«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЖАД ИТЕҮ ҺӘЛӘТЛЕГЕН БАЛАЛАРҘА ЛА, ОЛОЛАРҘА ЛА ҮҪТЕРЕҮ КӘРӘК
+  - 



Бер заман йәмғиәттә ветерандарҙы, хаҡлы ялдағыларҙы, һәләтлеләрҙе, фекерҙәштәрҙе һәм башҡа күп төрлө уртаҡ эштәр һәм уйҙар менән йәшәүселәрҙе берләштереүсе ойошмаларҙың хәле ҡыл өҫтөндә ҡалды. Был, үҙенә күрә, йәмғиәттең тырым-тырағай булып тарҡала башлауының бер күренеше ине. Әммә, бәхеткә күрә, был хата ваҡытында аңлап ҡалынды һәм предприятиелар, учреждениелар янындағы ойошмаларға ҡабаттан йән өрөлдө. Ошо уҡ яҙмыш Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йортонда урынлашҡан БР Театрҙар эшмәкәрлеге союзын да урап үтмәне. Бөгөн Союзды Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Ғаззали улы ҮТӘШЕВ етәкләй, ә Актерҙар йорто директоры вазифаһын Әлиә Дамир ҡыҙы ЯХИНА башҡара. Улар менән дөйөм театр донъяһы тураһындағы һөйләшеү гәзит уҡыусыларға ла ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайбыҙ.

Хөрмәтулла Ғаззали улы, был ойошмаға күптән түгел генә рәйес итеп билдәләнһәгеҙ ҙә, һеҙ бында яңы кеше түгел, шулай бит? Моғайын, актер булып эшләй башлағандан был идаралыҡ ағзаһығыҙҙыр?

Хөрмәтулла Үтәшев:
Мин был ойошмала, яңылышмаһам, 1989 йылдан теркәлгәнмен. Бығаса Театрҙар эшмәкәрлеге союзына ағза булып инеү өсөн ун йылдан артыҡ хеҙмәт тәжрибәһе талап ителә ине. Был йәштәр өсөн үҙенә күрә яһалма кәртә булып торҙо һәм ошо тәртип Союз ағзаларының артыҡ олоғайып китеүенә килтерҙе. Бөгөн иһә, йәш актерҙар бер йылдан ашыуыраҡ эшләгән осраҡта, ойошмаға инеүгә ғариза яҙа ала. Йәғни, республикалағы бөтә театрҙар һәм уҡытыу учреждениелары, мәҙәниәт өлкәләрендә эшләгән кешеләр ошо йәмәғәт ойошмаһында берләшә ала. Ойошма ниндәйҙер үтә етди матди мәсьәләләрҙе хәл итмәһә лә, махсус положениелар нигеҙендә төрлө ярҙамдар ҙа ойоштора, йәшәйештең иғтибар талап иткән социаль проблемаларын хәл итешә, әммә театр белгестәрен профессиональ яҡтан камиллаштырыуға булышлыҡ итеүҙе иң беренсе рәткә ҡуя. Был тәңгәлдә беҙ актер оҫталығы, сәхнә теле, гримм һалыу, костюм тегеү, ут яҡтыртыу һәм сәхнә өсөн бөтөн кәрәк-яраҡты әҙерләүсе мини цехтар хеҙмәткәрҙәрен әҙерләүгә тиклем хеҙмәттәрҙе күҙ уңында тотабыҙ. Быларҙан тыш, байрамдарҙы, бергә билдәләй торған сараларҙы, театр көндәрен, миҙгел асыу тантаналарын һәм ошондай ғына ла ундан ашыу йолаларыбыҙҙы даими рәүештә үткәреп киләбеҙ. Унан ҡала, спорт уйындарына ла ваҡыт табыла. Волейбол, футбол ярыштарын, һабантуйҙарҙы, тәбиғәткә сығыуҙы көтөп ала ойошма ағзалары.
Идаралыҡ эргәһендә йәштәр ойошмаһын да барлыҡҡа килтерҙек. Һәр театрҙан икешәр кеше, айына бер-ике тапҡыр күрешеп, үтәсәк саралар хаҡында кәңәшләшеп, ижади, социаль проблемаларҙы асыҡлап, юбилей һәм башҡа коллективтар араһындағы календарь даталарҙы билдәләп торабыҙ. Йәштәр менән заманса темаларға уҡыуҙар, сәхнә теленең норматив булмаған телмәрҙәрен үҙләштереү, яңы алымдар менән уйнау, элекке әҫәрҙәрҙе яңы күҙлектән асыу кеүек эштәр менән дә шөғөлләнәбеҙ. Заман драматургияһы һәм режиссураһы үҙәге лә әүҙемләшкәндән- әүҙемләшә бара. Яңы сәхнә әҫәрен тамашасы алдына әҙерләп сығарыу ул бик ҙур сығымдар талап итә. Ә беҙ тап бына ошо хеҙмәтте еңеләйтеүҙең бер юлын ҡулланабыҙ. Пьесаны тамашасыға уҡып, ниндәйҙер кимәлдә уйнап та күрһәтәбеҙ. Шул ваҡыт тамашасы үҙ фекерен дә әйтә ала. Тыңлаусылар өсөн ҡыҙыҡлы түгел икән, яңыһын эҙләйбеҙ. Ыңғай һөҙөмтә алғанда, был әҫәрҙе планға индереп ҡуябыҙ. Әлбиттә, ойошма эшмәкәрлеген тулыһынса бәйән иткәндә, ул көн оҙоно һөйләшеүҙә лә бөтмәҫ ине. Бында тотош бер тормош, йәшәйеш ҡайнай.

Бөгөнгө театр хаҡында һөйләшкәндә йыш ҡына, драматургтар юҡ, драмалар, сәхнә әҫәрҙәре етешмәй, тигәнде ишетергә тура килә. Театр донъяһын күҙәтеп барғанда яңы авторҙар исеме лә йыш күҙгә ташлана һымаҡ. Ысынлап та ҡытлыҡмы пьесаларға, әллә был нигеҙһеҙ хәбәрҙәрме?

Әлиә Яхина:
Драматургия беҙҙең театрҙарҙың төп нигеҙе. Драматургия булмаһа, көн геройы булмаһа, театр ҙа юҡ, тигән һүҙ. Бөгөн ҡайһы театрҙың режиссеры йәки художество етәксеһе менән барып һөйләшеп, хәлдәрен һорашып ҡараһаң да, улар иң беренсе сиратта, бөгөнгө көн кисерештәрен сағылдырған геройҙар юҡ, тип әйтәсәк. Был, әлбиттә, беҙҙең театрҙар ғына проблемаһы түгел, бөтөн Рәсәй буйынса бара ул заманса сәхнә әҫәре эҙләү. Шулай ҙа мәсьәләне хәл итеү юлы юҡ түгел, әле һуңғы ваҡытта "Урал драматургияһы" тигән яңы һулыш тойола. Беҙ ҙә был яңылыҡты тотоп алырға тырышып, йәштәребеҙҙе Екатеринбург ҡалаһына уҡырға ебәреп алдыҡ. Ошо тәңгәлдә, драматург өйрәнеп кенә ижад итә аламы, тип һорарһығыҙ. Беҙ ҙә был хаҡта аҙ уйланманыҡ. Яҙыусыны драма әҫәре яҙырға өйрәтеп буламы, әллә уның тәбиғи һәләтенә генә таянырғамы, тигән һорау бер бөгөн генә борсомай. 2014 йылда беҙ режиссер Зиннур Сөләймәнов менән шундай проект ойошторҙоҡ. Беҙгә халыҡ араһынан милли телдә яҙа белгән яҙыусылар кәрәк ине. Тәржемә бар, әлбиттә, тәржемә итерлек әҫәрҙәр ҙә килеп тора. Әммә тәржемә ул - тәржемә. Ул драматург тарафынан икенсе телдә фекерләнеп ижад ителгән. Нисек кенә иткәндә лә, ул тамашасы тарафынан тойола. Һәм ошо мәсьәләне хәл итеү маҡсатынан йыл да пьесалар бәйгеһе иғлан итә башланыҡ. Бында пьеса яҙып ҡарарға теләгән һәр кем үҙ ижадын тәҡдим итә ала. Уларҙың һәр береһе ентекләп ҡарала һәм күҙаллау өсөн йәштәр тарафынан өлөшләтә сәхнәләштерелә. Бында ла иң башта башҡорт телендә яҙылған әҫәрҙәргә иғтибар итәбеҙ. Бына шулай итеп Драматургия һәм режиссура үҙәге барлыҡҡа килде.
Тағы ла драма яҙыусыларға урап ҡайтҡанда, үкенескә күрә, улар йылдан-йыл аҙая. Шунлыҡтан, бына ошо конкурсҡа килгән һәм һәләте тойомланған йәштәрҙе сәхнә әҫәре яҙыуға өйрәтмәксебеҙ. Бында әҫәр бик ентекле анализлана. Уны Мәскәүҙән килгән юғары белгестәр тыңлай, төҙәтмәләр индерә, кәңәштәрен бирә. Бына ошо юҫыҡта беҙ драматургтарҙы үҫтереп алырға була икәнен иҫбатламаҡсыбыҙ.

Башҡорт телендәге сәхнә әҫәрҙәренә, милли рух төшөнсәләренә өҫтөнлөк бирәбеҙ, тинегеҙ. Шулай булғас, ниңә бындай әҫәрҙе Мәскәүҙән килгән кеше баһалай? Уға беҙҙең тамашасыға яҡын булған төшөнсәләр аңлашыламы икән?

Әлиә Яхина:
Драматургия ҡанундары бит шул килеш ҡала, улар бөтә телдәргә лә, бөтә театрҙарға ла уртаҡ. Һәм был осраҡта ла Мәскәү белгестәре тап техник яҡты билдәләй. Тағы ла, Драматургия һәм режиссура үҙәгендә сәхнәгә сығыу кимәлендәге әҙер пьеса уйналмай. Бында ниндәйҙер айырым сәхнәләштереү өлөштәре, сюжеттарҙы күрһәтеп ҡарау, миниатюралар өҫтөндә эшләү, йәғни төрлө сәхнә алымдарын ҡулланыу, уларҙы миҫалдарҙа күрһәтеү һәм анализлау маҡсат итеп ҡуйыла. Саҡырылған эксперттарыбыҙ ҙа осраҡлы ғына кешеләр түгел. Улар региондар менән күптән эшләп оҫтарған шәхестәр. Мәҫәлән, эксперт комиссияһы рәйесе Валентина Федорова туҡһанынсы йылдарҙан уҡ был эштең башында тора. Яҙыусылар ойошмаһы менән берлектә улар ошонда, Башҡортостанда, Талҡаҫ күле буйында, башлап яҙыусы драматургтарға аҙна-ун көн буйып сәхнә әҫәрҙәрен яҙыу серҙәрен өйрәтә. Шул осорҙа театр афишаларын исемдәре менән биҙәгән Сөләймән Латипов, Тамара Ғәниева, Таңсулпан Ғарипова, Рәлиф Кинйәбаев кеүек драматургтар үҫеп сыға. Уларҙан һуң бер аҙ торғонлоҡ осоро булып алды. Әле беҙ шул башланғысты киренән яңыртып, саҡ ҡына икенсерәк юҫыҡта эш алып барабыҙ. Алда әйтеп үткәнемсә, семинарҙар бары тик теоретик формала ғына үтмәй, был эшкә режиссер лабораториялары ла әүҙем ҡушыла. Тәүгә эштәрен алып килгән йәки былтырғы, элекке йылғынан алып ҡайтҡан әҫәрҙәрен камиллаштырған авторҙарҙың яҙғанынан эскиздар сәхнәләштерелә һәм шунда инде уның бөтөн етешһеҙлектәре лә, оҫталығы ла күҙ алдына баҫа. Бына был шундай бер мәктәп булып тора.

Йәш драматургтарҙы, режиссерҙарҙы күберәк ниндәй темалар ҡыҙыҡһындыра? Ниндәй проблемаларҙы сәхнәгә сығарыуға ынтыла улар? Әйтер һүҙҙәре, күрһәтер яңылыҡтары бармы?

Әлиә Яхина:
Драматургия һәм режиссура үҙәгендә йәш автор Дамир Йосоповтоң "Ҡырмыҫҡа иләүе" пьесаһы баштағы бер семинарҙа тулыһынса пыран-зыран килтереп ташланған булһа, киләһе йылдарҙа ул уны ҡоршай-ҡоршай формалаштырып, тулы бер сәхнә әҫәре итеп яҙыуға өлгәште һәм был пьеса Салауат театрында донъя күрҙе. Йәки Шәүрә Шәкүрованың "Олюшканың бәхете" тигән драмаһы башта бөтөнләй икенсе исем һәм икенсе образдар менән тәҡдим ителгәйне. Яйлап кәңәшләшә-кәңәшләшә, айырым өлөштәрен сәхнәлә ҡарай-ҡарай, өйрәтеүсе тренингтарҙы тыңлай-тыңлай, авторҙың башында яңынан-яңы уй-фекерҙәр өлгөрөп етеп, өр-яңы әҫәр әҙер булды.
Үҙәктә үҫеп сыҡҡан драматургтар Рәсәй кимәленә лә сыға, төрлө конкурстарҙа ҡатнашалар, бәлки, әлегә артыҡ маҡтанырлыҡ күрһәткестәр ҙә юҡтыр, әммә улар ҡул ҡаушырып ултырмай, яҙалар, ижад итәләр. Ангиза Ишбулдина беҙгә егерме бер генә йәшендә килде. Былтыр уның пьесаһы Рәсәйҙең ун иң яҡшы пьесаларының исемлегенә индерелде. Марат Мөхлисовтың бер пьесаһын Екатеринбургтың "Урал" журналына баҫырға алдылар.
Йәштәрҙең әҫәрҙәрендә иң сағыу сағылған тема - геройҙың яңғыҙлығы. Ул кешеләр араһында йөрөп тә, йәмғиәттә аралашып йәшәп тә - яңғыҙ. Ҡасандыр башҡорт театрҙары өсөн һуғыш юлы үтеп ҡайтҡан драматургтар тарафынан яу юлы, унан һуңғы күтәрелеш йылдары, шул хәл-ваҡиғалар эсендә ҡайнашҡан яҙмыштар темаһы иң күркәм күренеш булһа, бөгөнгө геройҙың эске донъяһы бөтөнләй икенсе. Элекке пьесаларға монологтар, оҙон телмәрҙәр хас булһа, хәҙер телмәрҙең дә ритмы үҙгәреп китте. Аңғарыуыбыҙса, диалогтар ҙа күпкә ҡыҫҡа, монологтар юҡ хәлендә, хатта ике, өс телдә аралашҡан сәхнәләр ҙә бар. Ваҡиғалар барышы ла, идея-тематика ла ирекле ағымға ҡуйылған. Нисек кенә әйткәндә лә, йәштәр мобиль темпта, лирик сигенеү-ҙәрһеҙ, эпилог-прологтарһыҙ һәм башҡа нюанстарһыҙ ҙа тулы күренештәр килтереп сығара беләләр. Тамашалар антрактһыҙ, сәғәт ярымда түңәрәкләп тә ҡуйыла. Был да бер яңылыҡ һәм традицион, ҡалыплашҡан сиктәрҙе емереп, саф һулыш алып килә, минеңсә.
Яңы заман геройы эҙләп, Урал аръяғы райондарында ижади эҙләнеүҙәрҙә булғайныҡ. Беҙҙең менән Өфө сәнғәт академияһы студенттары ла барҙы һәм ошо сәйәхәттән "вербатим" тип аталған документаль жанрҙағы сәхнә әҫәре килеп сыҡты. Бында үҙҙәренең ауылдарының фольклорын күрһәтергә йыйылған ауыл ҡатындарының тарихтары сағылдырыла. Был эксперименттың мәғәнәһе нимәлә? Бында хәл-ваҡиғаны автор яҙмай, ә геройҙар үҙҙәре һөйләй. Һәм шундай тетрәткес тарихтарҙы тотоп ала белә улар. Үткән быуат хәлдәре һөйләнһә лә, улар беҙҙең бөгөнгө заман кешеләре, бөгөнгө геройҙар бит. Ошо спектакль менән йәштәребеҙ республиканың "Театр яҙы" фестивалендә ҡатнашыу хоҡуғы алдылар һәм уларға юғары баһа бирелде.

Балалар менән эшләү ҙә юлға һалынған, ахыры, һеҙҙә? Интернет селтәрҙәрендә мәктәп балаларының сәхнәлә уйнауҙарын һәм улар араһында билдәле актерҙар ҙа булыуын йыш аңғарырға була. Нисек ойошторола был эштәр һәм балалар менән хеҙмәттәшлек итеүҙең маҡсаты нимәлә?

Хөрмәтулла Үтәшев:
Балалар менән драма түңәрәктәре башлап ебәргәс, бер йыл самаһы улар ошонда, Актерҙар йортона йөрөнө. Унан, балаларға дәрестәрҙән һуң йөрөү ауырлашҡандай булғас, Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһына йөрөп дәрестәр үткәрә башлағайныҡ. Ҡыҙғанысҡа күрә, әлегә унда дәрестәр туҡталып тора. Нимә әйтергә теләйем, ата-әсәләр араһында һүлпәнлек көслө, улар был эштең мөһимлеген аңлап етмәй, ахыры. Әлеге мәлдә Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында, Дим биҫтәһендәге 102-се башҡорт гимназияһында, Шамонино ҡасабаһындағы мәктәптә түңәрәктәребеҙ эшләп килә. Бигерәк тә Шамонинола балалар әүҙем. Былтыр улар менән "Маугли" спектаклен сәхнәләштергәйнек, быйыл "Муха-цокотуха"ны башҡортса ҡуйып йөрөйбөҙ.
Балалар менән эшләүебеҙҙең маҡсаты нимәлә? Беренсенән, маҡсат - туған телебеҙҙе өйрәтеү, өйрәнеү, һөйләү телмәрен үҫтереү. Икенсенән, баланың дикцияһын дөрөҫ итеп ҡуйыу, төрлө тел ҡытыршылыҡтарынан арындырыу, интонациялы, шыма һөйләү һәм ораторлыҡ алымдарына өйрәтеү. Өсөнсөнән, тартыныу ғәҙәттәренән арындырыу, комплекстарына ҡаршы көрәшергә өйрәтеү. Дүртенсенән, кеше алдында үҙеңде тотоу серҙәренә төшөндөрөү, хәрәкәт, кәүҙәне тотоу, ҡараш, ҡул хәрәкәттәре менән идара итеү һ.б. Ҡайһы бер ата-әсәләр "Балаларыбыҙ барыбер артист булмаҫ", тип, балаларын бындай түңәрәктәргә йөрөтөүгә ҡаршы килә. Был балаларҙың артист буларға тейешлеге күҙ уңында тотолмай ҙа. Бындай түңәрәктәр менән киләсәк быуындарҙа театрға йөрөрлөк тамашасы тәрбиәләй алһаҡ та ҙур бәхет булыр ине. Ә иң беренсе сиратта был - балаларҙың үҙҙәрен һәм рухтарын тәрбиәләүсе, үҫтереүсе, камиллаштырыусы бер сара ул. Быны аңлаған ата-әсәләр ҙә бар, улар балаларының күңелендәге, психологик торошондағы яҡшы яҡҡа булған үҙгәрештәрҙе күрәләр. Бөгөн телде һаҡлап ҡалыуҙы тел дәрестәренә һәм әсбаптарына ғына ҡайтарып ҡалдырырға ярамай. Мәҫәлән, Ҡаҙағстанда туған телде үҫтереүҙә ошондай мәктәптән тыш булған коммерция йүнәлешле түңәрәктәр, ойошмалар күп һәм емешле эшләй. Һәм, көнләшерлек, халыҡ балаларын түләп ошондай ерҙәргә йөрөтә, һәр ғаилә балаларында ниндәйҙер милли сифаттар күрергә теләй. Беҙҙекеләр иһә һаман "ҡурҡыныс беҙгә янамай әле" тигән фекерҙә йәшәп ята бирә... Был миллилекте һаҡлаусы алымдар тап театр өлкәһендә генә лә булмаҫҡа мөмкин, шул уҡ рәссамдар, милли кейем тегеүселәр, ҡобайырсылар, шиғыр ижад итеүселәр ҙә был эште башҡара ала.

Әле һеҙ әйткән дәрестәрҙе ололарға ла тәҡдим итергә мөмкин бит? Мәҫәлән, дөрөҫ һөйләй белеү йәки үҙеңде әртислектә һынап ҡарау, бәлки, күптәрҙең хыялылыр?

Хөрмәтулла Үтәшев:
Шамонино ҡасабаһында ата-әсәләр йыйылышы үткәреп, балалары өйрәнгән һөнәрҙәрҙе күрһәттек һәм бер юлы аңлатыу эштәре алып барҙыҡ. Ошо саранан һуң ҡайһы бер ата-әсәләр: "Ә ниңә беҙ ҙә йөрөмәйбеҙ һуң был түңәрәккә?"- тигән теләк белдереп, бер унлап ата-әсә шөғөлләнә башланы. Әгәр шундай теләктәре булғандар йыйылһа, ата-әсәләр менән дә был эште ойошторорға мөмкин, ниңә булмаһын!

Мәктәп балалары араһында тағы ла бер проектығыҙ билдәле шикелле, Әлиә Дамир ҡыҙы?

Әлиә Яхина:
Эйе, "Драм-квадратик" тип атала ул. Был проект өсөн беҙ мәктәптәрҙән үҫмерҙәр һайлап алдыҡ. Яҙышҡан, әүҙем балаларҙы түгел, ә тап киреһен, аҙ аралашҡан, ниндәйҙер комплекстарға дусар булған, башҡалар менән уртаҡ тел табып бармағандарҙы һайларға тырыштыҡ. Һәм ошо балалар бөтөн эске кисерештәрен ҡағыҙға төшөрә барҙы. Был эште Ангиза Ишбулдина ойошторҙо. Һәм, әйтергә кәрәк, проект бик уңышлы булып сыҡты. Ололар етәкселегендә ижад иткән балаларҙың эштәре күптәрҙең башына ла килмәҫлек көтөлмәгәнлектәр, берҡатлылыҡ, сафлыҡ, эскерһеҙлек менән һуғарылғайны. Был яҙмаларҙы республиканың төрлө театры артистары сәхнәләштерҙе һәм балалар үҙҙәренең яҙғандарын уйын мәлендә күреп, түбәләре күккә тейҙе.
Бына ошо проектҡа ла беҙ балалар эҙләйбеҙ. Нимәһе борсой? Бөгөнгө аңлы, белемле балаларҙа ижад итеү һәләтлеге йомшағыраҡ. Был кешелек өсөн оло юғалтыу буласаҡ. Шунлыҡтан, балаларыбыҙҙа был һәләтлете юғалтмаҫҡа, үҫтерергә кәрәк.

Заман авторҙары һәм заман драматургтары тәҡдим иткән әҫәрҙәр, әле әйтеп үтелгән коллаждар, миниатюралар һәм башҡалар зауыҡлы тамашасының ихтыяжын ҡәнәғәтләндерер микән? Мин, мәҫәлән, тулы сюжетлы, туйғансы ҡарарлыҡ, аҙаҡтан уйлап йөрөрлөк драма яҡлы...

Әлиә Яхина:
Яңылыҡтарҙы өйрәнеү сәхнәнән классик әҫәрҙәрҙе, легендар драмаларҙы алып ташлау тигәнде аңлатмай. Әлегә тиклем театрҙар һәр кемдең зауығына хуш килерҙәй репертуар менән эшләне һәм был киләсәктә лә шулай буласаҡ. Әммә беҙгә бөгөн йәш тамашасыны ла күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Улар театрҙа үҙ зауығындағын да табырға тейеш. Әгәр уларға ҡыҙыҡ булмаһа, улар театрға ылыҡмаясаҡ. Бөгөн йәштәрҙе интернеттан, планшеттан һәм башҡа реаль булмаған донъянан айырып алыу өсөн ана шул донъянан да ҡыҙыҡлыраҡ башҡа шөғөлдәр кәрәк. Үкенескә күрә, бөгөн беҙҙең тамашасы ла аҙая бара. Беҙ уларҙы бөртөкләп сүпләп, йыйып, арбап алырға мәжбүр. Һәм был бик ҙур көс һәм хеҙмәт талап итә. Һәм икенсе мәсьәлә лә бар бында. Бала сағында, йәш сағында театрға йөрөп өйрәнмәгән кеше, олоғая бара, "Туҡта, театрға барып киләйем әле", тигән ҡарарға килмәйәсәк. Уның өсөн театр донъяһы юҡ. Күңелендә сәнғәткә урын булған баланы ата-әсә тәрбиәләй. Шуның өсөн һәр кемгә, алып килегеҙ балаларҙы үҙегеҙ менән эйәртеп, аңламаған осраҡта ла, сәхнәләге тамашаны ҡараһын, театр мөхитен, ундағы тәртиптәрҙе, ғәҙәттәрҙе күрһен, танышһын, тип әйтке килә. Сәхнә телен тыңлап ҡараһын, тере артистарҙың уйнағанын күрһен. Кино менән театр тамашаһының айырмаһын аңғарһын. Былар барыһы ла уға тик яҡшы йоғонто ғына яһаясаҡ, ышанығыҙ.

Эйе, аңлашыла, бөгөн тамашасы бөртөклө тауар һәм ул театрҙар өсөн бик ҡәҙерле. Был хәл кинотеатрҙар өсөн дә, башҡа сәнғәт үҙәктәре өсөн дә шулайҙыр. Мәҫәлән, хәҙер кинотеатрҙар тамашасыға бөтөн уңайлыҡтарын да булдырырға теләп, залға һыра ла, попкорн да, уларға ҡушып, башҡа төр ашау-эсеү мөмкинлектәрен дә бирә. Шул сәбәпле, ҡасандыр мәҙәни сара булған кино ҡарау йәмһеҙ бер күренешкә әйләнде. Ә театрҙа нисек? Матур кейенеп килеү, үҙеңде әҙәпле тотоу, һуңламау, тамаша мәлендә йөрөмәү, һөйләшмәү кеүек тәртиптәр күҙәтеләме хәҙер?

Хөрмәтулла Үтәшев:
Әлбиттә, элекке тәртиптәр хаҡында һүҙ алып барып булмай хәҙер. Элек һуңлап килгәндәр залға инә алмай һәм театрға һуңлап барыу оят һанала ине. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар ҡыш көндәре лә алмаш аяҡ кейемдәре алып килә ине. Бер яҡтан, Мәскәү кеүек ҙур ҡалаларҙа театрға йөрөү модала итеп ҡабул ителә һаман һәм тамашасы үҙен элекке кеүек тота, кейенә. Үкенескә күрә, беҙҙә хәҙер икенсерәк күренеш. "Театр тәрбиәләй" тигән төшөнсә төшөп ҡалып бара. Аңлы тамашасы сәхнә әҫәренең үҙенә йоғонто яһай, уйландыра, хистәрен уята, тетрәндерә, фәһем бирә, һығымталар яһата, тәрбиәләй икәнен белә. Театрҙың ошо ролен юғалтмаҫҡа ине ул.
Театрҙар ҡалаларҙа урынлашҡан. Уларға күберәк ҡала халҡы йөрөй. Ә милли һыҙатлы тамашаларҙың күбеһе ауыл тормошона, ауыл кешеләренә һәм дөйөм алып әйткәндә, ауыл психологияһына ҡоролған. Йәм табамы бынан ҡала кешеһе?

Хөрмәтулла Үтәшев:
Теләһә ниндәй әҫәрҙә лә хәл-ваҡиғаның ҡайҙа һәм кемдәр тарафынан алып барылыуы түгел, ә ул шул хәлдәр барышындағы кешеләрҙең хис-тойғолары, кисерештәре, уйҙары, ҡылыҡтары мөһимерәк була. Ауылда яңғыҙ зарыҡҡан әбей ул шул уҡ ҡалала ла бар. Собестарҙың ишек төптәрендә таңдан зарығышып торған әбей-бабайҙарға ҡарап, "Быларҙың балалары ҡайҙа икән?" тип әсенеп уйлайһың. Йәки ғашиҡ йәндәр, мөхәббәт хәсрәттәрен, бәхетен кисереүселәрҙең атап ҡына күрһәтер урыны бармы? Хистәр улар ҡайҙа ла хистәр. Шул уҡ ҡатмарлы яҙмыштар йәки башҡа драматик хәлдәр ҙә ауыл кешеһенә лә, ҡаланыҡына ла хас.
Театрҙы архаик күренеш, тип әйтеүселәр ҙә бар. Кино сәнғәте, эстрада, шоу-бизнес менән сағыштырғанда, театр сәнғәте бер ваҡытта ла улар кеүек килемле йәки үҙ сығымдарын күтәрерлек өлкә була алмаясаҡ. Әммә ул шундай бер илаһи тере организм булып ҡала. Бер үк пьеса шул уҡ артистар менән дә көн дә бер үк төрлө уйналмай бит. Бында тере кешеләр, улар һәр уйнағанда хәрәкәте, кәйефе, эске торошо менән үҙ үҙгәрештәрен индерә килә.
Барыбер ҙә кеше театрға ниндәйҙер эске таҙарыныу, рухи күтәрелеш эҙләп бара бит. Ғәҙәттә, күңелен юшҡын баҫып киткән, был тормошта нисектер ваҡланып, тарҡалып киткәндәй булғанда иҫкә төшә ошондай урын. Һәм бөгөн йәмғиәттә "свежий продукт" ҡулланыу модаға ингән һәм был хеҙмәт бик ҡиммәт баһаланғанда, һинең өс йөҙ тәңкә аҡсаңа егермеләп артист йәнле бер донъя аса. Бында һин шул уйнаған артистар менән бер энергетик яланда була алаһың. Сәхнәлә уйналғанды төшөнөү, тойоу өсөн дә һиҙгер һәм зауыҡлы була белеү зарур. Беҙ хәҙер спектаклде тәржемә наушниктары менән ҡарауға ла ҡаршыбыҙ. Тәржемә ул телдең нескәлектәрен, уның һығылмалығын, тыңлаусыға алып барып еткерергә тейеш биҙәктәрен боҙа. Шунлыҡтан ике телдәге спектаклдәр сығарыу яғындабыҙ. Ҡыҫҡаһы, Республика театрҙар союзының тамашасыларына тәҡдим итер яңылыҡтары һәм күңелдәрен арбар мөғжизәләре алда әле...

Миләүшә ХӘБИЛОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.12.17 | Ҡаралған: 844

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru