Быйылғы йәйҙә Санкт-Петербург антропология һәм этнография музейының этнология советындағы "Кунсткамера" кабинетында (һирәк осрай торған тарихи ҡомартҡылар кабинеты) танылған тележурналист һәм тарихсы Салауат Хәмиҙуллин кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланы. Салауаттың рәсми оппоненты, тарих фәндәре докторы, М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты доценты Илья Владимирович Зайцевтың диссертация эшенә биргән баһаламаһында шундай юлдар бар: "Диссертация эшенең төп һөҙөмтәһе булып бөрйән ырыуының иран сығышлы икәнен иҫбатлау тора. Был хеҙмәт башҡорт халҡының килеп сығышын өйрәнеүҙәге яңы һүҙ булып яңғырай. Рәсәй һәм сит ил тарих фәнендә бөрйәндәр тарихы һәм уларҙың башҡорт милләтен формалаштырыуҙағы әһәмиәте хаҡында махсус хеҙмәт булмауы С.И. Хәмиҙуллиндың был ғилми эшен айырыуса актуаль итә..." Салауат ХӘМИҘУЛЛИН менән әңгәмәбеҙ тап шул этнология советы ултырышы хаҡында һөйләшеүҙән башланды.
Салауат, беҙ, меңәрләгән гәзит уҡыусылар, һинең кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлауыңды милләтебеҙҙең ҙур еңеүе итеп ҡабул итәбеҙ. Артабан да һиңә фән докторы булырға, республикабыҙға һәм милләтебеҙгә ғилми дәрәжәләреңә таянып хеҙмәт итергә яҙһын. Шулай ҙа был ғилми дәрәжәгә өлгәшеүең хаҡында үҙең ентекләп һөйләп үтһәң,яҡшыраҡ булыр ине: кем ғилми етәксең булды, диссертацияңдың темаһы нисек атала?
- Диссертациямдың темаһы "Бөрйәндәр: сығанаҡтар, өйрәнеү тарихы, гипотезалар" тип аталды. Ғилми хеҙмәтемде мин ғәрәп һәм фарсы сығанаҡтарына таянып яҙҙым. Минең был темам буйынса этнология советы Рәсәйҙә күп түгел. Иң тәүҙә Ижевскиҙағы этнология советына мөрәжәғәт иткәйнем, әммә унда ғәрәп һәм фарсы сығанаҡтары буйынса белгестәр булмағас, Санкт-Петербург антропология һәм этнография музейының этнология советына мөрәжәғәт иттем. Ундағы белгестәр хеҙмәтемә юғары баһа бирҙе. Совет ағзаларының барыһы ла диссертациямды ыңғай баһаланы. География фәндәре докторы Айбулат Псәнчин ғилми етәксем булып сығыш яһаны.
Авторефератың элек донъя күргән бөрйәндәр хаҡындағы китабың нигеҙендә яҙылдымы?
- Киреһенсә, ул китабым авторефератҡа таянып яҙылғайны. Диссертациям 2011-2012 йылдарҙа уҡ әҙер ине, тик яҡлар урын эҙләп йөрөп, 5 йыл ғүмер үтеп тә китте.
Быға тиклем бөрйәндәрҙе өйрәнгән башҡа ғалимдарҙан айырмалы рәүештә, был хеҙмәтең менән ниндәй яңы һүҙ әйтә алдың?
- Мин бөрйәндәр хаҡында башҡа ғалимдар яҙғандың нәҡ киреһен иҫбат итә алдым кеүек. Мәҫәлән, Р. Кузеев бөрйәндәрҙе төрки ҡәбилә тип иҫәпләгән. Мин уның дәлилен кире ҡағып ҡына ҡалмайым, бөрйәндәр хаҡында тулы мәғлүмәт килтерәм. Был ҡәбилә тураһында ғәрәп ғалимдары бик күп яҙып ҡалдырған, шулай уҡ фарсы ғалимдарының да улар хаҡында яҙыуҙары бар. Бында, бәлки, һорауҙы "Ниндәй яңы һүҙ әйтелде?" тип ҡуйыу ҙа дөрөҫлөккә тап килеп етмәйҙер. Сөнки хеҙмәтем бөрйәндәр хаҡында тик яңы мәғлүмәттәрҙән генә тора. Улай ғына ла түгел, бөрйәндәр тураһындағы бығаса булған ғилми концепция үҙе үк үҙгәреш кисерҙе: бөрйәндәр төрки тамырлы түгел, ә иран, скиф-сармат сығышлы ҡәбилә.
Философия фәндәре кандидаты Закирйән Әминев үҙенең "Урал батыр" эпосы һәм башҡорттарҙың мифологияһы", "Боронғо башҡорттарҙың космогоник ҡараштары" тигән хеҙмәттәрендә халҡыбыҙҙың мәшһүр ҡомартҡыһы "Урал батыр" эпосының иран мифологияһы менән уртаҡлыҡтарын табып, ҙур асыш яһай. Бындай уртаҡлыҡ осраҡлы түгел, йәғни ирандар менән башҡорттарҙың уртаҡ тарихы барлығы хаҡында һүҙ алып барырға мөмкин был осраҡта. Икенсенән, һинең ғилми хеҙмәтеңдә лә бөрйәндәрҙең иран сығышлы булыуы документаль нигеҙҙә иҫбат ителә икән, ошо ике факт "Урал батыр" эпосы авторлығын да бөрйәндәргә бәйләргә нигеҙ була аламы?
- Беҙ Закирйән ағай Әминев менән икебеҙ ике йүнәлештә, алдан һөйләшеп килешмәйенсә, бер үк тарихи тамырға барып сыҡҡанбыҙ, бер үк төрлө һығымтаға килгәнбеҙ икән, был һис кенә лә осраҡлы күренеш түгел. Мин бындай һығымтаға яҙма сығанаҡтарға таянып килһәм, Закирйән ағай мифологияны анализлап, шул уҡ фекерҙе әйтә. Ғилми хеҙмәт яҙғанда беҙ бер тапҡыр ҙа осрашманыҡ һәм алдан яһаған һығымталарыбыҙҙы сағыштырманыҡ. Ҡыҫҡаһы, икебеҙ ҙә ике юлдан Иранға барып сыҡтыҡ. Мин дә үҙ хеҙмәтемдә "Урал батыр" эпосының бөрйәндәр ҡомартҡыһы булыуы хаҡында һаҡ ҡына итеп әйткәйнем. "Урал батыр" эпосында төрки тамырҙарҙың осмото ла юҡ. Эпос сюжеты буйынса ла, персонаждары буйынса ла Иранға барып тоташа. Закирйән ағай мифологияны тәрән аңлай, шуға күрә ул образдарҙың семантикаһын ғәжәйеп рәүештә асыуға өлгәште. Ә мин иһә образдарҙың этимология мәсьәләһен тикшерҙем. Бер мәсьәлә шик тыуҙырмай: эпостың сюжет линияһын Ирандан Уралға бөрйәндәр алып килгән. Бөрйәндәр кеүек үк ҡаңлылар ҙа Иран сығышлы, улар ҙа эпостың ниндәйҙер сюжет линияһын алып килеүе ихтимал. Киләсәктә беҙгә был мәсьәләләрҙе ентекле тикшереп, асыҡларға кәрәк.
Закирйән ағай менән бер фекерҙә килешәм: "Урал батыр" эпосы башҡорттарҙың иран телле ҡәбиләләренең ижад емеше, уларҙың иң сағыу вәкилдәре - бөрйәндәр. Ҡаңлылар ҙа иран сығышлы, әммә улар һуңынан ҡыпсаҡлашыуға ныҡ бирелә. Үҫәргәндәрҙең тарихын да ныҡлы өйрәнеү талап ителә, уларҙың да тамыры төрки түгеллеге хаҡында дәлилдәр бар. Был иң беренсе нәүбәттә Мөйтән бейгә бәйле. Беҙгә "Мөйтән" менән "Үҫәргән" дең бер үк атама икәнен иҫбат итергә кәрәк. Минең фекеремсә, табындар ҙа иран сығышлы булырға тейеш. Улар башҡорт халҡы составына тулыһынса төркиләшеп ҡушыла. Ә бөрйәндәргә килгәндә, улар табындарҙан айырмалы рәүештә, көньяҡ Уралда иран телле булып формалаша. Был уларҙың матди ҡомартҡыларында сағылыш таба.
Р. Кузеевтан һәм башҡаларҙан башлап Уралтауға башҡорт ырыуҙарының ҡайҙандыр "килеүе" йә "күсеүе" хаҡында һүҙ алып барыла. Ә ниңә башҡорттар Уралтауға ҡайҙандыр килергә тейеш һуң?
- Этногенез ябай ғына процесс булмаған. Башҡорт халҡының төрлө ырыу-ҡәбилә ҡатламдары, ырыу-ара бүленештәре булған. Мәҫәлән, иран сығышлы ҡатлам Уралтауҙан бер ҡайҙа ла китмәгән һәм бер ҡайҙан да килмәгән. Улар, миҙгелгә ҡарап, ҙур майҙанда күсенеп йөрөгән. Мәҫәлән, нуғайҙар йәйҙе Башҡорт илендә үткәрһә, ҡышты Кубанда, Арал диңгеҙе буйында үткәргән. Бөрйәндәрҙең боронғо ата-бабалары һаналған скиф-сарматтар ҙа шундай йәшәү рәүеше алып барған. Улар шундай өсмөйөш буйлап йөрөгән: көньяҡ Урал - Арал буйы - төньяҡ Кавказ. Уларҙың ошо өсмөйөш буйлап йөрөүен хужалыҡ циклы итеп тә атарға була, йәғни ошо өс урын да бер территорияны тәшкил иткән. Улар бер ҡайҙа ла китмәгән, бер ҡайҙан да килмәгән, ошо рәүешле көн иткән.
"Килеү"мәсьәләһенә туҡтағанда, төрки ҡәбиләләренең Уралға килеүе бер кемдә лә шик тыуҙырмай. Шул уҡ ваҡытта "Башҡорт" этнонимы ла улар менән бергә килгән. Улар Уралға килгән дә, бындағы иран телле башҡа ырыу-ҡәбиләләр менән берләшеп, башҡорт халҡын барлыҡҡа килтергән.
Йәдкәр Бәширов үҙенең "Бөйөк Башҡорт иле"тигән хеҙмәтендә башҡорт ырыуҙары араһында боронғо ата-бабалары уғырҙар булғандары ла бар тип раҫлай. Был фекергә ҡарашың нисек?
- Тарихи яҡтан ныҡлы тикшереү үткәрмәйенсә яһалған һығымта, дөрөҫ булған осраҡта ла, фараз булып ҡала. Ниндәйҙер фараздар килтерергә була, әммә һәр бер дәлил тарихи яҡтан ныҡлы өйрәнелеп яһалырға тейешле. Мин Йәдкәр Бәшировтың был фекерен инҡар итмәйем, әммә уның тағы ла тәрәнерәк итеп өйрәнеүен теләйем. Мәҫәлән, ул юрматыларҙы уғыр сығышлы тип атай. Бәлки, улар уғыр сығышлы ла түгелдер. Сөнки венгр тарихсылары үҙҙәре үк юрматыларҙың Венгр урҙаһына инеүе, әммә төрки тамырлы икәнен яҙа. Шул уҡ ваҡытта "юрматы" этнонимының "сармат" менән оҡшаш булыуын да иҫтән сығарырға ярамай. Беҙ генә "сармат" тип әйтәбеҙ, ә грек сығанаҡтарында "сюрмат" сарматты аңлата. Сюрмат менән юрматы бик яҡын. Ошонан сығып, юрматыларҙы төрки тамырлы тип атап буламы? Кем белә, бәлки улар сарматтарҙыр? Венгр телендә лә иран йоғонтоһо көслө һиҙелә, унда иран һүҙҙәре бик күп.
Бөрйән ырыуы күпләп йәшәгән хәҙерге Баймаҡ районында "Упа" тигән урын бар. Ҡайһы бер ғалимдар, шул иҫәптән Флорид Сөнәғәтов, ошонан сығып, бөрйәндәрҙең Өфө ҡалаһын төҙөүҙә ҡатнашҡанлығы хаҡында яҙа. Бында ниндәйҙер тарихи факт хаҡында һүҙ алып барырға мөмкинме?
- Был хаҡта мин үҙемдең китабымда ла яҙам. Ни өсөн тигәндә, Өфө урынында барлыҡҡа килгән Турбаслы мәҙәниәтен Кавказдан килгән бөрйәндәр нигеҙләгән. Быны аңлай алмаған археологтар "Уфа какая-то Хазарская заимка" тип яҙып сыҡты. Сөнки улар яҙма сығанаҡтар менән таныш булмағанға күрә, был ҡомартҡыларҙың сығанағын аңлай алмаған. Документтар буйынса, хазарҙар йәшәгән ерҙән Өфө тирәһенә бөрйәндәр күсенеп йөрөгән. Өфөлә йәшәүсе Антонов фамилиялы ғалим үҙенең һуңғы хеҙмәтендә миңә һылтанып, бөрйәндәрҙең бында килеүе, аҙаҡтан уғырҙарҙың уларҙы ҡыҫырыҡлап сығарыуы хаҡында яҙа. Хәҙерге Бөрйән, Баймаҡ райондары территорияһында табылған керамиканың нисек унда барып сыҡҡанын археологтар шулай уҡ аңлата алманы. Ундай керамика тик Турбаслы мәҙәниәтенә хас.
Салауат, элегерәк тарихи темаға әңгәмә ҡорғанда, тик хәрби халыҡтың ғына тарихы бар, тигән фекер әйткәйнең. Һаман да шул фекереңдә ҡалдыңмы?
- Был фекерҙе мин генә әйтмәнем. Булат Аҙнабаевтан да ишеткәнем бар уны. Героик эпосты тик хәрби халыҡ ҡына яҙа алған кеүек, хәрби булмаған халыҡ менән дә шул уҡ хәл. Элек ҡайҙалыр табан хәрәкәт итеү, ерҙәр яулау тик һуғыш менән оҙатылып барған. Тик сәйәси субъект, сәйәси берәмек һаналған халыҡтар ғына һуғышҡан, ҡайҙалыр барған. Ә сәйәси субъект булмаған халыҡ бер ҡайҙа ла хәрәкәт итә алмаған. Улар бары тик этнос булараҡ ҡына йәшәгән.
Уларҙың дәүләтселеге лә булмағанмы?
- Бәлки, дәүләтселек тә түгелдер. Мәҫәлән, гректарҙың беҙ аңлаған кимәлдәге дәүләтселеге бөтөнләй булмаған. Уларҙың ҡала полистары ғына торған, бар мәсьәләне халыҡ тауыш биреп хәл иткән һәм үҙҙәренә хас дәүләтселеге сәйәси субъект иҫәпләнгән, тимәк, уларҙы тарихтың субъекты тип танырға кәрәк. Шулай булмаһа, грек полистары ҡеүәтле фарсы державаһына ҡаршы тора алмаҫ ине.
Башҡорттарҙа ла иң тәүҙә власть вертикале һаҡланып килгән. Башҡорттарҙың батшаһы хаҡында Масуди яҙып ҡалдырған. XIII быуат венгр ғалимдары "Баскардия батшаһы" ("государь всей Баскардии") тураһында яҙа. Артабан батша власының вертикале юҡҡа сыға һәм башҡорт ырыуҙарының үҙидаралығына ҡоролған "горизонталь полития" килеп сыға. Улар гректарҙың "ҡала полистары" менән оҡшаш. Тап ошо горизонталь дәүләтселек һаҡланғанға күрә лә башҡорттар ике быуат буйына ихтилалға күтәрелә алған. Һәр ырыу, ҡәбилә горизонталь йышлыҡта ҡарағанда үҙаллы һымаҡ та һаналған, шул уҡ ваҡытта хәрби ситуация тыуғанда был киңлек ҡаҡшамаҫ көскә әүерелә алған. Ҡаҙан ханлығында, мәҫәлән, элитаны ҡырып һалырға йә һатып алырға мөмкин булған.
"Горизонталь полития"ны дәүләтселектең демократик формаһы тип атарға буламы?
- Шуға яҡын. Ситтәр башҡорттарҙың ерҙәрен баҫып ала алмаған. Сөнки улар ниндәйҙер кланға ҡараған аҡһөйәктәрҙең түгел, ә үҙенең тыуған ерен яҡлап һуғышҡан. Һәр ырыу үҙ ере өсөн, ә барлыҡ ырыу-ҡәбиләләр бергә дөйөм халыҡ мәнфәғәте өсөн көрәшкән. Боронғо яҙмаларҙа "Беҙ - башҡорт ырыуҙары (иләүҙәре)" тигән юлдар һаҡланыуы тап шул хаҡта һөйләй.
Тимәк, улар тыныс тормошта үҙҙәрен бөрйән, юрматы, түңгәүер, үҫәргән һ.б. тип таныған, ә инде бергәләп яуға сапҡанда башҡортҡа әүерелгән. Шулай тип әйтеп буламы?
- Эйе, була. Был хәл бер үк ваҡытта башҡорттарҙың тарихи субъект ролен үтәүен дә аңлата. Башҡорттар борон-борондан Евразия киңлегендә йәшәгән империяларҙың автономиялы субъекты булып йәшәгән. Был империялар барыһы ла юҡҡа сыҡҡан, ә башҡорттар һаҡланып ҡалған.
Халыҡтың үҙ ғәскәрен төҙөү һәләтенә эйә булыуы уның дәүләтселек тәжрибәһе хаҡында ла һөйләй бит. Сөнки ғәскәрҙе төҙөү һәм уны халыҡ иҫәбенә тәьмин итеү тик дәүләтселек механизмы ярҙамында ғына башҡарыла ала. Шулай түгелме?
- Шулай. Ғәскәр дәүләтһеҙ төҙөлмәй, ә дәүләт булһын өсөн хан мотлаҡ түгел. Политияла дөйөм мәсьәләләрҙе хан түгел, халыҡ йыйыны, ҡоролтай хәл иткән. Беҙ дәүләтте иң юғары ҡиммәт тип иҫәпләп яңылышабыҙ. Алдынғы ҡарашлы булыуҙың да билдәһе дәүләтселек түгел. Кешелек йәшәйешенең вертикалға ҡоролмаған башҡа формалары ла булған.
Урыҫ реформаторы Петр Столыпин "Милли үҙаңы булмаған халыҡ башҡа халыҡтар үҫеп сығыр өсөн тиреҫ кенә" тигән. Был фекергә ҡарашың нисек?
- Йөҙ проценты менән килешәм. Ҡытай милләтселеге атаһы Сунь Ят Сен: "Барлыҡ халыҡтарҙа милләтселек бар, беҙҙә генә ул юҡ", - тип ҡытайҙарҙа милләтселек юҡ тигәнде иҫбатларға тырышҡан. Ысынлап та, ҡытайҙарҙа милләтселек булмаған, шуға күрә улар яһалма рәүештә уны булдырырға ынтылған. Ни өсөн? Сөнки ҡытай тигән милләттең үҙе лә юҡ. Унда бер-береһенең телен бөтөнләй аңламаған бихисап халыҡтар йәшәй. Ҡытай телевидениеһы аша барған тапшырыуҙарҙы дәүләттең 70 процент халҡы бөтөнләй аңламай. Ҡытай тигән халыҡ юҡ, ул хәҙерге ваҡытта формалашыу осоро кисерә. Уларҙа ҡытай гражданлыҡ милләте бар, этник милләт юҡ.
Курдтарҙың ҡасан да булһа үҙ дәүләтен төҙөргә мөмкинлеге булыр тип уйлайһыңмы?
- Курдтар ер йөҙөндә барлығы 30 миллион тирәһе. Төркиәлә - 13-18, Ираҡта - 6,5, Иранда - 3,35-8, Сирияла - 1,7-2,2 миллион, Германияла - 800, Афғанстанда - 74, Рәсәйҙә 63,8 мең курд йәшәй. Беҙ уларҙы курдтар тип атаһаҡ та, был этноним аҫтында күп һанлы халыҡтар йәшәй. Шуныһы билдәле: Төркиәлә йәшәүсе курдтар үҙҙәренең шундай ҡеүәтле дәүләт эсендә йәшәүе менән риза. Әгәр ҙә башҡа дәүләттәрҙә йәшәүсе курдтар ғына айырым дәүләт төҙөү теләген белдереп, уларҙы барлыҡ курдтар күтәреп сыҡһа, ысынлап та, донъяның сәйәси картаһында яңы дәүләт барлыҡҡа килеүе лә ихтимал.
Игорь Кучумовтың "Урал батыр" эпосын Мөхәмәтша Буранғолов үҙе яҙған тигән фекеренә ҡарата нимә әйтерһең?
- Беҙҙә башҡорттар хаҡында ниндәйҙер ыңғай хәбәр ишетелһә, быны үҙҙәрен мәсхәрәләү һымаҡ ҡабул иткән кешеләр бар. Уларса, башҡорттар хаҡында яҡшы нәмә бөтөнләй булырға тейеш түгел, башҡорт тарихында ла яҡшы ваҡиғалар юҡ тигән ҡарашталар. Мин уларҙы "башкирофобия менән шөғөлләнеүсе банда" тип атар инем. Уларға башҡа төрлө атама биреп булмай. Кучумовтың "Урал батыр" эпосы хаҡындағы фекеренең бер ниндәй ғилми һәм тарихи нигеҙе юҡ. Мин эпостың Мөхәмәтша Буранғоловтан алдараҡ яҙып алынмауына ғына үкенес белдерәм. Ни өсөн тигәндә, Ғәбит, Хәмит сәсәндәрҙән алдағы сәсәндәр эпосты, бәлки, башҡасараҡ башҡарғандыр. Бер үк көләмәсте төрлө кеше төрлөсә һөйләһә лә, уның йөкмәткеһе һәм мәғәнәһе үҙгәрешһеҙ ҡала. Әгәр ҙә уның мәғәнәһе үҙгәрһә, көләмәс көлкөлө булыуҙан туҡтаясаҡ.
Салауат, башҡорт тарихына ҡарата төрлө концепциялар бар. Р. Кузеевтың концепцияһында башҡорттарҙың Алтайҙан килеүе хаҡында әйтелә. Н. Мәжитов меңәрләгән археологик ҡомартҡыларға таянып, башҡорттарҙың боронғо ата-бабалары беҙҙең эраға тиклем үк Уралда йәшәүе хаҡында белдерҙе. Ә инде гаплатөркөмдәрҙе өйрәнеүсе ғалимдар хәҡиҡәт Нияз Мәжитов яғында булыуын иҫбат итте. Ә бына Салауат Хәмиҙуллиндың концепцияһы нисек яңғырай?
- Башҡорттарҙың боронғо ата-бабалары әле "башҡорт" тигән атама булмаған саҡта, беҙҙең эраға тиклем дә, унан һуң да Уралда йәшәгән. Әммә улар башҡорт атамаһы менән йөрөтөлмәһә лә, беҙҙең атай-олатайҙар булыуҙан туҡтамаған бит. Эйе, "башҡорт" этнонимын Алтай төрөктәре алып килгән, шунан һуң ғына этнос берҙәм исем аҫтында формалаша башлаған. Башҡорттар борон-борондан Уралда ғына йәшәмәгән. Улар Урал менән Арал аралығын биләгән. Ҡытай сығанаҡтарының 643 йылдағы йылъяҙмаһында "башукули" ("башҡорт") халҡы телгә алына. Әммә телгә алыныуы ғына был этнонимдың тап шул быуатта барлыҡҡа килеүен аңлатмай.
Бөрйәндәр, тағы ла төрлө ырыуҙарҙың тарихына бәйле сығарған китаптарыңдан тыш, тағы ла ниндәй темалар өҫтөндә эшләйһең? Ниндәй яңы табыштарың бар?
- Әле "Урта быуат сығанаҡтарында башҡорттар һәм Башҡорт иле" тигән китап әҙерләйем. Китапта ғәрәп һәм фарсы сығанаҡтарында башҡорттар һәм Башҡорт иле хаҡындағы барлыҡ мәғлүмәттәр һәм уларға комментарийҙар урын аласаҡ. Күптәр, мәҫәлән, Иҙрисиның башҡорттар хаҡында әйткән фекерҙәренә таяна, әммә үҙҙәре Иҙрисиның китаптарын ҡулына ла алып ҡарамай. Уларҙың яҙғандарын төп сығанаҡтағы менән сағыштырһаң, мәғлүмәттәр бөтөнләй тура килмәй. Шуға күрә, тарихсылар ул сығанаҡтарҙы үҙ күҙҙәре менән уҡыһын өсөн уларҙы баҫтырып сығарырға кәрәк, тип иҫәпләйем.
Бөрйәндәр хаҡында мәғлүмәтле кеше булараҡ, һиңә шундай һорау: бөрйәндәрҙең башҡа башҡорт ырыу-ҡәбиләләре араһында тотҡан урыны нимәгә ҡайтып ҡала?
- Мин бында тик бөрйәндәр хаҡында ғына әйтергә теләмәҫ инем. Сөнки һәр бер ырыу үҙенсә ҡыҙыҡлы. Табындар, мәҫәлән, Сыңғыҙхан традицияларын үҙендә һаҡлаусылар, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары тарихы ла биҡ ҡыҙыҡлы. Ҡыҫҡаһы, һәр башҡорт ырыуының халыҡ тарихында үҙенең урыны һәм йөҙө бар. Башҡорт йәмғиәтендә тиҫтәләгән мең кешене тәшкил итеүсе ырыу менән 500 кешенән торған ырыуҙың бер үк кимәлдәге статусы булған. Себер ханлығының төп көсөн башҡорт ырыуҙары тәшкил итһә лә, Силәбе яғының ғалимдары уларҙы "төрки телле ырыуҙар" тип кенә атау яғында.
Төркиләшкәнгә тиклем бөрйәндәр ниндәй телдә һөйләште икән? Ул телде хәҙер киренән тергеҙеү мөмкинме?
- Ул иран, алан теленә яҡын тел булған һәм уны киренән тергеҙеү мөмкин түгелдер тип иҫәпләйем. Мин үҙемдең китабымда хазарҙарҙың иран телле булыуы хаҡында яҙғайным. Хәҙер килеп, көтмәгәндә минең фекерем раҫланды. Рәсәй телсеһе Мудрат хазар руналарын уҡыуҙа ҡатнашып, бөрйәндәр менән хазарҙарҙың бер тамырҙан булыуын иҫбат итте.
Һинең Салауат Юлаев хаҡындағы телефильмыңды ҡарағас, шундай һорау биргем килде: совет осоро идеологтары синфи көрәштә ҡатнашыусы милли батырҙы күтәреү ихтыяжы килеп тыуғас, ни өсөн фәҡәт Салауат Юлаевты һайланы икән?
Салауат шәхесенең әһәмиәтен һис тә кәметмәйенсә, ошо уҡ урынға, әйтәйек, Алдар батырҙы ла ҡуйырға мөмкин бит...
- Мамин Сибиряк яҙмаларында башҡорттарҙың революцияға тиклем үк Алдар батырҙы ла, Салауат батырҙы ла, Ҡараһаҡалды ла, Сәйет батырҙы ла маҡтап дан йырлауҙары хаҡында әйтелә. Шуға күрә мин, Салауатты совет дәүере идеологтары һайлап алған, тигән фекер менән килешмәҫ инем. Минеңсә, йәрәбәнең Салауат өлөшөнә тура килеүендә Пушкин ҙур роль уйнағандыр. Шағир "Пугачев тарихы"ның алтынсы бүлегендә Салауатты "свирепый Салават" тип атай бит.
Башҡорт ихтилалдарына ҡарата төрлө ҡараштар әйтелә. Хатта "Ниңә кәрәк булған беҙҙең атай-олатайҙарға шул тиклем ҡан ҡойорға? Ана, батшалыҡҡа ҡаршы сыҡмаған халыҡтар һаҡланып ҡалған бит", тип белдереүселәр ҙә бар...
- Әгәр ҙә башҡорттар ике быуат буйына империяға ҡаршы һуғышмаһа, батшалыҡҡа ҡаршы сыҡмаған халыҡтар хәҙерге ваҡытта һаҡланып ҡалыр инеме икән? Минең тәрән инаныуым буйынса фәҡәт башҡорт ихтилалдары һөҙөмтәһендә Рәсәйҙә Ислам дине һаҡланып ҡалған. Сөнки XVII быуатҡа Волга буйындағы 400 мең мосолмандың яртыһы суҡындырыла. Башҡорттар 1917 йылға тиклем үҙҙәренең дә һәм башҡаларҙың да хоҡуҡтарын һаҡлап ҡала. Фәҡәт башҡорттарҙың батшалыҡҡа ҡаршы аяуһыҙ һуғышыуы арҡаһында Волга-Урал буйына крепостной право килеп етә алмай.
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.
КИРЕ СЫҒЫРҒА