Асҡын районы халҡының күпселеген унлар, балыҡсы, ҡыр-танып ырыуы башҡорттары тәшкил итә. Улар башлыса башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшә. Оҙаҡ йылдар мәктәптәрҙә татарса уҡытыу һөҙөмтәһендә тел бер аҙ үҙгәргәндер, әлбиттә. Әммә өлкән быуында был диалекттың ысын өлгөһө барыбер һаҡланып ҡалған әле.
Элегерәк Әмир ауылынан барыһы ла Абыҙәбей тип йөрөткән Шәмғезинан Әғзәмова тигән инәй менән бер нисә тапҡыр осрашып, әңгәмә ҡороп ултырырға тура килгәйне. Ул әҙәби башҡорт теленә яҡын телдә һөйләшә ине. Ислам дине, башҡорт халҡы тарихы, шәхестәр тураһында шул тиклем күпте белә, илай-илай Һөйәнтүҙ ваҡиғаларын да телгә ала ине. Һүҙ араһында минең әҙәби башҡорт телемә һоҡланыуын белдерә, беҙ бик үк әҙәби телдә һөйләшмәйбеҙ шул, тип ҡуя ине. Ҡыҙғаныс, Абыҙәбей менән һөйләшкәндәр яҙылған диктофон яҙмам юғалды, ә ҡағыҙға теркәмәгәнмен. Ғәҙәттә, әңгәмәләштәремде диктофонға ла яҙҙыра, блокнотҡа ла теркәй торғайным. Был юлы улай итмәгәнмен, сөнки инәйҙең бәйәне ауыҙ асып, шул тиклем ныҡ диҡҡәт һалып тыңлана торғайны бит...
Асҡын төбәгенә, Асҡын халҡына хөрмәтте ошо Абыҙәбей, коллегаларым Фәйрүзә Юнысова, Наилә Имаева, уҡыусы ғына саҡтан рухлы ҡобайырҙар яҙып, сәхнәләрҙә сығыш яһап йөрөгән, хәҙер инде район хакимиәте башлығы булып эшләгән Ришат Марат улы Дихин һәм оҙаҡ йылдар Асҡын районы хакимиәте башлығы булып хеҙмәт иткән Зәки Ильяс улы Насыров уятты, тием. Һәр командировкаға барған һайын халыҡ менән осрашыуҙарҙан һуң был хөрмәтем нығына ғына барҙы. Иң ихлас милләттәштәр йәшәй Асҡында. Ошо төбәктең ҡайһы бер райондарындағы ҡайһы берәүҙәр кеүек: "Без үзебез башкырт инде, тик телебез татарныкы", - тип әйтмәйҙәр бында, ихлас итеп: "Без - башкортлар", - тиҙәр. Бер ниндәй икейөҙлөләнеү ҙә, сөсөләнеү ҙә юҡ...
Ошо ихласлыҡты тағы бер тойоп, ҡыуанып ҡайтылды был сәфәрҙән дә. Асҡындар "Айыҡ ауыл" конкурсына ла беренселәрҙән булып старт биргәйне, Башҡорт теле йылы сараларын да республикала беренселәрҙән булып башлап ебәрҙе. Тантаналы кисәгә минән башҡа Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, шулай уҡ Асҡын районының илһөйәр, телһөйәр улы Рәсил Тимерғәзе улы Мөхәмәтйәнов та саҡырылғайны. Әлбиттә, йыйылыусылар алдында беҙ ҙә сығыш яһаныҡ, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының сәләмен күндереп, тәғәйен кешеләргә уларҙың Рәхмәт хаттарын да тапшырҙыҡ. Әммә асҡындарҙың үҙҙәренең сығышы, әҙерләгән программаһы күңелгә шул тиклем хуш килде: улар бөгөн Башҡорт теле йылы сараларын нисек башлап ебәрергә икән, тип баш ватҡандар өсөн өлгөнөң дә өлгөһөн күрһәтте. Иң тәүҙә район хакимиәте башлығы Ришат Марат улы райондың хаҡлы ялға сыҡҡан һәм әле лә эшләп йөрөгән башҡорт теле уҡытыусыларын тәбрикләне. Шунан "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр республика бәйгеһе еңеүселәрен һәм уларҙы был бәйгегә әҙерләгән уҡытыусылар сәхнәгә саҡырылды. Шул рәүешле башҡорт телен өйрәнеү һәм үҫтереү кеүек яуаплы бурысты үҙ иңендә күтәреүселәргә лайыҡлы баһа бирелде. Балалар һәм өлкәндәрҙең илһөйәрлек менән һуғарылған йыр-бейеүҙәре алдынан бөтөн зал Асҡын башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фәйрүзә Юнысоваға эйәреп, аяғүрә баҫып, Рәми Ғариповтың "Туған тел" шиғырын һөйләне...
Тағы бер күренеш рухландырҙы асҡындарҙың был сараһында. Тамаша башланыр алдынан район хакимиәте алдындағы майҙанда балалар һәм йәштәр башҡорт халыҡ уйындары ойоштороп, майҙан тотто. Бер урында арҡан тартыштылар, икенсе урында суҡмар ырғыттылар, өсөнсө урында традицион булмаған яндан уҡ атыштылар. Урындағы тренер Азат Муллахмәтов районда шулай уҡ "Мәргән уҡсы" клубы филиалын ойошторған, клуб ағзалары республика ярыштарында ла ҡатнашып, призлы урындар яуларға өлгөргән.
Шулай итеп, республикабыҙҙа Башҡорт теле йылы старт алды. Йылды ошолай нарыҡлау башҡа милләт халыҡтарын да "Башҡортса һөйләшегеҙ!" тип саҡырыу икән тип аңларға ярамағаны тураһында ла иҫкәртеп китәйек. Был иң тәүҙә башҡорт халҡы вәкилдәренә үҙ асылын иҫенә төшөрөргә саҡырыу, балаларығыҙҙы туған телдән мәхрүм итмәгеҙ, тип иҫкәртеү. Ошо йылда үтәсәк сараларҙа ҡатнашып, күҙәтеп, башҡа милләт вәкилдәре лә үҙ туған телен һанларға өйрәнә икән, тимәк, дөйөм маҡсат тормошҡа ашырыла, тигән һүҙ. Шулай түгелме ни?..
Гөлфиә ЯНБАЕВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА