2004 йылда баш ҡалабыҙ Өфөнөң 430 йыллығы билдәләнеп, байрам тантаналары ойошторолғайны. Эйе, 1574 йылда Иван Грозный әмеренә буйһоноп, Мәскәү баяры Иван Нагой командалығы аҫтында бында килгән батша стрелецтары Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалғанын бер кем дә инҡар итергә йыйынмай. Әммә борон-борондан тап ошо урынды яҡын-тирәлә йәшәгән ҡәүемдәр төйәк иткән, уларҙың торлаҡ, оҫтахана, нығытма урындары әле лә табыла тора. Боронғо риүәйәттәр ҙә, тарихи документтар ҙа ошоға дәлилдер. Академик, тарих фәндәре докторы, билдәле археолог Нияз Мәжитов етәкселегендә асылған "Өфө-2" ҡаласығында табылған ҡомартҡылар ҙа ошо хаҡта һөйләй. Эҙәрмән-тикшеренеүсе Радик ВӘХИТОВтың "Сәмреғош ҡанаты аҫтына" исемле китабында бәйән ителгән, ошо мәсьәләгә арналған аналитик мәғлүмәттәр уҡыусыларыбыҙҙа ҡыҙыҡһыныу уятыр, тип уйлайбыҙ.
Өфө ҡалаһына1574 йылда урыҫтар тарафынан нигеҙ һалыныуы тураһындағы мифты башҡорт халҡының килеп сығышын күскенселек концепцияһына ярашлы аңлатыусы тарихсыларыбыҙ уйлап сығарған.
Хәҙерге Өфө территорияһында табылған һәм тикшерелгән археологик ҡомартҡылар бында таш быуат заманынан бирле кешеләр йөшәгән төйәк булғанын дәлилләп тора. Ағиҙел йылғаһының Ҡариҙел менән ҡушылыуынан хасил булған ярымутрау боронғо кешеләр өсөн ифрат уңайлы урын булған. Ошо йылғалар, уларҙың бейек һәм текә ярҙары бында йәшәгән кешеләрҙе дошмандарының кинәт һөжүм итеүенән ҡурсалап торған.
Бында бронза дәүере кешеләре лә йәшәгән, ә иртә тимер эпохаһында тәүге ҡаласыҡтар төҙөлгән. Уларҙың Өфө ҡаласығы тип аталған иң билдәлеһе хәҙерге "Йәшел сауҡалыҡ" санаторийы территорияһында урынлашып, Ҡариҙел йылғаһының уң яҡ ярындағы текә морондо биләп торған. Ҡаласыҡтың өс яғында текә битләү булһа, һөҙәк яғы ерҙән өйөлгән ур һәм 97 метр оҙонлоғондағы соҡор менән һаҡланған. Ур өҫтөнда бүрәнә ҡойма булған. Был ҡаласыҡ тураһындағы мәғлүмәт тәү тапҡыр XVIII быуатта билдәле сәйәхәтсе П. Паллас яҙмаларында бирелә. Археологтар шундай уҡ ҡаласыҡтарҙы Салауат Юлаев һәйкәле торған ерҙә һәм Воронки станцияһы янында таба.
Хәҙерге Өфө территорияһы Урта быуаттар башында, Башҡортостан әле Мәскәү дәүләтенә ҡушылмаҫ борон уҡ, бигерәк тә әүҙем үҙләштерелә. Пушкин һәм Воровский урамдары сатында ошо осорға ҡараған ҙур ҡаласыҡ табылды.
Өфө ярымутрауында кешеләрҙең оҙаҡ ваҡыттар дауамында һәм даими йәшәүенә бында күп һанлы ҡәберлектәр дәлил. Улар араһында XX быуаттың 30-50-се йылдарында Башҡорт дәүләт медицина университеты территорияһында һәм мосолман зыяратыңда табылған таш төрбәләр һәм ҡурғандар айырыуса ҡыҙыҡлы.
Иң боронғо 1154 йылғы Иҙриси картаһында Ағиҙел һәм Ҡариҙел ҡушылған урынға яҡын ерҙә ҡала билдәһе бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, карта фрагменттарының миңә билдәле күсермәһенән ошо ҡаланың исемен уҡып булманы.
XIV быуат башында башҡорттарҙың Алтын Урҙа составында милли мөхтәриәткә нигеҙләнгән Баскардия тигән дәүләте булған. Уларҙың мосолман хакимы, идара итеү аппараты ла булған. Тимәк, хөкөм итеү, яһаҡ йыйыу, почта һәм башҡа хеҙмәттәр урынлашҡан, башында хаким торған административ үҙәк ролен үтәгән баш ҡала ла булған.
Был Үзбәк хан хакимлығы дәүерендә Алтын Урҙала һатыу-һатып алыу сәскә атып, ҡалалар барлыҡҡа килеү ваҡытына тура килә. Был ҡалалар Европанан килгән сауҙагәрҙәргә, миссионерҙарға һәм сәйәхәтселәргә билдәле булған.
XIV быуаттың икенсе яртыһынан башлап бер туған Пицциганоларҙың (1367) һәм Авраам Крескестың (1377) боронғо карталарында Кама йылғаһы бассейнында Пасшерти (Паскатир, Башҡорт) һәм Сәғәтин тип билдәләнгән башҡорт ҡалалары күрһәтелә. Г. Меркатор картаһында (1554) Башҡорт (Пасшерти) ҡалаһы Ағиҙел һәм Ҡариҙел ҡушылған урында аныҡ билдәләнһә, Сәғәтин Ҡариҙел йылғаһы үрендә күрһәтелгән.
Күреүегеҙсә, хатта Урта быуат баштарында ла Өфө ҡалаһы урынлашҡан ер Ҡариҙел (Өфө) тамағы менән бәйле. Тәүҙәрәк ҡала ошонда йәшәгән халыҡ исеме менән Пасшерти, йәғни Башҡорт тип күрһәтелһә (ә был бигүк дөрөҫ түгел), һуңынан ҡала атамаһы картала билдәләнгән географик объект - Өфө йылғаһы тамағы менән бәйле рәүештә нығынып китә. Шулай итеп, йылға исеме ҡала атамаһына нигеҙ була.
Ә Өфө һүҙе ниҙе аңлата икән? Йылға атамалары йыш ҡына төрлө телдәрҙәге һыу, дым, ысыҡ, йылға мәғәнәһендәге һүҙҙәр менән бәйле: Дим - дым, Ыҡ - ысыҡ, Үҙән - йылға, Йүрүҙән - шәп ағымлы йылға, Иҙел - йылға -Волга, Ағиҙел - аҡ иҙел (уның урыҫса атамаһы ла ошонан -Белая Воложка), Ҡариҙел - ҡара (төньяҡ) иҙел.
Өфө йылғаһының атамаһын да ошолай аңлатып була. Был атама боронғо фин телендәге "Упе" - йылға һүҙенән килеп сыҡҡан, "упҡын" һүҙе уға тамырҙаш. Иҫке карталарҙа, мәҫәлән, Н. Сансондың 1688 йылғы Рәсәй картаһында был йылғаның исеме Уппа тип билдәләнгән. Өфө йылғаһының уң яғындағы ерҙәрҙә төрки-фин сығышлы өпәй ырыуы башҡорттары йәшәгән.
Ә хәҙер сәйәсәт йоғонтоһо ҡағылмаған бер боронғо документҡа иғтибар итәйек. Ул - "Ҙур Һыҙма Китабы" ("Книга Большому чертежу"). Беренсе тапҡыр Рәсәй картаһын төҙөргә ынтылыу - 1598 йылда, икенсеһе 1627 йылда була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, карталар һаҡланмаған. Һыҙмаға ҡараған "Китап"тың "Волга йылғаһы" бүлегендә шундай юлдар бар:"... ә Белая Воложкала (Ағиҙелдә. -Р.В.) Кама йылғаһынан 120 саҡрымда Өфө ҡалаһы, ә ҡаланан аҫта Белая Воложкаға Өфө йылғаһы ҡоя".
Шулай итеп, XIV быуаттағы тәүге Европа карталарындағы кеүек үк, һуңыраҡ төҙөлгән Рәсәй карталарында ла Өфө ҡалаһы урынлашҡан ер Өфө йылғаһы тамағы менән бәйле. Боронғо картограф та Өфө ҡалаһы урынлашҡан ҡалҡыулыҡтан түбәндәрәк ул саҡта урыҫтар Белая Воложка тип атаған Ағиҙел йылғаһына Өфө йылғаһының ҡушылыуы тураһында яҙып ҡалдырған. Тимәк, борондан уҡ Өфө ҡалаһы Өфө йылғаһы тамағы өҫтөндә, хәҙер Иҫке Өфө тип аталып йөрөгөн ерҙә урынлашҡан булған. Бында 1505 йылда Ҡаҙан ханы тарафынан ҡуйылған Өфө кенәзе Ҡара Килембәт йәшәгән. Ул ошонан Ҡаҙан ханлығының мөстәҡиллеге өсөн һатыулашыу маҡсатында урыҫ батшаһы Иван III Васильевичҡа барған, һуңынан Өфө нуғай ханы хакимлығы аҫтында ҡалған.
Радик ВӘХИТОВ. (Дауамы бар).
КИРЕ СЫҒЫРҒА