Тормошобоҙға интернеттың килеп инеүе, бер яҡтан, уңайлы - тиҙ арала хәл итәһе мәсьәләләрҙе башҡарып, кәрәкле кешене эҙләп табып, бихисап проблемаларҙы заманса технологиялар аша ғына эшләргә мөмкин. Ошоно күҙ уңында тотоп, Бөтә Рәсәй Йәмәғәт халыҡ фронтының Башҡортостан бүлексәһе ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ҡарамағындағы йәмәғәт советы эксперты, медицина фәндәре кандидаты Эдуард Ғәптрәҡипов "Башҡортостанда онлайн-табип" медицина консультациялары проектын көнкүрешебеҙгә индереп ебәрҙе. Бөгөн әңгәмәбеҙ ошо сервис, уның халыҡҡа ярҙамы хаҡында.
Эдуард Хәлил улы, табиптар, үҙаллы дауаланыу менән шөғөлләнмәгеҙ, тип иҫкәртеп торғанда, һеҙ телемедицина тигән яңы йүнәлеште пропагандалайһығыҙ. Уның маҡсаты нимәлә?
- Ошо йүнәлешкә тотонорҙан алда мониторинг үткәрҙек һәм шуны асыҡланыҡ - 2015 йылда интернеттың эҙләү системаһы аша айына республиканың 35 мең кешеһе теге йәки был ауырыуҙы нисек дауаларға икәнен эҙләй, кәңәш һорай. 2016 - 2017 йылдарҙа был күрһәткес ике-өс тапҡырға артып киткән һәм был һандар үҙҙәре үк бындай хеҙмәткә ихтыяж барлығын раҫлай. Күпселек осраҡта интернет селтәрендәге "кәңәш"тәрҙең эҙемтәһе булып сирҙең киҫкенләшеүе, артыҡ сығымдар һәм дауаханалар юлын тапау тора. Әгәр кешенең кәңәшкә ихтыяжы бар икән, ни өсөн уға табиптарҙан онлайн ярҙам алмаҫҡа? Телекоммуникацион консультациялар биреү идеяһы шулай тыуҙы ла инде. Сервиста бөгөнгә 73 белгес эшләй. Ике йыл эсендә 73 меңдән ашыу консультация бирелгән. "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмдә 13 мең кеше теркәлгән, порталдың үҙендә 11700 ҡулланыусы иҫәпләнә. Көн һайын төрлө белгестәргә барлығы 100 һорау килә.
Был, минеңсә, интернеттағы төрлө сығанаҡтарҙан теләһә кемдән алған кәңәшкә ҡарағанда күпкә файҙалыраҡ һәм поликлиникаларҙағы сираттарҙы ла кәметергә тейеш. Беҙҙең өсөн иң мөһиме - кешене үҙ аллы дауаланыуҙан аралап ҡалыу. Тағы шуны ла әйтер инем - проект социаль йүнәлешле һәм бушлай, ул бер төркөм табиптар һәм программистар тарафынан ойошторолоп, уларҙың энтузиазмы ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Бындай ысул, киреһенсә, үҙаллы дауаланыуға этәргес бирмәйме, сөнки кеше консультация алып, белемен ниндәйҙер кимәлдә тулыландырһа, "белгескә" әйләнә бит.
- Мөрәжәғәт итеүселәргә беҙ консультация ғына бирәбеҙ, ә дауаламайбыҙ һәм нисек дауаланырға кәңәш итмәйбеҙ. Ә консультациялар сәләмәт тормош алып барыуға, сирҙәрҙе профилактикалауға, ниндәй белгескә барырға, ниндәй тикшереү үтергә кәрәклегенә ҡағыла һәм анализдарын "уҡырға" ярҙам итәбеҙ. Бөгөн табиптарға онлайн йәки телефон аша яҙылып була, тиһәләр ҙә, сираттар һаман да бар һәм ниндәйҙер белгескә эләгер өсөн икешәр аҙна көтөргә тура килә. Ҡайһы берәүҙәр консультация алыр өсөн генә табипҡа яҙылырға мәжбүр. Бөгөн ауылдарҙа әллә нисә ауылға бер ФАП тура килә, шул уҡ ваҡытта һәр йортта тиерлек интернет бар. Ә бит күптәргә тап ваҡытында дөрөҫ йүнәлеш биреү генә кәрәк. Әгәр ошо сират сылбырынан "һорарға ғына кәрәк" тигән категорияны алып ташлағанда, сираттар проблемаһы хәл ителер ине, моғайын. Был хеҙмәт менән хатта кеҫә телефондары өсөн эшләнгән ҡушымтаны яҙҙырып алып та файҙаланырға мөмкин. Сөнки халыҡтың 25 проценты медучреждениеларға кәңәш алыу өсөн генә килә. Ә шуның өсөн улар күпме ваҡытын сарыф итә. Мәҫәлән, кеше табипҡа берәй ере ауыртыуға зарланып килде икән, табип уны тыңлай, анализ бирергә ебәрә, анализдар әҙер булғансы нимәләр эшләргә кәрәклеген әйтә. Әммә был уға диагноз ҡуйыу тигәнде аңлатмай. Быны өйҙә генә ултырып, интернет аша ла белешергә мөмкин.
"Башҡортостанда онлайн-табип" сервисында йышыраҡ ниндәй белгестәргә мөрәжәғәт итәләр?
- Статистика күрһәтеүенсә, терапевтарға, гинекологтарға, дерматовенерологтарға, тиҙ ярҙам фельдшерҙарына, балалар неврологтарына, балалар һәм дөйөм практика хирургтарына, педиатрҙарға, неврологтарға, кардиологтарға, гастроэнтерологтарға, сабыйҙарҙы имеҙеү буйынса белгескә, ортопедтарға, йоҡо буйынса белгескә, психологтарға, сексологтарға, нейрохирургтарға, стоматологтарға, урологтарға мөрәжәғәттәр бик күп. Проекттағы табиптарҙың күбеһе медицинала ҙур тәжрибә туплаған, юғары һәм беренсе класлылар. Һәм улар өсөн табиплыҡ һөнәр генә түгел, ә йәшәү рәүеше. Көн тимәй, төн тимәй, алһыҙ-ялһыҙ халыҡҡа хеҙмәт итәләр. Кәрәк икән, айырым осраҡтарҙа консилиум йыябыҙ һәм бер нисә белгестең ярҙамы кәрәк булғанда, табиптар коллектив ҡарар ҡабул итә. Беҙҙең өсөн иң мөһиме - кеше үҙаллы дауаланмаһын, ә ваҡытында ярҙам алып, һау-сәләмәт булһын.
Статистика күрһәтеүенсә, сервис көндән-көн ҡулланыусылар араһында популярлыҡ яулай бара. Ә был эшмәкәрлегегеҙ БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан хуплау таптымы?
- Проект БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығында, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһында, РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы академияһында презентацияланды, шулай уҡ Өфөнөң Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү һәм үҫтереү фондында ла хуплау тапты, сөнки ул халыҡтың медицина грамотаһын күтәреүгә булышлыҡ итә. Әле эшмәкәрлегебеҙҙе артабан да камиллаштырыу өҫтөндә эшләйбеҙ һәм дауалау учреждениелары менән хеҙмәттәшлек мәсьәләһен хәл итәбеҙ.
Был эште киң йәйелдергәндә ул табипҡа үҙенең участкаһында пациент менән даими бәйләнештә булырға, уның сиренең клиник ағышын күҙәтергә, кәрәк икән, күренергә килергә саҡыра аласаҡ. Әгәр проект Башҡортостанда үҙенең кәрәклелеген раҫлаһа, уны тотош Рәсәйгә таратырға мөмкин буласаҡ, йәғни башҡа субъекттар үҙҙәре үк ошондай берҙәм онлайн-консультациялар сервисы ойоштора башлаясаҡ.
Шулай итеп...
Йәмғиәт ни өсөндөр яңылыҡты тиҙ ҡабул итеп бармай: беренсенән, күп осраҡтарҙа "ауыҙы бешкән" халыҡ һыуыҡ ҡатыҡты ла өрөп ҡабырға тырыша, икенсенән, алдынғы проекттарҙы власть бик өнәп тә бөтмәй - эйе, яҡшы, шәп, тип хуплай ҙа, уны ҡулланыуға индерергә ашыҡмай. Ә бына телемедицина сервисы менән файҙаланыуҙы бер кем тыя алмай, киреһенсә, үҙенең һәм башҡа кешенең ваҡытының ҡәҙерен белеүселәр был проекттың тормоштарына килеп инеүенә рәхмәтле генә буласаҡ.
Земфира ХӘБИРОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА