Йәмле һабантуйҙар мәле етте. Халыҡтың көтөп алған байрамдарының береһе был. Тағы ниндәй сарала шулай ауылдар бер-береһе менән аралашып, күрешеп, уйнап-көлөп, бер-береһенең хәл-әүәлен белеп ҡала әле!
Ҡасандыр борон заманда йәйләүгә сыҡҡас үткәрелгән йыйындарҙың, ер эшенә тотонғас, һабан байрамы булып китеүенә лә бәйләй был сараның тамырын ғалимдар. Шулай уҡ боронғо башҡорт ырыуы булған сабандарҙың яҙғы йолаларынан ҡалған байрам, тип яҙыусылар ҙа бар. Һәр хәлдә, был беҙҙең ата-бабанан ҡалған, барыбыҙ өсөн дә таныш һәм үҙ булған сара - йола байрамы.
Әлбиттә, үҙемдең бәләкәй саҡтағы һабантуйҙар менән бөгөнгөнө сағыштырып булмай, был урынһыҙ ҙа булыр ине. Бары хәтергә генә төшөрәм. Элекке һабантуйҙарҙа халыҡты берәү ҙә ситтән килеп әүрәтмәне. Әлеге концерттар ҙа, билдәле артистар ҙа, күргәҙмәләр ҙә, сауҙа-кафелар ҙа булманы. Әммә берәү ҙә күңелһеҙләнеп ултырманы. Көрәштә малайҙарҙан алып ололарға тиклем ауылдың бөтә ир-егеттәре лә ҡатнаша ине. Сәләмәт булған ир-егеттең билен һынап ҡарамауы оят һаналғандыр, күрәһең. Йүгереүҙә лә барыһы ла әүҙемлек күрһәтә. Балалар бер нисә көн алдан төшөп, һабантуй яланында йүгерә башлай инек. Һабантуйҙан һуң өйҙә: "Ҡатнашмағас, нишләп барҙың?" - тип шелтәләп тә ҡуялар ине. Бала саҡта атайым һәм ағайҙарымдың барыһы ла көрәшә, йүгерәләр, гер күтәрәләр, атта сабышалар ине. Үҙем ауылдан сығып киткәнгә тиклем йүгереүҙә ҡатнаштым. Уйлап ҡараһаң, ярышыусыларҙың күптәре ауылдағы малсылар, урмансылар булған бит. Йомортҡа менән йүгереү, тоҡ һуғыш, һарыҡ ҡырҡыу, арҡан тартыш, сәпкә тейгеҙеү, ҡыҫҡа дистанцияға йүгереү кеүек уйындарҙа апайҙар ҙа ҡатнашты. Итәктәрен бөрөп алып йүгерешеп йөрөйҙәр һәм уларҙы берәү ҙә ғәйепләмәй ине. Йыр, ҡурай, бейеү, таҡмаҡ әйтештәрен әйтеп тораһы ла түгел.
Бөгөнгө һабантуйҙарҙа иһә халыҡ пассив, башҡаларҙы күҙәтеүсе генә. Зат-ырыу менән айырым ҡаҙан аҫып, табын ҡороп ултырыусылар ҙа һирәк. Күптәр тамаша ҡылып ҡына йөрөй, йә ашап-эсә лә, ҡайтып китә. Спорт уйындарында ла спортсыларға ғына һалынғандар. Элек бит совхоз директоры, ауыл советы рәйесе, бригадир булған ағайҙарҙың көрәштә лә, йүгереүҙә лә ҡатнашҡанын, сығып ҡурайҙа, гармунда уйнағанын хәтерләйем. Уларҙа был мәлдә түрәлектең әҫәре лә булмағандыр, күрәһең, халыҡ менән бергә эшләй ҙә, күңел аса ла белгәндәрҙер.
Быларҙы ниндәй фекергә ялғау өсөн хәтерләнем? Бөгөнгө һабантуйҙар халыҡтың күңел асыу байрамынан түрәләрҙең күңелен астырыу сараһына әйләнде. Бөтөн әҙерлек нисәлер сәғәттә бер төркөмдөң килеп китеүенә бағышлана. Мәктәптәр, мәҙәниәт үҙәктәре, балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәре, шәхси эшҡыуарҙар, ауыл биләмәләре етәкселәре тирмәләр ҡороп, күргәҙмәләр теҙеп, усаҡ-ҡаҙан аҫып, мажара ҡороп ҡаңғыра хәҙер... Уларға байрам да, күңел асыу ҙа юҡ. Түрәләр килеп, тирмәләргә инеп китәләр ҙә, ашап-эсеп кенә ултыралар, халыҡ араһында уларҙы (ҡотлауҙан тыш) күреп тә булмай. Шул төркөмдө ашатып-эсереп оҙатҡас иһә байрамдың төҫө лә үҙгәрә, мәжбүр итеп алып килеп ҡуйылған күргәҙмәләр һәм башҡалар ҙа юҡҡа сыға. Хатта уйындар ҙа өҙөлөп ҡала, артистар китә, музыка һүнә.
Бөтөн был күңелһеҙ күренештәр бер бөгөн генә күҙәтелмәй һәм бер бөгөн генә туҡтатылмаҫ та. Ҡунаҡ булышыу, әлбиттә, ғәйеп түгел, тик дәрәжәле ҡунаҡтар, хөрмәтле түрәләр халыҡ араһында булһын, байрамды тирмәлә ашап-эсеүгә генә ҡормаһын ине. Был да үҙенә күрә бер мәҙәниәт, интеллектуаль кимәл бит. Тик... Был, кем әйтмешләй, һәр кемгә лә бирелмәй, күрәһең...
Миләүшә ХӘБИЛОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА