Сибайға ҡалаһының Балалар ижад йортона барып еткәндә, фестиваль башланғайны. Ниһайәт, мин мөнәжәт ишетәм, башҡарыусыны күрәм. Тыңлайым. Яҡты сәхнәне тағы ла яҡтыртып, Сафуан Лоҡман улы Сәйетғәлин мәшһүр Аҡмулланың "Нәсихәттәр"ен көйләй. Ғәжәп әҫәр ул Аҡмулла мираҫы - уның асылы йөрәктең иң нескә еренә, аҡылдың иң төпкө юлына барып тоташа. Ниндәй бөйөк әҫәре бар башҡорттоң - көн һайын ҡабатлап, эш-ғәмәлеңә һәм холҡ-ҡәлбеңә "көсөргәнеш" яһап - "сафландырып" яңыртып торорлоҡ.
...Етенсе ҡиммәт нәмә - ихлас, тигән,
Ихласһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ, тигән.
Аҡыллылар ошо һүҙҙе белһә кәрәк:
Иман, аҡыл, әҙәп, ихлас - юлдаш, тигән.
Халҡыңа ошонан да ҡәҙерле васыят булыуы мөмкинме һуң? Ҡабул ит, кинән, шөкөр ит, халҡым! "Эй, Аллаһым, Мифтахетдин Аҡмулланың рухын шат ҡыл!" Ихлас йөрәктән ошо доға телгә килә. Тамаша залы тулы халыҡ аһәңле көйгә көйләп уҡылған сихри һүҙҙәргә мөкиббән киткән. Күңел тыныслана. Мин Сафуан Сәйетғәлинде үҙенең тыуған яғы Салауат районында, Салауат йыйындарында гел тыңланым, Ауырғазыла республика "Шәжәрә байрамы"нда ла бик аһәңле сығыш яһаны, шәжәрә төҙөүсе яҡташын ҙурлап-хуплап ҡобайыр әйтеп, ҡурай уйнап оҙатып йөрөнө. Быйыл Сафуанды Мәсетле районында "Халыҡ-ара ҡумыҙ байрамында" ла осраттым. Әле ул ете йөҙ саҡрым Урал буйлап килеп, Сибай сәхнәһендә Аҡмулланы һөйләй...
Сәхнәлә Ишембай ҡалаһынан килгән Рәйлә Абдулла ҡыҙы Ҡалмырҙина сығыш яһай. Миңә ул электән таныш. 1934 йылғы, тимәк, быйыл уға 83 тулып үткән. Собханалла, уның тыны ла иркен, тауышы тигеҙ, хәтере яҡшы... Үҙе ижад иткән дүрт мөнәжәтен бер тында тиерлек һөйләп сыҡты. Аҙаҡ "Һалдат бәйетен" әйтеп ҡуйҙы. Ихлас, күтәренке уның ижады. Мөнәжәттән тыш, Рәйлә апай "Нәсихәттәр" ҙә әҙерләгән. Исемдәренән уларҙың йөкмәткеһе лә төҫмөрләнә. Мин баһалама төркөмөнә күҙ һалам: бер кем дә оло йәштәге мөнәжәтсене бүлдермәй, ихтирам менән тыңлайҙар. Минең иң ҡурҡҡаным шул ине: Алла исеме менән сәхнәгә баҫҡан өлкән кешеләребеҙҙе, һүҙенән туҡтатып, уларҙың күңелен рәнйетеп, беҙҙең менән бүлешеп кенә торған иман нурын һүрелтеп ҡуймаһаҡ ине. Рәйлә апайҙың сығышын көслө алҡыштарға күмделәр.
Мин баһалама комиссияһы ағзалары Асия Ғәйнуллина, Мәүлит Ямалетдин, Фәниә Сарбулатова, Светлана Буранбаева, Фәрзәнә Фәтҡуллиналар рәтендә урын алдым. Иң тәүҙә фестивалдең баһалау ҡағыҙҙарына беренсе билдәләрҙе теркәйем. Ҡатнашыусыларҙың исем-шәрифе, тыуған көнө-айы-йылы, тулы адресы, телефоны ла теркәлгән был ҡағыҙға. Улар өс төрлө жанр буйынса сығыш яһай ала: мөнәжәт, нәсихәт, Ҡөрьән сүрәһе. Һәр бер мөнәжәт, нәсихәт, сүрәнең тулы исеме һәм ҡағыҙҙа баҫылған тексы ла баһаламасылар алдына һалына икән. Йә, хуш! Ойоштороу эше йәтеш һәм аныҡ атҡарылған. Артабан тамаша залын тултырып ултырған халыҡҡа күҙ һалам: береһенән-береһе алсаҡ, ыҫпай кейемле, һылыу ҡатындар, ағинәйҙәр, милләттәштәрем! Собханаллаһ! Быныһы өсөн айырыуса мең шөкөр итәм. Төркиәлә уҡып ҡайтҡан бер ҡәйнешемдең, Морат Мусиндың, һүҙе ҡылт итеп иҫкә төшә: "Сәрүәр еңгәй, - тигәйне ул бала, - донъяла беҙҙең башҡорт ҡыҙҙарынан да нурлыраҡ ҡыҙҙар юҡ. Уларҙан бөркөлөп торған нур шул хәтле яҡын бит ул. Иң һағынғаным - Һаҡмар һыуы менән башҡорт ҡыҙҙарының нуры булды..."
Фестиваль дауам итә. Белорет районы Шығай ауылы ағинәйҙәренең "Аҡтамыр" төркөмө мөнәжәт әйтә башлағас, залдың түбәләре күтәрелеп киткәндәй булды. "Аҡтамыр"ҙар ғәжәп саф, көслө тауышлы, килеш-килбәттәре - һауала осҡан кейек ҡаҙҙар кеүек... Һүҙҙәре лә асыҡ ишетелә, хәтергә уйыла: тормош ҡуйған кәртәләрҙе үткәндә иң башта Аллаға һәм үҙеңә ышан, ярҙам һорап башта Аллаға һәм үҙеңә мөрәжәғәт ит, яңылыш аҙымдарың өсөн Алла алдында тәүбә ит - саф, таҙа күңел менән йәшә ерҙә. Шулай тип мөнәжәт әйтә "Аҡтамыр"... Көслө рухлы ағинәйҙәр һүҙе был. Етәкселәре Сәғирә Сабирйән ҡыҙы Ғәлиуллинаға был һигеҙ ауылдашын әйҙәп-ойоштороу артыҡ ҡыйын булмағандыр, сөнки Белорет яғында әүәлдән әүҙем һәм төплө эшләгән фольклор төркөмдәре бар. Мөнәжәтселәр байрамына ла шығайҙар дәррәү килгән, мөнәжәт башҡарыу вәзенен - тәртибен ентекле уйлаған. Берәүе әйтә, ҡалғандары күтәреп ала, йөпләп-хуплап ҡуя... Иң илһамлы һәм ышаныслы ҡораҡ икән был "Аҡтамыр", тип баһаланы тыңлаусылар. Ҡөрьән сүрәһен көйләп, баһалама ағзаларын таң ҡалдырған, еңеүсе данын күтәргән Гөлнур Жәлил ҡыҙы Ҡолбирҙина ла Шығай төркөмөнән ине. 1983 йылғы Гөлнур изге китаптағы аяттарҙы башҡорт халыҡ көйҙәренең бөгөлөш-боролоштары менән үҙенсәлекле итеп биҙәй алды. Туған моң - күңелдәргә иң ипле асҡыс.
Белорет районы Сосновка ауылынан килгән "Ағинәйҙәр" төркөмө ялт итеп торған яңы күлдәктәре, балҡып торған селтәр-яғалары менән күңелле генә барған тамашаны тағы зауыҡландырып ебәрҙе. Етәкселәре Әнүзә Вәйес ҡыҙы Ишбирҙина ҡыҙҙарына башлыса мөнәжәт әйтергә өйрәткән. Мөнәжәттең ҡеүәте - тында, тиҙәр. Тын - йән янында, йәндән сыға. Шуға күрә мөнәжәтсе исемен алыр йәнә бер бәйгесе Сосновканан булып сыҡты: Рима Ҡунаҡбай ҡыҙы Йосопова сыңрау торналай тауышы-тыны менән йөрәктәрҙе арбарлыҡ мөнәжәт әйтте. Уға бик риза, рәхмәтле тамашасы мәрҙәс ҡысҡырып, ҡул сапты. "Ағинәй" төркөмө һаман күҙ алдында: инсафлы, ябай, һөйкөмлө генә ауыл ҡатындары. Урман башҡорттары, тибеҙ уларҙы, инйәр ҡатайҙары, тамъяндар... Шундай төрлөләр һәм бик-бик оҡшаштар, сөнки уларҙы мөнәжәт моңо берләштергән: Нәфисә Заһретдинова, Земфира Кәримова, Фәнилә Мусина, Лүзә Сафуанова, Зифа Муллағәлләмова, Венера Сөләймәнова, Гилә Фәтҡуллина...
Ейәнсура яғынан төркөм-төркөм булып килгән мөнәжәтселәр ҙә ҡыуандырҙы. Мөнәжәтте күмәкләп башҡарыу, бер-береһенә эйәреп әйтеү, яңғыҙ әйтеү, ҡара-ҡаршы әйтеү кеүек алымдарҙы ҡулланды улар. Үҙҙәрен сәхнәлә иркен, яйлы тота, гүйә, сәхрәлә кеүек хис итәләр. "Иҫәнғол ағинәйҙәре" төркөмө һигеҙ кешенән тора, кейемдәре бик күркәм, ихласлыҡтары йөҙҙәренә сыҡҡан оло апайҙар. Уларҙың тыуған осоро - 1940-1946 йылдар, тимәк, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында донъяға килеп, халҡыбыҙҙың йәнен ялғап, йәшәүгә өмөтөн яңыртып алға алып киткән ҡатмарлы яҙмышлы быуын. "Иҫәнғол ағинәйҙәре"нең башҡорт ҡатындарына хас тыйнаҡлығы ла, тәүәккәллеге лә, аҡылы ла уларҙың тын алышында - мөнәжәт тауышында сағылды. Был төркөмдә ихласлап йөрөп халыҡҡа мөнәжәт өнө таратыусылар бар: Хәмдиә Теләүбирҙина, Ғәлиә Фәйзуллина, Зөлфиә Бикбулатовалар. Бик тә күркәм һәм тәбиғи саманы тота белгән "Иҫәнғол инәйҙәре"нең күңелдәре күтәренке, кәйефтәре иң юғары нөктәлә, ә йөрәктәре берҙәм.
Ейәнсура районында Үрген тигән һыу буйлап Үрген ауылы ултыра. Бында ҡатын-ҡыҙҙарҙың халыҡсан ижади ойошмаларын етәкләп йөрөүселәрҙән булған Гүзәл Аҡсурина үҙенең ауылдашы Мәрфуға Ҡаһарманова менән бергә "Үрген ауылы мөнәжәте"н башҡарҙы. Үҙенсәлекле генә дуэт барыһына ла оҡшаны. Уларҙың төркөмөнә унлап ағинәй йөрөй. Һәр ҡайһыһы инәй-оләсәйҙәренән аманат булған шиғрәнә тәрбиә һүҙҙәрен хәтерләп, бер көйгә һалып, Иҫәнғолда йыл һайын уҙғарыла торған мөнәжәт кисәләрендә уңышлы сығыш яһайҙар икән.
Ейәнсураларҙың йәнә бер яңылығы: район үҙәгендә эшләгән "Үҫәргән" дини ойошмаһының йәкшәмбе мәктәбенә йөрөгән мөнәжәтселәр төркөмө. Дүрт ҡатын сәхнәгә сығып "Иман шарттары", "Ысын мосолман булам тиһәң" тигән уй-теләктәрҙе алға алып, иманлы һүҙ әйтте. Сафия Хәбибуллина, Гөлнур Түләбаева, Роза Йәрмөхәмәтова, Земфира Нәбиуллиналар ине улар. Тигеҙ, тыныс, итәғәтле яңғыраған һүҙҙәрен мәктәп уҡыусылары ла ишетһә, балалар күңелдәренә ял алыр ине һәм донъяға булған күп һорауҙарына яуап табыр ине, тигән уй башҡа килде. Ысынлап та, дидактика - тәрбиәләү, өгөтләү, аңлатыу ҡеүәһе бар мөнәжәттә. Шуға күрә лә ул башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижадында бик әүәлдән - Урал буйына ислам дине индерелгән дәүерҙән бирле ижад ителә, яратып башҡарыла торған жанр булып йәшәй ул. Аят ашы мәжлестәрендә генә түгел, мәҙрәсә-мәктәп йыйылышында, оло байрамдарҙа ла мөнәжәт Алла һүҙен халыҡҡа еткереү-аңлатыу сараһы булып тора. Хатта дин ҡыҫырыҡланған һәм тыйылған замандарҙа ла оләсәй-олатайҙар телендә мөнәжәт тирбәлде, йәштәргә өгөт-нәсихәт биреү, иман тәрбиәләү юлы булып ҡалды.
Ейәнсура районынан Йылайырға ҡарай сыҡҡан саҡта, Етебыуын үре (Семиколенка) алдынан Хоҙайбәндә тигән бер ауылды үтәһең. Аҡҡондоҙ тип тә әйтәләр. Ана шул ауылдан килгән ике матур ханым сәхнәгә сыҡты ла моңло ғына итеп мөнәжәт әйтә башланы. Люциә Кинйәбулатова 1941 йылғы, ә Минзәлә Сафина 1964 йылғы. Ике быуын, ике моң, бер хис, бер юл... Бөтә Сибай һоҡланып ҡарап ултырҙы.
Йылайыр юлы, тигәс, шул юл өҫтөндәге Ҡашҡар ауылынан килгән "Умырзая" халыҡ ансамбленең сығышы "Әсә бәхете" тигән нәсихәттән башланды. Ҡулдарына ыҡсым тәсбихтәр тотоп сыҡҡандар, сағыу милли кейемдәрен ап-аҡ яулыҡтары тағы ла баҙыҡландырып ебәрә. "Умырзая" - һоҡланғыс төркөм, ҡарап та, тыңлап та туйырлыҡ түгел, тип баһалаусылар ҙа, халыҡ та күҙҙәренә йәштәр тығылып, шатланып тыңлап ултырҙы. Мәүлит Ямалетдин ағай үҙе тәржемә иткән һәр сүрәне яттан белеп, ҡабатлап ултыра (был бит шағир өсөн шундай бәхет, уйлап ҡараһаң!), ә "ҡашҡарҙар" бик ғибрәтле "Исрафил сурын өргәс" сүрәһен һөйләй башлағас, ағайҙың ауыҙы ҡолағына етте: тере тауыш ҡобайырҙы ла, сүрәне лә иҫ киткес итеп үҙгәртә икән - терелтә, балҡыта! Әҙәмдең моңо теләһә ниндәй таш йөрәкте иретеп, туң күңелгә асҡыс таба ала. Төркөмдөң етәксеһе Сөмбөл Көмөшбаева әйтеүенсә, улар мөнәжәт әйтеү оҫталығын күрше Һынташ, Мәҡсүт ауылдарында ғүмер иткән оло быуын инәйҙәрҙә күреп үҫкән...
Мәләүездән килгән Рәйфә Зарипова башҡарған "Рәсүлаллаһ, йәтим бала" мөнәжәте - Көньяҡ Уралда һирәк осрай торған затлы, таныулы әҫәр. Уны ауыҙ-тел ижадын өйрәнгән ғалимдар юғары баһалай. Халыҡ хәтеренән ҡалҡып, Сибай төбәк-ара мөнәжәт фестивалендә сәхнәгә сыҡҡан ҡомартҡылар, уларҙы бөгөн башҡарыусылар һәм яҙып алыусылар табылыуы был мәҙәни сараның мәғәнәһен тағы арттыра түгелме? Фестивалдең йәнә бер маҡсаты һәм бурысы: халыҡ телендә һаҡланып ҡалған боронғо мөнәжәттәрҙе табыу, йыйыу, китап итеп донъяға сығарыу. Шуға күрә, үҙ төбәгендә йәшәгән мөнәжәт ярсығын берәр строфа булһа ла ҡағыҙға теркәп, баһалама етәксеһе Асия Ғәйнуллинаға тапшыра баралар. Күптәре дини шиғырҙарҙы ғилми баҫмаларҙа, календарь биттәрендә, матбуғатта, шиғриәттә, интернетта таба. Шулай уҡ бөгөн дини-донъяуи темаларға уңышлы яҙа алған шағирҙарға мөрәжәғәт итәләр - Зөлфиә Ханнанова, Мәүлит Ямалетдинов, Айһылыу Ғарифуллина ижады мөнәжәт көйөнә һалып башҡарырға бик ҡулай. Үҙҙәре мөнәжәт сығарғандар авторлығын иғлан итә ала. "Авторлы мөнәжәт" маҡтаулы билдәһенә Фатима Һибәтова, Зөһрә Кашапова, Нурия Сәйәхова, Люциә Кинйәбулатова, Минзилә Сафина, Гүзәл Әхмәҙиева, Алмира Йәғәфәрова, Светлана Мәһәҙиева, Ғәлиәбаныу Мөрсәлимова, Мөкәрәмә Мырҙабулатовалар лайыҡ булды.
Шул уҡ Мәләүез яғынан Ләйсән Вәлиева (1981) "Әсә һүҙе" тигән мөнәжәт әйтте. Уның тексына ҡарап, баһалаусылар нәсихәт тип билдәләне. Ләйсән үҙенең йәшлек дәрте, тырышлығы менән иҫтә ҡалырлыҡ оҫта сығыш яһаны, бәйге еңеүселәренең береһе булды.
Нәсихәт жанрында сығыш яһаған Гөлсәсәк Йәғәфәрова Күгәрсен районы Түләбай ауылыныҡы, ул "Намаҙ" тигән әҫәрҙе һөйләне, Ҡөрьән сүрәһен уҡыны. Уның яҡташы, Ҡадир ауылынан Зәкиә Ҡолонбаеваның "Сабыр ит" мөнәжәтенән һуң сүрәләр уҡыуы бөтә кешене хайран ҡалдырҙы - бына кемдә ул моң, үҙенсәлекле тембр. Ирекле талғынлығы тап мөнәжәт һәм сүрәләр уҡыу өсөн бирелгән тиерһең... Фестивалдә иң бай тауыштарҙың береһе булып хәтерҙә ҡалды. Башҡорт теленең яғымлы боролоштары, һүҙбәйләнештәре һәм һөйләү вәзене ошондай кисәләрҙә тыныс, тулы ҡанлы йылға һымаҡ, мәғрур тауҙар һәм киң далалар кеүек иркен һәм бәхетле яңғырай. Зәкиә Ҡолонбаеваны бөтә Ер шары халҡы һөйөнөп тыңлар ине.
Күгәрсен районы Үрге Һаҙ ауылында оҙаҡ йылдар килен булып йәшәгән Зәйтүнә Түләбаева хәҙер тыуған яғы Ейәнсурала тора, шулай ҙа ул элек йәшәгән яғы исеменән сәхнәгә сыҡты. "Гөлниса исемле инәйҙән отоп алған боронғо мөнәжәтте әйтәм", тип олпат һәм ипле генә башлап китте ул сығышын, һәм бөтә зал тын да алмай уны тыңланы. Мөнәжәт халыҡ аҡылын, Аллаға һығыныуын, ул биргән аҫыл бүләккә - йәшәүгә бөтмәҫ хөрмәтен, ижтиһатын сағылдырҙы. Зәйтүнә апай мөнәжәтселәр араһында еңеүсе данын алды.
Ниһайәт, Әбйәлил районы халыҡ ижады оҫталары сәхнәгә менде. Сибай мөнәжәт фестиваленә әбйәлилдәр бер-нисә төркөм менән "эркелешеп" килгәндәр. Шулай итмәй ни! Ауыл һайын сәсәнһүҙ оҫтаһы бар, республикала билдәле ярыштарҙа әйтешкә сығыусылар, ҡобайыр әйтеүселәр Оло Ҡыҙыл, Әбйәлил Ирәндек, Ҡырҡты тау буйҙарында, Яҡтыгүл яҡтарында йәшәй. Был юлы ла һынатыш юҡ, тине әбйәлилдәр. Фестиваль башында уҡ Ташбулат ауылының "Гөлнәзирә" фольклор ансамбле мөнәжәттәре менән байрамса итеп асып ебәргәйне, артабанғы сығыштарға ла уларҙан сая дәрт-сәм сарпыуы һирпелде. "Гөлнәзирә" (етәксеһе Рәйлә Ирназарова) нәсихәттәр буйынса еңеүсе булып сыҡты, баһалаусылар бер тауыштан уларҙың эске ярһыу-хис менән нәсихәт әйтеүен яҡшы үрнәк тип билдәләне. Шулай уҡ Рысҡужанан Зөһрә Мәһәҙиева менән Ҡырҙастан Фәнүзә Биктимероваларҙың сығышында мөнәжәт әйтеүсенең рухи донъяһы асыҡ күренде, тарих сыңы ишетелде, ҡырыҫ һәм гүзәл Урал тәбиғәте күҙ алдына килде, тип билдәләне баһалама комиссияһы ағзалары.
Рысҡужа ауылының "Ҡыҙылым" мөнәжәт төркөмө профессиональ кимәлдә яҡшы ҡуйылған тауыштар менән үҙҙәренең сығышын "эйәреп йырлау" рәүешендә тәҡдим итте. Төркөм етәксеһе Зөһрә Мәһәҙиева, үҙе йырсы булараҡ, саф юғары тауышы менән көйҙө, күктең әллә нисәнсе ҡатынан тартып төшөргәндәй, илһамланып йырланы. "Рәхмәт" мөнәжәте - Мөжәүир хәҙрәттең һабаҡташы Ханнан хәҙрәттән отоп алынған һәм Әбйәлил яғында таралған рухи ҡомартҡы. Артабан Ҡөрьәндән "Әль-Баҡара" сүрәһен дә ифрат үҙенсәлекле аһәң менән башҡарҙы субандар (йәғни рысҡужалар). Ауылдың тынғыһыҙ һүҙ оҫталарының береһе Фатима Һибәтова үҙе ижад иткән мөнәжәттәрен әйтеп, еңеүсе исемен алды. "Беҙҙең ҡораҡ - "Ҡыҙылым" төркөмө - серләшеп, аралашып йәшәгән бер быуын, бер төбәк ҡатындары әле бөтә Рәсәй халҡын иманға саҡырып мөнәжәт әйтергә әҙерләнәбеҙ", тине улар. Булыр ул субандарҙан, "япондар", тип юҡҡа әйтмәйҙәр ул рысҡужа тоҡомон.
Иҫке Сибай ҡасабаһынан "Яҙгөл" төркөмө хаҡында айырым һүҙ әйтеү кәрәк. Етәксеһе Гүзәл Янбаева "Ураҙа" мөнәжәтен, "Ҡәҙер кисе" сүрәһен бик ентекләп, еренә еткереп өйрәткән, тине баһалаусылар һәм уларҙы һәр мәктәпкә, һәр кисәгә саҡырып халыҡҡа ишеттереү кәрәк ине, тип хыял тартып ҡуйҙылар. Башҡорт халҡында әүәлдән мөнәжәт дини дәрес, мәжлес, яу-сәфәр һуңында башҡарылған, был жанрҙа тупланған йәшәү фәлсәфәһе, аҡыл һәм рух көсө халыҡҡа көйлө һүҙ - туған тел өнө ярҙамында һеңдерелгән. Әлбиттә, заманы етһә, мөнәжәтте мәктәптәрҙә өйрәнеү ҙә һис яҙыҡ булмаҫ ине.
Мөнәжәт - тын ҡеүәте, тинек. Ысынлап та, кешенең бөтә шәхсәнлеген, илаһи дәрт-дарманын аса ул. Йылайыр районы төркөмөн етәкләгән Хафиза Амантаева фестивалгә иң яуаплы әҙерләнгән кешеләрҙең береһе булып сыҡты. Күрһәтмә буйынса йылайырҙар һәр жанрҙы тулыһынса башҡарҙы. "Алланан ҡурҡығыҙ" мөнәжәте, Дилә Булгакова ижадынан "Беренсе бир сәләмеңде" нәсихәте, Мәүлит Ямалетдин тәржемәһенән "Ғәйбәтсе" сүрәһе - барыһын да Юлдыбай ауылынан Фатима Айытҡолова бик асыҡ һәм тыныс тонда башҡарып сыҡты. Яманһаҙҙан Гөлнур Йәнсуринаның сығышы баштан уҡ иғтибарҙы яуланы һәм ул иң оҫта сүрә уҡыусылар исемлегенә теркәлде: уның башҡарыуында "Фатиха" мөнәжәте, "Ололанма" нәсихәте, "Бүлмәләр" сүрәһенең 10-сы, 11-се аяттары тыңланды... Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, был темаларҙан ситтә йөрөгән кешегә башта мөнәжәт һайлаусыларҙың етдилеге сәйер тойола, ләкин ошо етдилек һәм олпатлылыҡ - тормошҡа, яҙмышҡа ҡарата ла яуаплылыҡ тәрбиәләй, күрәһең. Матрайҙан Гөлсирә Сәйетованы иғлан иткәндә бындай сығыштарҙың тәрбиә көсө, кешенең холҡон-фиғелен иман кәртәһенә индереү ҡөҙрәте ныҡ һиҙелде: "Теләйек изге теләк" мөнәжәте, "Ямандарҙан йыраҡ бул" нәсихәте, "Бүлмәләр" сүрәһенең 13-сө аяты..."
Сибай ҡалаһы мәҙәни донъяһының йөҙөк ҡашы, данлыҡлы "Миләш" халыҡ вокаль ансамбле сығышын телгә алмай булмай. "Бисмилла" мөнәжәте, "Йә, рәсүлем!" нәсихәте был шишмә тауышлы уникаль төркөмдө нәсихәт уҡыу номинацияһы буйынса еңеүселәр рәтенә сығарҙы.
Бөрйән районы Мәһәҙи ауылы ағинәйе Нурия Сәйәхова һикһән йәше менән бара. Уның һәр саҡ алсаҡ һәм теремек булыуы, моғайын, гел генә мөнәжәт әйтеп, йыр көйләп йөрөүенәндер. Сибай сәхнәһенә лә ул балҡып көлөп килеп сыҡты. "Рәхмәтлемен был тормошҡа", тип үҙ мөнәжәтен ишеттерҙе, "Йәштәргә теләк" тип йәнә үҙ ижадын теҙҙе. Телдән төшмәгән мәшһүр "Фәләҡ" һәм "Нәәс" сүрәләрен халыҡсан итеп көйләп уҡып, бар кешене кинәндерҙе. Ни әйтәһең инде, ошондай йәншишмәнән уртлаған ағинәйҙәр булғанда беҙҙең ауылдарҙа тел дә, йыр ҙа, иман да йәшәр әле. Бөрйән яғында, ғөмүмән, ғәжәйеп кешеләр йыш осрай. Ғәжәйеплеге - уларҙың серле һәм тәүәккәл булыуы. Байназар ауылынан Фәнүзә Аҙанғолованың "Эй, башҡортом, ҡайт иманға, юғиһә, бик һуң булыр!.." тип киҫәтеүе, "Туған телде ҙурламағас, заман беҙҙе хурлаймы?" тип төрттөрөүе, Хоҙайҙан халҡыбыҙға ярҙам-аҡыл һорап "Фатиха" сүрәһе менән һүҙ ослауы - үҙе бер тамаша, тормош һабағы дәресе булды. Әбделмәмбәт ауылынан Һәҙиә Фәтҡуллина үҙ ижадына таянып, "Халыҡҡа өндәшеү" мөнәжәтен, "Мөрәжәғәтнамә" нәсихәтен әйтте, "Фәләҡ" сүрәһен уҡып тамамлап ҡуйҙы. Бөрйәндәрҙең сығышында ҡәтғилек тә, әрнеү ҙә, борсолоу ҙа ярылып ята ине. Төбәк-төбәк башҡорт ерҙәре шулай үҙенсә тауыш бирҙе, ахыры.
Төбәктәр араһында әбйәлилдәр Гран-приға лайыҡ булды, ә бүләген фестивалдең бағыусыһы - Өфөләге "Башбланкиздат" нәшриәте директоры Гөлсәсәк Әлибаева ебәргән, тинеләр. Беренсе урынды Белорет мөнәжәтселәре, икенсе урынды Ейәнсура менән Йылайыр районы вәкилдәре, өсөнсө урынды Күгәрсен, Сибай, Бөрйән районы нәсихәт һөйләү оҫталары яуланы. Салауат районынан килгән "Етегән" төркөмө шулай уҡ оҫта нәсихәтселәр исемен алды.
Сибай халҡы көҙгө сөмбәлә мәлендә тын ҡалып йәнә бер ҡат мөнәжәт, нәсихәт, сүрәләр моңон тыңланы. Фестивалде ойоштороуҙа ҡаланың "Ете ҡыҙ" студияһы, "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы, ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы (етәксеһе Эльза Дәүләтшина), Балалар ижад йорто коллективы ҙур тырышлыҡ күрһәткән. Тағы ла нығыраҡ танышып, дуҫлашып, фекерҙәр төйнәп ҡайтты изге иман эстәүселәр - башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижадында меңәр йылдар яңғыраған, моңло-йырлы башҡорт халҡына ғына хас булған мөнәжәт, нәсихәт, көйләп сүрә уҡыу йолаларын тергеҙеүселәр. Мөнәжәтселәрҙе киләсәктә матур эстәлеге, оло маҡсаты, үҙ форматы-тәртибе булған ирекле һәм рухлы йыйындар көтһөн.
Сәрүәр СУРИНА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА