулаған спортсыларыбыҙ бар, әммә Илфат һанап үткән төрҙәр беҙҙең асылды тулыһынса аса. Көрәш бер ваҡыт үҫешеп киткәйне, әммә һуңғы йылдарҙа ул да һүлпәнләнде, мин быны спортсылар күрһәткестәренән алып әйтәм. Бөгөн грэпплинг, панкратион, бокс, ҡатнаш көрәш төрҙәре алда бара. Әле күптән түгел генә Венер Ғәлиев ниндәй шанлы еңеү алып килгәйне, бына, Илфат та һыр бирмәне. Һеҙ уларҙың алышҡанын ҡарағыҙ! Уларҙың көрәш алдынан рингта баҫалҡы, тыныс ҡына баҫып тороуҙары, әммә ҡараштарынан һалҡын саялыҡ бөркөлөүе, бәрелеш ваҡытында үҙ-үҙҙәрен аямауҙары үҙе үк эске тәртип һәм һуғышсан рух билдәһе бит...
Йәш быуынға өлгө булһын өсөн, әйҙәгеҙ, һеҙҙең спортҡа килеү тарихығыҙҙы ла бәйән итәйек. Юғиһә, беҙҙә ниндәйҙер өлкәлә уңыш үренә барып етеү, билдәлелек яулау өсөн тик "бәхетле йондоҙ" аҫтында ғына тыуырға кәрәк, тип уйлайҙар...
И. Әмиров: Мин Күмертау ҡалаһында үҫтем, шунда ун ике йәштән дзю-до менән шөғөлләндем. Ишембай кадет корпусына уҡырға килгәс, ҡул һуғышына күстем. Унан Мәскәүҙә уҡыған саҡта (әйткәндәй, спортсының һөнәре юрист. -Ред.) спорттың ҡатнаш алыштар төрөн һайланым. Бала саҡта атай-әсәйем мине мәжбүр итеп спорт менән шөғөлләндерҙе, тип әйтә алмайым. Ҡайһы саҡ арып киткән саҡтарҙа, йәлләп: "Ярай, күнекмәгә барма ла ҡуй", - тип тә ҡуялар ине. Шулай ҙа улар минең был ҡыҙыҡһыныуымды хуплап, гел контролдә тота торғайнылар.
Д. Аҡмырҙин: Мин дә шулай уҡ мәктәп йылдарынан спортҡа ылыҡтым. Башта йүгереүҙән башланым, артабан спорттың башҡа төрҙәренә лә мөрәжәғәт иттем. Көстө, таҫыллыҡты, барымымды билдәләп алыу һәм күңел ятыуына ҡарап һайлау булғандыр был. Унан грэпплингта туҡталып, шуның менән ныҡлап шөғөлләнә башланым.
Егеттәр, бына һеҙ грэпплинг, панкратион тигән тел һындырыр атамалар әйтәһегеҙ. Нимә һуң ул грэпплинг һәм панкратион? Ниндәй көрәш шулай атала хәҙер?
И. Әмиров: Боронғо олимпия көрәше төрө ул - панкратион. Был "ҡағиҙәһеҙ һуғыш" кеүегерәк: көрәш мәлендә бөтөн алымдар ҙа файҙаланылырға мөмкин. Бында көс тә, таҫыллыҡ та, йылғырлыҡ та, хәйләкәрлек тә, хатта бер аҙ ҡанһыҙлыҡ та талап ителә. Тимәк, панкратион менән шөғөлләнгәндә күнекмәләргә йөҙөү ҙә, йүгереү ҙә, һикереү ҙә, ауырлыҡ күтәреү ҙә, һәм башҡа төрҙәр ҙә инә. Алыш ваҡытында башың да тиҙ генә уйлап, самалап өлгөрөргә тейеш. Шул уҡ ваҡытта был - ҡағиҙәһеҙ һуғыш түгел, сөнки ММА-ла ҡағиҙәләр етерлек. Көрәштең нескәлектәрен белмәгән кешегә генә уның ҡағиҙәләрһеҙ булып тойолоуы ихтимал. Профессиональ ММА алышы ситлек эсендә үткәрелә. Әлбиттә, көрәштең башҡа төрҙәренә ҡарағанда, ирек күберәк, әйтәйек, быуыу кеүек алымдарҙы ҡулланырға була.
Д. Аҡмырҙин: Грэпплинг иһә бөтә һуғыш тәртиптәрен дә үҙ эсенә алған көрәш төрө. Панкратион менән улар бер-береһенә оҡшаған да, шул уҡ ваҡытта эске ҡағиҙәләрҙә айырмалыҡтар ҙа бар.
Илфат, һеҙ күберәген Рәсәй исеменән сығыш яһайһығыҙмы, әллә Башҡортостан исеменәнме? Ғөмүмән, һеҙҙең башҡорт милләтенән булыуығыҙҙы беләләрме ул ситтә?
И. Әмиров: Мин Рәсәй эсендәге алыштарҙа һәр ваҡыт республикам исеменән сығам. Миңә хатта Динар һәм уның егеттәре "Башҡорт" тигән ҡушамат та бирҙе. "Башҡорт Әмиров" атамаһы менән иғлан ителәм. Ә инде сит илдәрҙә, әлбиттә, Рәсәй иле һуғышсыһы булараҡ сығам, әммә унда ла милләтемде атамам әйтеп тора. Рингка ла милли башлыҡта сығам. Был минең халҡыма, милләтемә булған хөрмәтемде, уны ҙурлауымды күрһәтә. Ғәҙәттә, ниндәйҙер спорт төрө менән ҡыҙыҡһынған көйәрмән шул өлкәләге спортсылар хаҡында бөтә мәғлүмәттәрҙе лә туплай. Мине лә матбуғатта, интернет селтәрҙәрендә "башҡорт халҡының улы", "башҡорт һуғышсыһы", "Башҡортостан спортсыһы" тип яҙалар.
Тимәк, һеҙгә ҡушаматты "Тархан" егеттәре таҡты? Ә "Тархан" менән Илфат Әмиров араһында ниндәй бәйләнеш бар? Һеҙ Мәскәүҙә, улар Өфөлә, тигәндәй? Һәм "Тархан" һуғышсылар командаһы хаҡында ла мәғлүмәт биреп китһәгеҙ...
Д. Аҡмырҙин: Башта, аңлайышлыраҡ булһын өсөн, АДСС грэпплинг Федерацияһының "Тархан" һуғышсылар командаһы тураһында әйтеп үтәйем. Команданың нигеҙләүсеһе үҙем булам, ойошма Өфө ҡалаһында урынлашҡан һәм Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты ҡурсыуы аҫтында йәшәп килә. Ләкин беҙҙә дини йәштәр генә шөғөлләнә икән тип аңларға кәрәкмәй, "Тархан"да төрлө милләт егеттәре тупланған.
Беҙ Илфат менән "Бәйләнештә" селтәре аша таныштыҡ. Уның хаҡында ишеткәс һәм бер-ике алышын ҡарағас та аралашыу теләге тыуҙы. Ул, әлбиттә, яуап бирҙе һәм күп тә тормай, Өфөгә килеп тә төштө. Беҙ уны шундуҡ үҙебеҙ шөғөлләнгән залға саҡырҙыҡ. Унан һуң Мәскәүгә Рәсәй чемпионатына барғанда Илфат үҙе беҙҙе башҡортсалап ҡаршы алды. Ике йыл ярымдай ваҡыт арауығында бергәләп республикабыҙҙың йәш спортсылары өсөн әллә күпме саралар үткәрҙек. Күнекмәләр, алыштар, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн осрашыуҙар ҙа ойошторолоп тора. Илфат Әмировтың Рәсәй командаһы менән Бөрйән, Баймаҡ райондарында ла бер аҙналыҡ хәрби йыйын үткәрҙек.
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты ҡурсыуы аҫтында булғас, һеҙ үҙегеҙ ҙә динебеҙ ҡағиҙәләрен үтәйһегеҙҙер, моғайын?
Д. Аҡмырҙин: Спортсы былай ҙа ниндәйҙер кимәлдә иманлы кеше. Ә дин уның рухын тағы ла нығыраҡ сыныҡтыра. Спортсының күңелендә ошо юғары төшөнсәләр, бөйөк ышаныс икән, уны еңеү мөмкин түгел. Хатта аренала еңелгән хәлдә лә, уның рухы, аңы бөгөлөп төшмәйәсәк. Динле спортсының уйҙары, ниәте таҙа була. Ул үҙен дан һәм шөһрәт өсөн түгел, ә башҡа бөйөгөрәк, изгерәк төшөнсәләр өсөн әҙерләй.
"Тархан" һуғышсылар командаһы республикала, Рәсәй кимәлендә үткәрелгән эскелеккә, наркоманияға, терроризмға ҡаршы бөтөн акцияларҙа ҡатнаша, йәш быуынды сәләмәт йәшәү рәүешенә өгөтләгән, саҡырған сараларҙың уртаһында була, традицион дин юлын һайлауҙа ярҙам итә, төрлө яңылыш ағымдарға, секталарға ылығып китеүҙән ҡурсалау эштәре алып бара. Барлыҡ эштәребеҙ ҙә тейешле органдар һәм республиканың спортҡа бәйле етәкселектәре менән килешеп, һөйләшеп алып барыла. Шунлыҡтан, ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡтар, ҡаршы төшөүҙәргә юлыҡҡаныбыҙ юҡ, Аллаға шөкөр.
И. Әмиров: Минең башҡа мосолман илдәренән булған дини коллегаларым, дуҫтарым да күп. Мин уларҙың шундай көслө рухлы була һәм дөрөҫ юл таба алыуҙарына һоҡланам. Үҙем иһә дин тәртиптәрен тотам, тип әйтә алмайым, әммә күңелемдә иман бар һәм ул, ваҡыты етеп, мине лә тейешле ыҙанға төшөрөр, тип ышанам. Был тәңгәлдә тағы ла шуны өҫтәп киткем килә. Бына һин, мәҫәлән, бик яҡшы физик һәм психологик тороштаһың, ти. Әҙерлегең - шәп, кәйефең - шәп, көсөңә, өҫтөнлөгөңә ышанаһың, әммә ниндәйҙер секундтар эсендә барыһы ла үҙгәрә лә ҡуя. Нимәлер тотҡарлай һинең еңеүҙе. Шул саҡта һин беләгеңдәге көстөң, ғорурлыҡтың Оло ҡөҙрәт алдында бер ни ҙә түгеллеген төшөнәһең...
Илфат, һеҙ донъя кимәленә сыҡҡан тәүге алышығыҙҙы хәтерләйһегеҙме? Ниндәй кисерештәр, тәьҫораттар солғанышында булдығыҙ? Ғөмүмән, турнир алдындағы спортсының психологик хәле хаҡында бер аҙ һөйләп китә алаһығыҙмы?
И. Әмиров: 2013 йылда әрмән һуғышсыһына ҡаршы сыҡҡайным. Бик көсөргәнешле алыш минең еңеү менән тамамланды. Әлбиттә, иңемә шундай яуаплылыҡ ятҡанын аңлап, бик тулҡынландым. Турнир алдынан да, ул үткәс тә интернет аша яҙыусылар күп булды. Улар миңә ышаныс белдерҙе, кәңәштәр бирҙе, хупланы, дәртләндерҙе. Шунда көйәрмәндәремдең, рухташ милләттәштәремдең күплеген аңланым һәм мин инде уларҙың ышанысын юғалта алмай инем.
Һәр спортсы ниндәйҙер кисерештәр менән көтәлер инде ул алышты. Әммә береһендә лә ҡурҡыу, үҙ-үҙенә ышанмау йәки икеләнеү тойғолары булмайҙыр, тип уйлайым. Сөнки спорт ул икеләнеүҙе, ике уйлауҙы кисерә торған донъя түгел. Ҡурҡыуҙы иһә һин уны әле бәләкәй саҡта уҡ торғоҙоп ҡалдыраһың. Был тәңгәлдә мин ярыштарҙан тыш булған, башҡа ҡиммәттәргә ҡоролған ҡурҡыуҙарҙы әйтмәйем. Мәҫәлән, яҡын кешең өсөн, кемдеңдер һаулығы өсөн ҡурҡыу, борсолоу кеүек төшөнсәләр гел йәшәй кеше күңелендә. Ә нимәнелер эшләй алмауҙан йәки хәлеңдән килмәүҙән, алдағы ауырлыҡтан ҡурҡыу спортсыға хас түгел.
Егеттәр, һеҙ икегеҙ ҙә спорттың дзюдо, көрәш, бокс, каратэ һ.б. төрҙәрен үҙләштергән кешеләр. Аңлауымса, икегеҙҙең дә әлеге шөғөлөгөҙ үҙ эсенә ошо спорт төрҙәренең ниндәйҙер алымдарын индерә барыбер, шулай бит? Һеҙҙең юлды һайлағанда әле бына ниндәй спорт төрөнә тотонорға белмәй торған балаларға, йәштәргә ниндәй кәңәш бирер инегеҙ: спорттың ҡайһы төрөнән башлаған кешеләргә ММА-ла уңыш яулау еңелерәк буласаҡ?
И. Әмиров: ММА буйынса бөтә донъяла популяр бер нисә ойошма бар. Уларҙың береһе - UFС. Бындай ойошмаға эләгеү - ММА менән шөғөлләнеүсе бөтә донъя спортсылары өсөн иң юғары кимәл. Был кимәлдә еңеүҙәр өсөн приздар меңдәрҙә түгел, миллиондарҙа иҫәпләнә. Һорауға яуап биргәндә, UFС чемпиондары статистикаһына таянмаҡсымын: туғыҙ чемпиондың етеһе ММА-ға ирекле көрәш аша, икәүһе тай боксы аша килгән.
Д. Аҡмырҙин: Ә асылда спорттың ниндәй төрөнән дә башларға була. Һеҙ бит беренсе йылдан уҡ профессиональ спортсы булып китә алмайһығыҙ. Баштағы база әҙерлегенә йүгереү, йөҙөү, саңғы кеүек бөтөн күнекмәләр ҙә инә. Шунлыҡтан, ауылдамы, ҡалаламы, ҡул аҫтында нимә бар, ниндәй мөмкинлектәр бар, барыһын да файҙаланығыҙ.
Илфат, Рәсәй йыйылма командаһы спортсыһы булараҡ, һеҙгә һорау: сит илгә сығып эшләргә тәҡдимдәр яһалмаймы? Һәм әлеге ваҡытта шөғөлләнгән командағыҙ, тренерҙарығыҙ тураһында ла белге килә.
И. Әмиров: Беренсенән, минең кимәлем әлегә сит ил ойошмалары ҡыҙыҡһынырлыҡ юғары түгел, икенсенән, ММА-ла, ҡағиҙә булараҡ, үҙ иленән сыҡҡан спортсыларҙы үҫтереүгә ҙурыраҡ иғтибар бүленә. Миҫал өсөн алғанда, мәҫәлән, Америкала бокс яҡшы үҫешкән һәм унан шоу яһау менән бик күп ойошма шөғөлләнә. Ә ММА буйынса бер-ике генә етди ойошма эшләй. Шуға күрә, сит илгә сығып китеүҙең әлегә мәғәнәһен күрмәйем. Тренерҙар мәктәбе лә Рәсәйҙекенә еткәне юҡ.
Әле шөғөлләнгән урыным Рәсәйҙең топ-клубтарының береһе, "Клуб единоборств №1" тип атала. Йыйылмала - 12 спортсы, барыбыҙ ҙа клуб иҫәбенә шөғөлләнәбеҙ, туҡланабыҙ, кейенәбеҙ. Көнөнә ике тапҡыр - иртәле-кисле күнекмәлар үткәрәбеҙ. Әлбиттә, был спаррингтар үҙ-ара ғына була, тигәнде аңлатмай. Башҡа клубтар, мәктәптәр менән осрашабыҙ. Мәҫәлән, мин ирекле көрәш менән өҫтәмә шөғөлләнәм, минең менән бер нисә тренер ҙа эшләй: ирекле көрәш буйынса - берәү, физик әҙерлек буйынса - икенсе, һуғыу алымдары буйынса - өсөнсө. Быларға өҫтәп, башлап шөғөлләнеүселәрҙән үҙем команда йыйғанмын, унда башлыса башҡорт студенттары.
Әңгәмә башында, беҙҙең республикала ҡатнаш көрәш төрҙәре әҙ үҫешкән, тип белдергәйнегеҙ. Венер Ғәлиевтан тыш, Башҡортостандан сыҡҡан билдәле спортсылар юҡ иҫәбендә. Был хәл нимә менән бәйле, һеҙҙеңсә?
И. Әмиров: Минеңсә, беҙҙең Хөкүмәт тарафынан был спорт төрөнә барыбер ҙә иғтибар аҙыраҡ бүленә. Шулай ҙа ыңғай үҙгәрештәр бар, мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа ММА буйынса Башҡортостан союзы эшләп килә. Әле балалар, йәштәр күпләп был спортҡа ылыға. Бер биш-алты йылдан улар күренә лә башлаясаҡ.
Был юҫыҡта күрше Татарстан республикаһында, шулай уҡ тау халыҡтары араһында ҡатнаш спорт төрҙәренә иғтибар ҙур тип әйтер инем. Уларҙа еңеүҙәре өсөн спортсыларға хөкүмәт тарафынан яҡшы матди бүләкләү билдәләнгән. Мәҫәлән, чечен егете ҡайҙалыр еңеү яулай икән, республика етәкселеге шәхсән килеп, уға ҙур бүләк тапшыра, бөтөн көнкүреш проблемаларын хәл итә, сөнки был егет уларға спортсы булараҡ кәрәк. Ошо хәлде күргән йөҙ чечен малайы шул көндән үк спортҡа баҫа. Сөнки шундай мотивация бирелә.
Дағстанда "Донъяның биш яғы" тигән мәктәп-интернат бар, унда спорттың тик ҡатнаш алыш төрө буйынса ғына шөғөлләнәләр. Бында йөрөгән һәр баланан көслө спортсы үҫтереү маҡсат итеп ҡуйылған. Беҙҙә, үкенескә ҡаршы, ундай кимәлдәге мәктәптәр юҡ. Мин хатта бында ҡайтып күнекмәләр ҙә эшләй алмайым.
Тағы ла бер нәмә: Ишембайҙа кадет корпусында уҡыған саҡта күп ата-әсәләр балаларына спорт кейемдәре, кәрәк-яраҡтары һатып ала алмай ине. Сөнки ауыл кешеһенең ундай ҡиммәтле әйберҙәрҙе һатып алыр аҡсаһы юҡ. "Ҡуйсәле, уйын өсөн шуны алғансы, өйгә кәрәкле икенсе нәмәгә тотонам", - ти ине улар балаларына. Шул арҡала әллә күпме һәләтле балалар спорттан ситләште. Ошо мәсьәлә лә хәл ителергә тейештер. Йәш спортсыларҙы хөкүмәт үҙ ҡанаты аҫтына алһын ине.
Спортта ҙур уңыш ҡаҙанып, ҙур аҡса эшләү мөмкинлеге хаҡында, бәлки, барыһы ла белеп бөтмәйҙер. Әйҙәгеҙ, гәзитте уҡыған йәштәргә стимул формаһында беҙҙең кимәлдәге уртаса спортсының һәм UFS-ла сығыш яһаған көрәшсенең эш хаҡын атап үтәйек. Эш хаҡы спортсылар өсөн индивидуаль билдәләнгән сумманан ғибәрәт, дөйөмләштереп әйтеүе лә ҡыйын. Рәсәйҙәге урта кимәлдәге профессиональ спортсы айына яҡынса 50 - 70 мең һум эш хаҡы һәм һәр еңеү өсөн 100 - 150 мең һум аҡса ала. Бынан тыш, күп спортсы бағыусылар иҫәбенә лә йәшәй, әйтәйек, рингҡа сыҡҡан ваҡытта теге йәки был компанияны рекламалаған өсөн айырым һәм ҙур ғына суммала аҡса түләнә.
Д. Аҡмырҙин: Мин дә Илфаттың, яҡын киләсәктә төрлө спорт төрҙәре буйынса көслө егет-ҡыҙҙарыбыҙ үҫеп сығасаҡ, тигән фекере менән килешәм. Һуңғы ике-өс йылда ошо грэпплинг менән ҡыҙыҡһыныусы йәштәр ҙә бермә-бер артты. Райондарҙа, ауылдарҙа ла барҙар ундай егеттәр. Улар үҙҙәре кеүек ябай ғына ауыл егеттәренең ниндәй ҡаҙаныштарға өлгәшкәне тураһында уҡый, күрә лә, ниңә мин ауылда бер ниндәй маҡсатһыҙ ятам әле, тип уйлай. Әгәр ҙә кеше эсмәй, сәләмәт тормош алып бара, спортҡа яҡынлаша, дин тәғлимәттәрен аңлай икән, уның әллә ниндәй маҡсаттары барлыҡҡа киләсәк, донъяға ҡарашы үҙгәрәсәк, ул ыңғай тойғолар менән тулышасаҡ, уңышлы шәхескә әйләнәсәк.
Башҡорт егеттәренең рухы ла, физик үҫеше лә, мөмкинлектәре лә башҡаларҙан кәм түгел, хатта күпкә юғарыраҡ та. Тик уларға ялҡаулыҡты һәм үҙ яҙмышына битарафлыҡты ғына еңергә кәрәк.
Әйҙәгеҙ, ошо тәңгәлдә спортсы тәрбиәләргә теләгән ата-әсәләргә лә кәңәштәр биреп үтәйек...
И. Әмиров: Әлегә үҙемдең балаларым юҡ, әммә киләсәктә уларҙы, малайҙарҙы инде, яуаплылыҡта, тәбиғи ҡатылыҡта үҫтерәсәкмен. Бала бәләкәй саҡта уның өсөн хәл итергә кәрәк, һин бит күрәһең уның мөмкинлектәрен - һаулыҡ торошо буйынса ниндәйҙер сикләү юҡ икән, ҡыу уны спортҡа, талап ит, ҡуш! Әллә ниндәй спортсы булып китмәгәндә лә, күркәм холоҡ тәрбиәләнер, физик һәм рухи көс тупланыр һәм был киләсәктә уға мотлаҡ ярҙам итәсәк. Ҡыҙҙарға ла сит булмаһын спорт. Сәләмәтлек, сынығыу, көс уларға ла кәрәк.
Д. Аҡмырҙин: Бөгөн йәштәрҙең тормошта үҙ юлын таба алмай ҡаңғырыуы уларҙың эске һәм тышҡы көсһөҙлөгөнән килә. Тимәк, ата-әсәләре уларҙы тамағына ашағанмы, йылы кейенгәнме, итеге өйкәмәйме, шарфы бармы, тип, ҡолға буйлы булғансы әпәүләгән. Әлбиттә, ата-әсәнең һөйөүе һәм ҡайғыртыуы тәбиғи. Әммә баланы йәлләүҙең, бәпләүҙең самаһы булырға тейеш барыбер. Минең үҙемде атайым улай әпәүләп торманы, ҡаты булды. Шуға ла бәләкәйҙән үҙаллы булдым. Ун ике йәштән интернатта йәшәнем. Һәм ошолар миңә бөгөнгө халәтемә килеп етеүгә булышлыҡ итте. Ир баланы бәләкәйҙән "ир" булыуға әҙерләргә кәрәк. Шундай башланғыс алмайынса, спорт өлкәһендә нимәгәлер өлгәшеп тә булмайҙыр.
Ярай, һеҙ рингта спортсылар, беҙ һеҙҙе шулай "ҡорос йоҙроҡло" егеттәр итеп беләбеҙ. Ә тормошта һеҙ ниндәй? Нимәләр яратаһығыҙ, ҡайҙарға йөрөйһөгөҙ, нисек ял итәһегеҙ? Ҡатын-ҡыҙҙы ла күҙгә эләһегеҙҙер бит?
И. Әмиров: Әлбиттә! Ҡатын-ҡыҙһыҙ донъя һанһыҙ! Мин күптән түгел генә өйләнгән кеше, яңы-яңы ғаилә тормошона өйрәнәм. Яратҡан шөғөлдәрем: уҡыу, театрға йөрөү, мюзиклдар тыңлау, тәбиғәткә сығыу. Мин, асылда, романтик та ул. Холҡом йомшаҡ, әммә ҡыҙыумын.
Д. Аҡмырҙин: Мосолманды түбәтәй кейеп, тәсбих тотоп, мәсет тирәһендә генә йөрөй тип уйлау стереотибы бар. Тик мин һәм мин белгән күп егеттәр улай түгел. Бәйғәмбәребеҙ ҙә, төрлө яҡлап үҫешегеҙ, тигән. Дини дәрестәрҙән тыш, төрлө фәнни-ғәмәли конференциялар үткәрәбеҙ, тарих, әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Төрлө хәйриә, йәмғиәт эштәрендә ҡатнашабыҙ. Шулай уҡ театр-концерттар ҙа тыйылмай, башҡорт йырсылары сығыштарын да күҙәтеп барам.
Ҡатын-ҡыҙҙарға килгәндә иһә, улар ир-ат тормошонда иң мөһим роль уйнаусы инде. Балаларыңдың, ғаиләңдең ниндәй булыуы ла ҡатыныңдың ниндәй булыуынан тора. Ҡатын-ҡыҙ үҙенең ир кеше өсөн яралтылғанын аңлаһа, донъяла күп нәмәләр юлға һалыныр ине.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Егеттәр менән һөйләшеү күңелгә рух өҫтәне, ниндәйҙер патриотик концерт ҡараған, әҙәбиәт уҡыған, телмәр тыңлағандан һуң була торған тойғолар кисерелде. Милләттә ошондай бер-береһен күтәрер, бер-береһенә терәк булыр егеттәр булыуы ғорурлыҡ, әлбиттә. Гәзит уҡыусылар ни тиер?
Миләүшә ХӘБИЛОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА