«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ВАТАНДЫ ҺАҠЛАУСЫ БУЛАЙЫҠ ТИК ҠОРАЛҒА ТОТОНОРҒА ЯҘМАҺЫН!
+  - 



Хәрби кейемдәге ир-егеттәр ҡайҙа ла шунда уҡ иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә. Яраталар уларҙы, шулай бит? Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ һоҡланыулы ҡараш менән оҙатып ҡала. Уларҙың һындарын төп-төҙ тотоп атлап китеүҙәре, һәр саҡ бөхтә булған өҫ-баштарын өрөп-һыпырып ҡына тороуҙары, асыҡ, тура, ҡыйыу ҡарашлы булыуҙары барыһы ла эске тәртип, физик һәм рухи көс сағылышылыр. Тап бына шундай башҡорт егеттәре менән таныштырабыҙ бөгөн гәзит уҡыусыларыбыҙҙы. Сибай ҡалаһында тыуып үҫкән һәм хәрби юлды һайлаған Иҙел САФИН менән Ильяс ҠАҺАРМАНОВ улар.

Егеттәр, донъялар тынысһыҙ булған заманда нилектән һеҙ былай хәрби тормошто һайланығыҙ әле? Ҡайҙан килә ул беҙҙең егеттәрҙә хәүефле һөнәрҙәргә ынтылыш?

Иҙел Сафин:
Кешелек тарихында заманалар бер ваҡытта ла тыныс булмаған. Хәрбилек иһә башҡорттоң ҡанында. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ борон-борондан хәрби "клан" булған. Әле Рәсәй хакимлығына инмәҫтән күпкә алда уҡ улар үҙ ерҙәренең сиктәрен хәрби хеҙмәт режимында йөрөп һаҡлаған.
Мин үҫмер саҡтан хәрби булырға хыялландым һәм, үҙемде шуға әҙерләп, Рәсәй ФСКН-ның Себер юридик институтына уҡырға индем. Быйыл, Алла бирһә, тамамлайым. Был уҡыу йортона эләгеү еңелдән булманы, әлбиттә. Башта Сибайҙа, унан Өфөлә тикшереү турҙарын үттек. Шул уҡ физик әҙерлек, сәләмәтлек, төрлө фәндәр буйынса белемебеҙ тикшерелде. Красноярск ҡалаһына беҙ Башҡортостандан ике генә кеше юлландыҡ - Сибайҙан мин һәм Стәрлетамаҡтан бер рус ҡыҙыҡайы. Унда армия сафында хеҙмәт үтеп өлгөргән йәки кадет мәктәптәрен тамамлаған әҙерлекле, көслө абитуриенттар йыйылғайны, күптәрҙең спорт мастерлығына йәки спорт мастерлығына кандидатлыҡ разрядтары бар ине. 85 төбәктән икешәр-өсөшәр кеше килгән. Миңә, ун ете йәшлек кенә егеткә, етди спортсылар менән бер рәттә тороу, әлбиттә, бик ауыр булды. Әммә шул ваҡыт музыкаль белемем булыуы ярҙам итте! Спорт менән бер рәттән, мин музыка мәктәбен дә тамамлағайным Сибайҙа. Баҡтиһәң, институтта курсанттарҙың төрлө яҡлы үҫеше алға ҡуйыла икән. Ябай итеп әйткәндә, көстө генә алға һөрмәйҙәр, ә интеллектуаль кимәлдәре юғары, аңлы, киң даирәле, мәҙәни һәм көслө рухлы ла булырға тейеш буласаҡ офицерҙар. Ильяс Ҡаһарманов: Мин дә Иҙел ағайҙың әйткәндәре менән килешәм, хәрбилек беҙҙең ҡанда. Хәрби булыу ир-егет өсөн заман талабы ғына түгел йәки, һуғыш булғанда ғына хәрбиҙәр кәрәк, тигән дә һүҙ түгел. Хәрби булмағанда ла һәр ир-егеттә хәрби әҙерлек булырға тейеш. Ул теләһә ниндәй ваҡытта һәм хәлдә илен, халҡын, яҡындарын яҡлай алһын.
Мин Бөйөк Петр исемендәге стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре хәрби академияһында белем алам. Шулай уҡ бала саҡтан хыялландым. Мәктәп йылдарынан спорт менән дуҫ булдым. Ҡала һәм республика кимәлендәге саңғы, еңел атлетика бәйгеләрендә ҡатнаштым һәм еңеүҙәр яуланым. Бәләкәйҙән атай-әсәйемдең иркә балаһы булманым, ғаиләлә лә беҙ өс малай, шунлыҡтан малайҙар мәктәбендә яҡшы әҙерлек алдым, тип әйтергә була.

Икегеҙ ҙә Башҡортостандан ҡырҙа, берегеҙ Мәскәүҙә, икенсегеҙ Красноярск ҡалаһында. Нисек ҡабул иттеләр һеҙҙе хәрби уҡыу йортонда? Башҡорт егеттәре бармы унда? Шундай урында үҙеңде ҡуя белеү өсөн ниндәй һыҙаттар кәрәк? Ғөмүмән, хәрби мөхиткә инеп китеү осороғоҙҙо хәтерләп алайыҡ әле?

Ильяс Ҡаһарманов:
Мин уҡырға килгәс тә башҡорт егеттәрен эҙләп ҡараным, әммә тапманым. Бары өсөнсө курста уҡыған бер егет Башҡортостандан булып сыҡты, тик уныһы ла рус милләтенән ине. Минән "Һин кем ул?" тип һораған кешеләр күп булды. "Башҡорт" тиһәм, "Это кто? Где они живут?" тип тә ҡуялар. Егеттәр араһында егеттәрсә лә булып ҡуя ине баштараҡ, кемлегеңде йоҙроҡ менән иҫбатлаған мәлдәр ҙә була. Шулай ҙа беҙҙең хәрби уҡыу йортонда тәртип көслө, һуғышыу, бер-береңде ҡыйырһытыу ҡәтғи тыйыла.
Ошо өс йыл эсендә мин "башҡорт" икәнемде физика-математика кеүек теүәл фәндәр һәм спорт аша таныттым. Бөгөн саңғы һәм еңел атлетика буйынса академияның йыйылма командаһы составындамын. Уҡыуҙа ла уңыштарым бар. Командирҙарым һәм уҡыу йорто етәкселеге кемлегемде, ҡайҙан икәнемде һәм ниндәй милләт вәкиле икәнемде яҡшы белә.
Егеттәр араһында ир-егет холоҡло булыу ғына ярҙам итә. Армия байкаларындағы кеүек, "крутой" булыу асылда юҡ хәбәр ул. Бында һинең бөтөн булмышың асыҡ. Һин көслө икән - ысынлап көслө, һин белемле икән - ысынлап белемле, һин мәҙәниәтле икән - ысынлап мәҙәниәтле. Былар барыһы ла күренеп тора, һине шулай итеп беләләр. Яһалмаланып, алдашып, йылғырланып йәшәп булмай хәрби тормошта. Бындағы тәртипкә һин йәки күнәһең, өйрәнәһең, ҡабул итәһең, йәки - юҡ.
Иҙел Сафин: Биш йыл уҡыу дәүерендә мин дә берҙән-бер генә башҡорт булдым үҙемдең уҡыу йортонда. Аҙағыраҡ бәләкәй курстарға Башҡортостандан икенсе милләт вәкилдәре килде, улар менән аралашып торабыҙ, мөмкин тиклем ярҙам итергә тырышам. Минән дә, Ильястан һораған шикелле, кем булыуым менән ҡыҙыҡһыналар ине. Индеецтар араһындағы Колумб кеүек, иптәштәремә тыуған яҡтарым, халҡым, тарихыбыҙ, йолаларыбыҙ хаҡында әкиәт һөйләгән кеүек итеп һөйләй торғайным. Уларға ысынлап ҡыҙыҡ! Хатта бер дәрес ваҡытында, уҡытыусы мине "Һин, моғайын, татарҙыр, фамилияң да татарса" тигәйне, курс егеттәре минән алда башҡорт икәнлегемде "дәлилләп һәм иҫбатлап" ташланы. Сөнки улар минең һөйләгәндәремдән һәм әсәйем ебәргән башҡорт күстәнәстәренән башҡорттар хаҡында мәғлүмәтлеләр ине. Миңә көлөп ҡарап ултырырға ғына ҡалды.
Ә хәрби мөхиткә килгәндә, бөтә ерҙә лә кеше булып ҡала белергә кәрәктер. Башҡалар быны баһалай ул, бигерәк тә ир-егеттәр коллективында. Мине ғаиләлә баҫмай, ҡурҡытмай, оялтмай үҫтерә белгәндәр, атай-әсәйемә рәхмәт. Шунлыҡтан, мин ниндәй халыҡ араһында ла үҙемде ғәҙәти, ябай итеп тота, теләгәндә көлә, теләгәндә кәрәген һорай алдым. Быны һәр йәш кеше лә булдыра ала, мөмкин булмай торған хәлдәр юҡ ул, бөтә ерҙә лә аңлаусы, хәлеңә инеүсе, миһырбанлы кешеләр бар.

Хәрби тормошто һайлау, минең аңлауымса, үҙе үк илһөйәрлек күренеше. Һеҙҙә ошо тойғоно тәрбиәләүҙә кемдәр ҡатнашлыҡ итте?

Иҙел Сафин:
Иң беренсе атай-әсәйем, әлбиттә. Улар минең икеһе лә сәнғәт кешеләре. Бәләкәй генә сағымдан Сибай филармонияһының сәхнә артында рухи телмәрҙәр, халыҡ йыр-моңдары тыңлап ултыра торғайным. Өйҙә лә улар бер ваҡытта ла "илебеҙ насар" тимәне. Киреһенсә, ҡайҙалыр тәбиғәткә сыҡҡанда ла, нимәлер аңлатҡанда ла әсәйем һәр ваҡыт: "Шул тиклем матур ерҙә йәшәйбеҙ", - тип әйтә торғайны. Икенсенән, мин әҙерәк тарихыбыҙҙы беләм. Шундай яҙмышлы халыҡтың улы булып та, уға тоғро ҡала алмаһам, минең ата-бабама оят буласаҡ. Илһөйәрлек тәрбиәләүҙә мин тамамлаған Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы ла ҙур роль уйнаны. Башҡорт рухы ҡайнап торған ул төбәк тә, мәктәп йәмғиәте лә был тәңгәлдә әүҙем эшләне. Һәм әлеге ваҡытта ошо илһөйәрлек тойғоһо булыуы мине көслө итә лә инде.
Ильяс Ҡаһарманов: Илемде яратыу ул миңә шул уҡ атайыңды, әсәйеңде яратыу кеүек. Мин хатта "яратаммы-яратмайыммы" тип уйлай ҙа алмайым. Был тойғо минең менән ҡуша тыуған. Һәм үҙемдәге милләтселек хистәрен дә мин хилафлыҡ итеп түгел, ә ғорурлыҡ итеп ҡабул итәм. Ҡайҙа, кемдәр менән һөйләшкән йәки эш иткән ваҡытта ла милләтем, илем, телемә ҡағылған мәсьәләләрҙең минең өсөн мөһим икәнен йәшермәйем. Был шулай булырға тейеш тә. Һин атай-әсәйеңде ниндәй хәлдә лә яҡлашаһың, ҡурсалайһың бит. Рухи ҡиммәттәреңә лә шундай мөнәсәбәттә булырға бурыслыһың. Атай-әсәйем уҡытыусылар булып, ғүмерҙәрен балаларға белем биреүгә бағышланы. Улар илһөйәрлек тойғоларын бер беҙгә - үҙ балаларына ғына түгел, әллә нисә быуын йәштәренә лә һалыуына иманым камил.

Ни өсөн бөгөн хәрби уҡыу йорттарында башҡорт егеттәре аҙ? Һеҙ быны нисек баһалайһығыҙ?

Иҙел Сафин:
Бының сәбәбен мәктәптәрҙең күбеһендә ошо йүнәлештә махсус әҙерлек эштәре алып барылмауынан күрәм. Балалар был хаҡта белмәй яҡшылап. Һәм һуңғы осорҙа беҙҙең халыҡта, бигерәк тә атай-әсәйҙәрҙә, хәрби хеҙмәттән биҙрәп ҡалыу синдромы ла бар, шикелле. Йәнәһе, хеҙмәттә малайҙарға ауыр, уларҙы ҡыйырһыталар һәм башҡалар. Башҡорт малайҙарында шулай уҡ атай-әсәйҙән айырыла алмау, тыуған ерҙә төпләнеү төшөнсәләре лә көслө. Тик был төшөнсәләр сигендә генә йәшәп булмай. Бөгөн хәрби көс, хәрби армия илдә ҙур урынды биләй. Һәм шул урында беҙҙең милләттең аҙ булыуы зитҡа тейә.
Ильяс Ҡаһарманов: Башҡорт егеттәрен бәләкәйҙән төрлө яҡлап үҫтерергә кәрәк. Юғиһә, беҙҙә спортҡа ылыҡҡан бала спортҡа ҡаплана, мәҙәни юҫыҡтағылар йырлап-уйнап ҡына йөрөүгә яраҡлаша. Спортсылар "сила есть ума не надо" кимәлендә ҡалһа, тегеләре үҙ-үҙҙәрен дә яҡлай алмай булып сыға. Хәрби булыу - ул математиканы ла, физиканы ла, химияны ла, географияны ла өйрәнеү, төрлө телдәрҙә аралаша алыу, тиҙ һәм етеҙ уйлай, хәрәкәт итә, хәл итә белеү, төрлө психологик алымдарға ҡаршы тора һәм уларҙы файҙалана алыу, холоҡта ҡыйыулыҡ, намыҫлылыҡ тойғоларын үҫтереү һәм физик тәрбиә. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең егеттәр араһында шахматсылар, йырсы-бейеүселәр, музыканттар, спортсылар һәм хатта шағир-яҙыусылар ҙа бар. Хәрби тормошто сикләнгән, тар йүнәлештәге генә йәшәйеш итеп ҡарарға ярамай, киреһенсә, бында егеттәргә төрлө яҡлы һәләттәрен асыу мөмкинлектәре етерлек. Күптәр ошонда шәхес булараҡ күтәрелеп, формалашып ҡала.
Минең белеүемсә, башҡорт егеттәренең күбеһе хәрби уҡыу йорттарына ана шул бер яҡлы ғына үҫешеүе һәм был өлкәне ныҡлы өйрәнмәүе арҡаһында бара һалмай. Ә бит ысынында беҙҙең егеттәр күптәргә ҡарағанда түҙемлерәк тә, көслөрәк тә, сәмлерәк тә.

Уҡыуҙы тамамлағас, һеҙ кем булып сығасаҡһығыҙ? Бөгөн хәрбиҙәргә ниндәй хөкүмәт ярҙамдары бар? Хеҙмәт юлын ҡайҙа дауам итергә иҫәпләйһегеҙ?

Иҙел Сафин:
Беҙҙең институтты тамамлаусылар илдә наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен сикләү һәм профилактикалау өлкәһендә хоҡуҡ һаҡлау белгестәре булып сыға. Артабан улар Рәсәйҙең төрлө хоҡуҡ һаҡлау структураларында хеҙмәтен дауам итә ала. Һуңғы ваҡытта илебеҙҙә хәрбиҙәргә ярҙам итергә тырышалар - фатир-торлаҡ, эш хаҡы түләү һәм башҡа социаль мәсьәләләр әүҙем генә ҡарала. Погонлы костюм кейгән кеше хеҙмәт юлын хөкүмәт ҡайҙа ҡуша - шунда дауам итә инде. Уныһы әле билдәһеҙ...
Ильяс Ҡаһарманов: Минең хеҙмәтем бөгөнгө замандың иң дәшһәтле стратегик тәғәйенләнештәге ҡорал менән бәйле. Беҙҙең эшләйәсәк урындар һанаулы ғына, әммә мин республикабыҙҙан алыҫҡа ебәрмәүҙәренә өмөт итәм. Киләсәгебеҙ ҙә насар ҡаралмаған, мәҫәлән, яҡшы ғына эш хаҡы, торлаҡ менән тәьмин ителеү, иртә пенсияға сығыу, хеҙмәт барышында дәүләт ҡарамағында булыу һәм башҡалар. Былар барыһы ла кешегә йәшәү һәм хеҙмәт итеү өсөн яҡшы булышлыҡ, тип уйлайым.

Билдәле бер фильмда героиня: "Генерал ҡатыны булыу өсөн лейтенантҡа кейәүгә сығырға ла, уның менән егерме йыллап гарнизондар буйлап күсенеп йөрөргә кәрәк", - тип әйтә. Һеҙҙең менән шул юлды үтергә теләгән ҡыҙҙар бармы? Ғөмүмән, хәрби ҡатыны булырға теләгән ҡыҙ ниндәй ғәҙәттәргә эйә булырға тейеш?

Иҙел Сафин:
Мәктәп йылдарынан дуҫлашҡан ҡыҙым менән үткән йәй өйләнештек. Алина Санкт-Петербург ҡалаһында урынлашҡан технология университетын тамамлап, инженер-химик һөнәрен үҙләштерҙе. Әлеге көндә минең уҡып бөткәнде көтә, "Башкиравтодор" йәмғиәтенең Баймаҡ филиалында эшләй. Мин "ҡатыным шулай булырға тейеш" тип әйтә алмайым. Мин уны нисек бар, шулай ҡабул итәм һәм яратам да.
Ильяс Ҡаһарманов: Мин өйләнмәгәнмен. Ҡыҙҙарға килгәндә, хәрбиме, башҡа һөнәр эйәһеме, һәр ир-егет үҙенә тура килгән ҡатын теләйҙер. Ҡатын кеше, уның ҡылыҡтары ирҙең, уның ғаиләһенең көҙгөһө бит. Ҡыҙҙар менән аралашҡанда уҡ үҙеңә: "Мин был ҡыҙҙың минең балаларымдың әсәһе булыуын теләйемме?" - тигән һорауҙы бирергә кәрәк. Һәм ысынлап яратҡан ҡыҙыңдың ғаиләһен, әсәһен күрергә кәрәк, башҡа төрлө ҡараштар хата аҙымға килтерәсәк, тип уйлайым мин. Кино героиняһының һүҙҙәренә килгәндә, хәрби ҡатыны булыу ысынлап та еңелдән түгелдер. Шулай ҙа был мәртәбәлер, тип уйлайым.

Ир-егеттән азаматлыҡ китһә, нисек буласаҡ, тигән һорауҙы бирһәм, был һүҙҙәрҙән ни мәғәнә аңларһығыҙ һәм нисек итеп яуап бирерһегеҙ, егеттәр?

Ильяс Ҡаһарманов:
Азаматлыҡ - ул барлыҡҡа килгән һәм яһап ала торған сифат түгелдер. Ул ҡатын-ҡыҙ түгел, аҡса түгел, уны ҡайҙандыр алып йә юғалтып булмай. Ир-егетлек сифаты тыумыштан бирелә һәм бала саҡта уҡ формалаша. Ир-егеттән азаматлыҡ китһә, көс ҡатын-ҡыҙға төшәсәк. Һәм был бөгөн ниндәйҙер кимәлдә йәшәйешебеҙҙә күҙәтелә лә. Эскелек, наркоманлыҡ, эшһеҙлек, ялҡаулыҡ, моңһоҙлоҡ булған ерҙә азаматлыҡ була алмай.
Иҙел Сафин: Эйе, ир-егеттәр сифаттарын малайҙарға бәләкәйҙән уҡ ғәиләлә тәрбиәләйҙәр. Атай-әсәйҙәрҙең үҙ-ара ихтирам менән аралашыуын, ҡатын затына хөрмәт күрһәтеүен, атай кеше талапсан булыуын, ғаиләһен ҡайғыртыуын балалар күреп үҫергә тейеш. Улар бит оторға ғына тора! Шуға күрә уларға тик дөрөҫ өлгөләр күрһәтергә кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәмғиәтебеҙҙә тулы булмаған ғәиләләр һаны, атайҙар менән әсәйҙәр бергә йәшәмәү күренештәре күбәйҙе... Быны бөтөрөр кәрәк, әлбиттә.

Нисек уйлайһығыҙ, егеттәрҙең армия сафында хеҙмәт итеүе мотлаҡмы? Әллә һеҙҙең кеүек хәрби юлды һайлаусыларҙың булыуы ла еткәнме?

Иҙел Сафин:
"Армия - тормош мәктәбе" тигән электән килгән төшөнсә әле лә актуаль тип уйлайым, шуға егеттәргә армия сафында хеҙмәт итеү мотлаҡ. Был, беренсенән, үҙ-үҙеңде һынап ҡарарға ярҙам итһә, икенсенән, кемгәлер "социаль лифт" булған, мөмкинлектәрен киңәйткән ысул булыуы ихтимал. Хәҙер бит, белеүемсә, армия сафында хеҙмәт итмәгәндәр дәүләт органдарында эшләү хоҡуғынан мәхрүм...
Минең олатайҙарым һуғыш юлы үткән, хәрби булған туғандарым да бар. Шунлыҡтан, мин үҫкән ерлектә, ғаиләлә, туғандар араһында "хеҙмәт итеү-итмәү" тигән һорау тыумай ҙа.
Ильяс Ҡаһарманов: Егеттәрҙең армия сафында хеҙмәт итеүе мотлаҡ, тип уйлайым. Улар бит ниндәйҙер "ир-егет дәресе" үтергә тейеш. Иң ябайҙарын ғына алғанда, ҡоралдың нимә икәнен күреп, уның менән эш итергә өйрәнеп, хәрби тормош менән танышып. Мәҫәлән, минең Бөрйән районының төпкөл ауылында йәшәгән олатайым Германияла хеҙмәт иткән. Ул шул хеҙмәтендә "донъя күргән" һәм ошолар хаҡында һөйләй торғайны. Был уның үҙ ғүмерендәге берҙән-бер һәм иң оло сәйәхәте булған. Ә хеҙмәткә бармаһа, ул ундай донъяның барлығын да белмәҫ ине. Бындай тарих һәр хеҙмәт иткән ир-егеттә бар. Ә инде тыуған илде профессиональ кимәлдә һаҡлау - профессионалдарҙың, йәғни беҙҙең бурыс.

Ватанды һаҡлаусылар көнө һеҙҙең төп байрам. Был көндө нисек үткәрәсәкһегеҙ һәм байрам уңайынан ниндәй теләктәрегеҙ булыр?

Ильяс Ҡаһарманов:
Был беҙҙең өсөн ғәҙәти хеҙмәт көнө. Байрамға арналған төшкө аш буласаҡ, әлбиттә, әммә бер ниндәй ҙә ташламалар ҡаралмай - беҙ хеҙмәттә. Байрам теләгем - ир-егеттәргә сәләмәтлек һәм рухи ныҡлыҡ! Иҙел Сафин: Ватаныбыҙға именлек теләйем! Ир-егеттәр Ватанды һаҡлаусы булһын, ә яҡлаусы булып ҡоралға тотонорға яҙмаһын.

Байрам менән, егеттәр! Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!

Иҙел Сафин:
Тыуған илгә хеҙмәт итәм!
Ильяс Ҡаһарманов: Тыуған илгә хеҙмәт итәм!

Шулай итеп...
Легендар "Офицерҙар" фильмында бер шундай күңелгә тейер, күҙҙән йәштәр һығып сығартыр һүҙҙәр бар. Унда герой: "Тыуған илде һаҡлау тигән һөнәр бар!" - ти. Һәм беҙҙең бөгөнгө һөйләшкән егеттәребеҙ ҙә тап ошо һөнәр эйәләре - тыуған илде һаҡлаусылар!

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.02.19 | Ҡаралған: 938

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru