Рәмил БАЙМУЛЛИН, хаҡлы ялдағы табип: Ҡартлыҡ - ғүмере бар һәр кемгә лә килә торған ҡотолғоһоҙ осор ул. Бер яҡтан, ошо көнгә еткәнсе йәшәү - үҙе бер бәхет булһа, икенсе яҡтан, кешенең ғүмер байышы уны ошо юҫыҡта һағышлы уйҙарға һалыуы ла тәбиғи. Ғәҙәттә, кеше ҡартлыҡ яҡынлашыуын 50-55 йәштәрҙән айырыуса нығыраҡ тоя башлай. Ә инде пенсияға сыҡҡас, күптәр депрессияға, ауыр кисерештәргә бирелә. Йөрәк, нервылар системаһы ҡуҙғый, йоҡоһоҙлоҡ интектерә, буштан ғына ла ҡан баҫымы күтәрелеүсәнгә әйләнә, быуындар һыҙлай башлай. Олоғая килә, кешенең гормондар системаһы ла һүнә төшә, шунлыҡтан, хис-тойғо өлкәһе, аң кимәле лә үҙгәрештәргә дусар була бара. Тормош юлдашын юғалтып, яңғыҙ ҡартайырға тура килгәндәргә айырыуса ҡыйын була бара.
Бына ошондай үҙгәрештәрҙе мөмкин тиклем еңелерәк үткәреү өсөн йәштән сәләмәт тормош рәүешенә ғәҙәтләнергә кәрәк. Эсеү-тартыуҙан азат булыуҙы ғына аңлатмай әле был, шул уҡ ваҡытта физик әүҙемлек, дөрөҫ туҡланыу, һәр нәмәгә ҡарата ыңғай мөнәсәбәт һәм фекерләү булдырырға тырышыуҙы ла күҙҙә тотам был йәһәттән. Ғаиләлә татыулыҡ, тыныс шарттарға ғәҙәтләнеүҙең дә әһәмиәте ҙур. Тормош юлдашын юғалтып, яңғыҙ ҡартайырға тура килгәндәргә икеләтә ауыр буласағын да оноторға ярамайҙыр. Йәшерәк сағында кеше эш, тормош мәшәҡәттәренә бирелеп, һаулығын ҡайғыртып еткермәй. Шуны иҫтә тотһаҡ ине: теге йәки был сирҙе ваҡытында, ул хроник стадияға әүерелмәҫ элек үк дауаларға кәрәк, юғиһә, ул, кеше олоғайып, иммунитет көсһөҙләнә башлағас та үҙе хаҡында белдерә башлаясаҡ әле. Юмор оҫтаһы Евгений Петросян шулай шаярта бит: "Пенсияға сыҡҡас, ике дуҫ таптым үҙемә: Альцгеймер менән Паркинсон исемле". Ҡыҙыҡ, әлбиттә, ләкин һис тә көлкө түгел: оло йәштәгеләр араһында йыш осрай торған иң мәкерле, ауыр сир улар. Бынан тыш, өлкән йәштәгеләр гипертония, атеросклероз, остеопороз кеүек сирҙәргә дусар булыусан. Ундай хәлдәргә тарымаҫ өсөн һаулыҡҡа ныҡ иғтибарлы булыу мотлаҡ. Бындай ауырыуҙарға, нигеҙҙә, эсеү-тартыу, дөрөҫ туҡланмау арҡаһында ҡан тамырҙарына холестерин ултырыу, аҙ хәрәкәтләнеү, кәүҙәнең артыҡ ауырлығы сәбәпсе була. Аҡыл камиллығы түбәнәймәһен өсөн мейе әүҙемлеген һаҡларға, бының өсөн иһә көн режимын теүәл үтәү, физик әүҙемлек, саф һауала йөрөү, дөрөҫ туҡланыу (йәшелсә-емеш, һөт ризыҡтары, балыҡ, диңгеҙ ризыҡтары, зәйтүн майына өҫтөнлөк биреү), даими рәүештә хәтерҙе күнектереү кеүек иҫкәртеү сараларын иҫтә тоторға һәм уларҙы үтәргә тырышырға тура киләсәк. Ауылда йәшәүсе өлкәндәргә хаҡлы ялға сыҡҡас та эшһеҙлек янамай: хужалыҡ, баҡса, мал-тыуар, ҡош-ҡорт менән булып, улар ҡартайырға ла ваҡыт тапмай - был һәйбәт. Ә бына ҡала кешеһенә был яҡтан ҡыйынға тура килә (әгәр баҡсаһы ла булмаһа). Шуға күрә, ваҡыты бар пенсионер үҙ ҡыҙыҡһыныуы, һәләте йәһәтенән ниндәй ҙә булһа берәй шөғөл тапһын ине: ҡул эштәре (айырыуса бәйләм бәйләүҙең бармаҡтарға ғына түгел, мейе эшмәкәрлегенә лә файҙаһы бар), ағастан төрлө изделиелар яһау, шахмат-шашка уйнау, башватҡыстар сисеү, компьютерҙа эшләргә өйрәнеү, Ҡөрьән сүрәләре йә шиғырҙар ятлау, сәйәхәткә сығыу һәм башҡа шуның кеүек күнекмәләрҙең өлкәндәр сәләмәтлегенә ыңғай йоғонтоһо бик ҙур. Һәм тағы ла шуны иҫтә тотоғоҙ: ҡартлыҡ - ул бер ҙә генә һүнеү түгел әле, сөнки бөтәһе лә кешенең ошо осоронда үҙ-үҙен тотошона бәйле, бөтәһе лә һеҙҙең ҡулда һәм ихтыярҙа - үҙегеҙ өсөн дә йәшәп ҡалырға форсат тыуа, тимәк. Шунан файҙаланып ҡалырға ашығығыҙ!
Сәүиә ДӘҮЛӘТБАЕВА, хеҙмәт ветераны: Ҡартлыҡ көндәрен хәстәрләү һәр кемдең бурысы, ул быуындан-быуынға күсеп килгән йола, нисек был хаҡта онотмаҡ кәрәк. Үҙебеҙҙең әсәй-өләсәйҙәр һандығының төбөндә ята торғайны бит хәйерлектәренә тиклем бөтөн кәрәк-ярағы. Беҙгә лә һеңеп ҡалған инде ундай ғәҙәт-йолалар. Ҡыҙым шулай мин үлемтеккә тип йыйған әйберҙәрҙе күреп ҡалғас, күҙҙәренә йәш алып, минең менән ризалашмай маташҡайны ла, ипләп кенә яныма ултыртып алып, аңлаттым уға. Ниндәй генә лә хәлдәрҙә лә ун көнлөк запасың булһын ул, тигән аҡыл бар бит халыҡ телендә. Унан һуң, мираҫыңды кемгә ҡалдырыуҙы ла алдан хәстәрләр кәрәк. Бөтөн милкемде: фатирҙы ла, дачаны ла, Себер яҡтарында бер нисә йыл эшләгән саҡта йыйған аҙ ғына хәләл аҡсамды ла ошо берҙән-бер балам исеменә күсертеп ҡуйҙым: донъя хәлен кем белә - аҙаҡ аптыранып, ыҙалап йөрөмәһен. Балалар йәл булып китә: ҡатмарлыраҡ замандар килде бит уларға. Ни эше, ни аҡсаһы, тигәндәй... Беҙҙең быуынға, исмаһам, ҡайҙа барып юлыҡһаң да эш менән проблема булманы. Ата-әсәләребеҙгә лә беҙҙең өсөн борсолорға тура килмәне, ҡайҙа теләһәк, шунда ҡолас ташлап, йүгереп йөрөп эшләнек. Ә бына үҙебеҙгә балаларҙың киләсәген хәстәрләмәй булмай. Әйтеүемсә, заманы башҡа хәҙер. Быныһы инде матди хәл-әхүәл хаҡында булды, ғәйеп итмәҫһегеҙ.
Балаңды йүнле кеше итеп тәрбиәләү - шулай уҡ ҡартлыҡ көнөң хаҡында хәстәрлек бит, уйлап ҡарағанда. Шөкөр, был яҡтан да зарланырға урын юҡ, ҡыҙым минең өсөн өҙөлөп тора, инде үҙе һымаҡ аҡыллы ғына кейәү тап була күрһен, тип теләйем. Тормош ҡиммәте - ул бит аҡсала ла, милектә лә түгел, татыу, тулы ғаиләлә. Иртә яңғыҙ ҡалып, ҡыҙымды үҙем тәрбиәләп үҫтерҙем, инде уның үҙенә ғаилә бәхете теләйем: ишле булып, бер-беренә наҙлы булып, үҙ балаларын үҙҙәре үҫтерһендәр. Үҙемде әле бик өлкәндән иҫәпләмәһәм дә, миңә инде киләсәк көндәремдә нисек тә уға ауырлыҡ һалмаҫҡа, ә бының өсөн сәләмәтлекте ҡайғыртып йәшәргә кәрәк буласаҡ. Ҡартлыҡ көндәребеҙҙең сыуаҡ, тыныс булыуы күп йәһәттән үҙебеҙгә бәйле икәнен онотмайыҡ: насар ғәҙәттәрҙе ташлап, үҙебеҙҙе ыңғайға көйләп, һәр сәғәтебеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәйек.
Мәүлиҙә БАСИРОВА, эшләп йөрөүсе пенсионер: Заманында Бөрө медучилищеһын тамамлап, фармацевт һөнәренә эйә булдым һәм ғүмерем буйы баш ҡалабыҙ аптекаларында эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Хәҙер йәштәр бик күп килде, ләкин улар янына тәжрибәле кеше лә кәрәк, тип, аптека идаралығынан тәҡдим булғас, бер аҙ эшләп ҡарарға булдым. Дарыу препараттары менән эш итеү бик етди мәсьәлә, бында яңылышыу, онотоу кеүек хилафлыҡтар ғәфү иткеһеҙ күңелһеҙлектәргә килтереүе бар. Тап ана шундай бер хәлдән һуң эшләп тороуымды һоранылыр ҙа инде. Бик ялға китке килһә лә, сменалап эшләү хәлде еңелләштерҙе. Тик ҡайһы саҡ ҡырын-мырын ҡараш йә һүҙ ишеткеләп, күңел рәнйеп ҡуя, тик уға иғтибар итмәҫкә тырышам. Уйлап ҡараһаң, эштә барыбер онотолаһың, тормош ҡайнап тора бында - йәштәр менән бигерәк тә еңел эшләүе, уларҙан дәрт, позитив бөркөлә. Шуныһына шатмын. Өйҙә ултырған әхирәттәремде лә ҡайҙа булһа ла берәй ергә ваҡытлыса эшкә урынлашырға өгөтләйем, юғиһә, донъя баҫып бара уларҙы: кәүҙәгә ауырланып киттеләр, тормошҡа ҡыҙыҡһыныуҙары ла һүнә төштө кеүек. Ҡартлыҡ - ул, ысынлап та, теләйһеңме, юҡмы, һинән һорап тормай шул. Кемдәрҙер был фактты ҡабул итергә теләмәй, шунлыҡтан, айырыуса артист халҡы бар аҡсаһын йәшәртеүсе процедураларға сарыф итә, хатта бысаҡ аҫтына ятыуҙан да ҡурҡмай: пластик операциялар, липосакция кеүек ғәләмәттәр менән булыша. Тик бына йәш күренеүҙән генә бит организм ҡартайыуынан туҡтамай. Иң мөһиме - оло йәштә лә һау-сәләмәт ҡалыу. Ғүмер буйы дарыуҙар менән эш итһәм дә, үҙем уларҙы ҡулланып барырға тырышмайым. Майһыҙ диета, үлән сәйҙәренә өҫтөнлөк бирәм. Эшкә йәйәү барам, йәйәү ҡайтам. Олоғайған көндө кеше көнлө булыуҙан да насары юҡтыр ул, шуға күрә, үҙ көнөңдө үҙең хәстәрләүҙе алдан уҡ башлау мотлаҡтыр. Алдан, тигәнемде йәштән тип аңлай күрмәгеҙ тағы. Янып-йәшнәп торған дәртле мәлендә кем ошонан ҡартлығын уйлап, хәстәрләп ултыра инде! Ҡартлыҡ әллә ҡайҙа Ҡаф тауҙар артында, бик алыҫ булып тойолһа ла, уҡып бөтөп, эшләй, тормош артынан ҡыуып йәшәй генә башлаһаң, нисек килеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың...Был турала йәштән ҡайғыртыу тигәнем, әлеге бер әйтемдәгесә, намыҫыңды йәштән һаҡла, тигәнгә тап килә түгелме икән? Ни бары әхлаҡ ҡанундарынан тайпылмай, дөрөҫ итеп, ваҡытында белем-һөнәргә эйә булып, ғаилә ҡороп, балаларыңа матур тәрбиә биреп, сәләмәт тормош рәүеше менән йәшәү генә кәрәк, минеңсә. Быуының нығынып, эшләй башлағас, әлбиттә, пенсия хәлдәрен дә иҫкә төшөрәләр: эш биреүсе тарафынан Пенсия фондына иғәнә күсерелеп бара һәм беҙҙең быуындың пенсия күләме күп йәһәттән шуға бәйле булды. Әле эшләп йөрөгән һәм киләһе быуындарға иһә, йүнле пенсия алам, тиһә, үҙҙәренә тырышырға, арттыра алһа, тупланма фондҡа өҫтәп һала барырға кәрәк буласаҡ. Тормош хәлеңде генә түгел, ҡартлығыңды ла ҡайғыртыу өсөн дә эш хаҡыңдың арыу булыуы хәйерле инде. Хеҙмәт хаҡын конвертта алыусылар өсөн шуға ла уйланырға урын бар, минеңсә.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
КИРЕ СЫҒЫРҒА