«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠЫШҠЫ ИРӘМӘЛДЕ ҠУРАЙ МОҢО ЯҢҒЫРАТТЫ
+  - 

Риүәйәт буйынса, яуыз хан бойороғо менән ҡарурманға ташланған йәш егет ҡурай моңон ишетә һәм тәүгеләрҙән булып уны ҡырҡып алып, уйнап ҡарай. Күңелендәге һағыныу хисе моң булып түгелә. Шунан алып ҡурай ҡурайсының йөрәгендә яралған моңдо башҡаларға еткерер ҡоралға әүерелә. Был ваҡиға булып үткән мәлдән әллә күпме һыу аҡҡан, әллә күпме ел иҫкән, тик бөгөн дә ҡурай үҫкән урында булыу, ҡурай ҡырҡып уйнау һәр ир-егет өсөн абруй иҫәпләнә. Күптән түгел тап ошо маҡсат менән Ирәмәлгә Башҡортостан юлдаш телевидениеһының "Яңылыҡтар" хеҙмәте журналисы Илдар БАЙБУЛАТОВ та күтәрелә. Был турала уның үҙенән һөйләтәйек әле.

- Үҙем ҡурайҙа уйнай белмәһәм дә, был уйын ҡоралы минең өсөн бик яҡын. Һәр башҡорт өсөн изгелер ул, тип уйлайым. Декабрь башында Өфөлә "Урал" галереяһында сәйәхәтсе, ҡурайсы Самат Асҡаровтың фотокүргәҙмәһе асылғайны. Шунда Самат ағайҙың быйыл Ирәмәлдә ҡурай үләненең уңыуы тураһында ишетеп ҡалдым. Һөйләшеп килештек тә, бергәләп Ирәмәлгә менергә булдыҡ. Самат ағай бик ҡыҙыҡ кеше, быйыл ғына ул Ирәмәлгә 22 тапҡыр менгән, бөтәһе 190 тапҡыр менеп төштөм, ти. Сығышы менән Белорет районынын, тауҙар, урмандар менән бер телдә "аралашҡан" кеше ул. Әлеге көндә Силәбе өлкәһенең Трехгорный ҡалаһында йәшәй. Сит ҡитғаларҙағы тауҙарға ла менгән ул, уларҙың матурлығын мәңгеләштереү маҡсатынан үҙе менән һәр ваҡыт фотоаппарат йөрөтә.
Ҡышҡы юлды иҫәпкә алып, саңғылар ҙа алдыҡ. Кемдер йәйәү ҙә менде. Килеүебеҙҙе хәбәр иткәс, Самат ағай үҙе генә алдан барып, ҡарап ҡайтҡан булған. Беҙ тауҙың үренә тиклем менмәнек, ғөмүмән, ғәҙәти турист һуҡмағы буйлап барманыҡ. Ҡурайҙар тауҙың башҡа ерендә үҫә икән, унда кеше бөтөнләй йөрөмәй тиерлек. Юлда китеп бараһың, ике яҡлап ҡурай үләндәре оҙатып бара. Алда тағы бер нисә үҫенте осрай. Ошоға тиклем үҫеп ултырған ҡурайҙы күргәнем булһа ла, ике метр бейеклегендәге ҡурайҙарҙы беренсегә күрҙем. Йылдың яуынлы булыуы ҡурай өсөн яҡшы мөхит тыуҙырғандыр, тигән фаразда Самат ағай.
Беҙҙең менән бергә ҡурайсы Фәдис Асҡаров та барғайны. Ул үҫемлекте киҫеп алып, ҡурай эшләп, шунда уҡ уйнап та ишеттерҙе. Фәдистең, ҡурайҙы ҡырҡып алғас та, иң тәүҙә уның сатыр сәскәләрендәге орлоҡтарын ергә һибеүе ҙур ихтирам уятты. Орлоҡтар ошо үҙерлегендә шытым бирергә тейеш, тигәнгә ишара булды был. Ғөмүмән, 17 йыл журналист булып эшләү дәүерендә ошо сәфәрҙән алған кеүек ыңғай хистәр, ғорурлыҡ тойғолары кисереүем һирәк булғандыр. Башҡорттоң ихлас күңеле өсөн генә яратылған, боронғолоғобоҙҙо билдәләүсе ҡурай башҡа хистәр уятыуы мөмкин дә түгел.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
2018 йылда ҡурай төбәк бренды булараҡ теркәлеүе ихтимал. Был турала Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова белдерҙе. Валентина Матвиенко киләһе йылда һәр сенаторға урындағы брендтарҙы теркәү мәсьәләләрен күтәреүҙәрен һораны. Лилиә Салауат ҡыҙы башҡорт халыҡ музыка ҡоралы атамаһын теркәтергә йыйына. Бөгөнгө көндә РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы ҡарамағындағы халыҡ художество кәсептәре реестрына берҙән-бер төбәк бренды - Тула гармуны ғына индерелгән. Рәсәйҙә башҡа бындай миҫалдар юҡ. Лилиә Ғүмәрова белдереүенсә, Роспатентҡа мөрәжәғәт итеп, ҡурайҙы законлы рәүештә географик атамаға бәйләү өсөн Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының ҡарары кәрәк. "Әлегә тиклем был ведомство халыҡ кәсептәре менән генә шөғөлләнгән, шуға ла был мәсьәләне ҡарауҙа ҡайһы бер ҡаршылыҡтар бар. Әммә уларҙан ыңғай һөҙөмтә алырбыҙ, тип ышанам", - ти сенатор.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.01.18 | Ҡаралған: 1147

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru