«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАЛЫҠ МЕДИЦИНАҺЫ, РӘСМИ МЕДИЦИНА УЛАР ЙӘНӘШ ТОРОП ЭШЛӘЙ БАШЛАРМЫ?
+  - 



Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы халыҡ дауалаусыларына, имселәренә лицензия биреү тураһында бойороҡ ҡабул итте. Әле был документтың ыңғай һәм кире яҡтарын аңлап та бөтмәгәнбеҙҙер, бәлки. Шуға ла ошо тема буйынса фекер алышыу, һорауҙарға асыҡлыҡ индереү маҡсатынан редакцияға космоэнергет Рауфан МОРТАЗИНды, халыҡ имсеһе Фәниә ИБӘТУЛЛИНАны саҡырҙыҡ.

Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бойороғон нисек ҡабул иттегеҙ? Был һеҙҙең эшегеҙгә этәргес буласаҡмы, әллә, киреһенсә, аяҡ саласаҡмы?

Рауфан Мортазин:
Минеңсә, был рәсми медицинаның халыҡ медицинаһына ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүе. Ни өсөн тигәндә, бөгөн ябай ғына сирҙәрҙе алғанда ла: гастрит, панкреатит, холецистит - рәсми медицина һауыҡтырғансы дауалай алмай. Көслөрәк ауырыуҙар тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Шул уҡ ваҡытта бөгөн, космоэнергетик булараҡ әйтә алам, бәлки, йыһандың, ерҙең, кешеләрҙең энергетикаһы үҙгәреү арҡаһында, дауалап булмай торған бер генә сир ҙә юҡтыр.
Фәниә Ибәтуллина: Халыҡ медицинаһы менән шөғөлләнгәндәргә рәсми медицинаның рөхсәте, лицензия кәрәк, тип уйлайым. Сөнки хәҙер шарлатандарҙың күбәйеүе ысын имселәргә ышанысты кәметә. Шулай уҡ халыҡ табиптарына рәсми медицина тарафынан да ҡаршылыҡтар тыуҙырылыуы ихтимал. Ә лицензияны мин халыҡ дауалаусыларын яҡлау ҡағыҙы тип ҡарайым. Беҙгә яҡлау ҡағыҙы кәрәк.

Рәсми документ шундай талап ҡуя - халыҡ дауалаусылары медицина белгестәре алдында имтихан бирергә тейеш. Йәғни, ни өсөн һеҙҙең ысул халыҡ сәләмәтлеген һаҡлау өсөн рәсми медицина менән бер рәттән ҡулланылырға тейеш икәнлеген иҫбатларға кәрәк буласаҡ. Әйҙәгеҙ әле, гәзит уҡыусылар алдында ла иҫбатлағыҙ шуны...

Рауфан Мортазин:
Мин 15 йыл инде космоэнергетика менән шөғөлләнәм, һәм әлегә тиклем дауалап булмай торған бер генә сирҙе лә күргәнем юҡ. Космоэнергетика - 98, ә рәсми медицина, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, ни бары 8 процент сирҙе генә дауалай ала. Бәлки, шуға ла табиптар, бәләкәй балалар ауырыһа - тыумыштан, нәҫелдән килгән сир, ололарға - был ҡартлыҡ сире, ошо ике категория араһындағыларға, был һеҙҙең хроник сир, тиҙәр. Космоэнергетикаға килгәнгә тиклем мине гастриттан дауаланылар-дауаланылар ҙа, ҡасан һауыҡтыраһығыҙ, тигәс, һинең хроник сир, тип яуапланылар. Ул ваҡытта медицинала хроник ауырыуҙы дауалап булмай икәнен аңламай инем әле. Бөгөн Ерҙә, тәбиғәтебеҙҙә, организмыбыҙҙа ла ныҡ үҙгәрештәр бара. Сығанаҡтан (Исток) килгән саф, таҙа, яҡты нурҙарҙы ҡулланып, ниндәй генә сир булмаһын, барыһын да дауаларға мөмкин. Ғайса бәйғәмбәрҙең дауаһын алғас, һуҡырҙар - күрә, һаңғырауҙар ишетә башлаған, тиҙәр бит. Космоэнергетика сеанстарынан һуң да шундай мөғжизәләр күҙәтелә: кешеләр күрә башлай, бала таба алмаған ҡатын-ҡыҙ әсә булыу бәхетенә өлгәшә, түшәктә йылдар буйы ятыусылар тороп киткән осраҡтар ҙа булды.
Хәҙер сәләмәт булыу өсөн бөтөн шарттар бар. Иң мөһиме - иҫке энергияларҙан арынып, яҡты энергияларға ҡайтырға кәрәк. Ә улар электән булған, әммә беҙ быуаттар, меңәрләгән йылдар буйына ҡурҡыу тойғоһонда йәшәгәнбеҙ, Кешелек тормошо шуға ҡоролған. Ә ҡурҡыу тойғоһо ул ғазаптарға килтерә. Ғазапланған кеше, әлбиттә, сирләй, ғазапланып-ғазапланып, яҡты донъя менән хушлашып та ҡуя. Әле күп кеше ергә яҡты энергиялар килгәнен дә белмәй. Мин: "Миңә 100 пациентты, шул уҡ сирҙәр менән медицина фәндәре докторҙарына 100 пациентты бирегеҙ. Һуңынан һөҙөмтәне сағыштырып ҡарарһығыҙ", - тип күптән әйтәм. Космоэнергетикала һөҙөмтә мотлаҡ буласаҡ, сөнки мин түгел, ә бары тик сығанаҡтан килгән саф, таҙа, яҡты мөхәббәт нурҙары дауалай. Космоэнергетиканың сере шунда.
Тағы бер мәл: сирҙең симптомдарын түгел, ә сәбәбен табып, сәбәбен юҡ итергә кәрәк. Рәсми медицина күпселек осраҡта симптомдарҙы ғына ала, бының өсөн ауыртыуҙы йәки башҡа клиник билдәләрҙе баҫыусы дарыуҙар тәғәйенләйҙәр. Шуға ла ауыртҡан ер бер ни тиклем баҫылып тора ла, күпмелер ваҡыттан һуң ҡабат үҙен һиҙҙерә башлай. Халыҡ дауалаусылары, киреһенсә, ауырыуҙың сәбәбен, уны барлыҡҡа килтергән урынды табып, шуны бөтөрөргә тырыша.
Космоэнергетика күҙлегенән ҡарағанда, берәй ағза ауырта икән, тимәк, унда бысраҡ энергия йыйылған. Шул бысраҡ энергияны алмайынса, таҙартмайынса, кеше күпме дарыу ашамаһын, укол алмаһын - сирҙе дауалауҙың һөҙөмтәһе булмаясаҡ. Бер генә миҫал: бауырында һыулы шеш (киста) булыуын асыҡлап, бер ҡатынға операция эшләгәндәр. Күпмелер ваҡыттан һуң икенсе шеш барлыҡҡа килгән. Тағы операция яһағандар. Миңә килгәндә тағы ла ике урында ике шеш бар ине. Сеанстарға йөрөнө, һуңынан тикшерелгән - ике шеш тә юҡ. Сөнки саф, таҙа, яҡты энергия сирҙең сәбәбен юҡ итә. Ә ни өсөн бысраҡ энергия йыйыла? Бында кеше үҙе ғәйепле. Насар уйҙар, насар тойғолар, кире кисерештәр менән үҙенең аураһын бысрата ул. Ҡыҫҡаса ғына аңлатҡанда, беҙҙең ете тән бар. Физик тән - ул эфир тәндең күсермәһе. Унда күҙгә күренмәгән энергетик йөрәк, бауыр, бөйөр, йәғни барлыҡ ағзалар бар. Эфир тәнде нормаға индерһәк, физик тән дә нормалләшә. Шуға барыһы ла, хатта табиптар ҙа аптырай, нисек инде, физик тәндә миома бар ине, күпмелер сеанстан һуң юҡҡа сыҡҡан, тип. Физик тән 3-сө үлсәмдә икән, эфир тән 4-се үлсәмдә була. Астраль тән - тойғолар һәм теләктәр тәне. Кеше насар тойғолар кисерә икән - нәфрәт, көнсөллөк, үпкәләү - ул үҙенең аураһын һәм ағзаларын бысрата. Ғалимдар ҙа кире тойғоларҙың бысраҡ энергия икәнен иҫбатлай. Ҡара, бысраҡ энергия йыйылды икән, әлбиттә, кеше сирләй башлай. Уйҙар тәне - менталь тән 6-сы үлсәмдә. Ул астраль тәнгә тәьҫир итә, тимәк, уйҙарыбыҙ тойғоларыбыҙға тәьҫир итә. Шуға күрә, уйҙар тәнен дә таҙартырға кәрәк. Шунан һуң тормош, йәғни карма тәне - каузаль тән килә. Ул да таҙа булырға тейеш. Һуңынан индивидуаль, абсолют тәндәр килә, уларҙы таҙартып маташырға ла кәрәкмәй - улар камил тәндәр. Тимәк, физик тәнде таҙартыу өсөн эфир, астраль, менталь, каузаль тәндәрҙе тәртипкә килтерергә кәрәк. Улар тәртипкә керһә, кешенең аураһы - ҙур, яҡты, тирбәлеше юғары икән, ул саҡта кеше сәләмәт була.
Шуға бәйле бик яҡшы яңылыҡ әйтә алам: Ерҙең тирбәлеше быуаттар, меңәр йылдар буйы 7,8 герц булһа, 1987 йылдан алып ул яйлап арта һәм 2012 йылдан һуң тиҙерәк күтәрелә башланы. Быйыл февралдә 19 герцтан ашып киткәйне. Был нимәгә килтерәсәк? Киләсәктә инфекцион сирҙәр менән сирләмәйәсәкбеҙ, сөнки төрлө паразиттар, вирустар был тирбәлешкә сыҙамаясаҡ. Талпан энцефалиты, сысҡан биҙгәге һ.б. барыһы ла юҡҡа сығасаҡ, сөнки улар барыһы ла кеше тарафынан барлыҡҡа килтерелгән сирҙәр.
Бөгөн ҡыуанып, шатланып, рәхәтләнеп йәшәргә кәрәк. Был йәһәттән академик Валентина Юрьевна Миронованың лекцияларын тыңларға тәҡдим итер инем. Ул бөгөнгө көндә эшләнгән бик күп асыштар тураһында һөйләй һәм кеше тәбиғәтенең, ДНК-ның ыңғай яҡҡа үҙгәреүен белдерә. Шуға бөгөн һәләтле балалар тыуа, уларҙы элекке методика менән тәрбиәләп булмай. Элек ғаиләлә сыбыҡ менән, ҡайыш менән тәрбиәләһәләр, ҡурҡыу тойғоһо менән иманға килтерергә тырышһалар, бөгөн был ысулдар бармай. Уларҙың ыңғай яҡтарын табып ҡына, ҡыуанып, шатланып тәрбиәләргә, уларға ҡарап, үҙебеҙгә шатланырға өйрәнергә кәрәк.
Фәниә Ибәтуллина: Аллаһы Тәғәлә, ауырыуын да биремен, шифаһын да бирермен, тигән бит. Шуға күрә мин дә шифаһы булмаған ауырыу юҡ, тием. Беҙҙә халыҡ табиптары күп. Кемдер эс һылай белә, йәки мейе ултырта, быуын төшөрөүселәр, ҡот ҡойоусылар бар. Һөлөк ҡуйыу, аллергияһы булмағандарҙы бал ҡортонан саҡтырыу - электән килгән дауалар. Рәсми медицинала бындай белгестәр юҡ.
Рауфан менән килешәм, ысынлап та, әгәр эфир тән таҙармаһа, физик тәнде таҙартып булмай. Шуға күрә башта чакраларҙы таҙартам. Шунан ҡан алыу - хиджама эшләйем. Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с.ғ.с.) ҡан алып шифа бирергә, ҡан алдырып шифа алырға, тигән. Ул мотлаҡ кәрәк. Эс һылау менән дә шөғөлләнәм, сөнки күп кешелә геморрой күҙәтелә. Был осраҡта мотлаҡ эсте күтәреү кәрәк. Эс төшкән булһа, эсәктәр аҫҡа төшһә, ҡыҙыл үңәс аҫҡа тартыла, кеше көмөрәйә, алға эйелә, һөҙөмтәлә умыртҡа һөйәге асыла. Кеше кәкерәйеп ҡала, биле ауырта башлай. Бил ауыртыуының сәбәбе - эске ағзаларҙың аҫҡа төшөүенән була. Эске ағзаларҙы күтәрһәң, кеше төҙәйә, биле лә ауыртмай. Шулай иң беренсе аңлатып, массаждар эшләп, ағзаларын урындарына ултыртҡандан һуң, ҡан алыу кәрәк, тием. Ни өсөн? Машинағыҙ бар икән, уның фильтрын, майын алыштырып тораһығыҙ, шулай бит. Шуның кеүек, беҙ ҙә ашайбыҙ, һауаны һулайбыҙ, бөтөн бысраҡ организмға ултыра. Шуға күрә, капиллярҙағы ҡанды алмаштырып, яңыртып тороу кәрәк. Ҡанды алмаштырмаһаң, ул организмда ятҡылыҡ кеүек ята, бөтөн ағзалар бысрай, бауыр ҡанды таҙартып өлгөрмәй, шул сәбәпле ауырыйбыҙ. Әгәр бауыр таҙа ҡанды үткәреп тора икән, башҡа ағзаларҙы бауыр үҙе таҙарта. Бының өсөн төрлө үләндәр эсәбеҙ. Тәбиғәт үҙе беҙгә дауа бирә.
Шулай уҡ кеше дауаланырға килгәндә һауығырына ышанырға тейеш. Әгәр, мин аҡса түләйем, һин мине һауыҡтыр, ти икән, уға шифаһы теймәй. Кеше халыҡ табибына ла дауаланырға үҙ теләге менән, ышанып килергә, әҙер булырға тейеш. Юҡһа, йә ата-әсәһе, йә ҡатыны-ире алып килә. Әҙер булмаған ҡамырҙы мейескә бешерергә ултыртһаң, ризыҡ нисегерәк була, кеше лә шулай. Шуға кешенең үҙ ихласлығы менән, дауаланам, тип килеүе шарт. Пациенттарыма: "Бөтөн нәмә үҙегеҙҙең ҡулығыҙҙа: ваҡытында йоҡлайһығыҙ, ваҡытында дөрөҫ туҡланаһығыҙ, гимнастика яһайһығыҙ, миңә ҡан алдырырға ғына киләһегеҙ", - тием.

Тимәк, халыҡта ла әлегә аңлау кимәле түбән, ә ҡулланыусы ҡарашы өҫтөнлөк итә: мин аҡса бирәм, әммә сәләмәтлегемде һаҡлау йәки кире ҡайтарыу өсөн үҙем бер нәмә лә эшләмәйем, һеҙ дауалағыҙ...

Фәниә Ибәтуллина:
Күптәр, аптеканан дарыу алам да, проблемаларымды хәл итәм, тигән ҡараш менән йәшәй бит. Ҡайһы бер осраҡта кешенең үҙенең ауырыуҙан ҡотолғоһо килмәй, уға был торош нығыраҡ оҡшай. Мәҫәлән, бер ир псориаз менән 30 йыл ауырыған, ҡатыны уны шул тиклем иркәләткән. Дауа алып, саҡ ҡына ыңғай үҙгәрештәр була башлағайны, юҡ инде, булмай, тип, артабан дауаланыуҙан баш тартты. Сөнки дауаланһа, ҡатыны уны артабан иркәләтмәйәсәк. Шундай осраҡтар ҙа бар. Әммә сир менән көрәшкәндә өс яҡ бар: дауалаусы, сирле һәм сир. Сирле ҡайһы яҡҡа ярҙам итә, шул яҡ еңә.

Рәсми медицина вәкилдәренең халыҡ медицинаһына, халыҡ имселәренә мөрәжәғәт итеү осраҡтары ла булғылай түгелме?

Фәниә Ибәтуллина:
Эйе, ундай осраҡтар бик күп. Ғинуарҙа ғына Республика балалар клиник дауаханаһында бер балаға ярҙам кәрәк тип саҡырып алдылар. Бала яһалма тын алдырыу аппаратына тоташтырылған, үҙаллы тын ала алмай. Шул бала эргәһендә энергия биреп, эсенә массаж яһап, өс сәғәт ултырҙым. Һуңынан ул үҙаллы тын ала башланы. Шунда бүҫере бар икәнен дә әйткәйнем, табиптар иғтибар итмәне. Бер ай үткәс, баланы тағы дауаханаға алып барғандар, табип, берәй әбейгә күрһәтегеҙ, бүҫере бар, тигән. Тағы ла саҡырып алдылар. Бөгөн бала һин дә мин йөрөп ята.

Ҡайһы берәүҙәр нисек аҡса эшләү юлдарын ғына ҡарай. Ундайҙар төрлө өлкәлә лә бар. Бына шундай шарлатандарҙы ысын халыҡ табиптарынан, халыҡ дауалаусыларынан нисек айырырға?

Фәниә Ибәтуллина:
Сирле миңә дауахананан алған анализдары, диагноздары менән килә. Шуны дәфтәргә яҙам да, үҙемдең диагнозды ҡуям. Һуңынан, дауаланыу үткәс, улар ҡабат медицина учреждениеһына барып, тағы һөҙөмтә алып киләләр. Мин халыҡ табиплығы буйынса махсус уҡыным, шунда ошо схема буйынса эшләнек һәм шунан һуң ғына дауаларға рөхсәт бирҙеләр. Ләкин ябай массажды ғына алғанда ла, уның йоғонтоһо үҙенсә, башҡа. Ә энергетик массаж бөтөнләй икенсе. Мәҫәлән, ҡайһы бер кешегә шунда уҡ ҡот ҡойорға кәрәк. Был да үҙенә күрә энергетик таҙартыу. Ҡайһы кешеләрҙе тел-теш баҫа. Ул да энергетикаға бәйле. Уларҙы тел-теш ҡырҡып дауалайһың. Ғөмүмән, минең ҡулланған ысулдарым борондан килгән халыҡ медицинаһы ысулдары.
Рауфан Мортазин: Үҙен халыҡ имсеһе йәки халыҡ табибы тип һанаған кеше ысынлап та ярҙам итә алыуын иҫбатларға тейеш. Сөнки һөҙөмтәләре булмаусылар, дауалайым, тип, шул уҡ массаж менән дә зыян килтереүе ихтимал. Ни өсөн тигәндә, ул кешенең тәненә, эфир тәненә тәьҫир итә, әгәр шул уҡ массаж эшләүсенең үҙенең энергетикаһы бысраҡ, насар уйҙар, насар тойғолар менән йәшәй икән - ниндәй файҙа килтерә ала? Уның зыян ғына килтереүе мөмкин. Әле бына Фәниә апайҙы тыңлап ултырам, уны киң профилле дауалаусы тиергә мөмкин, сөнки күп төрлө ысулдар ҡуллана. Элек шундай һәләткә эйә дауалаусылар күп һәм һәр ауылда тиерлек булған, хәҙер уларҙы төпкөл райондарҙан эҙләйҙәр. Шуның өсөн ундай кешеләрҙе күтәрергә, ярҙам итергә, юлдарын асырға кәрәк. Әгәр ҙә лицензия алырға теләйһең икән, эш һөҙөмтәләрен күрһәтеп, аттестация үтергә тейешһең, тип уйлайым. Шул ваҡытта ғына лицензия алырға мөмкин.

Һеҙ халыҡ дауалаусыларына ярҙам итергә кәрәк, тиһегеҙ, ә бына Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бойороғонда лицензия алыу өсөн был кешенең шәхси эшҡыуар, йәғни эшмәкәрлек алып барыуы тураһында документы ла булыуы мотлаҡлығы һыҙыҡ өҫтөнә алына. Тимәк, улар дәүләткә һалым түләргә тейеш була. Был, киреһенсә, ысын халыҡ дауалаусыларына юлды ябыу булмаҫмы?

Рауфан Мортазин:
Һалым менән быуырға түгел, киреһенсә, ярҙам итергә кәрәк. Өфөлә, мәҫәлән, бинаны ҡуртымға алыу ҙа ҡиммәт, һалымдары ла әҙ түгел. Ә бит халыҡ табибына, бәлки, көн һайын да килмәйҙәрҙер. Бәлки, аҙнаһына бер кеше киләлер, йә булмаһа, айына берәү.
Әгәр шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлеп, һалым түләргә тура килһә, быға күптәрҙең, шул иҫәптән, ауылдағы халыҡ табиптарының көстәре етмәйәсәк. Шул сәбәпле, улар артабан береһен дә ҡабул итмәүе лә мөмкин. Ә халыҡ дауалаусыларының төп маҡсаты - сирлеләрҙе дауалау ғына түгел, ә кешеләрҙе, кешелекте сирләмәҫкә, ауырыуҙарҙың сәбәптәрен юҡ итергә һәм булдырмаҫҡа өйрәтеү. Элегерәк Себер сәләмәтлеге, Урал сәләмәтлеге, тигән төшөнсәләр була торғайны. Хәҙер ундай төшөнсәләр юҡҡа сыҡты. Сөнки Себерҙә лә, Уралда ла сәләмәт булып тыуған балаларҙы табыуы бик ауыр. Сер түгел, бөгөн балаларҙың бер процент самаһы ғына сәләмәт тыуа. Фәниә Ибәтуллина: Халыҡ табиптары, бигерәк тә ауылдарҙа йәшәүселәр, мейе ҡаға икән, уларға ташлама менән лицензия бирергә, әммә шәхси эшҡыуар булып теркәлеүҙе талап итергә ярамай, сөнки ул бер генә ысул менән эшләй. Быуын ултырта икән, ундай белгестәр хәҙер районда берәү генә булыуы мөмкин. Табиптар 8 сәғәт буйына эшләй, шуның өсөн эш хаҡы ала. Халыҡ дауалаусыларына сиратта тормайҙар бит, һирәк киләләр. Киреһенсә, улар тураһында халыҡҡа мәғлүмәт еткерелһен, шул ерҙә шундай кеше бар икәнлеген халыҡ белһен. Ундай белгестәрҙең исемлеге Һаулыҡ һаҡлау министрлығында булырға, медицина ярҙам итә алмаған осраҡта улар үҙҙәре ауырыуҙарҙы шул кешеләргә ебәрергә тейеш, тип уйлайым. Бик булмаһа, ауырыуҙарҙы йыйып, халыҡ табибын алып килеп, бер бүлмә биреп, бер-нисә көн ҡабул итеүҙәр ойошторорға була.

Беҙ шундай дәүләттә йәшәйбеҙ, ул бер ҡулы менән бирә лә, икенсеһе менән тартып ала, йәғни бер ҡулы менән ишек аса ла, икенсеһе менән ябып ҡуя... Бойороҡта күмәк кешегә сеанстар үткәрмәҫкә һәм киң мәғлүмәт саралары аша таратмаҫҡа, тигән сикләүҙәр бар...

Рауфан Мортазин:
Ғайса бәйғәмбәр бит бер кемде лә берәмләп ҡабул итмәгән. Ҡайҙалыр тауҙа йәки ҡалҡыулыҡта ултыра, йөҙәрләгән, меңәрләгән, унан да күберәк кеше йыйыла, ул халыҡҡа һөйләй, мөхәббәт ебәрә, сығанаҡтан килгән яҡты, саф нурҙар менән кешенең аураһын таҙарта, аура таҙара икән, сирҙәр юҡҡа сыға. Шул уҡ Ғайса бәйғәмбәргә, бына һин дауаларға беләһең икән, беҙ һиңә лицензия бирәбеҙ, тик бер кешене генә дауалайһың, башҡалар көтһөндәр. Бәлки бер ай, бер йыл көтөрҙәр, әммә һин берәмләп кенә ҡабул итергә тейеш, тигән кеүек булабыҙ. Был ҡараш төптө дөрөҫ түгел. Был ҡайҙандыр сығанаҡтан, йыһандан килгән нурҙарҙы йәлләп ултырыу кеүек килеп сыға. Бында ысынлап та медициналағы табипҡа яҙылыу, аҙналар-айҙар буйы сират көтөү системаһы ҡулланыла. Ә халыҡ дауалаусылары һәр кешенең сәләмәт булыуы өсөн тырыша. Кеше, нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, сәләмәт булырға тейеш, беҙ шуға килергә тейешбеҙ. Бәлки, ҡайһы бер илдәрҙәге кеүек, халыҡ дауалаусыларын бергә йыйып, министрлыҡ кеүек үк ниндәйҙер альтернатив ойошма булдырырғалыр? Беҙ бит страховка полисына ҙур сумма түләйбеҙ, һалым түләйбеҙ, халыҡтың да һайлау мөмкинлеге булһын: кем теләй - рәсми медицинаны һайлаһын, кем теләй - халыҡ дауаһын. Был ойошманы тотоу өсөн күп сығымдар ҙа кәрәкмәҫ ине. Ҡайһы ойошманың һөҙөмтәһе юғары - кеше үҙе һайлар ине. Быға аяҡ салалармы, юҡмы, әммә медицина барыбер үҙгәрәсәк, сөнки яҡты нурҙарҙы ҡаплап булмай, шишмә лә үҙенә юлды һәр саҡ таба.

Улай булғанда, рәсми медицинаға эш тә, ихтыяж да ҡалмаясаҡ түгелме?

Рауфан Мортазин:
Рәсми медицина киләсәктә тамырынан үҙгәрәсәк. Бөгөн уның файҙаһына ҡарағанда, бәлки, зыяны күберәктер. Ни өсөн шулай тип әйтәм, сөнки ошо һөнәр эйәләрен генә алғанда ла, кем иң сирле - медиктар, кем иң әҙ йәшәй - врачтар. Был бит киреһенсә булырға тейеш. Рәсәй буйынса уртаса ғүмер оҙайлығын алғанда, табиптар 17 йылға кәмерәк йәшәй. Улар үҙҙәре халыҡ дауалаусыларына ярҙам һорап килә. Мәҫәлән, минең "Исток" мәктәбенә абруйлы медицина фәндәре докторы йөрөй, иғтибарлап тыңлай, әйткәндәремде үтәй һәм сәләмәтлеге көндән-көн яҡшыра бара.
Мәскәүҙә космоэнергетика институты бар, улар абруйлы ғалимдар менән төрлө һынауҙар, тәжрибәләр, тикшеренеүҙәр үткәрәләр, һөҙөмтәлелеген таныйҙар. Ул ғына ла түгел, 2009 йылда Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы космоэнергетиканы үҙенә ағза итеп алды. Латвияла икенсе космоэнергетика институты астылар, космоэнергетиканы специальностар исемлегенә индергәндәр. Институтҡа ил хөкүмәте ныҡ ярҙам итә, уларҙа медицина хеҙмәткәрҙәре был ысулды үҙ эштәрендә ҡуллана, хатта беҙҙең Мәскәү институтына ҡарағанда күберәк патенттар алалар. Космоэнергетика, халыҡ дауалары - аураны таҙартыу, тирбәлеште күтәреү һәм сирҙең сәбәбен юҡ итеү - ул киләсәк медицинаһы.

Шулай итеп...
Медицина бер генә йүнәлештә, нисек уҡытҡандар - шулай дауалай һәм бер ағза өсөн бер табип яуаплы. Ә халыҡ дауалаусыһы сирҙәргә комплекслы ҡарай һәм бер үк ваҡытта барлыҡ сирҙәрҙе лә дауалауы мөмкин. Юҡҡа ғына ҡайһы, ниндәй юл менән барыуығыҙ мөһим түгел, уға барып етеү мөһим, тимәйҙәрҙер. Халыҡ дауаһының ниндәй генә ысулын алып ҡарама, улар барыһы ла Аллаһы Тәғәлә ҡөҙрәте менән башҡарыла һәм дауалау ысулдары ла бер үк, иң мөһиме - һөҙөмтәле. Шул хаҡта ла онотмаһаҡ ине...

Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.07.18 | Ҡаралған: 1388

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru