«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУРАЙСЫЛАР ҠАРТАТАҺЫ – ӘҘҺӘМ ДИНИСЛАМ УЛЫ ИСҠУЖИН
+  - 



XIX быуатта йәшәүсе немец яҙыусыһы Вильгельм Раабе - "Матурлыҡ, ысын бәхет менән ысын батырлыҡ матур һүҙҙәргә мохтаж түгел", ә мәшһүр немец ғалимы Альберт Эйнштейн иһә "Һәр даһилыҡ ябай була" тигән. Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Әҙһәм Динислам улы Исҡужинды иҫкә алғанда иң тәүҙә ошо ике шәхестең матурлыҡ, бәхет, батырлыҡ һәм даһилыҡ хаҡында әйткән һүҙҙәре иҫкә килеп төштө. Юҡҡа ғына түгелдер. Ни өсөн тигәндә, булмышы менән ябайҙарҙан-ябай, тәбиғәттең үҙе кеүек үтә лә самими, атҡарған ғәмәлдәре менән ҡаһарман йөрәкле, фиҙаҡәр рухлы, баһадир һын-һыпатлы ине Әҙһәм ағай. Шәхесенең ҡаһарманлығы, ысынлап та, матур һүҙҙәргә мохтаж да түгелдер, сөнки кем берәү әйтмешләй, "Һәр бер сағыштырыу аҡһай", улай ғына ла түгел, донъяла һүҙ менән генә ҡылыҡһырлап, аңлатып булмаған төшөнсә-күренештәр ҙә була. Әйтәйек, моңдо һүҙҙәр менән нисек итеп аңлатаһың? Тап шулай, тотошлайы менән моңдан ғына ҡойолғайны уның булмышы, моңдан туҡылғайны уның шәхесе. Шуның өсөн дә беҙ ҡурай, башҡорт моңо, тигәндә - Әҙһәм Исҡужинды, Әҙһәм Исҡужин тигәндә - ҡурайыбыҙҙы, туған моңдарыбыҙҙы күҙ алдына килтерәбеҙ. Ана шундай шәхестәребеҙҙең береһе булды ул. Арҙаҡлы ил ағаһы хаҡындағы иң тулы мәғлүмәт тупланған китаптың исеме "Әҙһәм ҡурайы"("Китап". 2009. Төҙөүселәре: Ф.Ш. Ҡоҙаҡаев, Ю.И. Ғәйнетдинов, китапҡа ҡушылма компакт-диск Әкрәм Алдаров ярҙамы менән әҙерләнә) тип аталыуы ла юҡҡа ғына түгелдер. Уны тыуыуына 80 йыл тулған саҡта уҡыусылары әҙерләп сығарған. Китапта ҡурай сәнғәтен тергеҙеү, һаҡлау һәм уны яңы юғарылыҡтарға күтәреү өсөн күп көс һалған шәхес хаҡында замандаштарының, хеҙмәттәштәренең һәм уҡыусыларының иҫтәлектәре, шулай уҡ Әҙһәм Исҡужиндың хәтирәләре урын алған. Шуға күрә уның шәхесе хаҡындағы күпселеккә таныш булған мәғлүмәттәрҙе ҡабатлап тормайынса, ҡайһы бер фекерҙәремде генә яҙып үтергә булдым.

"Әҙһәм йолаһы"

Ауылдаштары һөйләүенсә, Әҙһәм ағай Темәскә ҡайтҡан сағында мотлаҡ рәүештә тыуған ауылының зыяратына инеп, атай-олатайҙарының, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының, туғандарының ҡәберҙәре янында доға ҡылып, һәр ҡәбер янында оҙаҡ ваҡыт уйға батып, тын ҡалып, һуңынан "Урал", "Әрме" йырҙарын башҡарып, тик үҙенә генә хас йолаһын атҡарыр булған. Уның көслө һәм моңло тауышы ауылға яңғырап ишетелеп торған. Халҡыбыҙ, ватаныбыҙ өсөн йәнен фиҙа ҡылған аҫыл заттарҙың әруахтары өсөн ошонан да ҙурыраҡ ихтирамдың булыуы мөмкинме икән? Ни тиклем оло фиҙаҡәрлек, илһөйәрлек, илаһилыҡ, оло быуынға илтифат, әруахтар рухына иғтибар, ҡәҙер-хөрмәт сағыла Әҙһәм Исҡужиндың ошо изге ғәмәлендә. Дини күҙлектән ҡарағанда, бәлки, зыяратҡа инеп йырлау ситен дә булып тойолор, әммә баҡыйлыҡҡа күсеп, ошондай аҫыл көйҙәребеҙҙе башҡарыуҙан һәм тыңлауҙан мәхрүм ҡалған изге заттарыбыҙ әруахтарына был мөмкинлекте бүләк итеүҙе тере йәндең рухи ҡаһарманлығы тип атарға ғына мөмкиндер. Башҡорт өсөн моңдан мәхрүм ҡалыуҙан да ҙурыраҡ юғалтыу бармы икән был донъяла? Юҡҡа ғына Мостай Кәрим үҙенең бер яҙмаларында шулай тип яҙмаған: "Мин ғүмер буйы боронғо йырҙарҙы яраттым. Теге донъяла йырлайҙармы икән? Йырламаһалар, бик ҡыҙғаныс. Күңелһеҙ булыр" (Көндәлек. - 18. 02. 2002).
Арҙаҡлы шәхесебеҙҙе яҡындан белеүселәрҙең, уның менән бер-ике тапҡыр булһа ла осрашыусыларҙың һәр ҡайһыһы уның бәләкәй генә ғәмәл-ҡылыҡтарында ла оло фиҙаҡәрлеген, ҡаһарман рухының сағылышын күреүе хаҡында һөйләй. Был, әлеге лә баяғы, ябайлыҡтың бөйөклөгө хаҡындағы һүҙҙәрҙең раҫлығын дәлилләй. "Әҙһәм ҡурайы" китабының бите һайын бар ундай яҡты һәм йылы хәтирәләр, иҫтәлектәр. Шағирә Рәсимә Ураҡсинаның иҫтәлектәренән бер өҙөк: "Әгәр ҙә ул, осоусы булыуын ташлағас, аэропортҡа барып эшкә урынлашҡан булһа - ә бит уның тулы хаҡы бар ине - беҙҙең башҡорт милләте ниндәй ҙур юғалтыу кисерер ине! Әҙһәм ағайҙың ҙур аҡса, башҡа нәмәләр тураһында уйламай, бына шунда, ул ваҡытта ҡанат нығытып ҡына килгән, башҡорттоң йөҙөк ҡашы булған мәктәпкә килеп урынлашыуы беҙҙең халыҡ өсөн шундай ҙур бәхет булған - уны йылдар үткәс бигерәк ныҡ аңлайһың. Беҙҙең йәшәгән бүлмә тәҙрәләре менән ҡапҡаға ҡарап тора һәм мин йыш ҡына Әҙһәм ағайҙың ҡапҡанан килеп ингәнен күҙәтә инем. Ул шундай һалмаҡ ҡына итеп, сәбәләнмәй, матур ғына атлап үтә, оҙаҡламай мәктәпкә барһаң, ҡурай тауышы ишетелә башлай. Мин үҙем дә белмәйем, ни өсөндөр бала ваҡыттан күңелем менән гел Әҙһәм ағайға тартылып йәшәнем. Уның шул хәтлем ябайлығы, балаларға яҡынлығы! Ҡайһы бер тәрбиәселәр ошонда эшләгән ваҡытта бала менән ысын күңелдән ихлас һөйләшеүҙе, уның күҙ йәштәрен һөртөүҙе абруйҙы юғалтыу тигән нәмә һымаҡ итеп ҡаранылар. Ә бит Әҙһәм ағай беҙҙең күҙ йәшебеҙҙе генә һөртмәгән, күңелдәребеҙгә халыҡтың ысын милли холҡон һала белгән. Миңә ҡалһа, Әҙһәм ағай милли холоҡто, ҡурай моңона ҡушып, беҙҙең егеттәргә бүләк иткән..."
Йәки булмаһа, тыуған ауылына ҡайтып төшөүенә бәйле бына тағы ла бер бәләкәй генә хәтирә. Ҡустыһы Әғзәм Исҡужин һөйләй: "Ауылға килә, бер яҡҡа сыҡтыниһә, бергә арбаға ултырып китәбеҙ. Тап булған һәр бер баланың, һәр бер олоноң хәлен һораша, ауылды сығып киткәнсе, ярты көн үтеп китә торғайны. Һәр ҡайһыһына кәңәш бирә, Өфөләге адресын, эш урынын биреп сығара, ярҙам итергә һәр саҡ әҙер булды. Өфөгә барып, уның ярҙамын күргән кешеләр, туҡтап, үҙҙәре рәхмәт әйтә торғайны. Ә ауылды сыҡҡандан һуң башлана оҙон көйҙәр. Шул иртән китеп барғанда йырлай башлай, барып етә, ҡайта. Көнө буйы ул нисек арымаған, нисек талмаған, ҡайҙан көс тапҡан?.."
Киләсәктә уның хаҡында ошо "Әҙһәм ҡурайы" кеүек китап яҙыла ҡалһа, ул мотлаҡ яҙылыр ҙа, унда шәхесебеҙҙең "Әҙһәм йолаһы"на хас тағы ла әллә күпме изге ғәмәлдәре хаҡында телгә алыныр. Уның менән аралашып йәшәгән кем менән генә һөйләшһәң дә, барыһы ла уны нәҡ ошо сифатында һағынып иҫкә ала. Сөнки "Әҙһәм йолаһы" - ул кешелеклелек, изгелек йолаһы, дуҫ, туған ҡәҙерен белеү, милли рух, фиҙаҡәрлек, ҡаһарманлыҡ йолаһы.

Милләт феномены

Үҙем дә уның менән бәйле булған ике генә ваҡиға хаҡында әйтеп үткем килә. Әле Әҙһәм ағайҙы ишетеп һәм алыҫтан ғына ишетеп-күреп белгән саҡта көҙҙөң ырашҡылы бер шөҡәтһеҙ кисендә "Өфө-Сибай" поезына яҡын туғанымды оҙатырға барҙым. Хушлашып, поезд ҡуҙғалып киткәс, ҡалаға күтәрелер өсөн трамвайға эләгә-һарҡа саҡ-саҡ ултыра алдым. Тимер ат нышып тултырылғандай. Этеш-төртөш. Ҡысҡырыш. Һүгенеү тауыштары. Етмәһә, көн торошо пассажирҙарҙың кәйеф-торошонда туранан-тура сағылыш тапҡан. Кемдер тәбиғәтте, кемдер ҡала түрәләрен әрләй...
Шул саҡ барыһын да кинәт тынып ҡалырға, ауыҙҙарын шапылдытап ябырға, тын алырға оноторға мәжбүр иткән бер күренеш булды. Ҡапыл ғәйрәтле һәм моңло тауыш менән берәү "Урал"ды йырлап ебәрмәһенме! Күңелгә йылы йүгерҙе. Йырсының көслө аһәңе трамвай тәҙрәләрен зыңғылдатты. Салонда себен осҡан да тауыш ишетелмәй. Йыраусы көйҙөң бер бөгөлөн тамамлап, икенсегә тын ялғаған арала бер-ике секунд тынлыҡ арауығында трамвай тәгәрмәстәренең туҡылдағы ғына ишетелеп ҡала. Бер туҡталыш үттек, икенсе туҡталыш, бер аҙҙан тимер ат Ленин урамынан Революция урамына боролош яһай. "Үҙәк баҙар" туҡталышына килеп етәрәк йырсы көйҙөң һуңғы ноталарын яңғыратҡас, трамвай халҡы дәррәү рәүештә ҡул сабырға, йырсыға үҙенең һоҡланыуын еткерергә тотондо. Туҡталышта байтаҡ халыҡ төшөп ҡалды. Шул саҡ ҡына урталыҡта тау кеүек баҫып торған Әҙһәм Исҡужинды таныным. Яҡташым янына барҙым. Шунда таныштыҡ. Ҡосаҡлап уҡ алды. Таңһылыу еңгәйҙе поезға оҙатҡан икән.
Таңһылыу еңгәй, тигәндән, 1998 йылда ул миңә эшкә шылтыратып, ниндәйҙер мәсьәлә хаҡында һөйләшергә кәрәк, тип саҡырғайны. Барҙым фатирҙарына. Ғалимә Таңһылыу Күсимова ауырып түшәктә ята. Мине Әҙһәм ағай ҡаршыланы. "Баймағым ҡунаҡҡа килде", тип, ишектән ингәс тә үк ҡосаҡлап алды. Баҡтиһәң, мине ул оло ҡунаҡ итеп хөрмәтләргә махсус әҙерләнеп көткән икән. Әҙерләгән табынында ҡош һөтөнән башҡа барыһы ла бар ине. Бишбармаҡҡа һалманы үҙебеҙсә, баймаҡса, шаҡмаҡ итеп үҙ ҡулдары менән тураған. Ҡыш ваҡыты булыуға ҡарамаҫтан, ҡымыҙын да, емеш-еләген дә, башҡаһын да тапҡан. Мине үҙ ғүмеремдә атайымдан өлкән икенсе берәүҙең ошо рәүешле итеп үҙ ҡулы менән табын әҙерләп ҡаршылағаны һәм ҡунаҡ иткәне булманы. Талантлы кеше һәр йәһәттән дә талантлы, тигәндәй, был юлы Әҙһәм ағай миңә аш-һыу әҙерләү, килештереп ҡунаҡ һыйлау оҫталығын күрһәтте. Әллә нисек ине, алпамышалай ил ағаһының кем берәүгә хөрмәт күрһәтәм, тип, ҡала фатиры эсендә йүгермәләп йөрөүе. "Борсолма, ағай", тип әйтеүемде ишетергә лә теләмәй, икенсенән, уның ихтыярына ҡаршы тороуы мөмкин дә түгел ине. Өсөнсөнән, Әҙһәм ағай һиңә шундай итеп хөрмәт күрһәтә, уның ҡунағы булыуыңа ҡыуанаһың, милләттәше булыуыңа шатланаһың, уның рухи атына атланаһың. Халҡыбыҙ ҡунаҡсыллығының милли рухыбыҙҙы күтәрер сара икәнен шунда нығыраҡ аңланым. Яһалмалыҡтың осмото ла юҡ, ихласлыҡ, эскерһеҙлек, ябайлыҡ - хужаның тап ошо сифаттары ҡунағына күсә.
Беҙ Таңһылыу Хажим ҡыҙы менән төпкө бүлмәлә әңгәмәләштек. Был осрашыуҙа шуныһы үҙенсәлекле булды: ғалимә мине үҙе янына шундай мәсьәләне асыҡлар өсөн әңгәмәгә саҡырған икән. Ул да булһа - "Баймаҡ феномены". Был күренештең асылы, сәбәптәре, тарихи нигеҙҙәре хаҡында барҙы һүҙебеҙ. Ғалимә үҙ дәлилдәрен килтерә, мин үҙемдекен әйтәм. Әҙһәм ағай әленән-әле беҙҙең әңгәмәне өҙөп, әле бер төрлө, әле икенсе төрлө һыйы әҙер булғас, табын янына саҡыра. "Аһ-аһ, Таңһылыу, ҡунағыбыҙҙы асыҡтырабыҙ бит, һин уны хәбәр менән һыйлайһың", - тип бүлмәбеҙгә килә лә инә, килә лә инә. Сираттағы тапҡыр табын янына саҡырғас, мин Әҙһәм ағайға ишаралап:
- "Баймаҡ феномены" тип әйтәһегеҙ, Баймаҡ феномены бына ошолай була инде, - тинем. Баймаҡ ҡына түгел, милләтебеҙ феномены ине Әҙһәм Исҡужин.

Рухиәт көрәшсеһе

Һабантуйҙарҙың бил бирмәҫ батыры булған Әҙһәм ағай. Уның майҙанға көрәшергә сыҡҡанын баймаҡтар шулай хәтерләй: алпан-толпан атлап, майҙанға сыға. Дәғүәсеһенә иғтибар ҙа итмәй, йәғни кем менән көрәшһә лә, уға барыбер, сөнки барыбер ул еңәсәк. Шунан һуң таҫтамалының ике осонан тотоп, уны ике яҡҡа тартып, ныҡлығын һынап ҡарай, йәнәһе, өҙөлөрлөк түгелме. Артабан дәғүәсеһенең биленә таҫтамалын һала ла, уны оҙаҡ этләтмәй генә күтәреп, һирпеп ебәрә. Хәрби осоусыға уҡығанда, һуңынан хеҙмәт иткәндә лә төрлө төр көрәштәр буйынса һәр ваҡыт еңеүсе булып йөрөгән.
Әҙһәм Исҡужиндың 90-сы йылдарҙағы сәйәси көрәштә нисек ҡатнашыуы хаҡында замандашы Марат Хафизовтан ҡыҫҡа ғына бер хәтирә: "90-сы йылдар башында беҙҙең халыҡ суверенитет өсөн ҡеүәтле, көслө көрәш башлаған йылдар ине. Бында беҙҙең башҡорт егеттәре бик ҙур ҡыйыулыҡ, иҫ киткес ҡыйыулыҡ күрһәтте. "Йәшлек" гәзитендә һүрәттәре менән бирелгән шундай хәбәр уҡыным. Университет менән телевидение араһында буш майҙан була торғайны ул йылдарҙа. Шунда беҙҙең йәштәр палаткалар ҡороп, суверенитет өсөн аслыҡ иғлан итеү акцияһы ойошторғандар ине. Шулар араһында Әҙһәм Исҡужиндың да фамилияһын күреп ҡалдым. Икенсе көндө, мин әйтәм, туҡта әле, ысын хәл микән? Киттем шул урынға. Ысынлап та, Әҙһәмдең палаткаһы тора. Оло кешегә үҙенә айырым палатка инде. 60 йәштән үткән ир 17-20 йәштәге егеттәр менән "аслыҡ акцияһы" үткәреп ята. Үҙ күҙҙәрем менән күрҙем уны..."
Борон-борондан халҡыбыҙҙа ҡаһарман заттарҙы тауҙарға тиңләгәндәр. Урал батырыбыҙҙың исеме менән аталған Урал тауҙары бының иң сағыу миҫалы. Әҙһәм ағайҙың уҡыусыһы Дауыт Амангилдин остазын ауылы янындағы тауға тиңләй: "Мин был кешене үҙемдең тыуған ауылым эргәһендәге Мөлкаман тауы менән сағыштырам. Был тау, бер ниндәй касафатҡа ҡарамайса, үҙенә тәғәйен эште йөҙәр, меңәр йылдар башҡарыуын дауам итә. Дауылын да, ғәрәсәтен дә үткәрә, йәшендән, ел-бурандан ауылымды ҡурсалап тора. Тамырҙары тәрән уның, ныҡ тора - аумаҫ бер ҡасан да. Йөрөмәй генә, тиһәң, йөрөй. Ер менән бергә әйләнә бит. Әҙһәм батыр ҙа изге ниәт менән башҡорт илен арҡырыға-буйға йөрөнө. Башҡортостандан тыш, Һарытау йә Һамар яҡтарында ла, Туҡсоран, Арғаяш, Әлмән, Барҙы ерҙәрендә лә, алыҫ төньяҡта көн иткән ҡәрҙәштәребеҙ янында ла халҡыбыҙ рухын таратып йөрөргә насип булды уға..."
Рухиәт көрәшсеһенең 90-сы йылдарҙағы тынғыһыҙ эшмәкәрлеген "Яҙмышнамә" тип аталған хәтирәләренең ошо өҙөктәрендә лә тойорға була:
-Ҡаҙағстан президенты Нурсолтан Назарбаевҡа бирер өсөн ҡурай, пластинкаларым бар ине. Ҡулымды күкрәгемә ҡуйып, баш эйҙем дә, бүләктәремде тапшырҙым. "Һеҙ үҙегеҙ уйнай беләһегеҙме?"- тип һораны Назарбаев. "Урал"ды уйнаным. Ул, күкрәгенә ҡулын ҡуйып, "Ҙур рәхмәт!" тине;
- Каруанһарайҙы ҡайтарып биреүҙәрен һорап, Рәсәй башлығы Б. Ельцинға хат яҙҙыҡ. Әлеге шул Каруанһарайҙы дауайлап, Өфөләрҙән барып митинг ойошторҙоҡ. Педучилищела сығыш яһаным. Каруанһарайҙың акттар залында 3,5 сәғәтлек лекция-концерт бирҙек;
- Ырымбур өлкәһенең башҡорт ауылдарында сығыштар яһаныҡ. Һунарсы ауылына ҡурай өйрәтергә барып, илай-илай ҡайтып киттем. Аҙаҡ был турала "Башҡортостан" гәзитендә "Оҙаҡ йәшәйем, тиһәң, балалар уҡыт" тигән мәҡәләм баҫылды. Хәтирәләренән алынған был саралар рухиәт көрәшсеһе Әҙһәм Исҡужиндың тынғыһыҙ эшмәкәрлегенең меңдән бер өлөшө лә түгелдер.

Ҡурайсы намыҫы

Әҙһәм ағайҙың юҡлығы һуңғы йылдарҙа, бигерәк тә ҡурайыбыҙға уңдан да, һулдан да яҫҡыныусылар күбәйгән ваҡытта ныҡ һиҙелә. Әммә бер хәҡиҡәт бәхәсһеҙ: ҡурай башҡорт рухынан, уның милли булмышынан, асылынан, тарихынан айырылғыһыҙ. Бәлки, булмаған тарихты бар, тип яҙып та булалыр, әммә икенсе берәүҙең фажиғәле яҙмышы аша тыуған әрнеүен, һыҙланыуын үҙләштереп булмай. Шуның өсөн дә ҡурай үҙенең серен тик башҡорт рухы аша ғына асасаҡ, башҡалар ҡулында иһә ул һыбыҙғы ғына булып ҡаласаҡ. Был хаҡта Әҙһәм Исҡужин "Ҡурайсы намыҫы" ("Башҡортостан". 12. 11. 1999 йыл) тигән мәҡәләһендә теге быуатта, улай ғына ла түгел, теге эрала уҡ яҙып ҡалдырған: "Ҡурайҙы "биш кенә тауышы бар, хан заманынан ҡалған көтөүсе ҡоралы", тип хурлаусы ла үҙебеҙҙең аранан сыҡты бит. Һайлауҙарҙа халҡыбыҙ мәнфәғәтен яҡлаусы альтернатив кандидатҡа ярҙам итеп, башҡорт ауылдарында боронғо йыр йырлап, ҡурай уйнап йөрөүселәр ҙә булманы түгел, булды: инаныуы буйынса түгел, аҡса өсөн. Шул уҡ аҡса өсөн ҡурайҙы иблистең үҙенә өйрәтергә әҙер булғандар ҙа юҡ түгел. "Каруанһарай" төркөмө егеттәре һөйләгәненән: беҙгә килеп, ҡурай буйынса махсус белем алып ҡайтҡан ҡаҙаҡ егете Тәлғәт Муҡышев бөгөн башҡорт халыҡ көйҙәрен ҡаҙаҡ көйө тип иғлан итеп уйнап йөрөй икән. Был күренеште халыҡ-ара кимәлдә уғрылыҡ тип атаһаң да артыҡ булмаҫ...
Ҡурайсы этикаһы, ҡурайсы намыҫы тураһында уртаға һалып һөйләшергә ваҡыт. Быуаттар аша атай-олатайҙарыбыҙ беҙгә Ҡурайсы тигән оло исемде һаҡлап килтереп еткергән икән, бөгөн беҙ шуны етди аңларға тейешбеҙ: Ҡурайсылар союзында ҡурайсы намыҫына, хәҙергесә әйткәндә, Ҡурайсы кодексына тап төшөрөүселәр ағза була алмай..."
Әҙһәм Исҡужин әжеренең хаҡын юл сығымдарын ҡапларлыҡ ҡына итеп ҡуйып, республикабыҙ ауылдары һәм ҡалалары, сит өлкәләр буйлап балаларға ҡурай дәрестәре биреп йөрөгән. Бөгөн иһә уның уҡыусылары үҙҙәре үк урындарҙа үҙҙәренең уҡыусыларын булдырған. Социаль селтәрҙәрҙә ағымдағы 2018 йылды Ҡурай йылы итеп атарға тигән тәҡдимдәр барлыҡҡа килде. Унда һәр бер башҡорт ғаиләһендә ҡурай һәм унда уйнаусылар булыуы маҡсаты ҡуйыла. Бик ваҡытлы тәҡдим. Дөрөҫөн әйткәндә, Әҙһәм Исҡужин был изге ғәмәлде әллә ҡасан уҡ башлаған, тик уның эшен дауам итеү генә талап ителә.
Хәтирәләренән алынған был саралар рухиәт көрәшсеһе Әҙһәм Исҡужиндың тынғыһыҙ эшмәкәрлегенең меңдән бер өлөшө лә түгелдер. Уҡыусыһы Юлай Ғәйнетдинов хаҡлы рәүештә остазын "Ҡурайсылар атаһы" тип атай. Ул тәрбиәләгән ҡурайсылар инде күптән үҙҙәренең уҡыусыларын тәрбиәләгән, үҙ мәктәбен булдырған. Тимәк, хаҡлы рәүештә Әҙһәм Исҡужинды "Ҡурайсылар ҡартатаһы" тип атарға булалыр. Быуындар күсәгилешлелегенең ошондай силсиләһе йәшәгәндә ҡурайыбыҙ мәңге йәшәйәсәк.

ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП:

1999 йылда ҡурайсыларҙың 1-се съезы үткәрелде. Ҡурайсылар берлеге идараһы рәйесе итеп йәш, талантлы ҡурайсы, һәләтле тележурналист, һоҡланғыс саф күңелле кеше, Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы Вилдан Йомағужин һайланды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Вилдан йәш кенә көйөнсә яҡты донъяны ҡалдырып китте. Бөгөн Күгәрсен районында Вилдан Йомағужин исемендәге призға ҡурайсыларҙың төбәк бәйгеһе үткәрелә. 2007 йылда үткәрелгән 2-се Ҡурайсылар съезында, башҡа төрлө ҡарарҙар менән бергә, беҙҙеңсә, үтә лә мөһим бер документ ҡабул ителде. "Ҡурайсы кодексы" тип атала ул. Ҡурай сәнғәте - халҡыбыҙҙың рухи доньяһын һутландырған моң шишмәһе һәм ул айырыуса сафлыҡты талап итә. Был турала үткән быуаттың аҙағында беренсе булып мәшһүр ҡурайсы-остаз, йыраусы, оло йөрәкле шәхес Әҙһәм Исҡужин саң ҡаҡты. Йәшерен түгел, бөгөн ҡурайҙы үҙләштереүҙе маҡсат итеп ҡуйған сит ҡәүем вәкилдәре хасил булды, шул уҡ ваҡытта ҡулына ҡурай тотоп йөрөүсе милләттәштәребеҙ араһында кәсепселәр ҙә юҡ түгел, улар инде аҡса өсөн кемгә булһа ла ҡурайҙа уйнарға өйрәтергә әҙер. Әҙһәм ағай 2003 йылда арабыҙҙан китеп барҙы, әммә уның юлын дауам итеүсе күп һанлы уҡыусылары ҡалды. Шуларҙың икәүһе, атап әйткәндә, Ырымбур өлкәһенән Дауыт Амангилдин һәм Өфө ҡалаһынан Рөстәм Рәжәпов остаздарының идеялары нигеҙендә "Ҡурайсы кодексы"ның проектын әҙерләне. Был проект ҡурайсылар съезында бер тауыштан ҡабул ителде.

Ҡурайсы кодексы

Ҡурайсы исеменә лайыҡ булған кеше түбәндәге ҡанундарҙы ҡабул итергә тейеш:

1. Һис бер ваҡыт халҡының рухи-мәҙәни мираҫын һаҡлаусы, милләтенең әхлаҡи намыҫының тере сағылышы булыуын онотмаҫҡа;
2. Ватанын һөйөргә, унда йәшәгән барлыҡ халыҡтарҙы ла тигеҙ хөрмәт итергә, халҡының һәм иленең патриоты булырға;
3. Һәр ерҙә үҙен лайыҡлы тоторға, үҙе өлгөһөндә халҡына, уның тарихына, мәҙәниәтенә, сәнғәтенә ихтирам уятырға;
4. Белемен камиллаштырыу өҫтөндә даими эшләргә, халҡы тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнергә һәм башҡаларға өйрәтергә, бар урында пропагандаларға;
5. Ил тарихын, ырыу-ғаилә шәжәрәһен белергә, киләсәк быуынға өйрәтергә, ғаиләлә, йәмәғәт урындарында балаларҙы шәхес итеп тәрбиәләүгә бар көсөн һалырға;
6. Башҡорт йыр-көй мираҫын даими өйрәнергә, халыҡсан көйөнсә һаҡларға һәм артабанғы быуындарға тапшырырға;
7. Ата-бабаларыбыҙҙың меңәр йыллыҡ ижади тәжрибәһе нигеҙендә барлыҡҡа килгән һәм ошо көнгәсә килеп еткән ҡурайҙы камиллаштырыу һылтауы менән изге ҡомартҡыны үҙгәртеүгә, асылда һыбыҙғыға әйләндереүгә, ҡурайҙан айырмаһы булған музыка ҡоралдарына "ҡурай" атамаһы биреү ынтылышына юл ҡуймаҫҡа;
8. Ҡурай - башҡорт халҡының милли хазинаһы, Башҡортостан дәүләтселегенең символы булыуын һәр саҡ иҫтә тоторға, уны ситтәрҙең үҙләштереүенә юл ҡуймаҫҡа;
9.Ҡурай һәм ҡурайсы исемен һаҡларға, был төшөнсәләргә тап төшөрмәҫкә, тар мәнфәғәттәрҙән сығып эш итергә ынтылыуҙарға юл ҡуймаҫҡа;
10. Ҡурай үләненең үҫкән урыны - изге Урал тауҙарын, тәбиғәтен һаҡларға;
11. Ҡурайсылар һәм ҡурай моңон яратыусылар мөхитен арттырыуҙа, киңәйтеүҙә ҡыйыу эш итергә;
12. Үҙеңдән алда йәшәгән ҡурайсыларҙы, уларҙың ижадын белергә, хөрмәт менән иҫтә тоторға, мөмкин булғанса уларҙың шәхестәрен мәңгеләштерергә тырышырға.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.02.18 | Ҡаралған: 1601

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru