Рухи ҡомартҡыларыбыҙҙың милли үҙаңыбыҙҙа йылдан-йыл ҙурыраҡ урын ала, тәрәнерәк төшөнөлә һәм хөрмәтлерәк була барыуы һөйөнөслө күренеш. Бөгөн иһә "Урал батыр" кеүек иң бөйөк рухи мираҫыбыҙ хаҡында ла белмәгәндән - белгән, уҡымағандан уҡыған күп. Әле күптән түгел генә Бөрйәндә уҙған сираттағы "Урал батыр" эпосын башҡарыусыларҙың XVIII Республика бәйгеһендә был хәҡиҡәт тағы ла бер ҡат раҫланды.
Тәү ҡарауға, бәлки, "Урал батыр" эпосы хаҡында күп тә яҙылған һымаҡтыр. Әммә уны тикшергән һайын шул билдәләнә: әлегә бер нәмә лә әйтелмәгән икән шул. Әлегәсә донъя күргән махсус китаптар, айырым мәҡәләләр, фәнни конференцияларҙағы сығыштар - быларҙың барыһы ла дөйөм бер система барлыҡҡа килтерерҙәй, тулы картина тыуҙырырҙай оло мозаиканың айырым өлөштәре генә. Мәҫәлән, рустарҙың шул уҡ донъяуи кимәлдә танылыу яулаған "Слово о полку Игореве" хаҡындағы бихисап хеҙмәттең һәм "Урал батыр" тураһында әйтелгәндәрҙең нисбәтен күҙаллап ҡарағыҙ. Идея-тематик йәһәттән, күләм күҙлегенән, фәлсәфә тәрәнлеге һәм поэтик үҙенсәлеге буйынса өҫтөнлөк беҙҙең эпосыбыҙ яғында булһа ла, әлеге нисбәт бер ҙә генә һуңғыһы файҙаһына түгел шул. Иң мөһиме, боҙ ҡуҙғалды. Бөгөн башҡорт фольклористикаһында "Урал батыр" эпосын өйрәнеү мәктәбе барлыҡҡа килгән тип әйтергә ерлек бар. Һәр хәлдә, данлыҡлы эпостың 1910 йылда Мөхәмәтша Буранғолов тарафынан Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәрҙән яҙып алыныуына йөҙҙән ашыу йыл үтеүгә билдәле уңыштар, лайыҡлы ҡаҙаныштар барлыҡҡа килеүен күҙәтәбеҙ. Ошо тәңгәлдә эпостың бығаса фольклор әҫәре булараҡ ҡына өйрәнелеүен дә һыҙыҡ өҫтөнә алып үтке килә. Уның йөкмәткеһендә ҡеүәтле һәм төплө төшөнсә-йомаҡ ята икәнен аңлап, унда һүрәтләнгән Донъя серен асыуға тотонорға ваҡыттыр беҙгә.
Ә инде бәйге темаһына ҡайтып, уны күҙәткәндә, хәлдәр түбәндәгесә. Республика Мәғариф министрлығы һәм Бөрйән район хакимиәте менән берлектә үткәрелгән был бәйгенең риүәйәттәр буйынса Урал батыр төйәге булған Бөрйән ерендә үткәрелеүе лә тәбиғи. Был йолаға инеп тә китер, моғайын. Эпосты башҡарыусылар бәйгеһендә ҡатнашҡан балалар ҙа бит республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән тап ошо хозурлыҡты, мөғжизәләр башы булған ер-һыуҙарҙы, уҡығандарын ысын итеп күҙ алдына баҫтырғандай күренештәрҙе күреп ҡайтырға хыяллана. Һәм Бөрйән уларҙы мәхрүм итмәй: Шүлгән мәмерйәһе, Йылҡысыҡҡан күле, Бабсаҡ бей ҡәберлеге, ҡырағай тәбиғәт, әкиәти урман-тауҙар, матур йолалар менән таныштыра.
Бәйгелә быйыл да йөҙҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Былтырғынан айырмалы рәүештә, бәйгеселәр араһында Силәбе өлкәһе ҡунаҡтары ла булды. Арғаяш районы һылыуы Ләйсән Истамғолова "Урал батыр" эпосының 1200 юлын ятлап, тәүге тапҡыр ҡатнашҡан. Ул Бөрйән еренең хозур тәбиғәте, конкурсанттарҙың ижади маһирлығы менән һоҡланыуын белдерҙе.
Тәүге көн юлдан арып килгән балалар һәм уҡытыусылар урынлашыу, үҙ-ара танышыу, эргә-тирәгә сәйәхәт ҡылыу һәм киске байрам менән тамамланһа, икенсе көн тулыһынса эш көнө булды. Ике сәхнә лә бушаманы. Береһендә эпос уҡыусылар булһа, икенсеһендә эпос күренештәрен сәхнәләштереүсе командалар көс һынашты. Быларҙың барыһын да йылдан-йылға күҙәткәнлектән, сағыштырыу һәм үҫеш барлығын аңғарыу тәжрибәһенән сығып, йәш сәсәндәр ҙә, командалар ҙа һәр йыл һайын ниндәйҙер үҙенсәлек, яңылыҡ алып килә, тип әйтеп була. Бында уҡыу стилен төрлөләп: һамаҡлап, көйләп, әйтеш итеп, импровизациялап; думбыра, ҡурай, ҡумыҙ, һуҡма кеүек музыка ҡоралдарын ҡулланып, костюмдарҙы үҙгәртеп, әртислек һәләттәрен ҡулланып һ.б. башҡарылған алымдарҙы һанап китергә мөмкин. Тимәк, йәштәр йылдан-йыл оҫтара, шымара бара. Шулай булмай һуң, бәләкәй синыфтарҙан бәйгелә ҡатнашып, эпостың теләһә ҡайһы еренән дә дауам итеп алып китерҙәй һәләт кимәленә еткәндәр ҙә байтаҡ бында. Мәҫәлән, Учалы районы Яңы Байрамғол урта мәктәбенең икенсе синыф уҡыусыһы Ләйсән Золотарева "Урал батыр" эпосын тулыһынса яттан белә. "Тәүге тапҡыр 2014 йылда был конкурста ҡатнашырға килгәнемдә мин әле мәктәпкә лә бармағайным. Дүрт йыл дауамында эпосты тотош ятлап бөтә алдым, сығыш яһағанда думбыра, ҡумыҙға ҡушылып башҡарам. Бынан тыш, атайымдан ҡурайҙа уйнарға ла өйрәндем. "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын ҡабат-ҡабат уҡып ҡына торғо килә. Сөнки ул бөтә йәнһүрәттәрҙән дә ҡыҙығыраҡ, кешегә аҡыл бирә, хатта тәрбиәләй. Бына мин уның ярҙамында яҡшылыҡтан яуызлыҡты айырырға өйрәнәм. Урал батыр диңгеҙ һыуын эскәс, ауырып китә - тимәк, төрлө бысраҡ һыуҙы эсергә ярамай. "Урал батыр" эпосы миңә Бөрйәнгә юл асты. Бында килеп, Шүлгәнташ мәмерйәһендә боронғо һүрәттәрҙе күреүемә, яңы дуҫтар табыуыма бик шатмын", - тине Ләйсән, тәьҫораттары менән уртаҡлашып. Әйткәндәй, Учалы Башҡорт гимназияһы уҡыусылары командаһы ла бик маһир булып сыҡты. Уларҙың "Урал батыр дейеүҙәр илендә" тип аталған сәхнәләштереүҙәре иң яҡшыһы, тип табылды.
Республика бәйгеһенең еңеүсеһе исемен Ишембай ҡалаһы Ә.З. Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназияһының унынсы синыф уҡыусыһы Гөлфруз Хисмәтуллина яуланы. Думбыра, дөңгөр, ағас һәм тимер ҡумыҙҙа яҡшы уйнаған талантлы ҡыҙ бөтә жюри ағзаларын һүҙгә маһирлығы менән хайран итте. "Урал батыр" эпосын һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең конкурсында бишенсе тапҡыр ҡатнашам. Һуңғы ике йылда республика кимәленә иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеүсе конкурсанттар үтеүе бәйге кимәлен күпкә юғары итте. Быйыл миңә Учалы ҡалаһынан килгән конкурсанттарҙың сығышы оҡшаны, командалары ла, айырым һөйләүселәре лә бик шәп сығыш яһаны, уларҙан өйрәнеп ҡалырға була. "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын тулыһынса ятлап, белһәм дә, унда йәшерелгән серҙәрҙе тулыһынса аңлап бөтмәйем әле. Һәр уҡыған, ятлаған һайын үҙемә яңылыҡ асып, тәрән фәлсәфәүи мәғәнә һалынған юлдарҙан фәһем алам. Ата-әсәләр балаларына нимә эшләргә, нимә эшләмәҫкә өйрәткән кеүек, эпостан да тормош дәрестәре, фәһем алам", - тине Гөлфруз беҙҙең менән һөйләшкәндә.
- Бәйге йылдан-йыл байыраҡ, юғарыраҡ кимәлдә була бара, - тип һөйләне билдәле фольклорсы, конкурстың баһалама комиссияһы рәйесе Әхмәт ағай Сөләймәнов. - Мин бында ойоштороу кимәлен әйтәм. Ә балаларға килгәндә, тап ошо бәйгелә генә уларҙың асылы асыла, улар бар оҫталығын күрһәтә ала, тигән һүҙ түгел әле. Ни тиһәң дә, улар әле йәш, ҡаушап, башҡа сәбәптәр арҡаһында ҡайтышыраҡ сығыш яһап та ҡуялар. Тик был бәйгенең маҡсаты - йәш быуындың рухи ҡомартҡыларыбыҙҙы белеүе һәм өйрәнеүе. Ә төп маҡсатҡа беҙ өлгәшкәнбеҙ. Быйыл мине Ләйсән Золотарева тигән бәләкәй генә ҡыҙыҡай хайран итте. Ул әҫәрҙе тулыһынса белә! Шундай импровизация оҫталығына эйә. Бығаса эпосты кемдәрҙән генә, ниндәй генә телдә һәм маһирлыҡта тыңлаһам да, ошо сабыйҙың уҡыуы күңелем ҡылдарын ҡуҙғытты. Әлбиттә, һәр береһе үҙенсә оҫта, һәр береһе маҡтауға лайыҡ, уларҙы әҙерләгән уҡытыусылар, ҡуша эйәреп килгән ата-әсәләр - улар барыһы ла бөгөн беҙҙең милләттең яҡшы күрһәткесе булып ултыра. Мин быйылғы конкурс менән бик ҡәнәғәт...
Баһалама комиссияһы ағзаһы профессор М. Иҙелбаев та үҙ фекерҙәрен белдерҙе:
- Йәш быуынды тәрбиәләүҙең бер ысулы итеп күрәм мин был конкурсты. Күреп тораһығыҙ, балалар баҡсалары тәнәйҙәре лә эпостың әллә күпме юлдарын ятлаған! Телдәре көрмәлеп, саҡ һөйләшеп торған кеүектәр, ә бит уҡыйҙар, хатта көйләп, һамаҡлап ебәрәләр. Тимәк, был әҫәр бәләкәй сабыйҙан оло аҡһаҡалға тиклем - телебеҙҙә, уның өсөн йәш айырмаһы ла, ҡабул итеү-итмәү даирәһе лә юҡ. Ул һәр быуындың аңына үҙ фәлсәфәһе, үҙ кимәле менән һеңә ала. Йәғни, бала уны - әкиәт итеп, үҫмерҙәр - фольклор, олораҡтар донъяуи фәлсәфә итеп ҡабул итә. Тағы шуны әйтер инем. Был эпос Ислам дине барлыҡҡа килгәнгә тиклем ижад ителгән, шуның өсөн ул башҡорттар өсөн Ҡөрьән кеүек үк изге ҡомартҡы. Ул Ҡөрьән кеүек үк үҙендә әллә күпме серҙәр һаҡлай. Беҙ шуға ла эпосҡа тартылабыҙ, уны йөрәгебеҙ, аңыбыҙ менән аңларға тырышабыҙ. Тимәк, юҡҡа ғына түгел. Уның серҙәрен киләсәктә бына ошо балалар асыр, тип өмөтләнәбеҙ...
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА,
Сәриә ҒАРИПОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА