Яңы уҡыу йылы башланырға ла күп ҡалманы. 1 сентябрҙә мәктәп ихаталары тағы ла ҡулдарына аллы-гөллө сәскәләр тотҡан эреле-ваҡлы уҡыусыларҙың шат тауыштарына күмелер. Бынан байтаҡ йылдар элегерәк мин эшләгән мәктәпкә АҠШ-тың Юта штатынан студенттар килгән ине. Уларҙы иң аптыратҡаны - 1 сентябрь көнөнөң байрам төҫөн алыуы булды. Баҡтиһәң, уларҙа уҡыу йылы башланыуы бер нисек тә байрам ителмәй икән. Әлбиттә, байрам үтә лә китә, ә мәктәп донъяһы киләһе йәйгә тиклем үҙенең бихисап мәшәҡәт-хәстәрҙәре менән йәшәй бирә.
Ғөмүмән, мәктәп ниндәй булырға тейеш, уҡыусыларҙы нимәләргә һәм нисек өйрәтергә була, нисек итеп фән донъяһына ҡыҙыҡһыныу уятырға, уларҙың белем кимәлен нисек баһаларға - ошондайыраҡ һорауҙар педагогтарҙы ғына түгел, һәр ата-әсәне лә борсой. Заман менән бергә мәктәп тә, уҡытыу системаһы ла үҙгәрә бара. Рәсәйҙең хәҙерге белем биреү системаһы йыш ҡына ҡаты тәнҡит утына ла тотола, һәм бының өсөн ерлек тә етерлек. Шәхсән үҙем ошо мөхиттә байтаҡ йылдар психология фәнен уҡыттым, мәктәп етәкселегендә эшләнем, мәғариф өлкәһендә закондар сығарыу эшендә ла ҡатнашырға насип булды. Әммә хыялымда тыуған идеаль мәктәп образы, күрәһең, бары уй-фекер донъяһында ғына ҡаласаҡ. Шулай ҙа ошо хыялым мәктәбе хаҡында, бәғзе берәүҙәр төштәрендә күргәнен һөйләгән кеүек, һеҙгә лә бәйән итергә баҙнат иттем.
Сәнғәт өлкәһендә, театр кейем элгесенән башлана, тигән әйтем бар. Хыялымдағы мәктәп тә бинаһынан башлана. Дөрөҫөрәге, бер-береһе менән тоташтырылған бер нисә корпустан хасил ул. Башланғыс кластар айырым бинала уҡый, унда класс бүлмәләренән башҡа, шашка, шахмат уйнау бүлмәләре, уйындар һәм гимнастика менән шөғөлләнеү өсөн ыҡсым ғына физкультура залы ла йыһазландырылған. Сәнғәт корпусында бейеү, хореография бүлмәләре, музыка үҙәге, рәсем һәм живопись кластары, ҙур сәхнәле тамашалар залы бар. Шулай уҡ министаноктар, электр инструменттары менән йыһазланған эш урындары, автокласы булған технологик корпус үҫмерҙәргә бик тә оҡшай: бында улар төштән һуң мастер-педагогтар ҡарамағында ғәмәли техник әҙерлек дәрестәренә йөрөй. Корпустар тирәләй йәшел газонлы бәләкәй футбол яланы, баскетбол һәм волейбол майҙансыҡтары урынлашҡан, мәктәп ҡоймаһы буйлап йүгереү аллеялары һуҙылған. Мәктәп гүзәл бер баҡсаға ла оҡшап тора: йәшел шыршы-ҡарағай, миләш һәм балан ҡыуаҡтары, төрлө төҫтәге сәскәләре менән күҙ яуын алып торған территория ул.
Был мәктәптә уҡытыу-тәрбиә эштәре көн буйына дауам итә. Төшкә тиклем барыһы өсөн дә мотлаҡ булған төп уҡыу программаһы дәрестәре бара, төшкө аштан һәм бер сәғәтлек актив ялдан һуң уҡыусылар йә шулай уҡ мотлаҡ булған занятиеларға, йә үҙҙәре һайлап алған программалар тәҡдим иткән курстарға йөрөй. Һәр кем үҙе теләге менән һайлап алған ижади йүнәлеш курстарында (тел-әҙәбиәт, сәнғәт, технология, спорт буйынса) педагогтар менән килешелгән шәхси графикка ярашлы шөғөлләнә ала. Көсөргәнешле мейе энергияһын, ултырып эшләү механизмын талап иткән дәрестәр көнөнә 4 - 6 сәғәт дауам итә, төшкө аш һәм актив ял өсөн 2 сәғәт (көндөҙгө 13 сәғәттән 15 сәғәткә тиклем) ваҡыт бүленә. Төшкө аш менюһы, уҡыусыларҙың теләгенә һәм һаулыҡ торошона ҡарап, ата-әсәләре тарафынан раҫланып, ашнаҡсыларға алдан уҡ билдәле булған махсус заказдар буйынса төҙөлә. Дәрестәр араһы - 20-шәр минут, ошо тәнәфестәрҙә уҡыусылар мәктәп ашханаһында компот, һут эсеп, пирожки-фәлән менән тамаҡ ялғап, ял итеп өлгөрә. Төштән һуңғы дәрестәр, башлыса, уҡыусылар үҙҙәре һайлап алған йүнәлеш предметтарына һәм ижади эштәргә бирелә. Мәктәптән ситтә уҙғарылған башҡа занятиеларға, курстарға йөрөүсе уҡыусылар төштән аҙаҡ педагогтар, мәктәп етәкселеге менән килешелгән ирекле график буйынса шөғөлләнә.
Класс бүлмәләре ике өлөштән тора: артҡы стена буйында тиҙ таҙартып була торған спорт балаҫтары түшәлгән ҙур булмаған майҙансыҡ бар, унда иҙәнгә ултырып, ятып алырға, гимнастика күнегеүҙәре эшләргә була; алғы яҡта һәр уҡыусы өсөн бейеклеге көйләнә торған шәхси парталар урынлашҡан. Был парталар конструкцияһы ултырып та, баҫып тороп та эшләү мөмкинлеген бирә, партаның эш таҡтаһының ауышлығын да үҙгәртеп була. Бындай парта артында баҫып торған килеш рәсем төшөрөргә, яҙма эштәр башҡарырға, йыр-музыка дәрестәрен үткәрергә бик тә уңайлы. Педагогтарға дәрес ваҡытының бер өлөшөн уҡыусылар парталарында ултырған килеш, икенсе өлөшөн аяғөҫтө торған көйө файҙаланырға тәҡдим ителә.
Һәр класс 15-әр уҡыусынан тора, был төркөм психологияһына тура килә һәм уның менән идара итеүҙе һөҙөмтәлерәк итә. Урта һәм өлкән кластарҙа тәүге ике дәрес 60-шар минут дауам итә, әммә һәр дәрестең тәүге яртыһынан һуң 5-әр минутлыҡ кесе тәнәфес булыуы мотлаҡ: һәр класс бүлмәһендә компьютер программаһы буйынса тәнәфестәр музыкаль сигнал аша иғлан ителә. Ҡалған дәрестәр 45-шәр минутлы. Уҡыусының һаулығына зыян килтермәү - мәктәптең иң төп бурыстарынан һанала.
Һәр уҡыусының партаһы эргәһендәге махсус ҡумтала шәхси ноутбугы бар: кәрәк сағында ул партаға ҡуйыла, уҡыусы ошо ноутбукта уҡытыусыһынан үҙенә тәғәйенләнгән эште ала һәм уны үтәй. Класс таҡтаһы тулыһынса электронлаштырылған: уны уҡытыусы ла, уҡыусылар ҙа үҙҙәренең эш урынынан тороп ҡуллана ала.
Йәнә бына нимә күңелгә йылылыҡ өҫтәй: мәктәп - тәрбиә үҙәге. Бында милли мәҙәнилек, тарих менән бөгөнгө осор бәйләнеше, тыуған яғыбыҙҙың тәбиғәте, халҡыбыҙҙың аҫыл ул-ҡыҙҙарының тормошо һәм яҙмышы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, милли сәнғәтебеҙ, әҙәбиәт һәм шиғриәт, башҡа күп төрлө, күп яҡлы халыҡ тормошо мәктәп эшмәкәрлегендә туранан-тура сағылыш таба. Туған тел һәм ватансылыҡ мәктәбе ул ошо милли тәрбиә усағы.
Мәктәп күп теллелек принцибына ярашлы эшләй. Беренсе һәм икенсе кластарҙа башҡорт һәм рус телдәре өйрәнелә, өсөнсө кластан инглиз теле уҡытыла башлай. Уҡыусыларҙа ошо телдәрҙә ғәмәли аралашыу (һөйләү-фекерләү) күнекмәләрен булдырыуға өҫтөнлөк бирелә. Төштән һуң үткәрелә торған занятиеларҙа лингвистик уйындар, ғәмәли ситуацион диалогтар, компьютер аша лингвистик мультипликацион программалар киң ҡулланыла.
Башланғыс кластарҙа уҡытыу барыһы өсөн дә уртаҡ һәм мотлаҡ программалар буйынса алып барыла. Төштән һуң улар хәрәкәтле һәм интеллектуаль уйындарҙа ҡатнаша, шашка, шахмат уйнарға өйрәнә, бейеү, музыка түңәрәктәренә йөрөй, рәсем төшөрә, төрлө ҡул эштәренә өйрәнә.
Урта кластарҙан башлап айырым йүнәлештәр буйынса конкрет предметтарҙы тәрәнәйтеп өйрәнеү программалары ғәмәлгә индерелә. Был һәр уҡыусының һәләттәренә, теләгенә ярашлы, ата-әсәләренең ризалығы буйынса башҡарыла. Өҫтәлмә дәрестәр, айырым курстар тик төштән һуң ғына уҙғарыла. Бер класта ла уҡыусыларға өйгә эш бирелмәй, әммә һәр уҡыусының айырым предметтар буйынса үҙ теләге буйынса буш ваҡытында үҙаллы башҡара алырлыҡ шәхси эш алыу хоҡуғы бар.
Мәктәптең баҫма китап һәм әсбаптарҙан, шулай уҡ электрон архивтан хасил булған ҙур китапханаһы бар. Китапхананың компьютерлаштырылған уҡыу залында иртәнән кискә тиклем һәр кем иркенләп ултырып шөғөлләнә ала. Бында әҙәбиәт һөйөүселәр төрлө кисәләр, яҙыусы-шағирҙар менән осрашыуҙар уҙғара.
Директор кабинетында мәктәп эшмәкәрлеге менән идара итеү өсөн электрон күҙәтеү һәм видеоэлемтә үҙәге урынлашҡан. Мәктәптең видеоархивы, барса эш документтарының электрон архивы махсус тәғәйенләнешле компьютерҙа һаҡлана.
Был мәктәптә уҡытыу методикаһының төп маҡсаты һәм ысулы - уҡыусыларҙы логик фекерләргә, уҡыу барышында ҡатмарлаша барған проблемаларҙы ситтән ярҙамһыҙ, үҙаллы хәл итергә өйрәтеү. Мәғлүмәт-ҡағиҙәләрҙе, алгоритм-формулаларҙы хәтергә һалыу, туплау тик предметты, яңы теманы өйрәнә башлаған тәүге осорҙа алғы планда була. Тап шул ваҡытта уҡыусылар төрлө сығанаҡтарҙан үҙҙәренә кәрәкле мәғлүмәтте табыу, йыйнау һәм системалаштырыу алымдарына өйрәнә. Был осраҡта уҡыусылар өсөн заманса мәғлүмәт технологияларын ҡулланырға өйрәнеү иң һөҙөмтәле һәм өҫтөнлөклө маҡсатҡа әүерелә. Психологтар әйткәнсә, уҡыусы иң элгәре алдында торған мәсьәләнең, проблеманың асылын аңлап, уны хәл итеү юлдарын барлап, һуңынан барса шундай уҡ проблемаларҙы сисеүҙең дөйөм ысулын ғәмәли рәүештә ҡуллана алыуға өлгәшергә тейеш. Был - уҡыусының үҙаллы фекерләү ҡеүәһен үҫтереүҙең төп аксиомаһы. Әгәр уҡытыусы ошо маҡсатҡа өлгәшә икән, артабан уның уҡыусыларының үҙаллылығы көндән-көн арта бара, ә был уларҙың теге йәки был өлкәлә ижади һәләттәре формалашыуына юл аса. Бындай типтағы уҡытыу уҡыусыларҙы бер үк нәмәне күп тапҡыр механик ҡабатлауҙан, барыһын да хәтергә һалыу һәм тотоуҙан ҡурсалай, уҡыу процесындағы ҡәҙимге формализм һәм диктаттан азат итә. Тап шул юлға баҫҡанда ғына ижади уҡытыу алымдары, шәхси программалар, уҡыусылар үҫешенең шәхси траекториялары ғәмәлгә ашып, яңы типтағы Рәсәй мәктәбе барлыҡҡа килеренә һис бер шик юҡтыр. Ә ошондай мәктәптәр донъяның бәғзе бер илдәрендә байтаҡтан сафҡа индерелеп, үҙ иленең уңышлы граждандарын тәрбиәләү юлына баҫты инде. Бигерәк тә ут күршебеҙ, бәләкәй генә Фин илендә (ҡасандыр ул Рәсәй ҡулы аҫтында көн иткән) барлыҡҡа килгән ошондай белем усаҡтарын "киләсәк мәктәбе", тип атайҙар. Ә беҙ үҙебеҙҙе финдарҙан бер нисек тә кәм тоя алмайбыҙ бит, уларҙы өлгө итеүҙә лә бер ниндәй ҙә кәмселек күрмәйем.
Минең хыялымда хасил булған ошо мәктәп белем биреүҙә әле ныҡ тамыр йәйгән унификациялауҙы, барса уҡыусыны бер ҡалыпҡа һалып, бер мәғариф бизмәненә һалып үлсәүҙе, уникаль шәхес булып формалаша алыу мөмкинлегенә эйә булған һәр баланы роботлаштырыу юлына баҫҡан системаны ҡабул итмәйәсәк.
Тап шуның өсөн бындай мәктәптә белем алыусы, йәғни үҙаллы фекерләргә өйрәнеүсе уҡыусылар тарафынан яманаты сыҡҡан БДИ системаһы ла бары тик күптән билдәле һәм үтә ябай проблемалы бер мәғлүмәти мәсьәлә итеп ҡабул ителәсәк, һәм уның әлеге "мәғариф аждаһаһы" маскаһы юҡҡа сығасаҡ.
Тик шуныһы: хыялым мәктәбе, беренсенән, ошондай форматта белем биреү системаһын дәүләт тарафынан финанслауҙы кәмендә 4 - 5 тапҡыр арттырыуҙы талап итәсәк. Был әлеге ваҡытта һис тә ышанырлыҡ түгел. Икенсенән, дәүләт мәғариф системаһы әле хөкөм һөргән, белем биреү өлкәһе үҫешен аяуһыҙ тотҡарлаған байтаҡ ҡына принциптарынан ваз кисергә тейеш. Быныһы ла икеле. Шулай ҙа бер өмөтһөҙ йәшәүе лә аяныслы бит. Киләсәк хыялдарҙан башлана. Ҡасандыр бер хыялымда ғына хасил булған мәктәптең дә Башҡортостан ерлегендә гөрләп эшләп китеүенә ышанам мин.
Бәҙри ӘХМӘТОВ.
ӘЙТКӘНДӘЙ...
2019 йылдың 1 сентябренән Өфөнөң 44-се һәм 162-се мәктәптәрендә (Сағыу биҫтәһе, Дим) полилингваль проектты ғәмәлгә ашырыу башлана.
Республиканың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин билдәләүенсә, был мәктәптәрҙә уҡытыу рус, башҡорт, инглиз һәм башҡа телдәрҙә алып барыласаҡ. Балалар бер сменала уҡыясаҡ, ә көндөң икенсе яртыһында улар өсөн тел клубтары, спорт һәм бейеү секциялары, художестволы һәм фәнни түңәрәктәр эшләйәсәк. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, республикала 30 июлдә полилингваль селтәрҙәр булдырыу тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйылған. Бөтәһе ошондай 14 урта белем биреү учреждениеһы була. "Улар матур биналар ғына түгел. Беҙгә мәғарифты даими үҫтерергә кәрәк. Ошо 14 гимназия, кадрҙарҙан, методикаларҙан, йөкмәткеле эштән башлап, мәғарифтың локомотивы булырға тейеш, - ти Радий Хәбиров. - 1 сентябрҙән был мәктәптәр үҙҙәрен 21-се быуат мәғарифы итеп күрһәтергә бурыслы". Республика етәксеһе телдәргә юҡҡа ғына баҫым яһалмауын аңлатты. Хәҙерге донъяла балалар сәйәхәт итергә, сит илдәрҙең юғары уҡыу йорттарында белем алырға тырыша. Полилингваль мәктәптәрҙә уҡытыусыларға матди дәртләндереү саралары ла ҡаралған, сөнки унда иң яҡшы кадрҙарҙы йәлеп итергә тырышасаҡтар (Әле 162-се мәктәпкә төрлө фән уҡытыусылары талап ителә).
Бәҙри Әхмәтовтың хыялындағы мәктәп ошо була түгелме? Ә уҡыусыларыбыҙ был хаҡта ни уйлай?
КИРЕ СЫҒЫРҒА