Өфө ҡала округы хакимиәтендәге сираттағы оператив кәңәшмә Кемероволағы фажиғәгә бәйле бер минут тынлыҡ менән башланды. Рәсәйҙе генә түгел, донъя йәмәғәтселеген тетрәндергән ваҡиға тормошобоҙҙа күҙәтелгән ысынбарлыҡҡа реаль күҙлектән сығып ҡарарға һәм аныҡ һығымталар яһарға мәжбүр итте. Сөнки "барыһы ла яҡшы" тип отчет биреү йәки кеҫәгә инеп ятҡан сумма күләменең етешһеҙлектәргә күҙ йомдороуы юғары хаҡ - кеше, шул иҫәптән бер ғәйепһеҙ сабыйҙар ғүмерҙәре менән түләнә.
Республика Башлығы һәм прокуратура барлыҡ сауҙа үҙәктәрен хәүефһеҙлек буйынса тикшерергә ҡушһа, ҡала мэры Ирек Ялалов та ошо хаҡта бойороҡҡа ҡул ҡуйыуын белдерҙе һәм сараны комплекслы үткәреү зарурлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ ул сауҙа-күңел асыу объекттарын техник, технологик һәм инженер йәһәтенән нисек урынлаштырыу буйынса тәҡдимдәр көтөүен дә билдәләне. "Рәсәйҙәге барлыҡ сауҙа комплекстары ҡасандыр сәнәғәт өсөн тәғәйенләнгән ҡоролмаларҙы реконструкциялап эшләнгән һәм хәүефһеҙлек йәһәтенән ышаныслы түгел. Ундай объекттарҙа ниндәй генә янғын һүндереү саралары күрелмәһен, ниндәй генә ысулдар ҡулланылмаһын, уларҙы тулы ҡеүәтенә башҡарып буллмай. Бында коридорҙарының геометрияһы ла, балалар майҙансыҡтары иң юғары ҡатта урынлашыуы ла, йыһаздарҙың нигеҙҙә пластик материалдан тороуы ла ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Иғтибар итһәгеҙ, Ҡаҙандағы янғында ла, Кемеровола ла төтөн ҡап-ҡара булып сыҡты. Рәсәй буйынса бейек йорттарҙа сыҡҡан янғын да фасад буйынса тиҙ арала таралыуын күрһәтте. Фасадтар янмай, тип раҫларға тырышһаҡ та, йылыны тотоусы көпләү материалдары тиҙ яна. Был инде эстәге халыҡҡа иҫән ҡалыуға бер ниндәй мөмкинлек тә ҡалдырмай, сөнки белгестәр әйтеүенсә, бындай төтөндө бер-ике тапҡыр һулау кешене хәрәкәтһеҙ итә. Бындай фажиғә илдең теләһә ҡайһы мөйөшөндә ҡабатланыуы ихтимал, шуға күрә, беҙ прокуратура органдары, республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, башҡа структуралар менән берлектә тикшереүҙәр үткәреп, республика һәм федераль үҙәк кимәлендә үҙебеҙҙең тәҡдимдәребеҙҙе еткерәсәкбеҙ", - тине Ирек Ишмөхәмәт улы. Ирекһеҙҙән, ниндәйҙер тикшереүҙәр үткәреү, ғәмәлдәр ҡылыу, тәҡдимдәр индереү өсөн ҡайҙалыр фажиғә булыуын көтөргә кәрәк инеме, тигән һорау тыуа. Баҡтиһәң, мәсьәлә улай уҡ ябайҙарҙан түгел икән. Мәҫәлән, төҙөлөш планлаштырылғанда уҡ сығымдарға ГОСТ талаптарына яуап биргән материалдар һалына, йәғни улар янмай, янғынға, һыуға бирешмәҫкә тейеш. Әммә подрядсы төҙөлөш барышында күҙәтеүҙең ҡәтғи булмауынан файҙаланып һәм үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртып, арзан материалдар ҡулланыуҙан да баш тартмай икән. Үкенескә күрә, бөгөн муниципалитеттарҙан күп контроль функциялары тартып алыныуы һөҙөмтәһендә, улар был эште даими күҙәтеүгә ала алмай. Әммә етешһеҙлектәрҙе асыҡлап, саң ҡаға һәм тейешле органдарҙың иғтибарын йәлеп итә ала. Шуға ла Ирек Ишмөхәмәт улы яуаплы хеҙмәттәргә торлаҡтар, социаль объекттар, сәнәғәт биналары төҙөлөшө барышында ҡулланылған материалдарҙың талаптарға яуап биреүен күҙәтеүгә алыуҙы йөкмәтте. Шулай уҡ ҡала үҫешен контролләү хеҙмәттәренән быға тиклем булған һәм төрлө етешһеҙлектәрҙе ваҡытында киҫәтеп, иҫкәртеп торған янғынға ҡаршы надзорҙы алыу ҙа фажиғә сәбәптәренең береһе тиергә мөмкин. Элек объектты проектлау һәм тапшырыу ваҡытында был орган аныҡ эшләһә, хәҙер ундай тикшереү юҡ, шуға күрә заманса объекттар шырпы ҡабындай дөрләп яна.
Ҡала хакимиәте башлығы белдереүенсә, Өфө сауҙа-күңел асыу үҙәктәре, сауҙа майҙандары буйынса Рәсәй Федерацияһында лидерҙар рәтендә. Улар ҡайҙалыр тығыҙ урынлашҡан, ҡайҙалыр бөтөнләй юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, бындай объекттарҙың һаны буйынса баш ҡала барлыҡ нормативтарҙы үтеп киткән. Был иһә иғтибарлылыҡты тағы ла арттырыуҙы һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәүҙе талап итә. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә республикала эвакуация әҙерлеге буйынса күнекмәләр үткәрелеүе планлаштырыла. Унан ҡала хакимиәте лә ситтә ҡалмаясаҡ. "Миңә иртәнге 8-9-ҙа отчет өсөн, бер кем дә булмағанда үткәргән күнекмәләр кәрәкмәй. Бер кемде лә йәлләмәгеҙ, кемдеңдер бизнесы туҡталыуын йәки башҡа сәбәптәргә һуҡраныуына иғтибар итмәгеҙ. Тап пик сәғәтендә, сауҙа үҙәктәрендә кеше иң күп саҡта күнекмә үткәрергә кәрәк", - тип талапты ҡаты ҡуйҙы Ирек Ишмөхәмәт улы.
Проблемаға ысынбарлыҡ күҙлегенән ҡарағанда, бөгөн баш ҡалала ла бер генә объект та тулыһынса хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә, тип әйтеп булмайҙыр, моғайын. Муниципалитет башлығы Ирек Ялалов миҫал итеп килтергән, 1200 кешене һыйҙырышлы Ҡала мәҙәниәт һарайын алғанда ла, инеү-сығыу урыны - ике тар ғына ишек. Әгәр хәүеф килеп тыуа ҡалһа, уларҙа мотлаҡ этеш-төртөш башланасаҡ, сөнки бындай осраҡтарҙа күпселектә паника башлана. Хатта психикаһы тотороҡло кеше лә күпмелер ваҡытҡа шок хәлендә ҡалыуы ихтимал. Ә инде эвакуация буйынса эшләнгән схемалар - улар тикшереү килгәндә күрһәтеү өсөн генә, аныҡ бер ниндәй файҙалары юҡ. Шуға ла ҡала хакимиәте башлығының самолеттарҙа һәм караптарҙа булған схемаға оҡшаш схемалар эшләргә ҡушыуы, хәүефһеҙлек өсөн һәр етәксегә шәхсән яуаплылыҡ йөкмәтеүе лә, хатта теге йәки был объектта етешһеҙлек табылһа, ҡала хакимиәте исеменән яуаплыларҙы хоҡуҡи яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы юллау менән киҫәтеүе лә юҡҡа түгел. Ата-бабалар ҙа бит баланы көршәк ватылғас түгел, ә уны ватмаҫ өсөн, алдан иҫкәрткән.
"Кемеровонан һабаҡ алып, тейешле һығымталар яһалыр һәм муниципалитеттарға контроль функциялар ҡайтарылырына өмөтләнәм", - тип ҡабат-ҡабат билдәләне Ирек Ишмөхәмәт улы. Уның был һүҙҙәре юғары власть әһелдәре ҡолағына һәм аңына барып етһен ине, сөнки власть менән халыҡ араһында бәйләнештең бөтөнләй юғала барыуына, проблемаларға "үрҙә"геләрҙең күҙен астырыр һәм иғтибарын йәлеп итер өсөн түләнгән хаҡ кеше ғүмерҙәре менән баһалана. Бөгөн һәләк булғандарҙың ғаиләләренә кеше башына хөкүмәттән берәр миллион, сауҙа-күңел асыу үҙәгенең хужаһы өсәр миллион аҡса вәғәҙә итә. Ирекһеҙҙән һорау тыуа: фажиғәнән һуң шундай компенсация түләү мөмкинлектәре булғас, ни өсөн төҙөлөш өсөн сифатлы материалдар ҡулланырға, талаптарға ярашлы хәүефһеҙлек сараларын булдырырға, балаларҙы бикләү менән проблемаларҙы хәл итмәйенсә һәр ишек төбөнә билет тикшереүсе ҡуйырға, һәм башҡа шундай мәсьәләләрҙе хәл итергә аҡса тапмағандар йәки экономиялағандар һуң "серегән" байҙар? Аҡса түләп, балаларҙы, әсәләрҙе, атайҙарҙы кире ҡайтарып булмай, әммә аҡсаны ваҡытында һәм урынлы ҡулланып, кешеләрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалырға мөмкин. Аҡыллыға һәм намыҫлыға, уларҙың һабаҡты нисек үҙләштереүенә ишара был.
Зәйтүнә ӘЙЛЕ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА