«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘХМӘТЗӘКИ ВӘЛИДИ ВЕНГРИЯ БАШҠОРТТАРЫ ХАҠЫНДА
+  - 

Башҡорт тарихсылары араһынан тик Зәки Вәлидиҙең китабында ғына Венгрия башҡорттары тарихына ҙур урын бирелгән. Бөйөк ғалимдың "Башҡорттар тарихы" тигән хеҙмәтендә хатта "Мадьярстандағы башҡорттар" тип исемләнгән айырым бүлек тә бар. Шулай уҡ китабының "Башҡорттарҙа Исламиәттең таралыуы", "Монгол дәүерендә башҡорттар" тип аталған бүлектәрендә лә Урта быуаттарҙа Венгрияла йәшәгән башҡорттар хаҡында бик тә ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр килтерелә. Гәзит уҡыусылар иғтибарына "Башҡорттар тарихы"ның "Мадьярстандағы башҡорттар", "Монгол дәүерендә башҡорттар" тип исемләнгән бүлектәрен тәҡдим итмәксебеҙ.

Мадьярстандағы башҡорттар

Мажгар һәм Башгар атамалары бер-береһенә оҡшағанлыҡтан, улар, X быуат ғәрәптәрендәге кеүек үк, татар-монголдар дәүерендәге авторҙар тарафынан да бутап бирелгән. Быға Дунай мадьярҙары араһында Х быуатта ғына түгел, унан һуңыраҡ та бер төркөм башҡорттар йәшәүе сәбәп була. Башҡорттар хатта Исламиәтте ҡабул иткәндән һуң да, төрлө шарттар арҡаһында, Уралдағы ватандарынан айырылып, Мадьярстанға килеп ерләшә. Был хаҡта Әбү Хәмит әл-Андалузи мәғлүмәт бирә. Уның ике әҫәре бар: береһе - "Туһфат әл-албаб" үткән быуаттан бирле мәғлүм, Дорн һәм Фраэн тарафынан тикшерелгән. Уны Габриэль Фернанд 1924 йылда Парижда нәшер итә. "Әл-Муьриб ән баьд-и агаиб-иьл -Магриб" исемле икенсеһе күптән түгел табылды, һәм уны доктор К. Дублер 1954 йылда Мадридта баҫып сығарҙы, ә 1955 йылда был әҫәр доктор Й. Хрбек тарафынан өйрәнелде. Әҫәрҙең тағы бер нөсхәһе 1957 йылда Американың Принстон университеты китапханаһында табылды. Быныһында Мадьярстандағы башҡорттар хаҡында әүәлге нөсхәһендә булмаған ҡиммәтле мәғлүмәттәр бар. Ул Дунай башҡорттарына 1150-1155 йылдар араһында сәйәхәт иткән. Улар мосолман булған, хатта Әбү Хәмиттең Хәмит исемле улы был башҡорт бейҙәренең бер ҡыҙына өйләнгән. Уның әйтеүенә ҡарағанда, гүйә, уларҙың һәр береһе Исфахан йәки Бағдад ҙурлығындағы һәм бай 78 ҡалаһы бар, имеш. Был иҫәпкә мосолмандар менән бергә мосолман булмаған мадьярҙар ҙа ингән булһа кәрәк. Әбү Хәмит Мадьярстан башҡорттары араһында байтаҡ йылдар йәшәй, ике улы башҡорт ҡыҙҙарына өйләнә һәм уларҙан ейәндәре була. Ул 1158 йылда "Гур Керман" тип аталған Киевҡа, унан күрше Волгалағы "Саҡсын" ҡалаһына, унан Хорезм юлы менән Бағдадҡа һәм Һижазға килгән, хаж ҡылған, 1160 йылда Анатолияғы Конья аша ҡабат Мадьярстанға ғаиләһе янына әйләнеп ҡайтҡан. Конья янында ул Дауыт ибн Али исемле бер башҡортто күреп һөйләшкән. Мадьярстандағы мосолман башҡорттар араһында бәғзе заттарҙың Ислам ғилемдәрен өйрәнеү өсөн Халеб ҡалаһы мәҙрәсәһенә килеүҙәрен Яҡут әл-Хамауи ҙа иҫкә ала. Әбү Хәмит төп мадьярҙарҙы ла башҡорт тип таныта һәм королен "башҡорт падишаһы" тип атай. Телдәре төркисә булған башҡорттарҙан Исламиәтте ҡабул итмәгәндәре лә булған һәм улар тәре йөрөтөүселәр походтарында христиан мадьярҙар менән берлектә ҡатнашҡан. Мосолман башҡорттар иһә мадьярҙарҙың мосолмандарға ҡаршы яуҙарына ҡушылмаған, бары тик христиан дошмандар менән булған һуғыштарҙа ғына ҡатнашҡан. Мадьярстандағы мосолман күскенселәр араһында мосолман хорезлылар ҙа булған. Бер-береһенә яҡын булған башҡорт һәм хорезлылар хәнәфи мәҙһәбенә (йүнәлешенә) ҡараған. Киевтағы меңәрләп иҫәпләнгән бәжәнәк (Бечне) төркиҙәр араһында ла Исламиәт таралған. Әммә улар мәғрибтәге остаздарынан өйрәнгән "мәғриби", йәғни "мәлики" мәҙһәбенә ҡараған.
Мысыр авторҙары тәре йөрөтөүселәрҙең Франция короле Луи IX етәкселегендә Тунис һәм Аҡаяға (1269-1270 йылдар) яһаған бөйөк походынан христиан башҡорттарҙың ғәйрәте һәм батырлығы тураһында һөйләй. Ошо хаҡта мәғлүмәт биреүсе Ҡаратай Хазинадар христиан башҡорттарҙың барыһы ла төркисә һөйләшеүен, тәре йөрөтөүселәр араһында иң яуыз һәм уҫал булыуын, үҙҙәренең етди дәүләт тәшкиләте юҡлығын, бай сауҙагәр венециандар ҡаршыһында фәҡир, әммә аяуһыҙ һуғышсанлығы менән танылған милләт булыуҙары арҡаһында, ҡайһы падишаһҡа буйһонһалар, шул падишаһтың еңеү ҡаҙанғанлығын, изге ер өсөн үлемде донъяла йәшәүгә ҡарағанда хәйерле һәм сауаплы күреүҙәрен аңлата.
Луи IX походтарында мадьярҙарҙың ҡатнашлыҡ итеүе Европа мадьяр сығанаҡтарынан да билдәле. Унда иҫкә алынған христиан башҡорттар, мадьярҙар хакимлығы аҫтында булыуға ҡарамаҫтан, төркисәне онотмаған. Башҡорт исеме, ғөмүмән, мадьяр мәғәнәһендә ҡулланылғанлыҡтан, Ҡаратай Хазинадар тарафынан һүҙ алып барылған башҡорттарҙың башҡорт булыуы ла, мадьяр булыуы ла мөмкин. Ибн Сәйет әл-Мәғриби (үлеме 1274 йыл) Дунай көнсығышындағы мадьярҙарҙы Һунғар исеме менән һәм уларҙы башлыса был йылғаның көньяғында ерләшкән мосолман башҡорттар менән ҡәрҙәш ҡәүем тип иҫәпләй. Һунғарҙар пайтәхетенең исемен Тртбуа йәиһә Трбтуа тип атай. Мосолман башҡорттарҙың баш ҡалаһы исеме иһә Крат тип яҙылған, Кран тип уҡырға кәрәктер. Ибн Сәйет билдәләүенсә, уларҙы бер төркмән фәҡихы (дин ғалимы) мосолманлыҡҡа йөгөндөргән. Әбү Ғөбәйҙулла әл-Бәкри Мадьярстанда йәшәгән бәжәнәктәрҙең 12 меңенең һижри буйынса 400-сө, миләди буйынса 1009-1010 йылдарҙа әсир төшкән бер мосолман ғалимы йоғонтоһонда мосолманлыҡ ҡабул итеүҙәре, әммә мәжүси бәжәнәктәрҙең күпселекте тәшкил итеүе, ә был мосолман бәжәнәктәрҙе әл-Хавалис тип атауҙары тураһында һөйләй. Йәғни Мадьярстанда мосолман булғандар яңғыҙ башҡорттар ғына түгел, бәжәнәктәр араһында ла мосолмандар булған. Хавалис һүҙе Хорезм тигәнде аңлатҡанға күрә, бында төп хорезмлыларҙың да йәшәүе мөмкин.
Монгол дәүерендә башҡорттар
Монгол яуҙары дәүеренә ҡараған Ислам сығанаҡтарында, мадьярҙар ҙа башҡорт исеме аҫтында иҫкә алынып, буталыш барлыҡҡа килгән. Урал башҡорттары монгол хөкөмдарҙарына бик иртә итәғәт иткәндәр. Монголдарҙың "Йәшерен тарих"ына ҡарағанда, Урал башҡорттары Сыңғыҙҙың беренсе баҫып алыу хәрәкәтендә үк, 1207 йылда, Джучи ханға буйһонғандар, һәм был хәл "Телес" исемле бер ҡәүемдең итәғәте рәүешле телгә алына. Шуға күрә башҡорттарҙың монгол хандарына ҡаршы һуғыш алып барыуы хаҡында һүҙ юҡ, уларға үҙ ихтыярҙары менән буйһонғандар, тип уйларға нигеҙ бар. Бату хан заманында һуғыша-һуғыша буйһонған башҡорттар хаҡындағы мәғлүмәттәр Дунай мадъярҙарына ҡарай, тип уйларға кәрәк. Фәҡәт Рәшедеддин тарихында, был авторҙың Европалағы фекерҙәштәренең тырышлығы арҡаһында барлыҡҡа килтерелгән франктар тарихына бағышланған өлөшөндә генә, Мадьярстанда ла татарҙарға ҡаршы һуғышҡан ҡәүемдәр сифатында башҡорттар, мадьяр һәм сасан (йәғни саксондар) айырым-айырым ҡәүемдәр итеп иҫкә алынған һәм ул мәмләкәт Мадьярстан тип аталған. Йәғни Мадьярстанда монголдарға, Бату ханға ҡаршы мадьярҙар менән берлектә Дунайҙағы мосолман башҡорттар ҙа һуғышҡан. XIII быуаттың һуңғы яртыһында мадьяр королдәре, Дунай башҡорттарының диндәрен ҡыҫыу сәйәсәте үткәреп, даими эҙәрлекләүҙәр һөҙөмтәһендә улар христиан мадьярҙарға ҡушылып, тамам юғалғандар.

Азат ЯРМУЛЛИН
әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.05.17 | Ҡаралған: 1049

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru