Шамил БАТЫРШИН, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының өлкән уҡытыусыһы: Бөгөн беҙҙең мәктәптәрҙәге күпселек педагогтарыбыҙ - ҡатын-ҡыҙҙар. Әлбиттә, уларға рәхмәтле булырға тейешбеҙ. Ә шулай ҙа был хәлдең ир балаларҙы тәрбиәләүҙәге кире һөҙөмтәһен дә күрмәйенсә булмай. Элек башҡорт ғаиләһендә әсәй ир баланы 5 йәшенә тиклем генә тәрбиәләй, артабан был яуаплылыҡты атай кеше ала, тигән ҡағиҙә булған. Атай кеше тәү сиратта улын үҙаллылыҡҡа өйрәткән. Тимәк, ул улының үҙе өсөн генә түгел, ә ғаиләһе, иле, Ватаны, ырыуы, халҡы өсөн яуаплылыҡ алырға ярҙам иткән ижади һәләттәрен, ир-атҡа хас сифаттарын асырға тейеш булған. Шуға ла, заман уҡытыусыһы ниндәй булырға тейеш, тигәндә, бөгөн иң тәүҙә мәктәптәргә ир-егет педагогтарҙы йәлеп итергә кәрәк, тип яуаплар инем.
Үҫтереүсе предметтарҙы ир-ат уҡытыусы, ә адаптив предметтарҙы ҡатын-ҡыҙ уҡытыусылар алып барһа, бигерәк тә отошло буласаҡ. Ғөмүмән, педагог - дәүләттең нигеҙен тәшкил иткән һөнәрҙәр рәтенән, шуға уҡытыусыны хәрбиҙәр рәтенә ҡуйырға кәрәк һәм уның эшенә талаптар ҙа юғары булырға тейеш. Мәктәпкә ир-егеттәрҙе йәлеп итеү юҫығында уҡытыусыларҙың эш хаҡын арттырыу бигерәк тә әһәмиәтле аҙым булыр ине. Йә булмаһа, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Эске эштәр министрлығы, Хәүефһеҙлек федераль хеҙмәте һәм башҡа дәүләт структураларында хеҙмәтен үтәп, иртә хаҡлы ялға киткән белгестәрҙе эшкә алырға кәрәк. Мәктәпкә ир-ат килһә, беҙҙең илдә иҡтисади, социаль, сәйәси мәсьәләләр һәм ғаиләләрҙәге мөнәсәбәттәр яйға һалынасаҡ.
Уҡытыусының төп сифаттарының береһе - әхлаҡлылыҡ. Ул эсмәй, тәмәке тартмай, татуировка эшләтмәй. Уҡытыусы юғары рухи-әхлаҡи тәрбиәле кеше, сөнки ул беҙҙең балаларҙы тәрбиәләй, сәләмәт быуын үҫтерә. Сәләмәт быуын ғына яңы матди ҡиммәттәр төҙөй ала. Ә бына балалар эскән-тартҡан, ғауғасыл уҡытыусынан өлгө алһа, беҙҙе ниндәй киләсәк көтөүе көн кеүек асыҡ. Шуға, тәү сиратта, рухи-әхлаҡи тәртип булырға тейеш уҡытыусыла.
Тағы ла заман уҡытыусыһы үҙ эшенә ижади күҙлектән ҡарарға тейеш һәм уның төп бурыстарының береһе - балаларҙы коллективҡа тупланырға, үҙаллы ойошорға һәм уртаҡ эште күмәкләп атҡарырға өйрәтеү. Әлбиттә, педагог һәр баланың үҙенсәлеген, һәләтен асырға һәм уға тормошта үҙ урынын табырға ярҙам итә. Әммә ул, бөтә балалар ҙа һәләтле, тип ҡарарға һәм һәр береһенең һәләтен асырға тырышырға тейеш. Ни өсөн беҙ айырым бер нисә баланың үҫешен генә ҡайғыртып, махсус мәктәптәр асырға тейеш? Башҡортостандың һәр мәктәбендә талантлы балалар белем ала, һәр мәктәпкә дәүләттең ҙур ярҙам күрһәтеүе зарур. Ә уҡытыусы - остаз булһын, балаға йүнәлеш бирһен, потенциалын асырға ярҙам итһен. Мәҫәлән, бөгөн беҙҙең мәктәптәрҙә "Семьеведение" дәресе индерелә башланы, кәрәк түгел ул. Айырым категорияларҙы иҫәпкә алмағанда, балаларға психолог кәрәкмәй, уларға үҙ өлгөһөндә үрнәк күрһәтә алған остаз кәрәк. Был йәһәттән күптән һыналған үҙебеҙҙең уҡытыу методикаларына мөрәжәғәт итергә кәрәк, мәҫәлән, шул уҡ Макаренконың китаптары хатта ЮНЕСКО тарафынан танылған. Юғиһә, ни өсөндөр ниндәйҙер һыналмаған, ыңғай һөҙөмтәһе булмаған яңылыҡтар артынан ҡыуып, тәү сиратта уҡытыусының ижади шәхес тәрбиәләргә тейеш булыуын онотоп киттек.
Айгөл АТАНОВА, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының ата-әсәләр комиссияһы рәйесе урынбаҫары: Һәр заманда ла уҡытыусы тәү сиратта үҙ дәрәжәһен юғалтмаҫлыҡ кимәлдә белемле булырға тейеш, тигән талап ҡуйыла. Унан инде, үҙ предметын яратыуы һәм һөнәренә күңелен һалып эшләүе шарт. Шулай булғанда, ул уҡытыусыға уҡыусыһына тейешле белем биреүҙә бер ниндәй ҡыйынлыҡтар ҙа ҡаршылыҡ була алмай. Өҫтәүенә, балалар менән эшләргә яратһа һәм заманса уҡытыу методикаларынан баш тартмаған кеше булһа, уҡыусылар уны яҡын, үҙ кешеһе итеп күрәсәк. Балалар ололарға ҡарағанда һиҙгерерәк бит ул, бер-ике дәрестән үк уҡытыусыны һынап алалар. Ҡайһы бер уҡытыусы мәктәпкә килеп-китеп кенә йөрөргә өйрәнһә, дәрестә китап буйынса үҙаллы уҡырға ҡушып, үҙ эштәре менән булышһа, шаярған малайҙарҙы тыңлата белмәһә, шундуҡ уҡыусы алдында абруйын юғалта. Был уҡытыусының яңылыш һүҙ ысҡындырғанын көтөп, телефонға төшөрөп алырға ла күп һорап тормай хәҙерге балалар. Һөнәрен һөйөп, күңелен һалып эшләмәгән уҡытыусыны ихтирам итмәйҙәр. Әлбиттә, ата-әсәйҙәрҙең уҡытыусыға мөнәсәбәтенән дә күп нәмә тора. Атай-әсәйҙәр балаһы алдында уҡытыусының абруйын һаҡлай белһә, уға ышаныс белдерһә, барыһына ла яҡшы буласаҡ. Мәҫәлән, беҙҙең ғаилә өсөн оло йөрәкле педагог - ул өлкән ҡыҙымдың башланғыс синыф уҡытыусыһы Минсрур Йәһүт ҡыҙы Байбулова. Оҙаҡ йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, Минсрур Йәһүт ҡыҙының беренсе синыф уҡыусыларын "Әлифба" байрамына нисек әҙерләүе һаман күҙ алдында: бер нәмә лә белмәй килгән балаларыбыҙ йырланы ла, бейене лә, сәхнәләштереүҙә лә ҡатнашты, матур итеп шиғырҙар һөйләне. Мәктәпкә көн дә теләп йөрөнө ҡыҙыбыҙ, сөнки уҡытыусы һәр баланы иртән: "Ий, бәләкәстәрем, һәйбәттәрем", - тип ҡаршы ала торғайны. Класта шаян-шаян малайҙар булыуға ҡарамаҫтан, һис тауыш күтәрмәй генә тынысландыра, иғтибарҙарын үҙенә йәлеп итә белә ине. Әле бәләкәс ҡыҙыбыҙ М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында уҡый, уның класс етәксеһе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Игелекова ла бик яҡшы педагог, класс сәғәттәрендә ниндәй генә тематик дәрестәр үткәрмәй, бергәләп экскурсияларға ла йөрөйҙәр, төрлө саралар ойошторалар. Уҡытыусыны яратһа, уның предметын да яҡшы өйрәнергә тырышып тора бала, артынан ҡалмай эйәреп йөрөй, яратыуын белдереү өсөн ниҙәр генә эшләмәй. Беҙгә, атай-әсәйҙәргә, уҡытыусыларҙың рухлы, тәрбиәле, белемле, башҡорт телен белгән шәхестәр үҫтереүҙә ҙур ярҙам күрһәтеүе мөһим. Шуға уларға һөнәрҙәренә күңел һалып эшләүҙәрен һәм заман афәттәренә бирешмәй, балаларыбыҙға белемдәрен тапшырырға үҙҙәрендә көс табыуҙарын теләйем.
Рәхимә МУСИНА, журналист: Бөгөн уҡытыусыны уҡытыусы тип тә һанамаусылар күп, ҡыҙғанысҡа күрә. Бөтә нәмә кешенең үҙенән тора, тигән хаҡ һүҙҙәрҙе хәтергә төшөрһәк, заман уҡытыусыларының абруйы ҡаҡшауында улар үҙҙәре лә ғәйеплелер, тип тә уйланыла. Ул үҙе тураһында төплө белемле, тәртипле, әхлаҡлы тигән фекер ҡалдырырға бурыслы. Хәҙер педагог алдына ҡуйылған талаптар ҙа ниндәйҙән бит: компьютерҙы биш бармағы кеүек белһен, заманса технологияларҙы ҡулланһын, заманса фекерләһен, замандан алда барһын. Был талаптарға ҡаршы түгелмен, әммә тәү сиратта уҡытыусының яҡшы кеше булыуы шарт. Бөгөн һәр кемдә, шулай уҡ уҡытыусыла ла белем етерлек, ә бына кешелеклелеккә, изгелеккә, балаларға иғтибарлы булыуҙарға ҡытлыҡ тыуҙы. Бәлки, шуға ла замана балаһының мәктәпкә барғыһы килмәйҙер? Балалар уҡырға теләмәй, тиһәләр, тимәк, уҡытыусыһы йүнле түгелдер, тип уйлайым. Китапханасы булып эшләгәндә мәктәптә Әнүәр Бикчәнтәевҡа 100 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған конкурс сиктәрендә бер сәғәтлек сара үткәргәйнем. Балалар бик әүҙем ҡатнашты, ә дәрестән һуң бер ҡыҙыҡай артымдан эйәреп килде лә: "Апай, һеҙ беҙҙең уҡытыусыбыҙ булһағыҙ икән", - тине. Һуңынан да ошо балалар урамда осраһа, әллә ҡайҙан ихлас һаулыҡ һорашып, аралашып китәләр. Үҙ дәресемде биреп сыҡһам - булды, тип түгел, ә үҙ уҡыусымдың тормош уҡытыусыһы булһам ине, тигән теләк-мөнәсәбәт булырға тейеш был һөнәрҙе һайлаусыларҙа.
Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.
КИРЕ СЫҒЫРҒА