"Ер күтәрмәҫ ауыр был вәхшәтте
Ил күтәрҙе, төшкәс башына.
Килер быуындарға ғибрәт итеп,
Яҙ һин уны тарих ташына", - тип оран һалды заманында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов үҙенең "Табыныу" поэмаһында репрессия темаһына мөрәжәғәт итеп һәм... эҙәрлекләүҙәргә, йәғни шулай уҡ репрессияға дусар ителде. Әммә ул йылдарҙа золомдоң алымдары ғына үҙгәргәйне. Һуңынан был темаға тарих фәндәре кандидаты, КПСС Өлкә Комитетының партия архивы мөдире Ғизетдин ИРҒӘЛИН мөрәжәғәт итте һәм ҡарайтылған исемдәрҙе ағартыуҙа ҙур эш башҡарҙы. Бөгөн уның менән тағы бер тапҡыр ил тарихында ошо ҡанһырап торған яраға ҡағылмаҡсыбыҙ.
Оҙаҡ йылдар уҙған быуаттың 30-сы йылдары һуңында башланған репрессиялар тураһында хатта һүҙ ҡуҙғатыу ҙа тыйылды. Ә бына һеҙ республикала беренселәрҙән булып ошо теманы күтәреп сыҡтығыҙ, нахаҡҡа ғәйепләнгән шәхестәрҙең исемдәрен аҡлауға тотондоғоҙ. Был ваҡиғалар һеҙҙең ғаиләгә лә ҡағылдымы, әллә ҡыҙыҡһыныу, хәҡиҡәтте эҙләү этәргес булдымы?
- Беҙҙең ғаиләгә золом еле ҡағылманы, әммә таныштарҙың яҙмышы аша был афәт хаҡында яҡшы беләм. Архивта эшләгәс, материалдар менән таныша торғас, шул асыҡланды: материалдар бик күп, ә киң мәғлүмәт сараларында был хаҡта ләм-мим һүҙ юҡ. Уйланып йөрөгәс, партияның Өлкә Комитетында 1-се секретарь булып эшләгән Яков Быкин тураһында материал йыя башланым. 1937 йылда үткәрелгән 3-сө пленумдың материалдары менән таныштым. 1988 йылда материал тупланды, әммә әгәр уны Өлкә Комитет хужалары менән килешеп, уларға күрһәтеп, яҙам тип әйтһәң, мәҡәләне баҫтырмаясаҡтар икәне билдәле ине. Шуға күрә, тура "Советская Башкирия" гәзите редакцияһына барҙым. Костенков тигән журналист минең яҙмаларҙы ҡарап сыҡты ла: "Берәүгә лә күрһәтеп тормайыҡ, әйҙә, был материалды баҫтырайыҡ", - тине. Мәҡәлә шәмбе көндө баҫылып сыҡҡан, мин ул турала белмәйем дә, иртән Өлкә Комитет секретары саҡырта. Ул: "КГБ рәйесе, Ирғәлин тигән тарихсы гәзиттә Быкин тураһында мәҡәлә баҫтырған, тип беренсе секретарь Хәбибуллинға килгән. Ул материалды баҫтырыу буйынса кем менән һөйләшкәйнегеҙ?" - тине. " Репрессия ҡорбандары тураһында пропаганда бүлеге мөдире Бакировҡа материал биргәйнек, башҡа кеше менән һөйләшмәнек", - тием. Секретарь ҡыҙып китеп: "Һинең был материалың өсөн мин яуап бирмәйем!" - тине. "Мин үҙем өсөн үҙем яуап бирәм. Унда дөрөҫ булмаған бер һөйләм дә юҡ!" - тип яуаплайым. Сығып киттем, ул ҡыҙып, ҡысҡырып тороп ҡалды.
Мәҡәлә донъя күргәндән һуң шундай шау-шыу китте, халыҡ уны ыңғай ҡабул итте. Шунан һуң, "Ниңә Өлкә Комитеттың 2-се секретары булған Әхмәт Иҫәнсурин тураһында, Совнарком рәйесе Зиннәтулла Булашев, Афзал Таһиров, һәм башҡалар тураһында ла яҙмайһығыҙ?" тип мөрәжәғәт итә башланылар. Башҡаса саҡыртыуҙар ҙа булмағас, артабан Иҫәнсурин тураһында яҙҙым. Матбуғат баҫмаларында шаңдауҙар күренә башланы. Артабан инде Булашев, Башҡортостанда комсомолдың беренсе секретары булып эшләгән Шәрифә Тимерғәлина тураһында яҙып сыҡтым. Шулай китте лә китте. Ул ваҡытта мин Башҡортостан Республикаһының Сәйәси золом ҡорбандары ассоциацияһы рәйесе урынбаҫары инем. Был теманы күтәреп сыҡҡандан һуң репрессияланған шәхестәребеҙҙең балалары бер-береһен табышты һәм артабан да аралашып йәшәне.
Тимәк, һеҙ күҙгә күренмәгән тимер ҡоршауҙы ысҡындырып, ниндәйҙер ситлекте асып ебәргәнһегеҙ...
- Шулай килеп сыға инде. Әммә мәҡәләләр менән генә туҡтап ҡалманым, уларҙы йыйып, китап итеп сығарырға булдым. 1991 йылда беренсе китабым сыҡты. Унда һәр мәҡәлә һуңында архив материалдарына һылтанма бирҙек. 15 мең тираж менән сыҡҡан китап ике айҙа таралып бөттө. Шунан һуң 1997 йылда "Трудный путь к правде" тигән икенсе китап әҙерләнек. Халыҡ золом ҡорбандарының иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатынан һәйкәл эшләтеү тураһында һүҙ ҡуҙғата башланы. Матбуғат йорто менән хәҙерге Аграр университет араһындағы парк элек Иванов зыяраты булған. Репрессия ҡорбандарын, атылғандарҙы йөк машинаһы менән килтереп, шундағы соҡорға ташлағандар. Шунда стела ҡуйҙырҙыҡ. Артабан инде исемлек булдырыу ихтыяжы килеп тыуҙы. Республиканың сәйәси репрессиялар ҡорбандарының алты томлыҡ исемлеген баҫтырып сығарҙыҡ.
Ошо исемлеккә барлығы күпме кеше ингән? Улар бит республиканың алдынғы ҡарашлы кешеләре булған. Бөгөнгө күҙлектән баһалағанда, репрессияларҙың төп сәбәбе нимәлә тип уйлайһығыҙ?
- Башҡортостанда 52 мең самаһы кеше сәйәси золом ҡорбаны булған. Әлбиттә, улар революция яһаған, ауыл хужалығын, сәнәғәтте күтәргән һәм бер ғәйепһеҙгә хөкөм ителгән кешеләр. Был ғиллә 1934 йылда, Ленинградта Үҙәк Комитеттың беренсе секретары Сергей Кировты үлтергәндән һуң башлана. Ул бик талантлы шәхес була. Хатта уны Сталин урынына ҡуйыу тураһында һүҙҙәр ишетелеп ҡала. Был, әлбиттә, Сталинға оҡшамай. Шулай уҡ ул үҙенә ҡаршы сыҡҡан, уның сәйәсәте менән килешмәгән Бухарин, Зиновьев, Каменев кеүек шәхестәрҙе 1936-1937 йылдарҙа юлынан алып ташлай. Йәнәһе лә, Сталинға ҡаршы заговор ойошторғандар, тип, махсус рәүештә немецтарҙан мәғлүмәт алалар, һәм барлыҡ хәрби етәкселәрҙе ҡыра башлайҙар. Ул ваҡытта Эске эштәр халыҡ комиссары булып эшләй башлаған Ежов, ҡулындағы власты файҙаланып, репрессия эшмәкәрлеген киң йәйелдерә. Ниндәйҙер республикала йәки өлкәлә халыҡты ҡырыу эштәрен башлар алдынан уға юлбашсының яҡын арҡаҙашы ебәрелә.
1937 йылдың авгусында Башҡортостанға партияның контроль комиссияһы инструкторы Сәхийәнова килә. Бер аҙҙан ул Ежов менән Сталинға: "Башкирияла (ул ваҡытта Башҡортостан тип аталмай) халыҡ дошмандарына ҡаршы көрәш алып барылмай. НКВД мөһим постарҙа оялап алған халыҡ дошмандарының - буржуаз милләтселәрҙе, троцкистарҙы, фашистик диверсанттарҙы, шпиондарҙы һәм кеше үлтереүселәрҙе Өлкә Комитет ҡатнашлығынан тыш фашлай, ә бында сигналдарҙы баҫырып ултыралар, дошмандарҙы яҡлап киләләр", - тип хат яҙа. Икенсе хатын Сәхийәнова ойоштороу бүлеге мөдире Маленковҡа тәғәйенләй һәм Башҡортостанда пленум үткәрергә, кисекмәҫтән Быков, Иҫәнсурин һ.б. эшен тикшерергә кәрәклеген белдерә. 3 октябрҙә республикаға ВКП(б) Үҙәк Комитеты секретары А. Жданов килә һәм 4-6 октябрҙә Башҡортостан Өлкә комитетында пленум үткәрелә. Уның эшендә 63 ағзаның ни бары 30-ы самаһы ғына ҡатнаша. Жданов бик ҡаты сығыш яһай, Быкин - троцкист, Иҫәнсурин - милләтсе, тип, уларға бысраҡ ташлай. Пленум ике йөҙлө, һатлыҡ йән тип баһалап, Быкин менән Иҫәнсуринды ВКП(б) Өлкә Комитеты һәм бюроһы составынан, шулай уҡ партия сафынан сығара, уларҙың эшен НКВД-ға тапшырыу тураһында ҡарар ителә. Ошо пленумда бик күп етәкселәр, пленум ағзалары, йәмғеһе 41 кеше, "халыҡ дошманы" мөһөрө баҫылып, партиянан сығарыла. Быкиндың, Иҫәнсуриндың, Булашевтың ҡатындары ҡулға алына. Иҫәнсурин менән Булашевтың хәләл ефеттәре 8 йылға лагерҙарға оҙатылһа, Быкиндың ҡатыны Крушанскаяны, йөклө булыуына ҡарамаҫтан, Өфө төрмәһендә аталар.
Биш кешенән торған яңы бюроға Залыкин, Медведев, Семенов, Нурғәлиев һайлана. Шунан Башҡортостанда репрессия киң ҡолас ала. Бер йыл эсендә барлыҡ етәкселекте тиерлек алыштыралар. Бигерәк тә ер, мәғариф, юстиция, финанс халыҡ комиссариаттары, прокуратура һ.б. учреждениелар ныҡ зыян күрә, уларҙың етәкселеге, белгестәре ҡулға алына. Халыҡ араһында бер-береһенә ялыу яҙыу күренеше киң тарала. Ул ваҡытта суд тигән нәмә юҡ, барыһының яҙмышын НКВД, райком секретары, прокурор ингән "тройка" хәл итә. Төрмәләрҙә, лагерҙарҙа һәләк булыусылар ғына түгел, ә ошо хәүефле заманда йәшәүселәр барыһы ла был террорҙың ҡорбаны була, сөнки уларҙы халыҡ алдында ата-әсәләренән, ирҙәренән, ҡатындарынан, ағай-апайҙарынан, дуҫ-иштәренән баш тартырға мәжбүр итәләр.
Ул замандарҙа ялыу йәки кемдеңдер өҫтөнән шикәйәт яҙыу, моғайын да, һәр кем үҙенең ғүмерен һаҡлап ҡалырға тырышыу һөҙөмтәһендә артҡандыр...
- Беренсенән, һәр кем үҙ ғүмерен һаҡлап ҡалырға тырышһа, икенсенән, ололар артынан йәштәр килә. Ололар власты алған, йәштәргә лә власть кәрәк, ололар йәштәргә юл бирмәй, шуға йәштәр уларҙы күрә алмай башлай. Амбициоз кешеләр күп була. Партия йыйылыштары булһа, уларҙа һәр кем нисә халыҡ дошманын фаш итеүе тураһында отчет бирә. Әммә уларҙың ялаһын раҫлаусы: халыҡ дошманымы ул, шымсымы, илгә ниндәй зыян килтергән - бер генә дәлил дә булмай. Кемдеңдер һүҙе буйынса ғына ҡулға алыуҙар киң тарала.
Тимәк, бында власҡа яраҡлашыу, ярамһаҡланыу принцибы алдан йөрөгән һәм хөкөм һөргән?
- Эйе, һәм бының өсөн нимә генә уйлап сығармағандар. Мәҫәлән, яңы түрәләр Мәскәүгә хат яҙып ебәрә: Башҡортостанда Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил, Хәйбулла, Йылайыр райондарында өс меңдән артығыраҡ кеше 62 отрядҡа берләшкән, улар совет власына ҡаршы көрәшә, 700-гә яҡын ҡоралы, әллә нисәмә пулеметы, револьверы бар, тип. Һуңынан тикшереү буйынса ул факттарҙың береһе лә раҫланмай. Ә НКВД-ла эшләгән кешеләр, үҙҙәренең эшен күрһәтеү өсөн, дошмандарҙы фаш иттек, тип тағы яҙа.
Йәки Йылайыр районында Беляев тигән кеше 300-ҙән артығыраҡ кешене ҡулға ала, шуларҙың 100-ҙән артығырағын "тройка" атып үлтерә. Дәүләкән районына 100 "халыҡ дошманы"н табырға план биреп, ике кешене ебәрәләр. Тегеләр 97 кешене ҡулға ала, 3 кешене бер нисек тә таба алмай. Шунан Өфөгә шылтыраталар: "Фашларлыҡ башҡа кеше юҡ", - тип. Яуап ниндәй була инде: "Планды үтәгеҙ, үтәгәс ҡайтырһығыҙ. Бик булмаһа, япон йәки немец шпионы тип яҙығыҙ", - тиҙәр.
Ҡулға алыныусыларҙан тәүҙә итәғәтле генә һорау алалар, һуңынан бер кешегә ике-өс следователь беркетелә. Улар кешегә ике-өс тәүлек буйы йоҡо ла бирмәй, һыу ҙа эсермәй, һорау ала. Кешенең тамам хәле бөткәс, ул нимә яҙһағыҙ ҙа яҙығыҙ, тип, битарафҡа әйләнә, ҡайһы берәүҙәре, судта дөрөҫөн һөйләрмен, тип өмөтләнә. Бәғзеләр, судта ғәҙеллек булырына ышанып, үҙен халыҡ дошманымын тип танырға мәжбүр була. Һуңынан асыҡ суд булмай, "тройка" хәл итеп, барыһын да аталар.
Яҙыусылар, артистар араһында, партия эшмәкәрҙәре араһында ла бик яман кешеләр була. Башҡорт яҙыусылары Дауыт Юлтый, Һәҙиә Дәүләтшина, Ғөбәй Дәүләтшин, Ғабдулла Амантай, Афзал Таһиров, Имай Насыри - уларҙың барыһын да үҙ араларында йөрөгән кешеләр һата.
Артистар араһында ла 3 көн йыйылыш бара. Беренсе милли театр ойоштороусы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы Мортазин-Иманскийҙы, художество етәксеһе Мәкәрим Мәһәҙиевты юҡҡа сығарыу өсөн нимә генә уйлап тапмайҙар - йәштәргә юл бирмәнеләр, йәштәрҙе күтәрмәнеләр һ.б. Беренсе композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтовты ла репрессия тулҡыны йота. Башҡортостанда ғына түгел, башҡа өлкәләрҙә йәшәгән кешеләрҙе ҡулға ала башлайҙар: улар араһында Ҡушаев, Мортазин, Халиҡов, Мөхәмәтҡолов, Тимерғәлина ла була. Әхмәтзәки Вәлиди заманында Башҡортостан менән Рәсәй хөкүмәте араһында килешеү төҙөгәндә әүҙем ҡатнашҡан кешеләрҙең һуңынан барыһын да ҡырып бөтөрәләр. Бер генә кеше - Абдулла Әҙеһәмов тороп ҡала. Ул хоҡуҡ һаҡлау системаһынан була, Беламор каналын төҙөүҙә эшләп йөрөгәндә яҡшы эшләүселәрҙе ике йылдан һуң азат итәләр, шунда берәү, "Башҡортостанға ҡайтма, унда һине ҡулға аласаҡтар, икенсе ерҙе һайла", ти. Ул шунда тороп ҡала.
Элекке ваҡыттар менән сағыштырғанда, хәҙер ҙә бер-береһен ошаҡлаусылар, яла яғыусылар, бер-береһенән шикләнеүселәр күп. Ул шул репрессия йылдарында һалынған ҡурҡыу тойғоһо булып, һаман халыҡ хәтерендә һаҡланамы? Хәҙер демократия, асыҡлыҡ шарттарында йәшәйбеҙ, фекереңде ҡурҡмай әйтергә, үҙеңде яҡларға, кемделер тәнҡитләргә мөмкин, тибеҙ... Ғәмәлдә бит һаман да эҙәрлекләүҙәр дауам итә...
- Ғәмәлдә, ысынлап та шулай. Хужа тураһында бер-ике һүҙ әйттениһә - иртәгәһенә икенсе эш урыны эҙләй инде. Дөрөҫөн әйткәндә, ысын демократия юҡ. Ул бары тик һүҙҙә генә. Уҙған быуаттың 50-се йылдарындағы документтарҙы ҡараһаң, ул ваҡытта райком, горкомдарҙа үткән йыйылыштарҙа тәнҡит бик көслө була. Етешһеҙлектәрҙе төртөп күрһәтеп сығыш яһайҙар. Һуңынан яйлап ҡыҫа башлайҙар, кем саҡ ҡына ҡаршы һүҙ әйтә, уны эштән алалар йәки эҙәрлекләүҙәргә дусар итәләр. Репрессияның алымдары үҙгәргән тип әйтеп булмай, әммә шуға яҡын.
Ялған хәбәр таратып, Бөйөк Ватан һуғышы алдынан беҙҙең билдәле хәрби начальниктарҙы аталар. Был махсус рәүештә эшләнгән ҡотҡо булыуы ла мөмкин. Әммә етәкселектең хаҡ менән ялғанды айырырға аңы етергә тейеш ине бит, шуның өсөн дә ул лидер, юлбашсы лабаһа...
- 1934-1940 йылдарҙа Оборона халыҡ комиссары булып Ворошилов эшләй. 1940 йылғы Фин һуғышында совет армияһының күп етешһеҙлектәре асыҡлана. Һөҙөмтәлә Ворошилов эшенән бушатылып, Оборона халыҡ комиссары итеп СССР маршалы Тимошенконы ҡуялар. Ул йылдарҙа маршалдар Тухачевский, Блюхерҙы, 7 армия һәм корпус командирҙарын, РККА-ның 65 процент юғары команда составын аталар. Дөрөҫөрәге, армияны командирҙарһыҙ ҡалдыралар. Ворошилов, нарком булараҡ, уларҙы яҡлау, улар халыҡ дошманымы, юҡмы икәнен асыҡлау буйынса бер нәмә лә эшләмәй. Сөнки дворян сығышлы, юғары мәҙәниәтле Тухачевский күп мәсьәләләр буйынса уның фекере менән килешмәй, уны тәнҡитләй.
Етәкселәр, әлбиттә, хәбәрҙәрҙең ялған икәнен белә, шулай уҡ үҙҙәренән юғары булғандарҙы бөтөрөргә кәрәклекте лә аңлай, һөҙөмтәлә Сталин нимә әйтә - шул дөрөҫ була. Башҡортостанды ғына алып ҡарағанда ла, тимер юлда берәй авария булһа - "халыҡ дошмандары" ғәйепле, колхоз баҫыуҙарында иген шытмай ятһа - агроном ғәйепле, мәктәптә всеобуч үтә алмай икән - директор менән роно мөдире ғәйепле. Уңыштар инде - барыһы ла хужаларҙың ҡаҙанышы. Быкин, Иҫәнсурин, Булашевтарҙы хөкөм итәләр, ғәмәлдә, 1935 йылда Быкинға, Булашевҡа, републикаға Ленин ордены бирелә. Бер йыл эсендә, 1935 йылда, Өфө-Ишембай тимер юлы, нефть үткәргес һалына, моторҙар эшләү заводы сафҡа инә, 1930 йылдарҙа эшһеҙҙәр өсөн Ворошилов исемендәге аяҡ кейемдәре, 8 Март исемендәге ҡатын-ҡыҙҙар кейеме тегеү фабрикалары, дауаханалар төҙөлә. Республика бөтә яҡлап күтәрелә. Бер йыл эсендә 5 яңы юғары уҡыу йорто, мәктәптәр асыла. Башҡортса дәреслектәр нәшер ителә башлай. Иҫ китмәле күп нәмә эшләнә. Әммә уларҙың береһен дә иҫкә алмайҙар.
Шағир юҡҡа ғына:
Бер ҡараһаң, утыҙ етелә
Ҡотоптарға осоп етелә;
Бер ҡараһаң, утыҙ етелә
Ҡоштар осоп етмәҫ ерҙәргә,
Баштар ҡайтып етмәҫ гүрҙәргә
Аҫыл ирҙәр алып кителә…
Шулай ине, тиҙәр, заманы…
Ә ҡайҙа һуң кеше иманы?
Ә бит күптәр, һатып иманын,
Ҡалҡан итте шул саҡ заманын,
- тип яҙмаған. Уйлап ҡараһаң, Сталин бит үҙе ауыл буйлап халыҡ дошмандарын эҙләп йөрөмәгән, уларҙы шунда йәшәгән халыҡ үҙе һатҡан. Ошо процесты нисектер туҡтатып булмай инеме икән ни?
- Был тәү сиратта Сталинға кәрәк була. 1934 йылдағы съезд ваҡытында күптәр Сталинды түгел, Кировты һайлау тураһында һүҙ алып бара. Был, әлбиттә, юлбашсыға оҡшамай, кем икенсе төрлө фекерләй, шуларҙы юҡ итеү башлана. Был - сәләмәт булмаған амбиция эҙемтәһе. Быкин да бик ҡаты сығыш яһай: "Башкирияла рус шовинизмын, татар милләтселәрен бөтөрҙөк, яңы дәреслектәр яҙҙырҙыҡ, күп эштәр башҡарҙыҡ", - ти. Ул ваҡытта, рус шовинизмын бөтөрҙөк, тиеү - көслө сығыш була. Шулай тип әйтергә уның батырсылығы етә бит...
Тухачевскийҙың дворян сығышлы, юғары мәҙәниәтле кеше булыуын әйтеп киттегеҙ. Шундай кире күренештәрҙе булдырмау өсөн, бәлки, йәмғиәткә кешелеклелек, мәҙәнилек етмәгәндер?
- Уҙған быуаттың 30-сы йылдарында эшсе-крәҫтиәндәрҙән кадрҙар әҙерләү буйынса академия ойошторола. Башҡортостанда Өлкә Комитет секретары булып эшләгән Ваһаповтың 4 класс ҡына белеме була. Уны Екатеринбургка Химия-технология академияһына уҡырға барырға тәҡдим итә Өлкә Комитет. Мәскәү раҫларға тейеш була. Ул Мәскәүгә бара, ойоштороу бүлегендә Ежов эшләгән була. Ул уны: "4 класс белемең менән академияға уҡырға инергә теләйһеңме?" - тип кире бороп сығарып ебәрә. "Сталиндың килгәнен көтөп йөрөйөм. Ил башлығы лифтҡа барып еткәс, бергә инергә тип уҡталғайным, арттан тотоп алдылар, - тип һөйләгәйне Ваһапов үҙе: Минең ЦИК-тың значогы бар. Сталин значокты күргәс, ин, тине, ҡайҙан килгәнемде һораша башланы. Башҡортостандан, тинем. "Бына мине химия-технология академияһына тәҡдим иттеләр, иптәш Ежов ҡабул итмәй", тием. Ҡабул итеү бүлмәһендә Бәләбәй районынан булған Поскребышев тигән кеше ултыра. Сталин уға: "Позвони Ежову, пусть принимает Вагапова в академию", - тине. Ежовҡа ҡабат барғас, ул: "Молодец, һүҙеңде һүҙ итәһең", тип, академияға ҡабул итте". Йәғни, ул ваҡытта академияны 2-4 класс белемле кешеләр тамамлай ине. Әлбиттә, уларҙың мәҙәни кимәле бик булмай, әммә әүҙемлектәре була. Хрущев үҙенең тауышы менән алдыра. Идара итеү мәҙәниәте түбән кешеләр етәкселек итеүгә ҡарамаҫтан, халыҡта энтузиазмдың көслө булыуы ҡотҡара. Стаханов хәрәкәте шулай тыуа.
Бөйөк Ватан һуғышына тиклем күпме халыҡты ҡырғандар, уның элитаһын юҡ иткәндәр, халыҡтың рухын ҡаҡшатҡандар, күңеленә ҡурҡыу хисе һалғандар. Әммә һуғыш ваҡытында башҡорттарҙан бер генә һатлыҡ йән дә булмаған, тиҙәр... Логика буйынса, киреһенсә, шундай репрессияларҙы үтеп, улар бер-береһен һатырға, ошаҡларға тейеш һымаҡ... Был нимә тураһында һөйләй: халыҡтың асылы, булмышы ҡанда йәшәй, рух ныҡлығы тап киҫкен мәлдәрҙә сағылыш табамы?
- Халыҡ хаҡ менән нахаҡты айыра бит ул. Бына, мәҫәлән, башҡорт халҡының бөйөк улы Әхмәтзәки Вәлидиҙе һатлыҡлыҡта ғәйепләп, күпме һүҙ тараттылар. Йәнәһе, һуғыш ваҡытында Германияға барған, сит ил, пропаганда министрлыҡтарының юғары дәрәжәле вәкилдәре, һатлыҡ йән Власов менән осрашҡан. Республиканың Дәүләт Именлеге комитетында эшләгән ике полковник үҙҙәре яҙған китапҡа ла шундай һүҙҙәрҙе яҙҙы. Әхмәтзәки Вәлидиҙең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан миңә архивта булған документтар буйынса сығыш яһарға ҡуштылар. Дәүләт именлеге комитетына: "Хеҙмәткәрҙәрегеҙ Әхмәтзәки Вәлиди тураһында яҙҙы, был фактты документтар менән раҫлауығыҙҙы һорайым", - тип хат ебәрҙем. Авторҙарҙың өйөнә барғандар, архивты тикшергәндәр. Полковниктарҙың береһе атылып үлде. Миңә: "Ундай документ юҡ, телдән һөйләнелгән мәғлүмәт яраймы?" тип һоранылар. "Юҡ, беҙ һәр саҡ ҡағыҙҙа теркәлгән мәғлүмәткә таянабыҙ. Документ юҡ икән, кире ҡағыу бирегеҙ", - тинем. Шунан миңә: "Мәғлүмәтте раҫлаусы документтар юҡ", тигән ҡағыҙ яҙып бирҙеләр. Шулай уҡ Әхмәтзәки Вәлидиҙе Урта Азияла баҫмасыларҙың баш күтәреүсе отрядтарында ҡатнашҡан тип яҙҙылар. Үзбәкстан КГБ-һына хат яҙҙым. Уларҙан Зәки Вәлидиҙең ысынлап та баҫмасылар хәрәкәтендә идеолог булараҡ әүҙем ҡатнашыуын, Хорезм, Бохара республикаларының автономиялы булыуын теләүен һәм шул йүнәлештә идеология алып барыуын, ә ҡулына ҡорал тотоп, һуғышып йөрөмәгәнлеген раҫлаған хат килде. Артабан СССР КГБ-һына, "Башҡортостан Дәүләт Именлеге комитеты хеҙмәткәрҙәре китап сығарҙы, шундағы факттарҙы, бигерәк тә Әхмәтзәки Вәлидиҙең Власов менән осрашыуын документаль нигеҙҙә раҫлауығыҙҙы һорайым", тип хат яҙҙым. Уларҙан "Вәлиди - милләтсе, милли хәрәкәт етәксеһе", тигән генә яуап килде, әммә китапта яҙылған факттарҙы раҫламанылар. Ҡайһы бер ваҡытта Әхмәтзәки Вәлидиҙең Германияға бәғзе әсирҙәрҙе ҡотҡарыу өсөн барыуы тураһында ла имеш-мимештәр ишетелеп ҡала. Сығыш яһағанда ошо дәлилдәрҙең барыһына ла туҡталдым, һәм ошонан һуң Вәлидиҙе аҡлап һөйләй башланылар.
Халыҡ йәки айырым кеше менән идара итеү өсөн унда ҡурҡыу хисе йәки ғәйеп тойғоһо тыуҙырырға кәрәк, тиҙәр. Электән килгән психологик алым бөгөн дә дауам итә түгелме? Бәлки, шуға ла башҡа милләттәр эргәһендә башҡорттар баҫалҡы һәм баҫылған кеүек күренәлер?..
- Был бөтөнләй хата, етәксенең иң уңышһыҙ алымы. Кеше нимәнелер ҡурҡышынан эшләргә тейеш түгел. Ул ваҡытлыса ҡурҡырға мөмкин, әммә һәр ваҡыт түгел. Эйе, башҡорттар ирек өсөн 80-ләгән ихтилалға күтәрелә. Улар менән етәкселек иткән кешеләр аҡыллы кешеләр була. Ихтилалдар баҫтырылғас, уларҙың һәр береһен язаға дусар итәләр. Һәр ихтилалдан һуң күпме кешене ҡыралар, 700-ҙән ашыу ауыл яндырыла. 150 старшинаны Ырымбурға саҡырып алып, тереләй ҡомға күмеп үлтерәләр. Автономия яулағанда күпме милләттәшебеҙ ҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында танкыларға ҡаршы һыбай сабалар. Бер рус кешеһенең ихтилалдарҙан һуң яҙған шундай һүҙҙәре архивта һаҡлана: "Свободный, гордый, свободолюбивый башкир покорился. От смышленного, гордого башкира ничего не осталось". Әммә бындай торош һәр саҡ дауам итә алмай, кешенең булмышында йоҡомһорап ятҡан асылы, рухы барыбер ҡасан да булһа уяна...
Шулай итеп...
Ысынлап та, ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң дә беленә. Хәҡиҡәт йылдар үткәс тә һәр нәмәне урынына ҡуйып, үҙенсә урынлаштырып бара. Бары тик был донъяла хаҡлыҡ барлығына ышанысты ғына юғалтмайыҡ. Шағир әйтмешләй:
Ләкин Тормош үҙе килеп тапты
Тарих ижадсыһы - халыҡты.
Ҡулдан инде бер кем алмаҫ тартып
Ҡорбан биреп алған Хаҡлыҡты!
Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.
КИРЕ СЫҒЫРҒА