Һарысай аңыбыҙҙа моңһоу көҙ башы булып кәүҙәләнһә лә, уның тәүге көнөндә туған мәктәптәребеҙҙә яңғыраған "Ҡыңғыраулы мәктәп йылдары" йырынан, ҡупшы кейенешеп, гөлләмәләр тотҡан балалар ағымынан, көҙгө иртәнең һалҡынса сафлығынан күтәренке, дәртле аҙымдарға көйләнеп киткәндәй булаһың. Моңһоулыҡ, әйҙә, йоҡомһорай башлаған тәбиғәткә килешһен, ә беҙҙең йәш быуын таң менән бергә уянып, мәктәбенә - белем усағына ашыға. Улар өсөн миҙгелдең иң ҡыҙыуы, яуаплы осоро башлана ғына.
Әйткәндәй, 1 сентябрь Белем көнө булыуҙан тыш, белем айында тағы ла Халыҡ-ара наҙанлыҡта бөтөрөү көнө (8) лә билдәләнә һәм был ике дата ауаздаш. Хәйер, хәреф танымаған, яҙа-һыҙа белмәгән әҙәм беҙҙә һирәктер, мәгәр планетабыҙҙың цивилизациянан ситтә ҡалған бәғзе "джунгли-утрауҙарында" тома наҙанлыҡ ғәләмәте барҙыр ҙа, сөнки ундай төбәктәрҙә белем алыу өсөн шарттар ҙа, мөмкинлек тә юҡтыр. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Ер йөҙөндә бөгөнгө көн 860 млн өлкән кеше грамотаһыҙ (улар нигеҙҙә ҡатын-ҡыҙ, үҫмерҙәр, фәҡирҙәр), ә бына Африка, Көньяҡ Америка илдәрендә, Һиндостанда һәм башҡа илдәрҙә 100 миллионлап бала мәктәпкә йөрөмәй. Беҙҙең илдә грамотаға эйә булыу мәсьәләһе тормаһа ла, наҙанлыҡ тигән нәмә бик аптырата ҡайсаҡ. Беҙҙең өсөн уҡый-яҙа белеүҙе генә белемлегә иҫәпләп булмауы бәхәсһеҙ. Бөгөнгө йәмғиәтебеҙ граждандарына бөтә өлкәләрҙә лә: сәйәсәт, иҡтисад, мәҙәниәт һәм айырыуса тарих ( бигерәк тә ватаныбыҙ һәм туған халҡыбыҙ тарихы) буйынса грамоталылыҡ кәрәк. Шул уҡ ваҡытта грамоталылыҡ иң тәүҙә туған телеңде камил белеүҙе лә күҙҙә тота. Бынан тыш, мәғлүм булыуынса, 2024 йылға Рәсәй Президентының май указына ярашлы, илебеҙ технологик грамоталылыҡ йәһәтенән донъяла алдынғылар рәтенә сығырға тейеш. Үкенескә, был йүнәлештә беҙҙең Башҡортостанда эштәр тейешле кимәлдә алып барылмай, тип билдәләне уҡытыусыларҙың быйылғы республика август кәңәшмәһендә республика Башлығы Р. Хәмитов. Башҡортостанда техник йүнәлештә әлеге көндә уҡыусыларҙың ни бары 10 проценты ғына шөғөлләнә һәм өс кенә балалар технопаркы эшләй, тине ул. Техник белем мәсьәләһе иң тәүҙә шулай ҙа дөйөм белем биреү мәктәптәре эшенә, уның физика, математика, химия, биология, информатика уҡытыусыларының белем, тәжрибә һәм оҫталыҡ кимәленә бәйле. Ә инде мәктәптәрҙә бөтөн фәндәрҙе лә тип әйтерлек ҡатын-ҡыҙ уҡытыусылар алып барыуын иҫкә төшөрһәк, балаларҙы техник "осошҡа" әҙерләү уларҙың ғына ҡулынан килмәҫе асыҡ. Үҙе лә техника менән мауыҡҡан, уйлап сығарыусы һәм фантазияға бай, ҡулдарында ут уйнатыр ир-егет уҡытыусылар булһа, әлеге технопарк майҙансыҡтарын улар үҙ мәктәптәре сиктәрендә лә ойоштороп ебәрә алыр ине. Юғиһә, күпселек мәктәп коллективтары бөгөн үҙ эшмәкәрлеген фәҡәт туған телдәрҙе уҡытыуға ҡаршы көрәшкә туплап, көн тәртибендәге башҡа мәсьәләләрҙән ситләшә төштө, буғай.
Асылда, уҡыусыларҙы гуманитар һәм техник йүнәлештәрҙә берҙәй үк алдынғы ҡарашлы граждандар итеп тәрбиәләүҙең төп бурыс икәнен аңлап еткермәүсе мәктәп директоры йә уҡытыусы үҙенең аң кимәлен үҙе фашлай түгелме?
Белем, тигәндән, уның һайлығы бөгөн айырыуса ҡайһы бер тарихи ваҡиғаларға ҡарата мөнәсәбәттән дә күренә. Мәҫәлән, икенсе Бөтә донъя һуғышы (1939 йылдың 1 сентябрендә башланып, 1945 йылдың 2 сентябрендә тамамлана), шуның менән бәйле Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларын, фашистик Германияны ҡыйратыуҙа Советтар Союзы ролен боҙоп күрһәтеүҙәр көнбайыштың бысраҡ сәйәсәте тирмәненә һыу ҡоя ла инде.
Белем тигәнең көндәлек тормошобоҙҙа ла кәрәк булып ҡына тора. Мәҫәлән, һеҙ тәүге медицина ярҙамы күрһәтә беләһегеҙме? Юҡ икән, 8 сентябрь был йәһәттән тәжрибә мәктәбе үтә алаһығыҙ, сөнки был көн Бөтөн донъя тәүге медицина ярҙамы күрһәтеүгә бағышлана.
Һарысай календарында йыл һайын Бөтөн донъя матурлыҡ көнө (9) билдәләнә, тик бына тормошобоҙҙа ул бер ниндәй ҙә сағылыш тапмай, шым ғына үтеп китә. Был көн сибәркәйҙәр дефилеһы үткәреү мәшәҡәттәренә түгел, ә ғәмәлдәре, уйы, холҡо йәһәтенән матур кешеләр менән осрашыуҙарға бағышланһа ине; театрҙар, музейҙар, картина галереялары ишектәрен бушлай асып, үҙҙәренә саҡырып торһа ине... Үкенескә, матурлыҡ төшөнсәһен бөгөн ярым-яланғас ҡатын-ҡыҙ тәнендә күрергә генә ғәҙәтләнде замандаштар. Әйткәндәй, матурлыҡтың тағы бер миҫалы - шәфҡәтлелек, изгелек ғәмәле. 5 сентябрь Халыҡ-ара хәйриә көнө булараҡ, тап ана шундай матурлыҡты кәүҙәләндерә. Нисек уйлайһығыҙ, йәмәғәт, ә бына айыҡлыҡ - матурлыҡмы? Әлбиттә! Эсмәгән-тартмаған, ғаиләһе өсөн өҙөлөп торған, эш һөйгән кеше иң матурылыр ҙа әле. 11 сентябрь - Айыҡлыҡ көнө ана шундайҙарҙы ҙурлайыҡ, әйҙәгеҙ. Улар бындай ихтирамға лайыҡ.
Үкенескә, һарысай календарында бер ҡасан да тормошҡа ашмаҫ көн дә билдәләнә. Кәрәкле сара булыуҙан фажиғә сығанағына әйләнеп, күптәрҙең ғүмерҙәрен өҙөүсе, байтаҡтарҙы рәшәткә артына оҙатыусы афәт - автомобиль. Айыҡ, ышаныслы ҡулдарҙа ул, әлбиттә, юлдарҙы ҡыҫҡарта, ваҡытты экономиялай, ләкин бензинды ла күп "ашай". Үҙебеҙҙең Өфө урамдарын ғына алайыҡ: аварияһыҙ көн юҡ. Шуға ла Бөтөн донъя кимәлендә Автомобилһеҙ көн (22) иғлан итергә ҡарар ҡылынған икән, яҡшы ниәт, тик ул ни бары ниәт кенә булып ҡала. Йәйәү йөрөүҙе онотҡан, ҡорһаҡ үҫтергән, күҙе тонған ҡайһы берәүҙәр машиналары креслоһына ҡуша йәбешкән, гүйә: бер көн түгел, бер сәғәткә лә айырыла алмай улар хәүефле "уйынсыҡ"тарынан. Артһа, арта ғына бирһен әйҙә бензинға хаҡ, бәлки, шул саҡ, ниһайәт, күрергә насип булыр беҙгә автомобилһеҙ көндәрҙе.
Әйтелгәндәрҙән сығып, Бөтөн донъя тәрбиәсе көнөндә (27) йәмғиәтебеҙҙә тәрбиә кимәле хаҡында уйланырға нигеҙ бар: ғаиләлә, балалар баҡсаһында, мәктәптә, урамда... Шул уҡ ваҡытта бөтәһен дә пассив тәрбиәгә ауҙарыу ҙа дөрөҫ булмаҫ, сөнки уның файҙаһыҙға булыуы ла ихтимал, әгәр кеше үҙ-үҙен тәрбиәләмәһә, аң-белем кимәлен камиллаштырмаһа. Юғары аң кимәленә эйә кешелек хайуандар донъяһынан тап шуның менән айырыла түгелме? Әйткәндәй, Бөтөн донъя йөрәк көнө (29) лә бар календарҙа. Йөрәктәрегеҙҙе һаҡлағыҙ, йәмәғәт, сөнки кешелеклелек асылын белем дә, аң да түгел, ә йөрәк билдәләй.
Был айҙа ла байтаҡ һөнәри байрамдар. Улар: нефть һәм газ сәнәғәте һәм Патруль-пост хеҙмәте (2), Финанс хеҙмәткәрҙәре (8), Танкистар (9), Сәс алыу оҫталары (13), Урман эшсәндәре (16), Бөтөн донъя тәрбиәселәр (27), Машина эшләүселәр (30) көндәре.
Һарысайҙа тыуғандар:
1 - медицина фәндәре докторы, БДМУ профессоры, гигиена табибы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Тәлғәт ЗӨЛҠӘРНӘЕВҡа - 75 йәш (1943).
3 - педагог, балалар яҙыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Айһылыу ЙӘҒӘФӘРОВАға - 70 йәш (1948).
7 - шағир, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры Яҡуп ҠОЛМОЙҙоң (Ҡолмөхәмәтов) тыуыуына - 100 йыл (1918-1994).
10 - Башҡортостандың халыҡ шағиры, журналист, 1978-1999 йылдарҙа "Башҡортостан ҡыҙы" журналының баш мөхәррире, 1990-1995 йылдарҙа РСФСР Юғары Советы ағзаһы һәм халыҡ депутаты, Почет билдәһе ордены кавалеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һ. Дәүләтшина һәм М. Аҡмулла исемендәге республика премиялары лауреаты Гөлфиә ЮНЫСОВАға - 70 йәш (1948).
15 - ҡурайсы, актер, йырсы-импровизатор, композитор, Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ишмулла ДИЛМӨХӘМӘТОВтың тыуыуына - 90 йыл (1928-1984).
- прозаик, Ғ. Сәләм премияһы лауреаты, I дәрәжә Ватан һуғышы, I дәрәжә Дан һәм Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры Ибраһим ҒИЗЗӘТУЛЛИНдың тыуыуына - 100 йыл (1918-1992).
23 - М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар ҒҮМӘРОВҡа - 60 йәш (1958).
25 - хеҙмәт ветераны, Учалы районының элекке Ленин исемендәге колхозы чабаны, йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Бөтә Союз, Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, Учалы районының почетлы гражданы Абдулла СОЛТАНОВҡа - 90 йәш (1928).
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА