Заман шәхесе, заман батыры булыу өсөн заманыңдың ниндәй булыуы түгел, ә үҙеңдең кем булыуың мөһим икән шул. Уйлап ҡараһаң, беҙҙең арала "йондоҙ" тип йөрөтөлгәндәр, затлы журнал биттәрен биҙәгәндәр, һөйләгәндә исемдәре беренсе булып аталғандар бихисап. Эйе, улар бөгөн "йондоҙ", ә иртәгә уларҙың исемен иҫкә алған кеше лә булмауы ихтимал. Шул уҡ ваҡытта икенсе төрлө шәхестәр ҙә бар: уларҙы, бәлки, беҙ йөҙгә лә танымайбыҙҙыр, әммә уларҙың башҡарған эштәре бөгөн - ысынбарлыҡ, ә киләсәктә тарих булып йәшәйәсәк. Шундай шәхестәрҙең береһе - Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты директоры, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Зиннур Ғөбәйҙулла улы ЙӘРМӨХӘМӘТОВ менән әңгәмәләшәбеҙ.
Зиннур Ғөбәйҙулла улы, һеҙҙең һымаҡ илһөйәр ир-уҙаманды кемдәр тәрбиәләп үҫтерҙе, улар ниндәй ҡағиҙә-ҡиммәттәрҙе алға ҡуйҙы һәм ниндәй кәңәштәр бирҙе икән?
- Мин Баймаҡ районының Хәсән ауылында тыуып үҫтем. Фронтовик атайым мин иҫ белгәндән Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатының шахтаһында эшләне. Утлы юл үтеп ҡайтҡан, унан һуңғы ил ауырлыҡтарын иңдәрендә күтәргән атайҙарҙың тәрбиәһен үҙегеҙ күҙаллайһығыҙҙыр. Улар артыҡ һүҙ һөйләп, иркәләп-бәпләп тороуҙы белмәне, бары хеҙмәтте һәм намыҫты алға ҡуйҙы. Бәләкәйҙән йорт араһындағы эшкә егелдек. Ғәйепле булғанда атайҙың ҡаты ҡулын да, ҡайышын да татырға тура килде. Бер саҡ, хәтеремдә, малайҙар менән тәмәке тәмен тәмләп ҡарарға булып, төтәтеп маташтыҡ. Ул ваҡытта "Бокс" тигән сигареттар сыҡты, шуны ҡулға төшөрөп алғанбыҙ. Таш араһына йәшеренгән дә һымаҡ инек, атайҙарҙың тап эштән ҡайтып килгән юлына тура килгәнбеҙ икән. Атай күреп ҡалып, арыу ғына ҡайышланы. Шул ваҡиғанан һуң тәмәке тигән нәмәгә тотонманым...
1953 йылда Сибайҙың Ҡарағайлы урамына күсеп килдек. Һигеҙ класты ҡала мәктәбенә йөрөп тамамланым да, тау техникумына уҡырға индем. Был хаҡта ғаиләлә артыҡ һөйләшеү ҙә, бәхәс тә булманы, шул һөнәр кешеләрен күреп үҫкән һәм шул өлкәне яҡын күргән бала булараҡ, мин дә таусы булырға ынтылдым. Техникумды тамамлағас, Ҡаҙағстан СССР-ында Майкаин комбинатында эшләнем, армияла йөрөп ҡайттым, бер аҙ ГПТУ-ла мастер булып эшләп алдым һәм белемемде камиллаштырмаҡсы булып, Магнитогорск тау институтына имтихан тоттом. Институттан һуң Силәбе өлкәһенең боронғо башҡорт ерҙәре булған Баҡал ҡалаһында өс йыл тәжрибә тупланым.
Сибайға ҡабаттан әйләнеп ҡайтҡанда мин өс дипломлы белгес инем инде, әммә ул саҡтағы талапсан йәмғиәт өсөн был ғына күрһәткес булмай сыҡты. Тиҙ генә эшкә урынлаша алманым. Ахырҙа, мастер ярҙамсыһы булып, иң түбән баҫҡыстан хеҙмәт юлымды башланым. Артабан комбинатта бүлек етәксеһе булып киттем, рудниктың партком секретары, һуңғараҡ комбинатта ошо уҡ вазифаны башҡарҙым. Туҡһанынсы йылдарҙағы демократия осоронда Сибай ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе, шунан һуң ун ике йыл ҡала хакимиәте башлығы вазифаһында эшләргә тура килде. 1999 йылдан Сибай институтын етәкләйем.
Өс диплом менән ҡайтып та, иң түбән баҫҡыстан эш башланым, тигәндән сығып, шундай һорау: һеҙҙең быуын кешеләре хеҙмәт коллективында ниндәй мәктәп үтте? Бөгөнгө йәш белгестәрҙең эшкә мөнәсәбәте, уларға ҡуйылған талаптарҙы ул заман тәртиптәре менән сағыштырып буламы?
- Ике төрлө быуынды сағыштырыу артыҡ дөрөҫ үк булмаҫ. Сөнки бында идеология мөһим ролде уйнай. Беҙҙең замандың заңы ла башҡа, уҡытыусыһы ла ҡөҙрәтле булды бит. Партияны әйтәм. Был система барыбер ҙә яҡшы кадрҙар тәрбиәләне. Йәғни кеше бала саҡтан иғтибар үҙәгендә тотолоп, хеҙмәт баҫҡыстарында үҫтерелде. Мәҫәлән, үҙегеҙ хәтерләгеҙ әле, пионерға, комсомолға ингәндә һеҙҙең тәртип, уҡыуҙағы өлгәш, йәмғиәт тормошондағы әүҙемлегегеҙ ҡаралмай инеме ни? Ә инде партияға ҡабул ителгәндәге талаптарҙы әйтеп тә тормайым. Үҙең генә түгел, ғаиләң дә, туғандарың да иғтибар үҙәгендә ине. Тимәк, һин яҡындарың өсөн дә яуаплыһың. Тимәк, ғаиләңде тарҡатыр алдынан ете ҡат уйларға тейешһең, тигән һүҙ. Был бит үҙенә күрә бер тәрбиә мәктәбе, тотанаҡлыҡ өлгөһө булған.
Бөгөн ни өсөн күп ойошмалар көрсөк кисерә? Сөнки етәкселәре белекһеҙ. Етәкселектә осраҡлы кешеләр күп. Белеме менән бөтөнләй тура килмәгән кешеләр үҙҙәренә таныш булмаған, ныҡлы өйрәнмәгән системаға етәксе итеп тәғәйенләнә. Бигерәк тә хакимиәттәрҙә, идаралыҡтарҙа осрай бындай миҫалдар. Һыналмаған, тәжрибәһе булмаған, юғары белем хаҡындағы танытмаға ғына эйә булғандар халыҡ менән идара итеп маташа. Ошондай һөнәрһеҙлек, профессионаллек тигәнде һанға һуҡмау булдыҡһыҙ етәкселәр командаһын барлыҡҡа килтерҙе лә инде.
Юғары белем һинең һөнәрмән икәнеңде аңлатмай әле, был һинең шул һөнәрҙе үҙләштереүеңде генә белдерә. Ә һөнәрмән булыу өсөн мотлаҡ ниндәйҙер хеҙмәт юлы үтеү, кешеләр менән аралашып, уларҙы аңлап һәм тыңлап эшләп өйрәнеү, уларға үҙеңдең оҫталығыңды, булдыҡлылығыңды иҫбат итеү кәрәк.
Һеҙ ысын мәғәнәһендә тыуған ерегеҙҙең, үҙ милләтегеҙҙең улы. Тыуған ерҙә ерегеү яҙмыш ҡушыуы булдымы, әллә һеҙ быны маҡсатлы рәүештә эшләнегеҙме?
- Юғары уҡыу йортонда уҡыуҙы тамамлап, Силәбенең Баҡал ҡалаһында ла мин яҡшы ғына эшкә урынлашҡайным. Һөнәрем буйынса эшләү өсөн миңә унда бөтә мөмкинлектәр ҙә булдырылғайны. Әммә тыуған яҡ тартты һәм мин ҡайтып төштөм. Шулай уҡ оҙайлы хеҙмәт юлымда Өфөгә йәки башҡа яҡҡа китеү, күпкә уңайлыраҡ, яйлыраҡ урынлашыу мөмкинлектәре лә булманы түгел. Әммә... Бәлки, был һүҙҙәр артыҡ яңғырауыҡлы ла һымаҡ булыр: тик мине тап ошо тыуған еремдә ерегеү ҡыҙыҡһындырҙы. Мин был ергә күсереп ултыртып булмаған ағас, ағышын үҙгәртә алмаған йылға һымаҡ ереккәнмен...
Минең бергә уҡыған иптәштәрем илебеҙҙең төрлө төбәктәренә таралып, шул яҡтарҙа ғүмер итте. Йәй көнө Сочиҙа төпләнгән иптәштәр менән осрашырға тура килде. Улар диңгеҙ буйында йәшәйҙәр, климат һәйбәт, йәшәйештәре яҡшы. Ҡарап һоҡланырға ғына ҡала кеүек. Әммә осрашыу мәлендә мин уларҙың күңеле барыбер китек икәнен һиҙҙем. Бигерәк тә ғүмеренең ниндәйҙер үренә еткән ир кешелә аңғарыла икән ул күңел китеклеге. Улар күберәк бала саҡтары, тыуып үҫкән ерҙәре, элекке хәтирәләрен һөйләргә, иҫтәлектәргә бирелеп китергә ярата. Хатта шул иҫтәлектәрҙе тормошоноң иң мөһим өлөшө итеп иҫәпләй һәм әлеге тормош ваҡиғаларын иҫләмәй ҙә, тигәндәй. Был үҙенә күрә бер күңел яраһы бит инде ул. Ә күңеле яралының йәшәйештә, эштә, ижадта көсө лә, ҡөҙрәте лә самалы була. Әлбиттә, был һабаҡташтарым да абруйлы хеҙмәт юлы үткән. Әммә сит ер уларҙы эшсе булараҡ ҡына тотонған да, инде пенсияға сыҡҡас, уларҙы иҫләүсе лә, хөрмәтләүсе, оло кеше тип тәбрикләүсе лә юҡ. Тыуған ереңдә иһә һине: "Бына ул шуның заты, шуның ата-бабаһы", - тип булһа ла һанлаясаҡтар. Уйлай китһәң, был төшөнсәнең фәлсәфәһе бик тәрән. "Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ ереңдә олтан бул", ти халыҡ мәҡәле лә, шуның кеүек, мин дә, ни күргәндә лә, ошо ерҙә күрергә булһын, тип уйланым.
Сибай ҡалаһының яҙмышы хаҡында бөгөн төрлө күҙаллауҙар, фекерҙәр бар. Тау комбинаты нигеҙендә төҙөлөп, шуның көсө менән йәшәгән ҡаланың, комбинаттың кәре ҡайтҡас, яйлап һүнә барыуы тураһындағы хәүеф тә тойолоп ҡалғандай. Ошо хәүефте дөрөҫләйһегеҙме?
- Был хаҡта юғары кимәлдәге һөйләшеүҙәрҙә лә әйткәнем булды. Ҡаланы йәшәтеү өсөн уның бығаса булған мөмкинлектәрен ҡулланып көн итеү генә аҙ, ә киләсәктә тереклек итеү юлдарын уйларға, табырға кәрәк. Һәм был бынан күпкә алдан уйланырға тейеш ине. Барыһын да күҙаллап алып барыу, контролдә тотоу, идара итеү өсөн етәксе көслө һәм белемле булырға тейеш. Быларҙан тыш, шул ерҙә йәшәгән халыҡтың ихтыяжын да төшөнөү зарур. Юғиһә, ҡалабыҙҙа ике-өс йылға ғына килеп киткән етәкселәр, образлы әйткәндә, уның һауаһын да һулап өлгөрмәй. Ә ҡалаға ниндәйҙер файҙалы эштәр атҡарыу хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Ҡала йәки район етәксеһе булыу, был яуаплы вазифаға инеп алыу, бөтөн тәрәнлеген төшөнөү өсөн кәм тигәндә ун йыл ваҡыт кәрәк, минеңсә. Тәүге өс-дүрт йылы адаптация осорона инһә, ары ғына һин емешле, эҙмә-эҙлекле күрһәткестәр бирә, ниндәйҙер пландарыңды тормошҡа ашырыуға өлгәшә башлаясаҡһың. Һуңғы йылдарҙа беҙҙең ҡала уйынсыҡ урынына ҡулдан-ҡулға тапшырылып, әрһеҙләнеп ташланды.
Республикала төрлө программалар бар, улар йылдан-йыл ҡабул ителеп тора. Шуларҙы тейешле юҫыҡта файҙалана белеү ҙә эш һөҙөмтәһендә сағылмай ҡалмай. Мәҫәлән, ТОР (территория опережающего развития) программаһы бар. Ни өсөн Сибай ошо программаға эләкмәй? Унда әлеге мәлдә Бәләбәй, Нефтекама, Мәләүез, Белорет һ.б. ҡалалар бар. Был программа сиктәрендә улар тәүге траншта уҡ биш йөҙ миллион һумлыҡ файҙа ала. Күпме эш урындары, предприятиелар асырға булыр ине. Быларға ярашлы һалым льготалары була. Асылда, ошоларҙы тормошҡа ашырыуға бер нәмә лә ҡамасауламай. Бары теләк һәм ынтылыш ҡына кәрәк. Шулай уҡ халыҡ һүҙен, халыҡ зарын ишетә белеү кәрәк.
Заманында Урал аръяғындағы бер күренеш булған Сибай институты ла көрсөк кисерә, уның да хәле ҡыл өҫтөндә, тигән шом булды бер ваҡыт...
- Бындай шом һәм шау-шыу сығарырға теләгәндәр маҡсаттарына өлгәшә алманы, тип уйлайым. Әлбиттә, илдәге үҙгәрештәргә, заман ауырлыҡтарына, оптималләштереү һәм башҡа күренештәргә ҡарата беҙҙең дә реакция булды, әммә кире түгел, бары тик ыңғай ғына. Был ҡәҙәре бай базала, ныҡлы нигеҙҙә ултырған институт бындай ғына һынауҙарға бирешеп тормаясаҡ. Ниндәйҙер бүлектәр ябылһа, заманға, һөнәр баҙарына яраҡлаштырып, икенсе төрлөләре асылды. Коммерция нигеҙендә йәки башҡа төрлө уңайлы шарттарҙа уҡыу мөмкинлектәре тыуҙырылды. Һөнәр үҙләштереүҙән тыш, шәхес булараҡ үҫешеү өсөн дә өҫтәмә шарттар булдырыла тора. Беҙҙең уҡыу йортонда бит студентты бөтөн яҡтан да формалаштырыуға ҡулайлашҡан профессиональ команда тупланған.
Был институтта бөтөн Урал аръяғы ғына түгел, республика һәм күрше өлкәләрҙән дә әллә нисә быуын уҡып сыҡты. Бөгөн, бәлки, ул ағым юҡтыр ҙа. Беҙ быға ҡайғырмайбыҙ, сөнки уҡыу йорто үҙ маҡсатына өлгәште. Ул кәрәкле мәлендә ошо төбәк халҡын бөтөн көсөнә хеҙмәтләндерә, уларға файҙалы була алды. Күпме башҡортҡа юғары белем алыу юлын асты ул, уларҙың яҙмышын яҡтыраҡ, хыялдарын яҡыныраҡ итә алды. Ә бит был уҡыу йортоноң төп тәғәйенләнеше лә шунда ине.
Студенттарға ҡытлыҡ бөгөн дә юҡ. Туҡһан процент белем алыусыларыбыҙ - башҡорттар. Бындай күренеш тағы ҡайҙа бар? Урамда ауыр эштә йөрөгән милләттәш ҡатын-ҡыҙҙарҙы, ир-егеттәрҙе күргәндә эсем өҙөлөп китә. Белемһеҙ булғанлыҡтан, уларҙың лайыҡлы йәшәү кимәленә күтәрелә алмауына көйөнәм. Нисек кенә тимә, беҙҙең төбәк сағыштырмаса ауыр йәшәй, предприятиеларыбыҙ юҡ кимәлендә, эш урындары аҙ, эшһеҙлекте, мохтажлыҡты йәшереп булмай. Быларҙы күҙ уңында тотоп, түләүле бүлектә уҡыусыларға төрлө ташламалар, ятаҡ хаҡынмы, туҡланыу хаҡынмы бушлай итеү юлдары, түңәрәктәрҙә түләүһеҙ өҫтәмә һөнәр үҙләштереү алымдары ҡарала. Беҙгә килеп ингән йәш кешене нисек тә юғары белемле, заманға ҡулайлаша алғандай һөнәрмән итеп сығарырға тырышабыҙ. Уҡыған кеше - уҡыған кеше бит, уның тәғәйен эше, ашы була. Шунлыҡтан, халҡыбыҙҙың мал көсө менән булһа ла балаларын уҡытырға, һөнәрле итергә ынтылыуын хуплайым.
Әлбиттә, ситтән дә килеүселәр байтаҡ. Миҫал өсөн, әлеге көндә Екатеринбург ҡалаһынан ғына ла ун туғыҙ йәш кеше ситтән тороп уҡый. Ырымбур, Силәбе, Ханты-Манси өлкәләренән яҡташтарыбыҙҙы, милләттәштәребеҙҙе уҡырға саҡырабыҙ. Беҙҙең үҙенсәлек тә шунда - миллилекте юғары тотабыҙ. Әгәр миллилек булмаһа, беҙ башҡа йөҙәрләгән уҡыу йорттары кеүек үк булып, юғалып ҡаласаҡбыҙ. Бына уҡыу йортонда йыл һайын һабантуй үткәреүҙе генә алайыҡ. Бындай йола байрамы башҡа уҡыу йорттарында үткәрелмәй. Беҙ иһә, белем алыусы йәштәребеҙ, киләсәктәге уҡытыусылар, етәкселәр, белгестәр ошо йоланы белеп-күреп, халыҡты ойоштороусы бер сара икәнен аңлап, артабан үҙҙәре лә ошоно уҡ үҙ тәжрибәләрендә ҡулланһындар өсөн ойошторабыҙ.
Үрҙә әйтелгәнсә, башта бер тулҡын булып уҡып сыҡҡандар бөгөн балаларын, хатта ейәндәрен уҡыта беҙҙә. Бына ошоларҙан сығып ҡына ла, Сибай институты үҙ бурыстарын тулыһынса башҡара, һәм ул киләсәктә лә Урал аръяғы халҡы мәнфәғәттәрен ҡайғыртасаҡ әле, тигән өмөттәбеҙ.
Йәштәр менән эшләгән, ҡайнап йәшәгән кеше булараҡ, бөгөнгө башҡорт йәштәренең кимәлен нисек баһалайһығыҙ? Ауыҙлыҡлай аламы улар үҙ заманын, әллә ағым ыңғайында ғына йөҙөп йөрөйҙәрме? Донъя көтөүгә, киләсәк быуынды тәрбиәләүгә барымы бармы уларҙың? Ғөмүмән, тормош теҙгенен ышанып тапшырырлыҡтармы?
- "Башҡорт эсә, башҡорт эсә" тигән ҡалыплашҡан хәбәрҙе күп тылҡып, буяуҙарҙы артыҡ ҡуйыртып ташланы йәмғиәт. Ысынбарлыҡта улай уҡ түгел ул. Үҙебеҙҙә уҡып сыҡҡан йәштәрҙе генә алғанда ла, үҙ райондарына ҡайтып, оло-оло йорттар һалып, ниндәйҙер кәсепкә тотоноп, ғаиләле булып йәшәгәндәр бихисап. Хәҙер йәштәрҙең аңы икенсерәк барыбер ҙә. Улар барлыҡҡа, муллыҡҡа ынтыла белә. Эскелекте һанламайҙар. Эскелек менән ҡунаҡлашыу, эскелек артында аралашыу модаһы юҡ тиерлек улар араһында.
Йәштәргә тормош теҙгене ышанып тапшырырғамы, юҡмы, тигән һорау бөтөнләй торорға тейеш түгел. Киреһенсә, уларға үҙ замандарының хужаһы икәнен иртәрәк төшөндөрөргә һәм шул яуаплылыҡты елкәләренә һалырға кәрәк. Иртәрәк бешекһен, яраҡлашһын, сыныҡһын улар. Йәштәрҙең көслө һәм аңлы икәнен күреп торам, барыһы ла күҙ алдында. Ҡурсаларға, бәпләргә кәрәкмәй уларҙы, киреһенсә, алға ебәрергә лә, арттан ҡарап, өйрәтеп, дөрөҫ йүнәлеш биреп кенә барырға кәрәк. Ошо быуын ҡулында үҫкән быуын тағы ла шәберәк булыр һәм шулай итеп милләт үҙ сәләмәтлегенә ҡайтыр, тип ышанам.
Урал аръяғында күберәк башҡорт милләте йәшәй һәм бөтөн ерҙә лә ошо милли рух өҫтөнлөк итә. Хатта был төбәктә йәшәп, башҡорт булыуы ла рәхәтерәк һымаҡ. Әммә республиканың башҡа төбәктәрендә йәки сит өлкәләрҙә башҡорт булыу ауырыраҡ. "Милләтсе" тигән мөһөр алыу бер ни тормай хәҙер. Һеҙҙе ҡурҡытамы ошондай һүҙ?
- Юҡ, мине бындай һүҙ ҡурҡытмай. Мин үҙ милләтемде яратам, ҡурсалайым, уның киләсәге өсөн борсолам. Һәм, әлбиттә, һайлау торғанда һәр ваҡыт үҙ милләтемә өҫтөнлөк бирәсәкмен. Башҡа милләттәрҙең беҙҙең ерҙә йәшәп, беҙҙең һыуҙы эсеп тә беҙҙе кәмһетергә тырышыуына ҡаршымын. Партия заманында ла ундайҙарға өҙә һуҡтым, әле лә аямайым. Тик мин һуҡырҙарса милләтселекте лә өнәмәйем. Урыҫ, татар һәм башҡа милләттәр араһында ла хөрмәт иткән, яҡын күргән кешеләрем байтаҡ. Шул уҡ ваҡытта башҡорттарҙың да ҡул бирмәҫтәйҙәре юҡ түгел.
Милләттең төп проблемаһы үҙен кәм итеп тойоуында ул. Шуның өсөн белемле булырға, телеңде-рухыңды һаҡларға, башҡалар араһында кәм-хур булмаҫтай йәшәй һәм эшләй белергә кәрәк. Әгәр һин үҙеңде кәм итеп тоймайһың, тартынмайһың, ҡурҡмайһың икән - һине берәү ҙә кәмһетә алмай.
Шул уҡ ваҡытта милли хәрәкәттәр ҙә булһын ул. Әгәр беҙ был хәрәкәтте үҙебеҙҙә ойоштормайбыҙ икән, Рязань йәки Орел өлкәһендә башҡорт милләтен йәшәтеү өсөн көрәшеп йөрөмәйәсәкбеҙ бит инде. Бары был хәрәкәттең ынтылыштарында башҡаларҙы түбәнһетеү түгел, ә үҙебеҙҙе йәшәтеү сәйәсәте ятһын. Һәм реаль эштәр кәрәк. Буш хәбәр һөйләү мәле үтте.
Һеҙҙе үтә талапсан кеше, тиҙәр. Был һыҙат һеҙҙең йәшәү прицибымы, әллә был эшмәкәрлек һыҙаты ғынамы? Һәм был эштә, өйҙә, башҡа мөнәсәбәттәрҙә нисек сағыла?
- Шулай тиҙәрме?.. Мин ысынлап та бары сифатлы хеҙмәт тәҡдим итә алырҙай кешеләрҙе генә яратам. Шул ғына. Быны мин үҙемдән дә талап итәм. Эргәмдәге йәштәрҙе эшләтергә өйрәтәм, уларға өйрәнергә, аңларға ваҡыт бирәм. Ниндәйҙер арала улар быны ҡабул итә икән - әйҙәләйем, ҡабул итмәй икән - хушлашабыҙ. Ваҡыт уҙһын, сабата туҙһын, тип йөрөүселәр минең командала була алмай.
Ғаилә ниндәй роль уйнай һеҙҙең тормошта?
- Ғаилә - ул тыл, тиһәм, бәлки, тапалғаныраҡ та булыр, әммә хәҡиҡәт шулай. Бигерәк тә ир кеше өсөн ғаилә арҡа һөйәге кеүек була. Был һөйәк ныҡлы икән - ул да ныҡ. Мәҫәлән, арып эштән ҡайтҡан ирҙе өйҙә насар ҡараш, ашһыҙ өҫтәл, көйһөҙ ҡатын ҡаршы алһа, ул икенсе көн эштә лә кәйефһеҙ, дәртһеҙ буласаҡ. Бик күп булдыҡлы, белемле, көслө ир-егеттәрҙе беләм, тик улар ғаиләләре ныҡлы булмауы сәбәпле, энергияларын икенсе юҫыҡҡа сарыфлап, юғалып ҡалдылар. Был мәсьәләлә ҡараш бик етди булырға тейеш.
Айһылыу апайығыҙ менән ғаиләләге ир һәм ҡатын бурыстарын, яуаплылыҡтарҙы баштан уҡ дөрөҫ ҡуя алдыҡ. Уның ҡатын-ҡыҙ аҡылы яйлағандыр быны, тип уйлайым. Мин уға үҙемә ышанғандай ышанып, таянып өйрәнгәнмен. Эштә ниндәй генә хәлдәр, донъяла ниндәй генә ауырлыҡтар булғанда ла, өйөмә ҡайтып тыныслыҡ табырымды беләм. Әлеге йәшемдән, тәжрибәмдән сығып әйтә алам - ир кеше өсөн был ҙур бәхет.
Бәхетле ир, ғаилә башлығы була алырлыҡ, шул халәткә өлгәшерлек егеттәрҙе нисек тәрбиәләргә икән?
- Бының өсөн уландарҙа, хеҙмәт һәм яуаплылыҡ менән сыныҡтырып, спортҡа ылыҡтырып, рух ныҡлығы тәрбиәләргә кәрәк. Рух ныҡлығы иһә уның үҙ телендә һөйләшә, йырҙар тыңлай, әкиәттәр һөйләй, шәжәрәһен белеүенән башлана. Айыҡ аҡыллы, белемле булыуға өлгәшкәс, тормош иптәше һайлағанда үҙ милләтеңә өҫтөнлөк бирерлек аң да булырға тейеш. Сит өлкәлә уҡыған саҡта күп кенә иптәш егеттәр башҡа милләт ҡыҙҙарына өйләнде һәм шуларҙың яртыһынан күбеһе күңел тыныслығы таба алманы, тип әйтер инем. Сит менталитет, сит тел һәм быларға бәйле башҡа мөнәсәбәттәр, йыйыла-йыйыла барып, уларҙы эстән яндырҙы. Яҙмыштарының ошо трагедияһын уларҙың күбеһе олоғайғас ҡына аңланы...
Интернет селтәрҙәрендә төрки халыҡтары берлеге төҙөү тураһында хәбәрҙәр йөрөй. Был идеяға нисек ҡарайһығыҙ?
- Төрки халыҡтары берлеге лә булырға тейештер, бәлки. Тик шул берлек эсенә инеп юғалмаҫҡа, милләт булып ҡала белергә кәрәк. Юғиһә, башҡаларҙан бөйөгөрәк булырға ынтылған милләттәр ҙә бар бит. Унан һуң, интернетта күтәрелгән идея-тәҡдимдәрҙең күптәре сәләмәт булмаған сәйәсәткә ҡоролған, шуларға эйәрергә ярамай. Көслө һәм үҙаллы милләт булыуға өлгәшә алһаҡ, башҡа рухташ халыҡтар үҙҙәре ук дуҫлыҡ ҡулын һуҙасаҡ. Тик шуны ла оноторға ярамай: ҡасандыр миллионға яҡын башҡорт үҙ-үҙен ҡорбан итеп, автономия төҙөмәһә, бөгөн башҡа республикаларҙың автономиялары булыр инеме икән? Шулай уҡ, миҫал өсөн, 1812 йылғы һуғышты ғына алайыҡ. Нимәгә кәрәк булған ул бер милләттән 28 полк? Ҡайһы туғандаш милләттән ул ҡәҙәре яугирҙар яуға күтәрелгән? Һуңғы һуғышты ҡарағыҙ: нимәгә кәрәк булған кавалерия дивизияһы ойоштороп, һыбайлыларҙы танктарға ҡаршы ташлау? Ниңә ундай атлы ғәскәрҙе башҡалар бирмәгән? Улар ҙа ат менә белгән төрки халыҡтары түгелме ни?
Бына ошоларҙы иҫтә тоторға кәрәк ниндәйҙер берлек, ойошма эсенә инергә ҡарар итерҙән алда. Һаман да үҙебеҙҙе алғы һыҙыҡҡа ташлар ҡорал ғына итмәйек. Элитабыҙҙы ҡорбан итеүгә юл ҡуймайыҡ. Бындай фиҙаҡәрлек нисек кенә ғорурлыҡ уятмаһын, ғорурлыҡ менән генә йәшәп булмай хәҙер. Бөгөн аҡыл, белем, дин һәм, әлбиттә, рух алға ҡуйыла. Зәки Вәлиди ҙә беҙгә шуларҙы васыят иткән.
Йәштәргә тормошта үҙ юлын табыу, табыу ғына түгел, ул юлда ышаныслы атлай алыу, карьера яһау, йәмғиәттә хөрмәт ҡаҙаныу, яҡын-тирәләгеләрҙең ышанысын яулау, үҙ һүҙең һәм фекереңде булдырыу өсөн ниндәй сифаттарға өлгәшергә йәки ниндәй тәртиптәргә өйрәнергә кәрәк буласаҡ?
- Иң беренсе сиратта, йәштәр белемле булырға тейеш. Бер генә төрлө белем аҙ хәҙер, мотлаҡ бер-нисә йүнәлештәге белемде үҙләштерергә кәрәк буласаҡ. Һәм ул белем дә ҡағыҙҙа ғына булмаһын. Белемле икәнлекте йәшереп булмай бит ул, йәки белемһеҙ көйө күҙ буяу ҙа шунда уҡ күҙгә ташлана.
Эсмәҫкә кәрәк. Эсеү, хатта күңел өсөн генә эсеү ҙә, яйлап тормошоңа ағыуын ебәрәсәк. Һин үҙең айыҡ аҡыл менән йәшәгәндә генә, башҡаларҙан да нимәлер талап итә аласаҡһың. Үҙ-үҙеңә талапсан булыу мотлаҡ. Башта үҙеңә, унан башҡаларға. Һүҙ менән генә булмай, үҙ өлгөңдә күрһәтергә кәрәк бар яҡшы эштәрҙе һәм ҡылыҡтарҙы. Тағы ла бер кәңәш: милләттәштәреңде тартыу кәрәк. Ҡайҙалыр ерегеп эшләү һәм йәшәү өсөн, юғары урындарҙа ултырыу, етәкселек вазифаларын уңышлы биләү өсөн беҙгә бер-беребеҙҙе күтәрә, яҡлай, тарта белеү зарур. Бөгөн был төшөнсә бик етди ҡабул ителергә тейеш.
Бөгөн милли матбуғаттың хәле еңелдән түгел. Тәрбиәүи сараларҙың береһе булараҡ, уларҙың кәмеүе йәки юҡҡа сығыуы ни ҡәҙәр зыянлы булыр ине, һеҙҙеңсә?
- Милләткә ҡәҙерле булған тел, моң, йола, аҡыл кеүек изге төшөнсәләрҙе кәметкән кеүек үк кимәлдә зыянлы булыр ине. Мәҫәлән, бына "Киске Өфө"нөң рухи ҡиммәттәребеҙҙе пропагандалауҙағы хеҙмәтен юғары баһалайым һәм ул гәзиттән яҙған уҡыусының рухи һайығыу кисеререн яҡшы беләм. Шуның кеүек, һәр милли баҫма үҙ урынында үҙ ролен үтәй. Киләсәктә лә балалар өсөн тәғәйенләнгән матбуғат баҫмаһы - бәләкәстәр донъяһына, йәштәрҙеке - йәштәргә, ололарҙыҡы тейешле уҡыусыһына барып етһен һәм ихтыяжын ҡәнәғәтләндерһен. Был тәңгәлдә милли баҫмаларға Хөкүмәт тарафынан яҡлау ҡаралырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта һәр учреждение, предприятие, ойошма уларҙы алдырып, милли мәҙәниәтте йәшәтеүҙә үҙ өлөшөн индерһен ине...
ШУЛАЙ ИТЕП...
Бөтөн ошо әңгәмәләшеүгә Зиннур Ғөбәйҙулла улы миңә ҡырҡ минут ваҡыт бүлгәйне. Ул ваҡыт эсендә нисек итеп әңгәмә ойоштороп өлгөрөргә икән, тип борсолғайным да, борсолоуым юҡҡа булды: Зиннур Ғөбәйҙулла улының профессионаллеге, тәжрибәһе, күңелендәге һәм тел осондағы әйтер һүҙе бер тынала бер епкә теҙелде лә ҡуйҙы. Был миңә үҙенә күрә бер дәрес булды. Үҙеңдең һәм кешенең ваҡытын ҡәҙерләй белеү дәресе.
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА