Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарары менән быйылдан башлап 1 март - Башҡорт ғаиләһе көнө тип билдәләнәсәк. Сөнки тап ғаиләлә киләсәк тәрбиәләнә, тап башҡорт ғаиләһе тарихты, телде, милләтте һаҡлап ҡалыу сәңгелдәге ул. Икенсе яҡтан, республикаға исем биргән аҫаба халыҡ, ерле халыҡ, тарихлы халыҡ булараҡ та башҡорттар башҡаларға өлгө булып торорға тейеш. Шулай тип уйланылды һәм яҙҙың беренсе көнөндә республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған өлгөлө ғаиләләр баш ҡаланың төп сәхнәһенә - "Башҡортостан" дәүләт концерт залына йыйылды. Ә был тантананан алда Башҡорт дәүләт университетында республиканың район-ҡалаларынан, күрше өлкәләрҙән килгән ҡоролтай активистарының "Йәш быуындың милли үҙаңын тәрбиәләүҙә халыҡ педагогикаһының, ғөрөф-ғәҙәттәренең, традицияларының, диндең, мәҙәниәттең һәм әҙәбиәттең роле" тигән темаға түңәрәк ҡорҙа фекер алышыуы ла матур бер күренешкә нигеҙ һалды, тиергә мөмкин.
Темаға инеп китеүҙән алда, нимә һуң ул халыҡ педагогикаһы, этнопедагогика тигән һорауға яуап биреү кәрәктер, моғайын. Халыҡ педагогикаһы - ул халҡыбыҙҙың быуындан-быуынға күсеп килгән тәрбиә традициялары, әхлаҡ нормалары. Ә этнопедагогика - ошо тәрбиә алымдарын өйрәнгән фән. Ләкин был термин ҡулланылышҡа үҙгәртеп ҡороу йылдары башланғас ҡына килеп инде, әммә был хаҡта бөтөнләй билдәле түгел ине тип тә әйтеп булмай. Был йүнәлеште исемдәре билдәле барлыҡ педагогтар ҙа ҡуллана: Ян Амонс Каменский, К. Ушинский, А. Макаренко, В. Сухомлинский. Улар барыһы ла, иң бөйөк педагог - халыҡ, тип иҫәпләй. Ысынлап та, халыҡ быуаттар буйына туплаған ғилем - ул бөтмәҫ-төкәнмәҫ байлыҡ. Әммә уны көндәлек тормошта, тәрбиә эшендә ҡуллана беләбеҙме һуң? Башҡорт халҡының донъя халыҡтарына йәшәйеш программаһы булған "Урал батыр" эпосынан алып, бөгөнгә тиклем һаҡланып, тупланған ауыҙ-тел ижады ынйыларының (мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар, әкиәттәр, легендалар, эпостар, ҡобайырҙар, оҙон көйлө халыҡ йырҙары) төбөнә төшкәндә, асылын аңлағанда, улар бит үрҙә атап үтелгән педагогтарҙың хеҙмәттәренән дә баһалыраҡтыр, моғайын. Юҡҡа ғына яҙыусы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, "Тормош һабаҡтары" дәреслектәре авторы Мәрйәм Бураҡаева был хаҡта даими ҡабатламай. Уның раҫлауынса, башҡорт өндәренең, моңоноң кеше психологияһына тәьҫире ҙур һәм уның шәхес булып формалашыуында ла ҙур роль уйнай. Быны БДУ-ның педагогика кафедраһы доценты Зифа Ишембәтова ла үҙенең сығышында һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Түңәрәк ҡор башҡа күнегелгән сараларҙан ойошторолоу йәһәтенән дә айырылып торҙо. Ҡоролтай Башҡарма комитеты аппаратында мәғариф мәсьәләләре буйынса белгес-хеҙмәткәр булып эшләүсе Рәйсә Күзбәкова һәр сығыш яһаусынан һуң йыйылыусыларға төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итте, улар иһә фекер алышыуға дәррәү ҡушылды. Ҡорға килгән халыҡтың аралашыуға, мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеүгә һыуһауын раҫланы был. Мәҫәлән, Зифа Ғәҙелша ҡыҙының сығышынан һуң ҡорға йыйылыусылар менән фекер алышып, шундай һығымта төйнәлде: ни өсөн ир-аттың абруйы юҡ, тибеҙ ҙә һөйләйбеҙ, бәлки, уны беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, үҙебеҙ төшөрәбеҙҙер? Сөнки башҡорттар тарихын ҡараһаң, унда ир-ат бер ваҡытта ла бала тәрбиәләп ултырмаған, бының өсөн уның ваҡыты ла булмаған, ул йә ихтилалдарҙа, йә 25-әр йыл хәрби хеҙмәттә йөрөгән. Ә был ваҡытта ҡатын-ҡыҙ донъя көткән, малайҙарҙы ысын ир-азамат итеп тәрбиәләгән. Хатта мәшһүр "Урал батыр" эпосында ла, Урал өс ҡыҙға өйләнә һәм береһе эргәһендә лә оҙаҡ тормай, туҡталмай, юлын артабан дауам итә. Һуңынан ғына әсәләре улдарын батыр итеп үҫтереп, тәрбиәләп, аталары артынан ебәрә. Ир-атты ҡатын-ҡыҙҙың итәгенә бәйләп ҡуйыу - ул бары тик совет власы йылдарында башҡа халыҡтан килеп ингән күренеш, феминизмдың бер сағылышы түгелме икән? Эйе, ни өсөндөр беҙҙә башҡа халыҡтарҙың ыңғай яҡтары түгел, үкенескә күрә, кире, башҡорт милләтенә хас булмаған сифаттары тиҙерәк һәм нығыраҡ үҙләштерелә.
Түңәрәк ҡорҙа шулай уҡ йәш быуынды тәрбиәләүҙә фольклорҙың, әҙәбиәттең, театрҙарҙың һәм милли матбуғаттың роле тураһында ла эксперт сығышы булды. Филология фәндәре кандидаты Ғәҙилә Бүләкова: "Рухи тәрбиә биреүҙә ата-бабаларыбыҙ бик күп фольклор өлгөләрен, мәҫәлән, һамаҡлауҙар, бишек йырҙары, теләктәр, әкиәттәрҙе ҡулланған, әммә бөгөн беҙ уларҙы беләбеҙме? Ә бит был өлгөләр тупланған том-том китаптар башҡортса ла, русса ла баҫылып сыҡҡан. Быны белмәйме, файҙаланмаймы атай-әсәйҙәр? Шулай уҡ балалар әҙәбиәте ныҡ үҫеште, уның бына тигән өлгөләре бар, улар китап магазиндарында тулып ята, уларҙы алалармы? Балаларға тәғәйенләнгән ваҡытлы матбуғатҡа яҙылабыҙмы?" - тип һорауҙы ҡабырғаһы менән ҡуйҙы. Урынлы һәм ҡайһы бер осраҡта һауала аҫылынып, яуапһыҙ ҡалған һорауҙар. Мәрйәм апай Бураҡаеваның ошо сарала: "Минең бер осрашыуҙағы сығышымдан һуң телевидениела эшләгән бер журналист ҡатын ырғып торҙо ла: "Һеҙҙе тыңлағандан һуң күпте аңланым: иртәгә үк балаларымды 11-се гимназиянан алам да, башҡорт мәктәбенә бирәм. Ниңә шул сығыштарығыҙҙы гәзит-журналдарҙа баҫтырмайһығыҙ?" - тине. Уға яуап итеп: "Туғанҡайым, һин дөрөҫ һығымтаға килгәнһең, балаларыңды башҡорт мәктәбенә бир. Әммә мин тел тураһында бары тик "Һәнәк" журналына ғына яҙғаным юҡ", - тип яуапланым", - тиеүе лә әлеге түңәрәк ҡорҙа күтәрелгән барлыҡ проблемаларҙа ғәйеплене ситтән эҙләмәй, уны хәл итеүҙе тап үҙебеҙҙән башлау зарурлығына ишара булды Бәлки, ысынлап та, ташҡа баҫылған һүҙҙәргә иғтибарлыраҡ булырға ғына кәрәктер. Юҡҡа ғына борон (был да халыҡ педагогикаһылыр, бәлки) китап асмағандар, китап менән имләмәгәндәр, китап һүҙенә ышанмағандар, иң элек һүҙ булған, тимәгәндәр бит.
"Йәш быуынды тәрбиәләүҙә ғаиләнең роле" темаһы буйынса сығыш яһаусы Мәрйәм апай Бураҡаева йыйылыусыларға аңы аҙашҡан халыҡ менән эшләү, уларға туған телдә һөйләшеүҙәң, туған моңдарҙың ни өсөн кәрәклеген аңлатыу кәрәклеге тураһында һөйләне. Уның: "Меңйыллыҡтар башында уҡ тиерлек телгә алынған, карталарҙа билдәләнгән башҡорт егерме беренсе быуатҡа тиклем башҡорт булып йәшәй. Беҙ әлегәсә үҙебеҙ булып йәшәүҙе дауам итәбеҙ, шул уҡ ваҡытта замандан да артта ҡалмайбыҙ: ҡурай ҙа тартабыҙ - органда ла уйнайбыҙ; боронғо "Һунарсы" бейеүен дә бейейбеҙ - "Сыңрау торна" легендаһын балет сәнғәте аша ла аңлатабыҙ; әлегә саҡлы бишбармаҡ та бешерәбеҙ, ҡымыҙ ҙа бешәбеҙ, ҡорот та ыҫлайбыҙ, талҡан да тартабыҙ, кирәм менән үрмәләп солоҡ балын да йыябыҙ - заманса аш-һыу ҙа әҙерләй беләбеҙ. Милли көрәшебеҙҙе лә онотмағанбыҙ - Америкаға барып бокс буйынса ла еңеп ҡайтабыҙ. Әкиәттәребеҙҙә телгә алынған сатраш уйынында ла, йәғни шашка ярышында тиҫ-тәләрсә дәғүәселерҙе еңеп ҡайтабыҙ; боронғо гимныбыҙ "Урал"ды ла онотмайбыҙ, опералар башҡарып, донъя кимәленә лә сығабыҙ, һ.б. Сөнки беҙ бай мираҫлы халыҡ һәм тарихыбыҙ тәрәнгә киткән, шул уҡ ваҡытта заман һулышын йәһәт кенә тойоп алырлыҡ яҡты зиһенлебеҙ ҙә", - тигән һүҙҙәрен һәр кем күңеленә һеңдергәндер, тип ышанғы килә.
Йыйылыусылар БР мәғариф министры урынбаҫары Венера Вәлиеваға мәктәптәрҙә туған телдәрҙе уҡытыу буйынса килеп тыуған ҡатмарлыҡтар тураһындағы һорауҙарын еткерҙе. "Бөгөн ата-әсәләргә ҙур вәкәләт бирелгән, улар мәктәптең уҡыу-уҡытыу планын һайлауҙа әүҙем ҡатнаша һәм үҙ фекерен белдерә ала. Әгәр ата-әсәләр мәктәп йыйылыштарына йөрөп, ошо вәкәләттәрен ҡулланып, башҡорт теленә ҙур урын бүленгән уҡытыу планын һайлаһа, мәктәп администрацияһы уларҙың ихтыярын үтәргә тейеш", - тине Венера Фәрит ҡыҙы.
Мәлдән файҙаланып, шуны ла өҫтәп әйтке килә: РФ Дәүләт Думаһында Татарстан депутаттарының бер вәкиле Берҙәм дәүләт имтиханын туған телдәрҙә тапшырыу тураһында бик күп мөрәжәғәттәр булыуға бәйле, ошо турала закон ҡабул итеү тәҡдиме менән сығыш яһағайны. Әммә Башҡортостанда был хаҡта ым-ишара ла булманы. Эйе, бөгөн 9-сы синыфтар имтихандарҙы башҡорт телендә тапшырыу хоҡуғына эйә булһа ла, тотош Башҡортостан буйынса ундай теләк белдереүсе табылмаған. Ошо факттан сығып, 11-се синыфты тамамлаусылар араһында ла теләүселәр булмаҫ, тигән фекер яңғыраны. Ләкин көн бөгөн менән генә бөтмәй. Бәлки, бер нисә йылдан һуң Берҙәм дәүләт имтиханын башҡорт телендә тапшырырға теләүселәр табылыр, ләкин ҡанун булмаҫ. Ул ваҡытта балаларға нимә тип яуапларбыҙ? Икенсе яҡтан, Рәсәйҙә бит бер башҡорттар ғына йәшәмәй, беҙгә ул ҡанун кәрәкмәй икән, башҡа милләттәргә кәрәк. Хәйер, ҡанундың булыуы ла зыян итмәҫ - аҫабалыҡ тураһындағы ҡасанғы грамоталарға нигеҙләнеп, һаман да башҡорттарҙың аҫаба халыҡ булғанына күкрәк ҡағабыҙ бит әле, ә ни өсөн киләсәк быуындарға үҙебеҙҙән һуң да шундай грамота ҡалдырмаҫҡа, имтихандарҙы башҡорт телендә тапшырыу хоҡуғы буйынса булһа ла...
Ғөмүмән, был сарала хәҙерге ғаиләнең социаль-философик аспекты ла, үҫмерҙәр араһында үҙ-үҙенә ҡул һалыу проблемалары буйынса ла етди һөйләшеү булды. Дөйөм алғанда, түңәрәк ҡор, ниһайәт, ысын мәғәнәһендә башҡорттарҙың йыйынын хәтерләтте, сөнки ул беренсе тапҡыр саф башҡорт телендә үтте һәм башҡорттарҙың башҡорт телен дәүләт теле кимәленә күтәреүенең бер сағылышы, үҙгәреүҙе үҙебеҙҙән башлайыҡ, тигән саҡырыуға бер дәлил булды.
Сараны йомғаҡлап, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов икенсе йылға "Ырыуымдың иң матур ғаиләһе" фестивален үткәреү өсөн бөгөндән әҙерлек башларға һәм уның тәүге турҙарын урындарҙа ойоштороп, район кимәлендә еңеүселәрҙе йыл да 1 мартта Өфөлә тәбрикләү тураһындағы өмөт-хыялдары менән бүлеште.
Теманы дауам итеп...
Сараның икенсе өлөшө "Башҡортостан" дәүләт концерт залында дауам итте һәм "Матур ғаилә - ил ҡото" тип аталды.
Программа Сибай концерт-театр берекмәһе артистарының рухлы, йөкмәткеле сығышынан башланды. Һәр ваҡыттағыса, был талантлы, халыҡсан коллективтың йырсылары, бейеүселәре сәхнәлә күренеү менән тамашасы күңел талпыныуы кисерҙе. Кисә буйы был талпыныу ташламаны уны. Сибайҙар башҡорт сәнғәтенең ғәжәйеп көсөн һынландырһа, артабанғы сығыштар беҙҙең йәшәйешебеҙҙә "Башҡорт ғаиләһе" тигән тағы ла бер мөғжизә барлығына инандырҙы. Эйе, алдан планлаштырылғанса, был осрашыуға райондарҙан халыҡ араһында абруй һәм хөрмәт яулаған күркәм башҡорт ғаиләләре саҡырылғайны. Ишембайҙан Хафизовтарҙың, Мәсетле районынан Зәйнетдиновтар, Баймаҡтан Аралбаевтар, Әбйәлилдән Баймырҙиндар, Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылынан Боҫҡоновтар, Илеш районы Айыу ауылынан Муллахмәтовтар, Иглин районының Ләмәҙ ауылынан Хәлитовтарҙың сәхнәгә күтәрелеп, үҙ ғаиләләрендәге йолалар, шөғөлдәр, бала тәрбиәләү алымдары тураһында һөйләүе, әлбиттә, һәр кем күңелендә фәһемле һабаҡ булып уйылып ҡалды. Беҙгә тап бына ошондай һабаҡтарҙы күберәк күрһәтеү, һөйләү мәле еткәндер ҙә. Һәм Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының 1 мартты "Башҡорт ғаиләһе көнө" тип иғлан итеүе, республиканың барлыҡ ауыл-ҡалаларында үткәрелергә тейешле "Ырыуымдың иң матур ғаиләһе" конкурсына старт биреүе юҡҡа түгел: беҙ хәҙер килеп шәхестәребеҙ, илһөйәрҙәребеҙ, телһөйәрҙәребеҙ, таланттарыбыҙ, зыялыларыбыҙ иң тәүҙә ғаиләлә формалаша, тәрбиәләнә, тигән хәҡиҡәткә яңынан йөҙ борорға тейешбеҙ. Ошоға ишара булды ла инде үтеп киткән әлеге матур саралар.
Зәйтүнә ӘЙЛЕ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА