Баймаҡ районы Темәс ауылында Шәйхетдин ХӨСӘЙЕНОВ исемле ҡымыҙсы йәшәй. Шәйхетдин Шәрәфетдин улы инде тиҫтә йылдан ашыу үҙенең йылҡы өйөрөнә ауылдаштары йылҡыларын ҡушып, Ирәндек итәгендә тибендә ҡышлата, йәйен Урал армыттарында йәйләтә. Ул ауылдаштарын эш урындары менән дә, шифалы таҙа милли эсемлек менән дә тәьмин итеп, үҙе әйтмешләй, күңел кинәнесе ала. "Көн күргән, йүн биргән, килем килтергән ғаилә шөғөлөбөҙ ул - йылҡысылыҡ", - ти әңгәмәсебеҙ. Әйткәндәй, был мәҡәләлә һүҙ башлыса йылҡысылыҡ тураһында барасаҡ, шуға күрә, гәзит уҡыусы ошо - ҡымыҙлы, кейек ҡош-ҡортло, урман-таулы, сатлама һыуыҡлы, томра эҫеле өлкәгә башкөллө сумғандай булыр, тип ышанабыҙ.
Шәйхетдин Шәрәфетдин улы, йылҡысылыҡ бала саҡтан таныш шөғөлмө?
- Мин 1964 йылда Иҫәнбәт ауылында тыуғанмын. Миңә бер йәш тигәндә ғаиләбеҙ Темәскә күскән. Атай ғүмере буйы совхозда малсы булып эшләне. Мин йәйҙәрен атайға йылҡы көтөштөм, бәйгеләрҙә атта сабыштым. Баймаҡ һөнәрселек училищеһында тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштерҙем, әммә тракторҙа эшләргә тура килмәне. "Тимер ат" күңелгә ятманы - тере атты яҡыныраҡ күрҙем. Урта мәктәпте тамамланым да, малсылыҡ эшенә сумдым.
Төрлө яҙмаларҙа боронғо башҡорттарҙың ир балаларҙы 2 йәшенән һыбай йөрөргә өйрәтеүе тураһында әйтелә. Сабый сағынан бала нимә араһында үҫә, шуға күнегә инде ул. Зөлфиә еңгәйең менән арыҫландай ике ул тәрбиәләйбеҙ. Өлкәнебеҙ Радик былтыр ғына Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтты, әле ситтә эшләй. Йәйге осорҙа миңә ярҙамлаша. Бала сағында ул да бәйгеләрҙә ал бирмәне, район бәйгеһендә еңеүе өсөн алған һыуытҡыс-туңдырғысты бөгөн дә файҙаланабыҙ. Ансар - 7-сене тамамлаған кинйә улыбыҙ - шулай уҡ, бәйгелә ҡатнашам, тип, ағаһынан күрмәксе, ат әҙерләп йөрөй әле. Улдарыма: "Ғүмер буйы таш сығарып, ағас бысып, кешегә бил бөгөп йәшәп булмай, үҙ көсөгөҙ менән йәшәгеҙ", - тим. Уландарға дәғүә юҡ - үҙҙәре белеп, ат менәләр, һорап та тормайҙар. Беҙ уларҙы, атай өйрәткәнсә, үҙ өлгөбөҙҙә тәрбиәләргә тырышабыҙ.
Ҡымыҙсылыҡҡа нисек тотоноп киттегеҙ? Тәүҙә мал үрсетеү мәсьәләһен хәл иткәнһегеҙҙер...
- Ҡымыҙҙы һатыуға сығарырлыҡ күләмдә етештереү өсөн 1-2 бейәң булыуы ғына аҙ. Беҙҙең эшкә уңышлы ғына тотоноп китеүебеҙҙең сәбәбе тибен күренешенә һәм ауылдаштарыбыҙ менән хеҙмәттәшлегебеҙгә барып ялғана. Тәүҙә минең 1 генә бейәм бар ине. Хәҙер иһә, 10 тирәһе. 2000 йылдар урталарына тиклем мин совхоздың йылҡы малын көттөм. Совхоз бөтөрөлгәс, ауыл халҡының йылҡыһын көтөүгә күстем. Йылҡы көтөүе, ғәҙәттә, яҙҙан көҙгә тиклемге осорға ғына иҫәпләнә. Ә беҙ уны ҡыш миҙгелендә лә көтә башланыҡ. Башҡорт тоҡомло аттарҙың тибенгә яраҡлы булыуы, Ирәндектә ҡарҙың йоҡалығы беҙҙең был ниәтебеҙҙе тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итте. Ауылдаштар менән яҙылмаған килешеү шарты буйынса, мин бер өйөр йылҡыны Ирәндектә имен ҡышлатыу, йәйҙе имен йәйләтеүҙе тәьмин итәм, ә мал эйәләре ҡышҡы осорҙа бер башҡа айына 350 һум күләмендә миңә хаҡ түләй. Яҙҙан көҙгәсә көтөү улар өсөн бушлай, ул миҙгелдә мин бейә малдарын һауып, ҡымыҙ бешеп, уны һатыу хоҡуғына эйә булам. Ауылдаштарҙы бындай хеҙмәттәшлек бик ҡәнәғәтләндерҙе. Ни тиһәң дә, йылҡыға бесәнде элекке һымаҡ күп әҙерләү мәшәҡәтенән, иркен йөрөгән малдарына ҡош-ҡорт тейеүе хәүефенән арынды улар. Унан бигерәк, һарайҙа ҡышлаған мал менән ҡырҙа ҡышлаған мал араһында айырма һиҙелеп тора: тибен малы көрөрәк тә, мыҡтыраҡ та була. Шулай итеп, эште йәнләндереп тә ебәрҙек. Уралда ҡар ҡалын булғанлыҡтан, ул тибенгә бармай. Ҡышҡылыҡҡа Ирәндеккә, тау баштарына юлланабыҙ. Март, февраль бөткәнсе йылҡыны ҡырҙа көтәбеҙ. Бейәләр еленләй башлаһа, малҡайҙарҙы бер айға хужаларына таратып бирәбеҙ. Унан апрель баштарында тағы ҡырға сығабыҙ. Шуның менән көн күрәбеҙ. Бөтөн ризығыбыҙ ҙа, аҡса ла малдан, ҡымыҙҙан килә.
Эште нисек башлауыбыҙ тураһында һүҙҙе дауам итәйем. 2005 йылда булһа кәрәк, Темәс ауылы биләмәһе башлығы Рауил Хөрмәт улы Йәнсурин беҙгә Сәксәй ауылы эргәһенән көтөүлек ер бүлдереп: "Шунда мал көтөгөҙ, бейә һауып, ҡымыҙ бешегеҙ", - тине. Шулай итеп, беҙ ҡымыҙ йорто эшләнек, бейә һауырға кәртә ураттыҡ, үҙебеҙ йәшәргә торлаҡ эшләнек. Ҡымыҙҙы әсәйебеҙҙән өйрәнгән рецепт буйынса бешәбеҙ. Уның ҡымыҙы бик тәмле була торғайны заманында. Сифатлы ҡымыҙ бешәм тиһәң, был эшкә бар күңелеңде һалырға тура килә. Илке-һалҡылыҡты яратмай был эш. Ни тиһәң дә, ризыҡ бит, көнкүреш тауары түгел. Һаумалға, ҡур менән бергә сейә япрағы һалабыҙ. Ҡымыҙҙан сейә тәме килеүенә ауылдаштар өйрәнеп тә бөткән. Ҡайһы саҡта сейә япраҡтары һалынмаған ҡымыҙ эләкһә, улар хатта дәғүәһен дә белдерә. Кеше яратып эсһен тиһәң, ҡымыҙҙы оҙаҡ итеп әҙерләргә кәрәк, шунһыҙ, булмай.
Тауарҙы етештергәс, уны ҡулланыусыға еткереү тәртибен дә көйләмәй булмайҙыр?
- Магазин-фәләнебеҙ юҡ. Ауылда ҡымыҙ эшләүселәрҙең күбәйеүе, конкурентлыҡ арҡаһында ҡымыҙ етештереү күләмен көнөнә 50 литрҙан арттырып булмай. Ҡымыҙҙы, башлыса, оло юл сатында һатабыҙ, кемдер беҙҙең өйҙән килеп тә ала. Бөгөн күптәр ауылда финанс ҡытлығы кисерә. Һуңғы аҡсаларын тотоп, бер һыуһын ҡымыҙ эсергә, тип килеүселәр осрай. Ундайҙарҙы, аҡсағыҙ тулмай, тип, кире бороп сығарып ебәреп, йә ҡымыҙҙы еткермәй ҡойоп булмай бит. Беҙҙең өсөн ҡымыҙҙың сифатлы булыуы һәм ауылдаштарыбыҙҙың ризалығы мөһим. Тағы, балалар сифатлы, тәбиғи эсемлек эсһен, тибеҙ. Минән ҡайһы берҙә: "Балыҡсы, ғәҙәттә, балыҡтан туя, умартасы - балдан бүгә... Ә ҡымыҙсы ҡымыҙҙан туямы икән?" - тип һорайҙар. "Әллә, - тип яуап бирәм ундай саҡта, - ҡымыҙ ялҡыта торған нәмә түгел бит, һыу һымаҡ итеп, эсәһең дә йөрөйһөң уны". Ҡымыҙҙы йыл әйләнәһенә эсер өсөн йәш, сөсө ҡымыҙ ҡойолған шешәләрҙе көҙ көнө туңдырғысҡа һалып ҡуябыҙ ҙа, ҡышҡы оҙон кистәрҙә иретеп эсәбеҙ. Әйткәндәй, туңдырып иретелгән ҡымыҙ икенсе тапҡыр туңдырыуға бармай - таты китә.
Һеҙҙең эш яуаплы ла, хәүефле лә икәне көн кеүек асыҡ. Бүре, айыу-маҙар ҙа йонсоталыр?
- Ҡош-ҡорт теймәһен өсөн өйөргә һәр ваҡыт күҙ-ҡолаҡ булаһың инде. Төнгөлөккә ауыл эргәһенә яҡынлайбыҙ, малды ҡураға бикләйбеҙ. Юғиһә, ҡолондарҙы айыу, һеләүһен, бүре ашарға әҙер генә тора. Йыл һайын 1-2 баш йылҡыны айыу-бүрегә "биреп" торабыҙ инде. Былтыр ҙа ҙур ғына бер бейәне айыу ашаны...
Әгәр мин ҡолондар һатып алып, уларҙы үҫтереп, ҡымыҙ бешергә теләһәм, килтереп сығара аламмы?
- Барыһы ла үҙеңдән тора инде. Боронғолар "Атҡа аттай кеше кәрәк", тигән. Бейәне, һыйыр һымаҡ күреп, алып ҡайттың да, һауҙың түгел шул. Йылҡы, бер сығып китһә, 40-50 километр араны уйламай ҙа үтергә мөмкин. Йыбандың икән, йылҡыңды икенсе кешеләр "ҡарай". Ат ҡараҡтары күп.
Шулай итеп...
Бына ошондай тәүәккәл, аттай ағай йәшәй Баймаҡ районы Темәс ауылында. Уның миҫалынан ҡымыҙ бешеү өсөн үҙеңдең бер өйөр йылҡың булыуы төп шарт та түгел икәнлеген аңланыҡ. Баймаҡ, Әбйәлил яҡтарында булһағыҙ, шул яҡтың сейәле ҡылған ҡымыҙын ауыҙ итегеҙ әле.
Илгиз ИШБУЛАТОВ әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА