Тормошта үҙ алдына ҡуйған маҡсатына эҙмә-эҙлекле алып барыусы, принципиаль ҡарашлы, тура һүҙле, объектив, заман ҡуйған проблемалар хаҡында ҡыйыу фекер йөрөтөүсе, республикабыҙҙы, милләтебеҙҙе ҡайнар һөйгән, күп изге эштәр башҡарған шәхес, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы БАЙҒУСҠАРОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ был рубрикала.
Зариф Закир улы, шундай бер бәхәсле әйтем бар: "Балаңды тәрбиәләмә, үҙеңде тәрбиәлә: үҫеп еткәс, ул барыбер үҙеңә оҡшаясаҡ". Был әйтемгә ҡарата фекерегеҙ нисек? Ғөмүмән, үҙегеҙ атайығыҙҙан ниндәй тәрбиә алдығыҙ?
- Мин был фекер менән тулыһынса килешеп бөтмәйем, сөнки мин аталары яҡшы булып та, балаларының уларҙың киреһе булған миҫалдарҙы күп беләм. Тәрбиәне бөтөнләй инҡар итергә ярамай. Беҙҙең халыҡта тағы ла бер әйтем бар: "Инә бүре нисек олоһа, көсөгө лә шулай олой". Бында тәрбиәлә әсәйҙең йоғонтоһо хаҡында һүҙ бара. Һеҙ килтергән фекер ниндәйҙер айырым осраҡ өсөн тап килеүе лә бар, әммә һәр саҡта ла түгел.
Атайымдың әйткән һүҙҙәре һәр ваҡыт иҫемдә, ҡолағымда сыңлап тора. Әммә мин бар йәһәттән дә атайыма оҡшарға тырышманым. Ни өсөн тигәндә, атайҙарҙың һәр бер ҡылығы ла дөрөҫ булмауы бар. Атайым үҙе әйтеүе буйынса, ун һигеҙ йәшенән тәмәке тарта башлаған. Ғүмер буйы тартты. Мин иһә ғүмерҙә лә тәмәкене ауыҙыма алып та ҡарағаным булманы. Шуға күрә был яғынан мин атайыма оҡшағанмын тип әйтә алмайым. Әлбиттә, мине тәрбиәләүҙә уның йоғонтоһо бик ҙур булды. Уның: "Улым, кешене бер ҡасан да илатма, кешенекенә теймә", - тигән һүҙҙәре һәр ваҡыт хәтеремдә. Мин бер ваҡытта ла кешенекенә ҡул һонғаным юҡ, шул уҡ ваҡытта үҙемдекен дә бирмәйем. Тағы ла: "Ауыҙың тулы ҡара ҡан булһа ла, кеше алдында төкөрмә", - тигән һүҙҙәрен дә онотмайым. Нисек кенә ауыр булһа ла, зарланмайым, танауымды төшөрмәйем. Атайым бер саҡ: "Ҡартатайың, беҙҙең Байғусҡаровтарҙан бер кеше сығасаҡ, тигәйне. Шул кеше һин булырһың инде", - тигәйне. Ҡартатайым Ырымбурҙа Ҡарғалы ауылында уҡып ҡайтҡас, биш ауылға мулла булып торған. Мин йәй көнө донъяға килгәндә ҡартатайым ныҡ ауырыған булған. Мине күтәргән дә, исем ҡушҡан. Ғүмерендә иң һуңғы исемде лә миңә ҡушҡан һәм атайыма: "Изгелек күрһәң, ошо балаңдан күрерһең", - тигән.
Атайығыҙҙың исеме Закир, һеҙҙеке Зариф. Ғөмүмән, улына исемде атаһына, ҡыҙына әсәһенә оҡшатып ҡушыу ҙа юҡтан ғына килмәгәндер инде. Шулай бит?
- Ни өсөн миңә Зариф тип исем ҡушҡандарын белмәйем. Атайым иртә донъя ҡуйҙы, ул саҡта һорарға ла сәбәп булмағандыр. Күрше ауылда атайымдың Зариф тигән дуҫы ла бар ине. Кем белә, бәлки, шуның хөрмәтенә миңә ошо исемде ҡушҡандарҙыр.
Атайығыҙға бәйле тағы ла ниндәй бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлашыр инегеҙ?
- Атайым уҡырға яратты. Көтөү көткәндә һәр ваҡыт үҙе менән "Ағиҙел" журналын йөрөттө. Миңә күп кенә тарихи урындар хаҡында һөйләне. Үҙем иҫ белгәндән башлап, дүрт йәшемдән һыбай йөрөнөм, атайыма йылҡы, һыйыр көтөштөм. Беҙҙең колхоз ере ауылыбыҙҙан 40 саҡрымдай алыҫлыҡтағы Ямантауҙа ине. Яҙ көнө атайым мәрхүм менән атҡа арба егеп алып, көтөүҙе шунда ҡыуабыҙ. Аҙна буйы ағас будкала йәшәп, мал көтәбеҙ. Үҙебеҙ ашарға бешерәбеҙ, үҙ йүнебеҙҙе үҙебеҙ күрәбеҙ. Балыҡ та тотабыҙ. Төндәрен ҡыуышыбыҙ янына айыу килә торғайны. Атайым миңә: "Айыу кешегә теймәй ул, һин унан ҡурҡма. Беҙ уның биләмәһенә килгәнбеҙ, шуға ризаһыҙлығын белдерә. Иң ҡурҡынысы ике аяҡлы хайуан. Кешенән генә ҡурҡырға кәрәк", - тип әйтер ине. Айыу нығыраҡ тынғыһыҙлай башлаһа, мылтығын алып сығып, һауаға атһа, тайыш табан табанын ялтырата торғайны. Аҙна үтеүгә, икенсе көтөүсе килеүгә ауылға ҡайтабыҙ. Май айында мәктәптәрҙә уҡыуҙар тамаланғандан алып август аҙағына тиклем мин шулай атайым менән бергә йөрөйөм.
Мәшһүр шағирыбыҙ Рәйес Түләк үҙенең "Яныу" поэмаһында көтөү көткәндә ваҡыт туҡтап ҡалыуы хаҡында әйтеп үтә:
Дошманыңа теләмәҫлек теләк:
Әгәр көтһәң һарыҡ көтөүен -
Һин көтмә лә юлдар ҡыҫҡарыуын,
Һин көтмә лә ваҡыт үтеүен.
Һин ашыҡһаң, тиҙлек әкренәйә,
Ваҡыт әкренәйә, ул туҡтай.
Ана, ваҡыт өйөр артындағы
Сатан һарыҡ булып һылтыҡлай.
Мин үҙем дә көтөү көткән кеше булараҡ, ваҡыттың үтмәүен һиҙә инем. Һеҙгә нисек тойолдо был кисереш?
- Мин, киреһенсә, урманда йәшәүҙән, атта һыбай йөрөүҙән ҙур ҡәнәғәтлек ала торғайным. Төрлө йәнлектәр менән аралашыу, ашарға бешереү, тәбиғәт биргән ризыҡ менән туҡланыу, балыҡ мәскәүләү - былар барыһы ла ғүмеремә күңелемә һеңеп ҡалды. Миңә көтөүҙә, киреһенсә, ваҡыт етмәне кеүек.
Атайығыҙ һеҙҙең киләсәгегеҙҙе нисек күрҙе һәм уның хыялдары тормошҡа аштымы?
- Атайымдың хыялдары тормошҡа ашҡандыр тип уйлайым. Ул миңә: "Әгәр ҙә уҡымаһаң, бына минең һымаҡ көтөү көтөрһөң йә тракторсы булып йөрөрһөң. Уҡыһаң, кеше булырһың. Үҙең ҡара. Әгәр ҙә минең һымаҡ көтөү көткөң килһә, уҡыма", - ти торғайны. Атайымдың бер ҡасан да мин уҡыған мәктәпкә килгәнен хәтерләмәйем. Шулай уҡ мин алған билдәләр менән дә ҡыҙыҡһынманы. "Нисек уҡыйһың?" тип һорағанын да иҫләмәйем. Әле ауылда атайымдың йәштәштәре иҫән-һау. Әгәр ҙә ул бөгөн иҫән булһа, минең менән риза булыр, ҡыуаныр ине тип уйлайым. Атайым тура һүҙле булды. Совет осоронда пропаганда эше бик киҫкен ҡуйылды. Исмәғил Әхмәҙулла улы Ғәбитов беҙҙең ауылға килгән дә кәңәшмәлә бер кешенең депутатлыҡҡа кандидат булып күрһәтелеүен, шуға ауыл халҡының тауыш биреүен һораған. Атайым торған да: "Беҙ һеҙ тәҡдим иткән кешене белмәйбеҙ, күргәнебеҙ ҙә юҡ. Иң тәүҙә килһен, күренһен, ҡарап ҡарайыҡ", - тип әйткән. Исмәғил Әхмәҙулла улы атайымдың ошо һүҙҙәрен йыш иҫкә төшөрә.
Атаһының улы Зариф Закир улы шулай уҡ тура һүҙле бит. Шулай түгелме? Тураһын әйтеүе ҡыйын түгелме?
- Был холҡом атайымдан мираҫ булып ҡалғандыр тип уйлайым. Әлбиттә, тура һүҙлеләргә йәшәүе ауырыраҡ. Сөнки тураһын әйткән башҡаларға ғына түгел, хатта туғанына ла ярамай.
"Урал батыр" эпосында "Яҡшылыҡ булһын атығыҙ!" тигән йәшәү принцибы борон-борондан халҡыбыҙҙың йәшәү принцибына әүерелгән. Әммә беҙ шундай заманда йәшәйбеҙ, заманға тиң йәшәр өсөн был принцип халҡыбыҙға ҡамасаулағанын да тоябыҙ. Ни өсөн тигәндә, тик яҡшылыҡ менән генә еңеп булмаған ҡаршылыҡтар, проблемалар була. Һеҙ бына ошондай ҡапма-ҡаршылыҡты тойғанығыҙ бармы? Беҙҙең тәрбиә, тарихи менталитет шундай формалашҡан, ә донъя бөтөнләй башҡаса. Шулай түгелме?
- Мин был фекерегеҙ менән килешәм. Яңыраҡ магазинға ингәйнем, эргәмә бер ағай килде. Башҡортса һөйләшә. Баҡтиһәң, уның малайы беҙҙә эшләп киткән икән. Беҙҙең арала шундай һөйләшеү булды. Һүҙҙе ағай башланы:
- Һеҙ малайымды ныҡ эшләттегеҙ, әммә уның эш хаҡы түбән булды. Һеҙ уны әрләнегеҙ, ярҙам итмәнегеҙ, - тип дәғүәләрен белдерә башланы.
- Һеҙ башҡорттар әҙерәк эшләргә тейеш, тип уйлағайнығыҙмы? Миңә ҡалһа, улар башҡаларға ҡарағанда нығыраҡ эшләргә тейеш, - тинем уны бүлеп.
- Һеҙ, барыбер ҙә, үҙегеҙ башҡорт була тороп, улыма ярҙам итмәнегеҙ, - ти ағай һаман да үҙ һүҙен өҫкә сығарырға теләп.
- Хәтерләйһегеҙме, мин Мәскәүгә барып юллап, уға өс бүлмәле фатир алышып бирҙем, - тинем ағайҙың хәтерен яңыртырға теләп.
- Эйе, һеҙ бит бөтәһенә лә фатир алырға ярҙам иттегеҙ, - ти был ағай һаман да үҙ туғыҙын туғыҙ итергә тырышып.
- Юҡ, мин быны барыһына ла эшләмәнем. Өфөлә фатирлы булыу барыһына ла тәтемәй ул...
- Фатир алыу ерунда ул, һеҙ уны барыбер әрләп эшләткәнһегеҙ. Һеҙ үҙегеҙ башҡорт булғас, үҙ башҡортоғоҙҙо әрләргә тейеш түгелһегеҙ...
Был ағай менән уртаҡ тел таба алманыҡ. Ахыр сиктә, уның янынан китеп барырға тура килде. Үкенескә күрә, бына ошондай хәлдәр ҙә булып тора.
Тағы ла бер миҫал тураһында һөйләмәй булдыра алмайым. 55 йәштәр самаһындағы бер апай килде миңә. Район хакимиәте аша әсәһенә кер йыуыу машинаһы алып биреүҙе һорай. Мин унан: "Ә әсәйегеҙҙең балалары юҡмы?"- тип һорайым. "Бар, беҙ ғаиләлә алты бала үҫтек", - ти был. "Шул алты балаһы йыйылышып ул машинаны әсәйегеҙгә алып бирә алмайһығыҙмы һуң?" - тием уға. "Беҙ ней алып бирә алабыҙ, әммә дәүләт алып бирһә, яҡшыраҡ була бит", - ти апай күҙен дә йоммай.
Мин шуға аптырайым: нисек инде алты бала үҙҙәренең бер әсәһен ҡарай алмай? Быны аңларға минең башым етмәй.
Тағы ла бер һуғыш ветеранының ҡыҙы килеп, аталарына шифаханаға путевка юллап алып биреүемде үтенде. Беҙҙең арала шундай һөйләшеү булды:
- Атайығыҙҙың пенсияһы 70 мең тирәһе бар бит?
- 68 мең...
- Ә атайығыҙҙың пенсияһын кем ала?
- Мин...
- Ә атайығыҙ фатир алдымы?
- Алды, район үҙәгендә...
- Ул фатирҙа кем йәшәй?
- Минең улым...
- Һеҙгә оят түгелме? Атайығыҙ һеҙгә фатир алып биргән. Өҫтәүенә, айына 68 мең һум аҡсаһы килеп тора. Шул аҡсаның яртыһын ғына алып атайығыҙҙы шифаханаға ебәрә алаһығыҙ бит, шулаймы?
- Мин аңланым һеҙҙе...
Шулай тине лә был ҡатын сығып китте. Ҡыҙғаныс, һуғыш ветераны булған аталарын, ҡартаталарын үҙҙәренә файҙа булһын өсөн генә йөрөтөүсе балалар бар. Үҙҙәре өсөн алған фатирҙарында йәшәүсе ветерандар бик һирәк. Мин бындай кешеләрҙе аңламайым.
Ауылдарҙы һаҡлау мәсьәләһе бөгөн демографик, тимәк, стратегетик мәсьәлә булараҡ, дәүләт тарафынан хәл ителергә тейеш. Һәр заманда, һәр дәүләттә ауыл илде кеше ресурстары менән тулыландырған. Хәҙерге көндә иһә ауылдарҙы һаҡлау иң беренсе нәүбәттә иҡтисади мәсьәлә. Шулай бит?
- Демография мәсьәләһенә килгәндә һеҙҙең менән килешәм: ауылдарҙа балалар һәр ваҡыт күпләп тыуҙы. Бына беҙҙең ғаиләлә биш бала булды. Ауылыбыҙҙа дүрт баланан да кәм ғаиләләр булманы. Шул уҡ ваҡытта дәүләт тарафынан ауылға иғтибар бөтөнләй юҡ тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ. Фермерҙарға дәүләт ярҙам итергә әҙер. Әммә фермерҙарҙың барыһы ла тиерлек ауылдарҙа эшләрлек кешеләрҙең ҡалмауы хаҡында борсола. Ауылда эш юҡ, тигән һүҙ һылтау ғына, тиҙәр фермерҙар. Хәйбуллала бер фермер дәүләт ярҙамы менән өс комбайн алған. Ауылдарында егерме бишләп эшләрлек йәштәге егеттәр бар икән. Баҡтиһәң, шул егеттәрҙең береһе лә иртә таңдан төнгә тиклем эшләгеһе килмәй. Шунан был фермер башҡа райондан ике егетте алып килеп, шуларҙы йәй буйы эшләтеп, 120-шәр мең хеҙмәт хаҡы түләгән. Шуға күрә, ауылда эш юҡ, тигән фекер менән килешмәйем.
Рәсәйҙең башҡа өлкәләре менән сағыштырғанда беҙҙең ауылдарҙа кеше күберәк йәшәй. Әгәр ҙә Рәсәйҙә 28 процент тирәһе халыҡ ауылда йәшәһә, беҙҙәге нисбәт 38 процент тирәһе. 2020 йылдың 1 ғинуарынан беҙҙә "Ауыл биләмәһен үҫтереү" программаһы эшләй башлаясаҡ. Был программаға ярашлы ауылдарға юл һалыу, газ үткәреү, өй төҙөү өсөн 3 процентҡа тиклем ипотекаға аҡса бүленәсәк.
Минең барлыҡ туғандарым ауылда йәшәй. Улар ябай хеҙмәтсәндәр. Ейәнсура районында булғанда бер кеше менән таныштым. Уның өс бейәһе, иллеләп һарығы бар. Ул һәр көҙҙә өс тай һатып, 120 мең һум аҡса эшләй. Өҫтәүенә, һарыҡтан ғына 20-30 мең һум килем килә. Ҡыҫҡаһы, уға йылына өҫтәмә рәүештә кәмендә 150 мең самаһы аҡса килеп тора. Тағы ла бер кеше ҡыш көнө һарыҡтарҙы килешеү буйынса алты ай ҡарай ҙа, 20 процентын ҡараған өсөн үҙенә алып ҡалып, ҡалғанын хужаһына ҡайтара. Улар ҡатыны менән икеһе генә был һарыҡтарҙы ҡарай, саф килемдәре 200 мең самаһы тәшкил итә. Ауыл ере өсөн 200 мең һум да ҙур аҡса, айына 35-әр мең килеп сыға. Шул уҡ ваҡытта бындай эш менән шөғөлләнергә теләүселәр бик һирәк икән. Элек мал көтөүлектәре, сабынлыҡтар бик наҡыҫ булды. Хәҙер тотош болонлоҡтар сабылмай ҡалһа ла, эшләргә теләгән кеше бик һирәк. Ауылда йәшәп тә, һыйыр тоторға йыбаныусылар күбәйҙе. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, кеше хәҙер ауылда ни өсөн эшләргә теләмәй һуң?
Совет заманында кешене мәжбүр итеп эшләтеү механизмдары бар ине. Хатта "Әрәмтамаҡлыҡ өсөн" тигән статья ла булды.
- Миңә хатта эшләргә теләмәүселәрҙе төрмәгә ултыртайыҡ, тип тәҡдим әйткәндәре булды. Мин бындай аҙымға барыуға ҡаршы. Кешене эшләргә теләмәгәне өсөн генә төрмәгә ултыртыу дөрөҫ түгел. Минеңсә, кеше асыҡһа, мәжбүри рәүештә үҙе эшләйәсәк. Улар эшләргә теләмәй, сөнки ас түгелдәр. Күптәр кеше эш булмағаны өсөн эсә, тиҙәр. Шундай һорау: эше булмаһа ла, ул бит араҡыға аҡса таба. Эшләмәгәс, араҡыға ҡайҙан аҡса таба һуң? Шуға күрә эш булыу-булмау менән эскелек араһында бер ниндәй ҙә бәйләнеш юҡ. Беҙҙә эскелек һәм суицид осраҡтарының иң күбе Себерҙә күҙәтелә. Ниңә, Себерҙә эш юҡ тип әйтмәксе булаһығыҙмы? Бындай осраҡтарҙың иң әҙе Кавказда, Урта Азияла, ә ул яҡтарҙа эш күп тип уйлайһығыҙмы улай булғас? Үзбәктәр беҙгә килеп иң аҙ түләнгән иң ҡара эштә эшләргә лә әҙер...
Һуңғы йылдарҙа Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил райондарында йөрөгәндә бер күренешкә шаһит булдым. Татарстан яғынан килеп, күпләп йылҡы, һыйыр, һарыҡ малдары һатып алалар. Бер яҡтан ҡарағанда, үҫтергән малды һатыу проблемаһы хәл ителгән һымаҡ, шул уҡ ваҡытта ауылдарыбыҙ яйлап башҡаларға сеймал сығанағына әйләнеп барған һымаҡ. Был проблеманы беләһегеҙме?
- Беләм, әлбиттә. Баймаҡта ит эшкәртеү комбинатын төҙөгәйнеләр. Ул әҙ генә эшләне лә, туҡтаны. Һорашҡайным, ит тапшырыусы юҡлыҡҡа һылтандылар. Был төбәктә иң күп мал аҫраусылар йәшәгәнлеген иҫкә төшөргәндә, был һүҙҙәрҙең хаҡлығы шик тыуҙыра.
Эйе, беҙҙең яҡта ит татлы, сөнки малдың ейгән ризығы - үлән сифатлы, ул ҡылғанға бәйле. Ҡымыҙ ҙа был төбәктә иң сифатлыһы һанала. Беҙҙең малдарҙы күпләп һатып алыусылар үҙҙәренә файҙаһы булмаһа, был эш менән шөғөлләнмәҫ инеләр. Улар беҙҙән алған малды һимертеп һатып, табыш ала. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең магазиндарҙа ҡаҡланған ит, ҡаҙылыҡ һатылмай. Беҙ Өфөлә Түбәнге Новгородтан, Татарстандан, Удмуртиянан килтерелгән ҡаҙылыҡты һатып алабыҙ. Беҙ йылҡы һаны буйынса Рәсәйҙә Алтайҙан ҡала икенсе урындабыҙ, әммә беҙҙә "Ҡаҙылыҡ" тигән махсус магазин һаман юҡ. Барлыҡ сәбәптәр үҙебеҙҙә.
Туған телде уҡытыу мәсьәләһе. Хәҙер балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре бар, айырым башҡорт балалар баҡсалары ла барлыҡҡа килде. Башҡорт гимназияларында туған тел, башҡа мәктәптәрҙә дәүләт теле булараҡ башҡорт теле уҡытыла. Әммә урам үҙ эшен эшләй ҙә ҡуя. Хатта тик башҡорттар ғына йәшәгән ауылдарҙа ла балалар урамда дөйөм аралашыу телендә һөйләшә. Шуға күрә туған телде уҡытыу икенсе бер ҙур мәсьәләнең хәл ителеүен талап итә: йәғни туған телдә аралашҡан мөхит булдырыу. Әгәр ҙә ауылда ундай мөхитте ойошторам тиһәң, баланың ата-әсәһе ауылда йәшәргә, эшләргә тейеш. Тимәк, туған телде уҡытыу рухи мәсьәлә генә түгел, иҡтисади мәсьәлә лә. Был йәһәттән һеҙҙең ниндәй фекерҙәрегеҙ бар?
- Беҙҙә һәр ваҡыт мәктәпте, уҡытыусыны ғәйепләйҙәр. Ул төптө дөрөҫ түгел. Әгәр ҙә ғаиләлә туған тел мөхите юҡ икән, бер бала ла башҡортса һөйләшмәйәсәк. Беҙ, мәҫәлән, үҙебеҙҙең ғаиләлә тик башҡортса аралашабыҙ. Гәлсәр ҡыҙым 39-сы мәктәптә уҡыны һәм ул мәктәптә башҡорт теле өйрәнелмәй. Ул хәҙер башҡортса һөйләшеп кенә ҡалмай, йырлай ҙа, башҡортса бер хатаһыҙ яҙа.
Тыуған ауылығыҙға ҡайтып йөрөйһөгөҙмө?
- Күгәрсен районындағы тыуған ауылым Ҡалмаҡта егермеләп кенә өй ҡалған. Алдағы йыл унда "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамы үткәрергә уйлайбыҙ. Ауылға илтеүсе юлдарҙы рәтләнек, зыяратты кәртәләнек. Мин буш торған бер өйҙө һатып алдым да, уны һүтеп, урынына бәләкәй генә ағас өй һалып ятам. Әлбиттә, мин унда ҡайтып йәшәргә йыйынмайым. Бәлки, башҡалар ҙа минең өлгөгә эйәрер тип өмөтләнәм. Һәр кеше үҙенең тыуған ауылына ҡайтып, бер өйҙө генә матурлаһа ла, ауылдың йөҙө үҙгәрәсәк һәм ул ауыл бөтмәйәсәк. Алдағы йыл ауыл урамына электр лампалары ҡуйырға уйлайбыҙ. Әле ауылымда тағы ла дүрт яңы йорт һалынып ята, тимәк, минең өлгөгә эйәреүселәр табылды.
Тажик фәйләсүфе Саҙритдин Айни "Киләсәкте яҡтыртыр өсөн үткәндең көлөнән ҡуҙ эҙләйем" тигән. Ошо күҙлектән ҡарағанда хәҙерге заман башҡорто тарихтағы башҡорттан айырмалы рәүештә ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш тип уйлайһығыҙ?
- Ата-бабаларыбыҙ Рәсәйҙә беренсе булып үҙ республикаһын төҙөгән. Был уларға еңел бирелмәгән, күпме ҡан ҡойолған. Бүтәндәргә еңелерәк булған, сөнки башҡорттар республика төҙөгәс, уларға автоматик рәүештә ундай хоҡуҡ бирелгән. Беҙ Рәсәйҙә беренсе булғанбыҙ һәм беренсе булырға тейешбеҙ. "Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!" тине Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы ла.
Һуңғы 8 йылда республикабыҙ күп йәһәттән артта ҡалды. Элегерәк беҙ алдараҡ бара инек. Беҙҙә хатта бер генә федераль юғары уҡыу йорто ла юҡ. Федераль юғары уҡыу йорто булмағас, йәштәр ситкә китә. Ошо мәсьәләне хәл итмәһәк, республикабыҙ алға китмәйәсәк. Мин хәҙерге йәштәргә ныҡ ышанам. Улар белемле, тәртипле, маҡсатлы. Шул уҡ ваҡытта Мәскәүҙә, башҡа ҡалаларҙа йәштәребеҙ күп уҡый. Улар уҡыуын тамамлағас, беҙгә ҡайта алмай, сөнки эш урындары юҡ. Тимәк, эш урындары булдырыу ҙа кисекмәҫтән хәл итеүҙе талап иткән мәсьәлә.
Беҙҙең ауылдан Йосопов Илнур тигән егет компьютер буйынса бик ҙур белгес һанала. Мин уны ауылда ыштанһыҙ йөрөгән сағынан алып беләм. Беҙ әгәр ҙә ана шундай Илнур һымаҡ егеттәргә ярҙам итмәһәк, алдынғы була алмаясаҡбыҙ.
Балаларҙы тәрбиәләгәндә ниндәй кәңәш иң мөһиме тип уйлайһығыҙ?
- Миңә атайым был һүҙҙәрҙе әйтмәне, әммә мин үҙ балаларыма "Һәр ваҡыт беренсе булығыҙ!" тием. Үҙем һәр ваҡыт яҡшыраҡ булырға тырыштым. Әрмелә хеҙмәт иткәндә спорт ярыштарында, политзаняиеларҙа һәр ваҡыт алдынғы була торғайным. Уҡыған саҡта ла, эшләгәндә лә шулай булдым. Бөгөн ҡыҙым да, улым да үҙ эшен ойоштороу уйы менән йәшәй. Хәҙерге йәштәр әгәр ҙә депутат, түрә булыуҙы ғына маҡсат итеп йәшәһә, иртәгә ул урындарҙан киткәс, эшһеҙ тороп ҡалалар бит. Әгәр ҙә үҙ эшеңде ойошторһаң, ул һинеке буласаҡ, башҡаларға ла эш урындары барлыҡҡа килә.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Был әңгәмәлә Зариф Закир улының Дәүләт Думаһындағы әлеге депутатлыҡ эшмәкәрлегенә әллә ни ҡағылманыҡ. Гәзитебеҙҙе уҡып барыусылар ул хаҡта хәбәрҙар, йәғни депутат булараҡ Зариф Закир улы матбуғат баҫмаларында ла, радио-телевидениела ла йыш сығыш яһай. Тимәк, һайлаусылары алдында яуап тота. Яуап тота икән, тимәк, уның эштәренең, хеҙмәтенең һөҙөмтәләре бар: һайлаусылары менән тығыҙ бәйләнеш тота, уларҙың аһ-зарын, проблемаларын ишетә, уларҙың ҡайһыларын закон рәүешендә, ҡайһыларын булған закондарға төҙәтмәләр, өҫтәмәләр индереү юлы менән тормошҡа ашырырға тырыша. Һәр хәлдә, һәр районда, ауылда бирелгән наказдар буйынса яуап тота ала ул. Юғарылағы әңгәмәнән аңлағанһығыҙҙыр: депутат булыу, етәксе булыу, ябай хеҙмәткәр булыу өсөн дә кешенең холҡонда яуаплылыҡ, намыҫлылыҡ, илһөйәрлек, илгә-ергә, атай-әсәйгә, туған халҡыңа һөйөү, тоғролоҡ кеүек сифаттарға эйә булыу кәрәк. Ә бындай сифаттарға Зариф Байғусҡаров тыуып-үҫкән ғаиләләге кеүек ғаиләләрҙә нигеҙ һалына.
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ
әңгәмә ҡорҙо.
КИРЕ СЫҒЫРҒА