Хөснә өләсәйемдең: "Самауырҙар ҡайнай, сәйҙәре бешә баҙыян сәйнүктәрҙең эсендә", - тип йырлағанын күп тапҡырҙар ишеткәнем булһа ла, уның эстәлеге тураһында уйланғаным булмаған икән. Ҡолаҡҡа килеп ингән ят һүҙ - баҙыян сәйнүктең ниндәй икәнен белмәй инем. Әле килеп, Бөрйән районы Яуымбай ауылы ир-уҙаманы, ағас һырлау, ағас эшкәртеү оҫтаһы Рәил Мирза улы ЛАТИПОВтан "баҙыян" тигән һүҙҙе ишеттем һәм үҙем өсөн уның мәғәнәһен асыҡланым. Рәил Мирза улы ул көндө Өфөләге "Өфө-ладъя" халыҡ һөнәрселәре күргәҙмәһендә ҡатнаша ине. Әңгәмәбеҙ танышыуҙан башланды.
Рәил Мирза улы, был кәсеп менән ҡасандан алып шөғөлләнәһегеҙ?
- Мин оҙаҡ йылдар Яуымбай урта мәктәбендә рәсем, һыҙма, хеҙмәт дәрестәрен алып барҙым. Әле, илдә иҡтисади көрсөк башланып, мәктәптәр ябылғас, эшһеҙ ҡалдым. Мәктәптә эшләгән сағымда халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен тергеҙеү маҡсатында үҙем төҙөгән программа менән түңәрәктәр алып барҙым. Әлеге көндә ете уҡыусым ошо йүнәлештә уңышлы ғына эшләп йөрөй. Уларҙың икеһе - үҙҙәре лә ошо һөнәрҙән белем биреүсе уҡытыусы булып етеште, бынан тыш, өс улымдың өсөһө лә ошо өлкәне һайланы. Учалы ҡалаһында уҡып йөрөүсе бер уҡыусымдың, ҡыҙ кешенең ағасты һырлап, хохлома рәүешендә эшләгән һүрәтен хатта Учалылағы музейға ҡуйҙылар. Әлбиттә, хаҡын да түләнеләр. Шулай, әлеге көндә бер ҡайҙа ла эшләмәгәс, өйҙәге эштәрҙән, ваҡ мәшәҡәттәрҙән бушаған арала күңел тартҡан шөғөлөмә ваҡыт бүләм. Әлбиттә, оҫтахана кеүек киң уңайлыҡтарым менән маҡтана алмайым, барыһы ла өй шарттарында ғына атҡарыла.
Нимәләр эшләйемме? Ошо ерлеккә бәйле тауарҙар етештерәм мин: Бөрйәнемдең балын һалыу өсөн һөйәндән, йәғни кипкән йүкә ағасынан ҡапҡаслы батмандар ҡырам. Станокта һауытты ҡырам да, һаҡ ҡына итеп уға халҡыбыҙҙың милли биҙәктәрен, айыу, бал ҡорто һүрәттәрен, "башҡорт балы" тигән яҙыу һалам. Һүрәттәр кипкәс, саң ултыртмай ғына, әлиф йә лак һөртәм. Был айырыуса иғтибар, бөхтәлек талап иткән эш. Яңы ҡырылған ағасҡа майлы ҡулдарың менән тотондоңмо, эҙе ҡала. Беҙҙең халыҡ ҡыҙыҡ бит - тотоп ҡарамайынса, ышанмай. Ҡайһы берҙә, эш өҫтөндә берәй танышың килеп инә лә, иҫе китеп, эшләнеп бөтмәгән һауыттарға ташлана. "Теймә, теймә!" тип әйтеп өлгөрәһең дә бит, ул барыбер: "Ҡул таҙа ул минең", - ти.
Таҙалыҡҡа таҙалыр ҙа ул, әммә ағаста тиреләге төктәрҙән бүленеп сыҡҡан май эҙе ҡала... Лак һөртөр алдынан бүлмәңдә туҙан күтәрҙеңме - эшеңдең сифаты кәмей, тигән һүҙ. Боронғо оҫталар, әгәр улар диңгеҙгә яҡын йәшәгән икән, һүрәттәрен даръя эсендә лаклаған. Беҙҙең Бөрйәндә ундай мөмкинлек "самалы", үҙегеҙ беләһегеҙ. Шулай ҙа, заказ биреүсенең талаптарына тап килерлек, итальян оҫталары эштәренән кәм күренмәҫлек итеп бал батманы, ҡымыҙ өсөн семәрле ижау, тоҙ, шәкәр һала торған баҙыян һауыттар эшләргә тырышып ятҡан көнөбөҙ. Ағас һауыттарҙы боронғолар баҙыян, тип атаған.
Һеҙ был һауыттарҙы ниндәй сығанаҡтарҙан өйрәнеп тергеҙәһегеҙ?
- Бәхеткә күрә, беҙҙең эргә-тирәләге ауылдарҙа XVIII быуат урталарында йәшәгән оҫталар эшләп ҡалдырған һауыттар һаҡланған. Шуларға ҡарап тергеҙәм. Әлбиттә, ҡайһы бер үҙгәрештәр ҙә инеп китәлер инде. Шунһыҙ булмай. Әйтәйек, бер танышым: "Ә ниңә тирмә формаһында һауыт эшләп ҡарамайһың?" - тип һорағайны, ул идеяны күңелемдә йөрөтөп-йөрөтөп, тирмә формаһындағы баҙыян һауыт килтереп тә сығарҙым. Хәҙер ул да ҙур ҡыҙыҡһыныу менән файҙалана. Һауыттарҙың тышына боронғо тамғаларҙы ла һуғам. Һәр ырыуҙың, һәр араның үҙ тамғаһы булған, улар быуындан-быуынға тапшырыла килгән. Бөгөнгө фәнгә улар билдәле, уларҙы эҙләп табыу ҙа ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Шунлыҡтан, заказ биреүсенең ырыуын, араһын белеп алып, уның һауытына әлеге әйткән тамғаны ла һуғыу бер ни тормай. Был тамғалар көнкүреш әйберҙәре араһына килеп индеме, тимәк, заманға ла үтеп инде, тигән һүҙ. Уларҙы балалар китаптан өйрәнһә, хәтерендә ҡалдырмаҫҡа ла мөмкин. Ә инде, өҫтәлдә тоҙ, шәкәр, бал һауыты булып хеҙмәт иткән һауыт тышында көн дә күрһә, хәтеренә ныҡ итеп киртеп ҡуя. Әйткәндәй, баҙыян һауытта тоҙ ҙа, шәкәр ҙә ҡатмай. Быяла, фарфор-фаянс һауыттарҙа улар таш булып ҡата ла ҡуя бит. Ағас һауыт тоҙҙо дымланыуҙан һаҡлай. Шул яғы менән баҙыян һауыттар практик әһәмиәткә лә эйә.
Борон башҡорттарҙа хәҙерге станоктар булғанмы, әллә батмандар ҡул менән ырып эшләнгәнме?
- Ағасты ҡыра торған станоктар элек тә булған. Боронғо, аяҡ менән баҫып, тәгәрмәсен быуын ярҙамында әйләндерә торған теген машинаһын күргәнегеҙ барҙыр. Шул рәүешле ағас ҡырыу станоктарын боронғолар үҙҙәре эшләп алыр булған. Мин бәләкәй саҡта ундай станоктар беҙҙең ауылда ла булған, тиҙәр. Техника, фән үҫешеп, ағас ҡорамалдарҙың көнкүрештә кәрәге ҡалмағас, улар менән ҡыҙыҡһыныусы кеше лә юҡ. Мин ҡыҙыҡһынһам да, минең малайҙар ҡыҙыҡһынмаһа, мәҫәлән, ул өйҙә кәрәкмәй ултыра-ултыра ла, соланға, унан тышҡа сығарыла. Ҡояш, ямғыр аҫтына эләктеме, ағас яйлап юҡҡа сыға. Беҙҙең яҡтарҙа ошондай һуңғы станок Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Вәлитов Хәсән апа мәрхүмдә булған, тиҙәр...
Шулай итеп...
Беҙ бөгөн баҙыян һауыт, һөйән, боронғо ағас ҡырыу станогы тураһында һәм Бөрйән районы Яуымбай ауылында ғәжәйеп оҫта мөғәллим йәшәүен белдек. Оҫталар һәр ваҡыт камиллашыу юлында. Ғөмүмән, камиллыҡҡа ынтылмаған кеше бармы икән? Рәил Мирза улы ла: "Был күргәҙмәгә килеп, үҙем өсөн әллә күпме файҙалы мәғлүмәт алдым. Ҡайһы бер оҫталарҙан эштәремә ҡарата әйтелгән тәнҡит һүҙҙәрен дә ишеттем, улары айырыуса файҙалы", - тигәйне. Әгәр кеше үҙгәрештәргә яраҡлашмай, хаталанмай, билдәһеҙлек алдында ҡаушауын еңеп, батырлыҡтар ҡылмай, яңылыҡҡа ынтылмай икән, беҙ һаман да мәмерйәләрҙә йәшәгән булыр инек. Рәил Мирза улы Латипов һымаҡ эшһеҙ ҡалыусылар бик күп икәнлеге һәр кемгә билдәле. Иртәнге көн шул тиклем билдәһеҙ заманда йәшәйбеҙ. Һәм ошо үҙгәрештәр килтереп һуҡҡан саҡта, ең һыҙғанып, яңы эшкә тотона алған кешеләргә һоҡланмау мөмкинме һуң!
Илгиз ИШБУЛАТОВ әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА