Быйылғы йыл йондоҙнамә буйынса Әтәс (Тауыҡ йылы ла тиҙәр) йылы тип нарыҡлана. Иҫке йылды оҙатып, яңыһын ҡаршылағанда, һәр кемдең күңеле матур өмөттәр менән генә мөлдөрәмә тулы булғанда, беҙ барыбер ҙә был йорт ҡошо алып киләсәк йылдың нисек буласағы менән ҡыҙыҡһынмай булдыра алманыҡ һәм һорауҙарыбыҙҙы Әтәс йылында тыуған билдәле шәхестәргә төбәнек. Ниндәй икән ул әтәстәр? Был йылда тыуғандарҙан нимәләр көтөп була? Ҡунаҡтарыбыҙ - Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Венер КАМАЛОВ һәм яҙыусы, тележурналист Сәрүәр СУРИНА.
Башта уҙған йылды йомғаҡлап китәйек. Нисек кенә булһа ла, Маймыл йылы үтеп китте һәм унда ла беҙҙең өсөн ҡәҙерле, мөһим булған мәлдәр, эштәр, кешеләр ҡалды, шулай бит? Үтеп киткән йыл ниндәй ваҡиғалары менән иҫтәлекле булды һеҙгә, йәки уҙған йылды ҡабаттан йәшәргә теләр инегеҙме?
Венер Камалов: Ул кәбисә йылы минең өсөн ауыр миҙгелдәрҙең береһе булды. Әгәр шундай ҙур юғалтыуҙар кисермәһәм, мин уның кәбисә булыуына иғтибар ҙа итмәгән булыр инем. Был йыл үҙенең рәхимһеҙ булыуына ышанмаҫ ерҙән ышандырҙы. Бер туған ғына ҡустымдың улын юғалттыҡ. Был ҡайғыбыҙҙы әле бер йыл ғына баҫа алмаҫ. Ата-әсәһе өсөн бер ғүмер ҙә... Унан үҙемә дүрт ай буйына дауахана тупһаһын тапарға тура килде. Шулай уҡ бер нисә яҡын, аралашып йөрөгән кешеләремде лә һуңғы юлға оҙаттым. Ҡыҫҡаһы, ҡаза артынан ҡаза килеп тик торҙо, шунлыҡтан, мин был маймылдың тағы ла нимәләрҙер ҡылмай ғына үтеп китеүен һәм барыбыҙҙың да иҫән-һау булыуын теләнем. Ижад яғына килгәндә иһә, әллә өҫтөнә ауырлыҡтар ишерелгәндә кеше әүҙемерәк булып китәме икән - сентябрь айында ғына эшкә сығыуыма ҡарамаҫтан, бына өсөнсө премьерама әҙерләнәм. Береһендә хатта Әтәс роле тәтене әле үҙемә.
Сәрүәр Сурина: Беҙ элек ул йылдарҙың атамаларын да, кәбисәнең ни икәнен дә белмәнек бит. Әммә ололарҙың телендә йылды күҙаллаған "Һыйыр йылы һыйлы булыр" йәки "Ҡуй тыныс та туҡ булыр" тигән кеүегерәк әйтемдәр һәр саҡ йәшәне. Маймыл йылын ҡаршы алғанда, был йыл ижад итеүселәргә уңышлы йыл буласаҡ, тип уҡығайным. Был минең өсөн бер көйләнеш кеүек булды. Ысынлап та, илһамланып эшләнем. Шул ижад емештәремдең береһе - Ҡырмыҫҡалы районында үткәрелгән башҡорт милли уйындары байрамы булды. Халҡыбыҙҙың ылаҡ, таш ырғытыу, уҡ атыу, ҡыҙ ҡыуыу кеүек онотолоп барған уйындарын тергеҙеп, бар ғәмгә сығарҙыҡ. Быларҙан тыш, шәхси ижадым да ярайһы ғына үҫеште. Шулай итеп, мин уҙған йылға үпкәләй алмайым.
Бөгөн йондоҙнамә тигән төшөнсә аңыбыҙға ярайһы уҡ нығынып инеп ултырҙы. Зәңгәр экрандарҙан көн дә шуны һөйләйҙәр, баҫмаларҙа улар үҙәк урынды биләй, интернет тулған. Ышанмаҫ ерҙән ышанып ҡуяһың ҡайһы саҡ...
Венер Камалов: Дөйөм алып әйткәндә, мин йондоҙнамәне буш нәмәлер, тип уйламайым. Борон-борондан йондоҙҙарҙы кешеләр өйрәнгән, улар буйынса карталар төҙөгән, киләсәкте күҙаллаған, хатта үҙебеҙҙең абруйлы "Урал батыр" эпосы ла, ниндәйҙер кимәлдә шул йондоҙлоҡ календары ул. Шунлыҡтан, уларҙа ниндәйҙер сер бар, минеңсә.
Сәрүәр Сурина: Етмешенсе йылдарҙа килеп инде беҙгә йондоҙнамә тигән нәмә. Шул саҡта ғына мин, мәҫәлән, Әтәс икәнемде белдем. Друидтар, Ҡытай, Япон, көнсығыш календарҙары алып килде уларҙы. Беҙҙең халыҡта борондан йондоҙҙарға айырым ҡараш булғанлығы билдәле. Юл билдәләү, һауа торошон, миҙгелдәрҙең нисек килеүен самалау һәм башҡа осраҡтарҙа йондоҙҙарға мөрәжәғәт иткәндәр. Уларҙан тыш, тағы ла йондоҙҙар менән бәйле серҙәр ҙә булғандыр, уныһын беҙ әлегә си-сә генә алмайбыҙҙыр. Быларҙан тыш, йондоҙҙарҙың рухи үҙенсәлеге лә көслө генә. Кеше бит, мәҫәлән, ҡояш ни тиклем кәрәгерәк булһа ла, сәғәттәр буйы ҡояшҡа текәлеп ултыра алмай. Ә йондоҙҙарға ҡарай. Йәки йондоҙ атылғанда, емелдәгәндә теләк теләү, юрау, өмөтләнеү кеүек туҙға яҙылмаған йолалар ҙа бар бит әле...
Ихатаға килеп ингәндә урамда ниндәй генә ҡош-ҡорт булғанда ла барыбер ҙә иң беренсе әтәс күҙгә салына. Ул был йорттоң ҡото булып йөрөй хатта. Шунлыҡтан, Әтәс йылында тыуғандарҙы ла иғтибар үҙәгендә булыусан, ҡупшы, һауалыраҡ, тиҙәр. Йондоҙнамә лә уларҙы үҙҙәрен ярата белеүсе, тура һүҙле, егәрле, ҡыҙыу ҡанлы кешеләр, ти. Ошондай ҡылыҡһырлама менән килешәһегеҙме? Һеҙ үҙегеҙ ниндәй әтәстәр?
Венер Камалов: Өйҙә үҙемдән башҡа ике ҡыҙым - әтәс. Ҡатыным, шаяртып: "Кетәктә йәшәйем", - тип ҡуя. Ул үҙе маймыл һәм йондоҙнамәлә, маймыл әтәсте ярата, тиелгән, миңә шуны белгәс - булған. Ә былай, етди әйткәндә, ниндәйҙер кимәлдә тура ла киләлер кеүек. Мин ғаиләмдә барыһының да күҙ уңымда булыуын, хәстәрем аҫтында йәшәүен хуп күрәм. Туғандарымды ла шуға өйрәткәнмен. Хатта сит ҡалаларҙа, өлкәләрҙә йәшәгәндәренең дә хәлен белешеп торорға тырышам. Улар үҙҙәре лә бар мөһим эштәрен дә кәңәшләшеп башҡара. Әтәс кеүек иртә торам һәм барыһын да уятып алам. Тиҙ ҡыҙып китәм, шул уҡ ваҡытта тиҙ ҡайтам да. Ғорурлыҡ тигән нәмә башҡорт ир-егеттәренең барыһында ла етерлектер. Хужалыҡ эштәрен үҙем контролдә тотам. Сағыулыҡ, иғтибар үҙәгендә булыу тигәндәргә минең һөнәр үҙе үк ҡысҡырып тора. Бынан бер ҡайҙа ла ҡасып булмай. Кеше менән низағҡа инеп бармайым, әммә үҙ позициямды тотам.
Сәрүәр Сурина: Миңә әтәстең "романтик" тигәне тура килә. Романтиклығым ошо йәшемдә лә һис кенә лә кәмемәгән. Тағы ла "мауығыусан натура" тигәне оҡшай. Мин тап шундаймын. Эшләгән эшем, уҡыған китабым йәки башҡа нәмә менән ныҡ мауығып китәм. Был, бер яҡтан, яҡшы булһа, икенсе яҡтан, ауыр ҙа. Әленән-әле бөтөн күңелде аҡтарып сығарып һалырға тура килә.
Әтәс ул тағы ла үҙ өҫтөнә үтә яуаплы эштәр ала һәм, иң ҡыҙығы, шуларҙы эшләй алам, тип уйлай. Унан һуң шул эштәрҙе нисек тә атҡарып сығара барыбер. Был - тап мин! Ғөмүмән, бала сағымдан мажара, тәүәккәллек яратам. Мажараға юлығыу өсөн дә тәүәккәллек кәрәк бит. Йә - бар, йә - юҡ, тигән хәлдәргә ҡалам йыш ҡына. Ошондай мәлдә минең көсөм арта, әллә ҡайҙан тиҙ уйлай, эшләй, өлгөрә, белә, һиҙә торған яҡтарым асыла ла китә. Ҡәҙимге йонсоп йөрөгән рәүештән ҡапыл икенсе бер донъяға килеп сыҡҡандай булып һелкенеп, булмышыңды уятып ебәрәһең дә, шул халәттә йәшәп алаһың.
Әтәсте, маҡтансыҡ, тиҙәр. Әммә мин уны маҡтансыҡ түгел, ә фәлсәфәсе, тиер инем. Ул үҙ уйҙарын ҡысҡырып һөйләй. Шуныһы маҡтаныу булып күренә. Шул уҡ ваҡытта әтәс әйткән һүҙенең кәрәклеген белә, һүҙе өсөн яуап бирә ала. Ул бушҡа "ҡысҡырмай".
Мин "әтәстәрҙе" яратам, үҙем әтәс булғанға ғына түгел. Улар араһында эстәлекле, мәғәнәле, тәрән кешеләр күп. Улар тормошто яратҡан, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай йәшәргә тырмашып ятҡан көслө шәхестәр. Мин аралашҡандарынан, мәҫәлән, Гөлсирә Ғиззәтуллина, Йомабикә Ильясова, Әлмира Ҡыуатова, Земфира Ҡәйепҡолова, Әнисә әхирәтем һ.б. Был ҡатын-ҡыҙҙар шаярған ерҙә шаяра, әйткән ерҙә әйтә беләләр. Донъя байлығына түгел, ә рух байлығына ынтылалар. Шулай ҙа әтәстәр ярлы ла йәшәмәй, сөнки улар хәстәрләй белеүсән.
Яңы йылдан ниндәйҙер мөғжизә көтөү бар бит шулай ҙа. Мин быны бала саҡ ғәҙәте генә икән тиһәм, баҡтиһәң, олоғайғас та була икән ундай нәмә. Әтәс булараҡ, Әтәс йылынан башҡаларға ҡарағанда күберәккә, мулыраҡҡа өмөт итмәйһегеҙме?
Венер Камалов: Бындай мөғжизә көтөүҙәр бөтәбеҙҙә лә бар инде ул. Һәр кемдең күңеленең иң төбөндә бындай тойғо йәшәй. Минең уйлауымса, был тойғонан оялырға ла, уны йәшерергә лә ярамай. Балалыҡ хистәре юйылған күңел йәнһеҙ булалыр, иң саф, иң керһеҙ саҡтың бер матур сатҡыһы бит инде ул. Мәҫәлән, ижади кеше булараҡ, ниндәйҙер ижади үрҙәргә ынтылаһың да тораһың ул. Был юғары уңыштар тигәнде генә аңлатмай. Ә ниндәйҙер көтөлмәгән асыштар, күренештәр, рухи үҫеште барлыҡҡа килтерә торған яңылыҡтар көтәм. Үҙемдең йылым булыуы мөһим дә түгел, ярайһы уҡ тәжрибә туплаған оло кеше, атай кеше булараҡ, әлбиттә, иң беренсе балаларыңа, туғандарыңа һәм уларҙы уратып алған йәмғиәткә именлек теләйем. Элегерәк бына ошондай төшөнсәләр ғәҙәти, уйһыҙ ғына әйтелгән теләктәр булһа, хәҙер ошондай һүҙҙәргә иғтибар итә башлайһың һәм ул теләктәрҙе еткергәндә лә ысын күңелдән, уйлап, мәғәнәһен төшөнөп ҡулланаһың икән. Тормош шулайтып бөтә нәмәнең дә ысынбарлығын аңғарта икән ул.
Сәрүәр Сурина: Беҙҙең бер ағай бар, уның алдында алдағы пландарың, хыялдарың тураһында әйтеп ысҡындырһаң, ул: "Туҡта, иң мөһим нәмәне оноттоң", - тип туҡтата. Киләсәктән нимәлер көтөр, һорар алдынан иң башта Аллаһы Тәғәләне тәбрикләп, шөкөр ҡылып, уның ризалығын һора һәм шунан ғына киләсәгең тураһында уйла, тип әйтергә ярата. Ысынлап та. Беҙ күп осраҡта шул хәҡиҡәтте онотабыҙ. Мин дә иманлы булыу эстә, күңелдә һәм был һәр кемдең үҙ эше, тип тә ҡуям. Тик шул уҡ ваҡытта бының мөһим икәнен дә беләм. Ошоларҙан сығып, Әтәс йылынан көтә торғандарым: Аллаһ ни бирер - шул булыр.
Йылға теләгем дә бер аҙ фәлсәфәлерәк булыр, бәлки. Ҡурала, урамда әтәс йөрөмәһә, уның күрке булмай, тинек. Шуның кеүек, ғаиләлә лә әтәстең - ир-егеттең булыуы зарур. Ир заты - ғаиләнең ҡото, уның башлығы. Атайҙар булмаған ғаиләләрҙә ир балаларҙы шул вазифаға әҙерләп үҫтерергә кәрәк. Ир балаға бәләкәйҙән әтәс миссияһы һалынһын ул. Әйҙә, ул үҙен бер аҙ юғарыраҡ, мөһимерәк итеп тойһон. Ул саҡта яуаплылыҡты ла күтәреп өйрәнәсәк.
Ҡартәсәйемдең бер һүҙе хәтеремдә әле. Ул, ирҙәрҙең барыһы ла әтәс, тип ҡабатларға яратты йыш ҡына. Беҙ, йәштәр, көләбеҙ. Ул әйтә: "Ә ул насар түгел, беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, ана шуны, ир-егеттең әтәс булыуын аңламағанға ла күп илайбыҙ", - ти. Йәғни, ир балаларҙың, ирҙәрҙең ихтыяжын хөрмәт итеү тураһында ҡартәсәйем беҙгә уйнап-көлөп түгел, ә бик уйланып, нәсихәт итеп әйтә торғайны. Йәшәй-йәшәй, үҙем өс ир бала үҫтергәс, мин быларҙың ғаилә нигеҙен тота торған ҡанундарҙың береһе икәнен аңланым. Шуға үҙем дә шулай тип ҡабатлайым: ниндәй йылда ғына тыуған булһа ла, ир-егетте әтәс итәйек. Булһындар хужа: ҡураға ла, өйгә лә, илгә лә.
Һеҙ икегеҙ ҙә ижад кешеләре, журналистикала, әҙәбиәттә, сәнғәттә, телепроекттарҙа һеҙҙең исем танылғандар араһында. Өйҙә лә шул эш кәйефе, уй-пландары менән йәшәйһегеҙме, әллә был ике донъяны айырыу мөмкинлеге бармы? Ғаилә ағазаларығыҙ һеҙҙең һөнәрҙе, танылған кешеләр булыуығыҙҙы, ижади эшләүегеҙҙе һанлаймы, аңлаймы, тигәндәй?
Венер Камалов: Мин был ике донъяны бер нисек тә бер-береһенән айыра алмайым. Уйнайһы ролдәрем башыма ғына инеп ултырмай, улар эсендә "йәшәп" алырға тура килә. Был мәлдә мин шул роль юҫығында үҙгәрә биреп киткәнлегемде лә һиҙәм хатта. Әгәр уны өйгә ҡайтҡас онотам икән, тимәк, ул образ мине яулай алмаған, тимәк, уны уйнап маташырға ла кәрәкмәй.
Беҙҙең ғаиләлә, мәҫәлән, "һин - артист" тигән пафослы ҡараш та, һүҙ ҙә юҡ. Ҡатыным да, ҡыҙҙарым да, туғандарым да был һөнәрҙең әллә күпме рухи һәм физик көс талап иткән ҡатмарлы хеҙмәт икәнен аңлай. Шуға ла кәйефемдең, хәл-торошомдоң төрлө үҙгәрештәрен дә тейешенсә ҡабул итә белә. Мин дә ижад кешеһемен, тип, ерҙән ысҡынып китмәҫкә икәнлекте лә беләм. Ә бындайҙар, үкенескә ҡаршы, арабыҙҙа етерлек. Ниндәй генә һөнәр эйәһе булһам да, мин иң беренсе ғаиләмде аҫыраусы.
Минең билдәле булыуым шул уҡ ваҡытта ғаиләмә лә яуаплылыҡ өҫтәй. Ҡыҙҙарым мәктәптә лә, ҡайҙа ла, кем балаһы булыуын онотмай, йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырыша. Театрға спектаклдәрҙән тыш та килеп, репетицияларҙы ҡарап, минең уйнаған ролдәремде тикшереп, анализлап ташлайҙар ҡай саҡ. Икеһе лә артист булырға хыяллана, мин иһә уларҙы икенсерәк юҫыҡҡа бормаҡсымын. Ошо хәлдә һеҙ минең эш менән шәхси тормошто айырып ҡарағыҙ инде.
Сәрүәр Сурина: Мин бит инде дүрт бала әсәһе. Тик быны күптәр белмәй генә. Үҙебеҙҙең эштә генераль директорҙың секретары бер мәл минең дүрт балам барлығын белгән дә (туғыҙ йыл бергә эшләгәндән һуң!): "Сәрүәр апай, мин һеҙҙе ҡарт ҡыҙҙыр, тип уйлағайным", - тип көлдөрҙө. Яҙыусылар берлегендә лә күп балалы әсәйҙәрҙе ҡотлағанда мине бер ваҡытта ла телгә алманылар. Бер ҙә үпкәләмәнем, эстән генә йылмая ла ҡуя инем. Әлбиттә, бер иланым. Иҡтисадсы булып оҙаҡ йылдар бергә эшләгән апай: "Бер больничныйға китмәнең, балаларың ауырыманы, ахыры. Эшләйһең дә эшләйһең", - тигәс, тартмамдағы бер ҡосаҡ тапшырылмаған больничныйҙарҙы ҡарап, күңелем тулып китте. Ауырымай буламы инде, ярай, ирем һәйбәт ине, ятаҡта йәшәгәндә күрше-күлән, вахтерҙар барыһы ла бала ҡарашты.
Һорауға тура яуап биргәндә, мин эш менән ғаилә тормошон айырырға тырыштым. Эшемдең ауыр булыуы, һәр ваҡыт командировкаларҙа йөрөү, балаларға тейешле иғтибар бирә алмау миндә ғаиләм алдында ғәйеплелек тойғоһо яралдырҙы. Һәр ваҡыт күңелемдә "Эх, бер көн үҙемде тулыһынса балаларға ғына бағышларға кәрәк ине", тигән уй йәшәне. Шуға, өйҙә эш хаҡында бөтөнләй һүҙ ҡуҙғатмаҫҡа тырыштым. Улар ҙа минең эш һөйләгәнемде яратманы, мин үҙем, әсәй булараҡ кәрәгерәк инем. Ял көндәрендә шуға балаларым менән бергә экскурсияларға, ауылға барҙым, уйындар уйлап сығарҙым, әкиәттәр һөйләнем. Хатта уларҙы командировкаларға ла эйәрткән саҡтарым күп булды. Ниндәй тарафҡа сыҡһам да яҡын таныштарым, туғандарым булды. Мин эшләйем, балаларым ер-һыу күрә, һыу инә, еләк йыя... Был тәңгәлдә телевидениела бергә эшләгән коллегаларыма рәхмәтлемен, берәүҙән бер ҡырын ҡараш булманы. Киреһенсә, водителдәргә тиклем балаларымды килеп тейәп алып китә, кәрәкле урынға илтеп ҡуя, минең мәшәҡәттәремде еңеләйтергә тырыша ине.
Бөгөн минең ете ейәнем бар. Улар барыһы ла минең Сәрүәр Сурина булыуымды белә, яҙғандарымды ваҡытында балаларым уҡыһа, бөгөн ейәндәрем дә таныша килә. Элек тә, әкиәт яҙһам, иң беренсе балаларыма уҡыным. Арыҫлан тигән улым барометр кеүек ине. Иғтибарын ситкә ебәрә икән, тимәк, бында нимәһелер етешмәй, тип уйлайым. Әле лә яҙғандарымды шул юл менән тикшерәм, бер ниндәй башҡа анализ да кәрәкмәй.
Әлеге һеҙ һөйләгән ижадты ла, ғаиләне лә, башҡа мөнәсәбәттәрҙе лә һәм дөйөм донъяны хәрәкәттә тотоусы көс - ул мөхәббәт, тиҙәр. Бөтөн ошо эш-мәшәҡәттәр, ҡайнап торған атмосфера, проблемалар араһында туҡтап ҡалып, ошо хис хаҡында уйланғанығыҙ бармы? Әллә был тик йәштәргә генә хас, тип иҫәпләйһегеҙме?
Сәрүәр Сурина: Олоғая барған һайын "мөхәббәт" тигән һүҙ, шул төшөнсә ҡәҙерлерәк була бара икән ул. Ә уның башланғысы тап йәшлектә. Донъяны танып белеү өсөн әҙәмгә Аллаһы Тәғәлә тарафынан мөхәббәт тигән көс бирелә. Тормоштағы ниндәй генә хәлдәр ҙә юйыла, төҫһөҙләнә ул ваҡыт үтеү менән, ә мөхәббәтен онотмай кеше. Хатта яратҡанының төҫөн дә иҫләмәҫкә мөмкин, ә тойғоһон, кисерештәрен шул сағыулыҡта һаҡлай.
Минең бөгөнгө ҡарашымдан, мөхәббәтле булғанда ғына һин ошо көндөң матурлығын, эргәңдәгеләрҙең ҡәҙерле булыуын, йәшәргә теләгәнеңде тояһың. Ул донъялағы бар мөнәсәбәттәргә лә, хәл-тороштарға ла тәм, тат өҫтәүсе лә. Бәхетлеме-бәхетһеҙме, зарлымы-йырлымы, мөхәббәт ул Аллаһы Тәғәләнең кешегә булған оло бүләге. Ул беҙгә шундай күп мөхәббәт асҡыстары бирә, уны һәр кем үҙ фиғелендә ҡуллана ала. Ир менән ҡатын араһында ҡайнар мөхәббәт бар икән, әйҙә, был хис уларға бәхет килтерһен. Кемдер илен хәстәрләүҙе беренсе урынға ҡуйған икән - хөрмәткә лайыҡ. Балаларын һайлаған икән - ҡәҙергә төрөнөр һ.б. Хатта, мәҫәлән, тел өйрәнгәндә лә, ул телде яратмаһаң, өйрәнеүе бик ауыр. Күршеңде яратмаһаң да йәшәүе ҡыйын. Бергә йәшәгән кешеңде һөймәһәң дә, ғүмерҙе заяға уҙғарыу, уны ла, үҙеңде лә сарсатыу була. Шунлыҡтан, мин мөхәббәттән баш тартмайым, уны һайлайым.
Венер Камалов: Халыҡта "мөхәббәтһеҙ" тигән һүҙ бар. Ғашиҡ булмаған кешегә түгел, ә донъяға һөйөү менән ҡарай белмәгәнгә әйтәләр быны. Минеңсә, мөхәббәт бөтә йәштә лә кәрәк. Башҡаларҙы ярата алыу - ул һинең эске донъяң тәртиптә, тигәнде аңлата. Тимәк, һинең күңелең сәләмәт, һин унда башҡаларҙы ла һыйҙыра алаһың. Ижади тормошта был бигерәк тә мөһим. Мин бергә эшләгән кешеләрем менән "һаумы-һаумы" тигән генә кимәлдә аралашмайым бит, улар менән үтә лә яҡын булып, хис-тойғолар алмашыу халәтендә эшләргә тура килә. Әгәр уларҙы ҡабул итә алмаһам - нисек булыр ине? Ғөмүмән, кеше эштә лә, ғаиләлә лә мөхәббәтле мөхиттә йәшәргә тейеш.
Ә бая Сәрүәр апай әйткән "ир-егет - әтәс" тигән фекерҙе үҫтереп, мин быны ла мөхәббәттең бер төрөнә индерәм. Нисек кенә ҡараһалар ҙа, "әтәслек" ирлек һөйөүенең бер төрө, ирҙәрҙең физиологияһы ул.
Һеҙҙең менән һөйләшеп тә, тел-милләт мәсьәләһен ҡуҙғатмаһаҡ, ғәйеп булыр кеүек. Бөгөн ул ҡырҡыу һорауҙарҙың береһе, тибеҙ ҙә, ошо урында, әллә был мәсьәләне үҙебеҙ артыҡ ҡырҡыулаштарып ебәрәбеҙме икән, тип тә уйлап ҡуйыла. Бәлки, беҙҙең хәл, күп кенә башҡа төрки телле халыҡтар менән сағыштырғанда, улай уҡ насар ҙа түгелдер, ә?
Сәрүәр Сурина: Халыҡтың торошо ул шул уҡ кешенең торошо бит ул. Һәр кеше ауырып та, бошоноп та, бәлә-ҡазаға тарып та ала. Уның сәләмәтлеге бөтөп китә, аҡсаһыҙ ҙа интегергә мөмкин, теге йәки был юғалтыуҙар кисерә. Халыҡ та шулай, ниндәйҙер кисерештәрҙә йәшәй. Бөгөн беҙ матди ярлылыҡҡа ҡалған хәлебеҙҙән нисек тә сығырға маташабыҙ. Был йәшәйешкә яраҡлашып, етешеп, һөнәрҙәребеҙҙе, кәсептәребеҙҙе тергеҙеп көн күрергә тырышып ятабыҙ. Ярлылыҡтың насарлығын аңлап, әле яңы унан ҡурҡа башланыҡ. Башҡорт әле яңы-яңы ике ҡатлы йорттар төҙөргә, ерҙәрҙе үҙләштерергә, иномарка машинала йөрөргә өйрәнә башланы. Матди яҡты ҡайғыртҡанда, тәжрибә күрһәтеүенсә, рухи яҡ аҡһай төшә. Беҙҙең милләт тә әле, үҙен ҡулға йомарлап, иҡтисади хәлен яйлау юлында. Шуға ла уның рухи донъяһы бер аҙ ҡаҡшап китте. Әммә был ваҡытлыса күренештер, тип уйлайым. Шундай көслө һәм айҡап сыҡмаҫлыҡ тарихы булған халыҡтың бындайға ғына бирешеүе мөмкин түгел.
Шул уҡ ваҡытта беҙҙең үҙаңыбыҙ ҙа уяу. Бына ошо иҡтисади көрәш алып барғанда ла, арабыҙҙа рухи мөлкәтебеҙҙе һаҡлап алып китеүселәребеҙ бар. Элекке замандарҙа ла халыҡтың барыһы ла рухи яҡты ҡайғыртып йәшәмәгән. Ундай кешеләр һайланма ғына булған. Әле лә бар улар, шиғри телме, йыр телеме, ҡарһүҙҙәр, ҡобайырҙар, бейеү сәнғәтен, музыка ҡоралдарын йәки эпостарҙы өйрәнеп, киләһе быуынға тапшырыусылар. Былар баҫмалар аша ла, гәзит-журналдар, телевидение, интернет аша ла башҡарыла. Кемдер милли аш-һыуҙы, кемдер милли кейемдәрҙе, характерҙы, йолаларҙы һаҡлаусы булып тора. Берәүҙәр һылыу, икенселәр батыр булып дан ала, өсөнсөләр түрәлектә хөрмәт ҡаҙана. Күрәһегеҙ бит, беҙ аҡтамыр һымаҡ. "Бөтәбеҙ, бөләбеҙ" тигән шөбһәле һүҙҙәрҙе бөтөнләй ситкә ташларға һәм "Йәшәйбеҙ! Артабыҙ! Был ерҙәр беҙҙеке!" тигәнде алға ҡуйырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта саң ҡағыусыларға ла рәхмәт, уларҙың был хафаһы үҙ урынында ҡыңғырау булып зыңлап тора.
Венер Камалов: Әлбиттә, Сәрүәр апай менән мин килешәм, әммә ошо көрсөк мәле оҙаҡҡа һуҙылып китеп, һуңынан аяҡҡа баҫыу ауырға тура килмәһен йәки бөтөнләй мөмкин булмай ҡуймаһын, тип тә шөбһәләнәм. Был арауыҡта күп нәмәләрҙе юғалтырға ла мөмкин. Мәҫәлән, бына әле генә сәсәндәр мәктәбен юғалтҡанбыҙ, тигән һөйләшеүҙәр булды. Бөгөнгө күп байрамдарҙы мин тышҡы ялтырауыҡ итеп кенә күрәм. Төрлө милләт ҡуша ҡайнашҡан шоуҙарға әйләнде хәҙер улар. Һуңғы йылдарҙа хатта милли байрамдарҙы милли байрам итеп кенә үткәрергә лә ҡыймайбыҙ булып сыға бит. Бөтә нәмә сәйәсәткә әйләнде. Тиҙҙән милли тигән йолаларыбыҙ ҙа башҡа милләттәрҙеке менән буталып, ҡатнашып бөтәсәк. Милләттәр дуҫлығы, әлбиттә, яҡшы нәмә, тик беҙҙең айырым мәҙәниәтебеҙ, тарихыбыҙ һәм менталитетыбыҙ бар, шуны онотмайыҡ. Уларҙан яҙһаҡ, беҙ донъя аренаһында бер кем дә булмаясаҡбыҙ.
Мине шулай уҡ ауылдарҙа мәктәптәрҙең ябылыуы бик борсой. Балалар үҙ ауылында уҡымай икән, улар унда ерекмәй ҙә. Тимәк, киләсәктә, беҙҙең атай-әсәйҙәр быуынынан һуң, унда йәшәүселәр ҙә ҡалмаясаҡ, тигән һүҙ. Ҡалала ла башҡорт мәктәптәре бар, тик улар ауыл мөхитен, телдең тәбиғилеген, тәрәнлеген биреп еткерә алмай. Урбанизацияны маҡтайбыҙ, Себергә, сит илгә барып эшләүҙе, йәшәүҙе хуплайбыҙ. Ярай, бөгөн ситтәге милләттәштәребеҙ кем икәнен белә, ә уларҙың киләһе, унан киләһе быуындары тамырҙарын онотасаҡ. Сит мөхит тиҙ йотоусан бит ул.
Минең үҙемдең ун бер йыллыҡ мәктәбе булған, гөрләп торған тыуған ауылым да һүнгән бөгөн. Элекке зыялы хужалар, берҙән-бер башҡорт ауылы, тип, уны йәшәтергә тырыштылар. Берҙән-бер көн ул бөттө лә ҡуйҙы, дөрөҫөрәге, ҡан бирә торған тамырҙарын ҡырҡып, көсләп ҡороттолар. Балалар интернаттарға китте йәки ата-әсәләре, уларҙың киләсәген ҡайғыртып, бөтөнләй күсеп сығып киттеләр. Хәҙер, һанай китһәң, ауылымда бала үҫтерерлек бер ғаилә лә ҡалманы. Хаҡлы ялға сығып, ҡартлыҡ көндәрҙе шунда үткәрергә ҡайтыуға ауылым булһын ине, тип хыялланам да бит...
Шулай итеп...
Әтәстәр менән ошондай еңел һәм шул уҡ ваҡытта фәлсәфәүи мәғәнәле һөйләшеүебеҙ аҙағында Сәрүәр апай Сурина: "Киләсәктә лә милләттәштәремә рухи азатлыҡ, йөрәктәренә бер аҙ батырлыҡ, ғорурлыҡ тойғолары өҫтәлһен ине, тип теләйем. Бөтөн яҡшы башланғыстар ҙа рухи азатлыҡты тойоуҙан башлана..." тине. Беҙ ҙә ҡушылабыҙ ошо теләктәргә һәм... Әтәс йылы мөбәрәк булһын, тип теләйбеҙ.
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА