Халҡыбыҙҙың үҫеүенә үҙебеҙ үк тотҡарлыҡ яһап, сәбәпһеҙ бахырға әйләнәбеҙ кеүек тойолоп китә миңә бөгөн. Күреүебеҙсә, башҡа халыҡтар сит тел өйрәнеп, сит ил кимәленә сығыу менән мәшғүлдәр, ә беҙ һаман шул бер үк хәстәрлек - телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу менән "янабыҙ". Телебеҙҙе бөтөрөргә маташыусы "дошманды" ситтән эҙләйбеҙ, ғәйеплеләрҙе уйлап сығарып әрләйбеҙ.
Кем бөтөрә телебеҙҙе? Туған телеңә булған ихтирам һәм һөйөү ҡайҙа һәм нисек ярала? Миңә ҡалһа, яуабым берәү генә: ғаиләлә ярала һәм атай-әсәйең ҡаны менән күсә.
Бер саҡ атайымдан: "Атай, ҡояш сәғәт нисәлә сыға?" - тип һораным. Уның яуабын ғүмерҙә лә онотмаҫтаймын: "Ҡыҙым, ҡояш берәй нәмәнең эсенән килеп сыҡты тип уйлаһаң, төптө яңылышаһың. Башҡаса улай тип әйтмә, ҡояш ҡалҡа, тип һөйлә, юғиһә, ҡояш "Үҙеңдең күҙең сыҡһын!" тип әйтер", тигәйне. Бындай иҫкәртеү-миҫалдар атайым менән һөйләшкәндә бик күп булды. Тағы ла хәтерҙә ҡалдырырлыҡ итеп әйткәндәренән: "Ҡыҙым, башҡорт бер ваҡытта ла "аҡ ат" тип һөйләмәй, "күгат" тиергә кәрәк, урыҫсаһы "сизый конь" була. Ниндәй "ат ите" булһын! Башҡорт "йылҡы ите" тип һөйләшә! Урыҫсаһы - конина. Башҡорт "арба" тимәй, башҡорт "арва" ти".
Беҙ үҫкән ғаиләлә телгә ихтирам ҙур булды. Әсәйем һәр ваҡыт һүҙҙе уйлап һөйләргә өйрәтер ине: "Аллаһтан ҡурҡ, ете бәләнең алтауһы - телдән!" - тип гонаһлы хәбәр һөйләүҙән тыйып ҡына тора торғайны. Әҙәплелеккә өйрәтһә лә, эшкә өйрәтһә лә, мәҡәл һәм әйтемдәрҙе, сағыштырыуҙарҙы йыш ҡулланыуы иҫтә ныҡ ҡалған. Әсәйемдең түбәндә бәйән ителгән образлы сағыштырыуҙары, әйтемдәре үҙемде ошо көндәргәсә оҙата килә.
- Карауатыңды Хужа Насретдиндың зыяратына оҡшатып йыйып ҡуйғанһың бит, ҡыҙым.
- Ҡулыңды көтөүсе сыбыртҡыһындай итеп һелтәмәй генә һөйлә хәбәреңде.
- Асылмаҫ ҡара томанға төшмәксеһеңме, нишләп улай ҡыландың?
- Һыбай йөрөп эҙләгәс, тапмайһың инде!
- Нишләп бай ялсыһы һымаҡ эшләп йөрөйһөң?
- Ул да һинең туғаның, ҡатнашып йәшәгеҙ, осам һаҫыҡ, тип, ҡырҡып ташлап булмай.
- Кеше хурлау менән кеше хур булмай, Аллаһ үҙе хурламаһын, юҡҡа көймә.
- Ярай инде, бала эшенең башы ҡыйыш шул!
- Бурысҡа бер тин алһаң да кире биреп өйрән, иҫәпле дуҫ - айырылмаға яҡшы.
Телгә һөйөү уятыусы тәүге уҡытыусыларым атайым менән әсәйем булһа, артабанғы остаздарым БДУ-ның филология факультетынан Ғәли Сәйетбатталов, Вәли Псәнчин, Тимерғәли Килмөхәмәтов, Роберт Байымов, Әхмәт Сөләймәнов, Мөхтәр Әхмәтов, Миҙхәт Мәмбәтов, Нәғим Ишбулатов, Марат Зәйнуллин ағайҙар булды. Уларҙың һәр береһен оло рәхмәттәр менән иҫкә алам. Телмәр хаталарына бик уяу булды улар. Бәлки, шул ваҡыттан да ҡалғандыр был ғәҙәтем, үҙем дә ҡайһы бер хәбәрселәрҙең "һынау" һүҙе менән "һанау" һүҙен айырмағанын абайлап ҡалам. Башҡорттар һүҙҙе тамырынан "сапмай", әммә ниндәйҙер ҡағиҙәгә таянып, "Аллаһ" һүҙендә тамырҙағы һ өн-хәрефен ҡалдырып, Аллаһым урынына Аллам тиҙәр? Башҡорт телендә "мы" һорау киҫәксәһе үҙ урынында ҡулланылмаған ике ғәжәп һүҙ бар. "Һаумы" һүҙе менән һаулыҡ һорашыуыбыҙ "һаман да һау йөрөйһөңмө ни, ауырырға ваҡыт бит " тигәнде аңлата кеүек. Ә инде "иҫәнме" тигәне "һаман үлмәнеңме?" тигән һымағыраҡ яңғырай. Нилектән "Әссәләмәғәләйкүм" тип һаулыҡ һорашыу иҫкелек ҡалдығы булып иҫәпләнә һәм ошо һүҙҙәр тел белгестәре тарафынан тикшерелмәй, баһаланмай икән? "Толпар" хоккей командаһының атамаһын, урыҫ теленең баҫым үҙенсәлеген иҫәпкә алып тәржемә итмәгәнлектән, "Талпар" тип һөйләйҙәр хәҙер.
Телебеҙгә ҡарата булған проблемаларҙы бөгөнгө көндә ошондай сетерекле мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә күрәм мин. Телебеҙҙе бөтөрәләр, тип зарланыусылар аһ-зарҙарын мәктәптә дәрестәр һанын ҡыҫҡартыуға бәйләйҙәрҙер, бәлки. Бер класс белеме лә булмаған, әммә телен бөтә нескәлектәрендә белгән ололарҙан алған үрнәк әллә ниндәй дәреслектәрҙе лә алмаштырғыһыҙ, минеңсә. Дәрестәрҙе ҡыҫҡартһалар, тағы ла сәмләнеп, милли әҙәбиәтебеҙгә тартылыусылар артһа, халҡыбыҙ өсөн ифрат уңышлы булыр ине. Таланттарҙы эҙләп табыу, уларҙың артабанғы үҫешенә юл асып, дәртләндереп тороуҙы үҙ бурысы итеп һанаған инициативалы йәштәребеҙҙе күрә, һаҡлап-яҡлай белеү ҙә үҙебеҙҙең бурыс таһа. Аҡыллы йәштәребеҙ күп республикабыҙҙа, ундай һәләтлеләребеҙ барҙа халҡыбыҙҙың, телебеҙҙең киләсәге лә өмөтлө булыр, иншаллаһ. Әммә бөгөндән үк үҙеңә алмаш әҙерләү - милләтеңә хеҙмәт итеүҙең бер өлгөһөлөр. Быны оноторға ярамай.
Һүҙ юҡ, телебеҙҙе кәмһетергә маташыусылар булманы түгел, булды. Ул ауыр замандарҙа телен һаҡлап ҡалған халыҡ беҙ түгел инекме ни? Шул халыҡ вәкилдәренең бөгөнгө көндә зарланып ултырыуы күңелгә шик һалып, шомландырып ҡуя, сөнки телебеҙ өсөн "янып йөрөүсе " бахыр ҙа үҙенең алдына батыр маҡсат ҡуйып йәшәй белә бит. Халыҡ-ара хәлдәрҙең ҡатмарлаша барған мәлендә республикабыҙҙа төрлө низағтарға юл асыуҙы үҙмаҡсат итеп алыусылар булып ҡуймаһын, тип хәүефләнеүем минең.
Туған телде һаҡлап ҡалыу һәр кемдең шәхсән шөғөлө. Ошоға тиклем бер генә президент та минең өйөмә килеп, башҡорт телендә һөйләшеүҙе тыйып йөрөмәне лә, бер генә етәксе лә, өйөңдә үҙ телеңдә һөйләшмә, тигән фарман бирмәне. Үҙ өйөмдә мин - үҙем президент.
Рәсәйҙең ҡайһы өлөшөндә йәшәһәләр ҙә балаларым өсөн тынысмын, урыҫ мәктәбендә белем алыуҙары үҙ телен белеүгә кәртә булманы, улар үҙ телен дә, урыҫ телен дә һыу кеүек эсә. Әммә хәҙерге заманда ике тел генә белеүҙең перспективаһы сикле. Шуға күрә йәштәрҙең иғтибарын күберәк сит телдәрҙе өйрәнеүгә йүнәлтер инем. Республикабыҙға зарлы бахырҙар түгел, ә милләтебеҙ үҫешенә йоғонто яһарҙай эштәрҙең байтаҡ булыуына шөкөр итеүсе ғорур батырҙар күберәк кәрәк.
Юғиһә, телебеҙҙе бөтөрөүҙә кемдәрҙелер ғәйепләйбеҙ, ә үҙебеҙ милли гәзит-журналдарыбыҙға инәлтә-инәлтә генә яҙылабыҙ. Редакция хеҙмәткәрҙәре ҡайҙан ғына бағыусылар эҙләмәй ҙә, гәзит уҡыусыларҙы нисегерәк кенә йәлеп итергә тырышмай! Китапханаларға ла юлды үҙебеҙгә үҙебеҙ яптыҡ, йәнәһе лә, компьютер заманында кемдең китап тотоп ултырғыһы килһен! Азамат Юлдашбаев әйтмешләй, арҙаҡлыларыбыҙҙың хәтер кисәләренә барырға арт һаныбыҙҙы ҡуҙғатырлыҡ көс таба алмайбыҙ, ә "быуа быуырлыҡ ғәйеплеләр" эҙләп табып, уларҙы тетеп һалабыҙ, тик үҙебеҙҙе түгел. Милли театрҙар ябылыу сигендә булыуында ла кемделер әрләйбеҙ, дошманлыҡта ғәйепләйбеҙ, тик театрҙарға йөрөмәүсе үҙебеҙҙе түгел. Ҡыҫҡаһы, бөтә хыял-теләктәрҙе үтәү үҙ көсөбөҙҙән килә, тик үҙ башыбыҙ менән уйлай һәм баһалай белергә өйрәнергә генә кәрәк. Үҙ өйөбөҙҙә үҙебеҙ хужа икәнлегебеҙҙе кире ҡаға алмаған кеүек, туған телебеҙҙе һаҡлау ҙа үҙебеҙҙән торғанлыҡты инҡар итмәҫ күңелендә башҡорт рухы булған кеше.
Нәзиә БИКБОВА.
Сибай ҡалаһы.
КИРЕ СЫҒЫРҒА