Сит ил университеттарында белем алыу - заманыбыҙҙың киң таралған күренеше. Бигерәк тә сит тел өйрәнгәндә уны ошо телдә һөйләшкән илдәрҙә камиллаштырыу дөрөҫ, тип иҫәпләй бөгөнгө әңгәмәсебеҙ. Өфө ҡыҙы Физәлиә ҒАРИПОВА бөгөнгө көндә Тегеран дәүләт университетында фарсы телен өйрәнә.
Телдәр белгән - илдәр белгән, ти халыҡ, белем артынан сит ерҙәргә китеү борондан хупланған. Телдәр өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу һиндә ҡайҙан?
- Төрлө телдәр белеү башҡорт халҡына ят күренеш түгел. Борон бигерәк тә ғәрәп, фарсы телдәрендә уҡый-яҙа белеү ғәҙәти хәл булған. Тел ғилеменә электән ҡыҙыҡһыныуым булды. Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһын тамамлағас, инглиз телен һайлармынмы икән тип тә уйлағайным. Тик инглиз телен башҡа тел өйрәнгәндә бер юлы камиллаштырырға була хәҙер. Етмәһә, миңә шәреҡ мәҙәниәте ҡыҙығыраҡ тойолдо һәм мин Санкт-Петербург дәүләт университетының шәреҡ факультетына уҡырға индем. Иран һәм Афғанстан тарихы кафедраһында тарих йүнәлешендә белем алдым. Башҡорт милләте өсөн был университет ниндәйҙер кимәлдә изге урын да, факультеттың эске ихатаһында билдәле башҡорт ғалимы Әхмәтзәки Вәлидиҙең бюсы тора, уның исемен йөрөткән Төрки тикшеренеүҙәр үҙәге эшләй.
Бында уҡыған саҡта уҡ Иранға практикаға - Сит ил студенттары институтына барырға тура килде. Әлеге көндә мин Ирандың иң ҙур һәм иң боронғо уҡыу йортонда - Тегеран дәүләт университетының магистратураһында уҡыйым. Фарсы телен һәм әҙәбиәтен ныҡлап өйрәнәм. Башҡорт теленең лексик составында фарсы һүҙҙәре күп, шуға ла миңә баштан уҡ фарсы телен өйрәнеүе еңелерәк булды.
Башҡорт, рус теленән тыш, фарсы, дари, пашто, ғәрәп, инглиз телдәрен беләм. Фарсы теле Ирандың дәүләт теле генә түгел, урта быуаттарҙа Алғы, Урта һәм Көньяҡ Азия халыҡтары өсөн аралашыу теле лә булған, классик һәм хәҙерге әҙәбиәте бик бай. Фарсы телендә 80 миллиондан ашыу кеше һөйләшә. Дари телендә һөйләше үселәрҙең дөйөм һаны 15 миллион тирәһе. Пашто телендә 30 миллион кеше һөйләшә. Был Урта Көнсығыш ерҙәре - Иран менән Афғанстан Урта диңгеҙҙең көнсығышы, Көнбайыш Азия, Көньяҡ Азия, Алыҫ Көнсығыш араһындағы тарихи күпер иҫәпләнә. Ебәк юлы улар аша үтә. Бына ошондай ҡыҙыҡлы донъя һәм мәҙәниәттәр минең алдымда асыла.
Бөгөнгө көндә бөтөн донъя көнсығышҡа йөҙө менән боролған мәлдә фарсы теле белгестәре ысынлап та ҙур һорау менән файҙалана. Шулай ҙа республикаға эшкә ҡайтыу теләге бармы?
- Иран, Афғанстан, Ҡытай дәүләттәре менән сәйәси һәм иҡтисади бәйләнештәр нығына. Һөнәр һайлағанда ниндәй йүнәлештә эшләйәсәгем тураһында уйланмай ҙа инем. Хәҙер тәржемәсе һөнәре күберәк ҡыҙыҡһындыра. Санкт-Петербург университетын тамамлағас, Мәскәү менән Иран араһында сауҙа бәйләнештәре буйынса эшләргә саҡырғайнылар, артабан уҡырға теләгем булғас, баш тарттым. Уҡып бөткәс, ошондай йүнәлеште һайлармын, моғайын. Үкенескә күрә, республикала был йәһәттән эш табасағыма шикләнәм, шулай ҙа киләсәктә үҙ халҡыма файҙалы булырға теләр инем. Бәлки, архивтарҙа ла эшләргә, фарсы телендәге материалдарҙы тәржемә итергә тура килер, кем белә?
Сит мәҙәниәттәр менән осрашҡанда уларҙы башҡорт милли үҙенсәлектәре менән сағыштыраһыңмы?
- Ирандар ҡунаҡсыл, асыҡ күңелле халыҡ кеүек тойола. Ҡунаҡҡа кил, тиҙәр икән, әле һине ҡунаҡҡа саҡыралар тигән һүҙ түгел, быны һиңә ишетеүе күңелле булһын өсөн генә әйтәләр. Такси саҡырып, был хеҙмәттәре өсөн аҡса бирһәң, башта "Кәрәкмәй", тиҙәр. Өс тапҡыр баш тартҡандан һуң, дүртенсеһенә генә алалар. Сауҙа нөктәләрендә лә шулай, һатыусы башта аҡсанан баш тарта. Ә түләмәй сығып китһәң, артыңдан йүгерәләр. Төркиәлә, Афғанстанда бындай күренеш юҡ, ул Иранға ғына хас. Йәғни, мәҙәниәттәре шулай. Башта аптырап ҡалаһың, аҙаҡтан быға өйрәнәһең. Тегеран замансараҡ ҡала, унда яулыҡты ла замансараҡ, ҡыланыбыраҡ ябыналар. Бөтөн архитектура өлгөләре Машхад кеүек боронғо ҡалаларҙа. Унда ҡатын-ҡыҙҙар урамда чадор кейеп йөрөй. Ғөмүмән, чадор - мосолман донъяһында шунда уҡ Иранды хәтерләтәлер, моғайын. Яулыҡһыҙ булһаң, урамда бабайҙар килеп һуғып китергә лә мөмкин. Ураҙа ваҡытында ресторандар, кафелар көндөҙ ябыҡ була, һыу ҙа һатып алып булмай. Ризыҡ порцияларын мул итеп һалалар, итле аштарға, һарыҡ итенә өҫтөнлөк бирәләр.
Шулай итеп...
Аҡыл - ҡаҙна, күңел - йоҙаҡ, тел асҡыс, ти халыҡ мәҡәле. Тел белгәнгә бөтөн донъя үҙ ишектәрен асыуын ата-бабаларыбыҙ ҙа белгән борон, йәштәребеҙ ҙә аңлай быны бөгөн. Белем алырға Ҡытайға булһа ла бар, тимәҫтәр ине, юғиһә. Кешелек капиталы ла мөһим милли иҡтисад үҫешендә, бары тик бындай йәштәребеҙгә үҙҙәренең белемен һәм һәләтен ҡулланырға мөмкинлектәр генә булһын.
Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА