«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӘНДӘБИКӘ РУХТАШТАРЫ
+  - 

Күгәрсен районы Мәҡсүт ауылы Оло Эйек тигән данлы йылғаның һул яғында урынлашҡан, ауыл советы, урта мәктәп, мәсет, өс магазин, баҙар, балалар баҡсаһы бар, ете урамының өсәүһе Бәндәбикә йылғаһының аръяғына, Иҫәнғолға киткән яҡта теҙелеп китә. Мәҡсүт ҡасандыр Ҡойо ауылы тигән икенсе исем дә йөрөткән, бындағы бошман-ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттары Ишбай (Ҡолшай) тигән ауылға ла күсеп ултырған. Бөгөн Ҡолшай картала юҡ, Мәҡсүт үҙе лә егермеләп йортон һатыуға ҡуйған, тиҙәр. Совет осоронда гөрләп торған "Октябрьский" совхозы ерҙәре күрше Ырымбур өлкәһенән уҡталған "инвесторҙарға" йыл һайын умырып йолҡоноп алына, Мәскәүҙән килгән ҡалын кеҫәле бер "инвестор" райондың 70 процент һөтөн биреп торған дүрт һыйыр фермаһын юҡҡа сығарып, иң яҡшы сыр заводын ябып, оҫта ғына итеп бөтә хужалыҡтарҙы банкрот яһаны ла, инде уңдырышлы баҫыуҙарҙы берәм-берәм күрше өлкә байҙарына ярты быуатлыҡ ҡуртымға бирә. Халыҡтың күҙе үткер. Күҙе күрә. Һүҙе генә үтмәй...

Бындай уй-фараздар хаҡында һөйләшергә килмәгәйнем мин дә, хәл белергә генә туҡтағайным. Ауыл халҡы менән һөйләшә-һөйләшә торғас, уларҙың тормош хәлдәре тураһындағы мәғлүмәт барыбер ҡолаҡҡа килеп инде. Ә шулай ҙа барыһы ла насар түгел һымаҡ. Хәҙер халыҡ араһында үҙ йүнен үҙе йүнләргә, ауыл утын һүндермәҫкә тырышыуҙар һиҙелә. Мәҫәлән, ағинәйҙәр был юҫыҡта бигерәк әүҙемдәр. Таңһылыу Сәлим ҡыҙы Хәмиҙуллина - Мәҡсүт ауылы "Ағинәйҙәр ҡоро"ноң етәксеһе, оҙаҡ йылдар ошо ауылдың урта мәктәбендә мөғәллимә булды, атҡаҙанған рус теле уҡытыусыһы, осрашҡанда иң тәүҙә үҙенең әхирәттәрен һанап сыҡты: "Хәлиҙә Биҡҡолова, Айгөл Килмөхәмәтова, Резедә Ҡотлобаева, Фәриҙә Фәттәхова, Гүзәл Әминева, Рәмзиә Вәлитова, Таңһылыу Вафина, тағы ла Флүзә Мәзитова, Резедә Вафина, Зөлфиә Собханғолова менән Зөлфирә Ваһаповалар ҙа килеп ҡушылыр әле", - тип өмөттәре менән дә уртаҡлашты. Һәм артабан дауам итте: "Мәҡсүт ауыл мәҙәниәт йортонда "Бәндәбикә" халыҡ клубы асылһа, күҙгә күренгән һәм телгә ингән күп эштәребеҙ йәнләнер ине. Мәҫәлән, Мәҡсүт халҡы әллә ҡасандан бирле үҙенең өҫтөнә алған бурыста: Әүлиә инәйебеҙҙең мавзолейына экскурсиялар үткәреү, ҡурғанының тирә-яғын тәрбиәләп тороу, янына эскәмйә-өҫтәл ҡуйыу, бигерәк тә өңөрәйеп ятҡан шомло ҡәбер урынын әллә ҡасан уҡ һандыҡ һымаҡ ҡына ағас йәки ҡалай тимер ҡоршау менән ҡаплатып ҡуйыу уйы тынғы бирмәй. Һандыҡ һымаҡ ҡына итеп яһатһаҡ, кем ҡәбере урыны икәнен тышына яҙып, таҡтаташ ҡуйһаҡ, теләгән ғалим-археологҡа инеп-сығырлыҡ ишеген дә эшләтһәк, мавзолей эсе бермә-бер ҡотайыр ине. Юғиһә, кеше шул хәтле күп килә, йәй көндәре бигерәк тә оло юлдан үткән бер төркөм беҙгә һуғылмай китмәй. Көнөнә икешәр-өсәр төркөм килеп китә, гел бала-саға, йәштәр, туристар, ял итеүсе ғаиләләр. Һәр ҡайһыһына мәғәнәле тарих, халыҡсан ихлас йөҙ, хатта сәй-хөрмәт кәрәк. Килһендәр, күрһендәр, белһендәр. Мавзолей Башҡортостан картаһында "15-се быуат ҡомартҡыһы" булараҡ теркәлгән. Тимәк, уның биш быуатлыҡ тарихы бар. Халыҡ ил инәһен оноторға тейеш түгел. Беҙ Бәндәбикә инәйебеҙ хаҡында әллә күпме һөйләргә риза..."
Һүҙебеҙ тағы хәбәргә ялғана: "Мәҡсүт ауыл советы биләмәһендә "ағинәй" тигән яҡты һүҙ һәр кемгә ҡағылған кеүек - әлхәмдулиллаһ, барыбыҙ ҙа "йәшел йылан"дан йыраҡ торабыҙ, милли кейемдәр тегеп кейәбеҙ, милли аштар бешереп, бер-беребеҙгә һәм күрше ауылдарға ҡунаҡҡа йөрөйбөҙ, дини аят мәжлестәрен бик аһәңле, мөнәжәтле итеп үткәрәбеҙ, - ти Таңһылыу Сәлим ҡыҙы. - Районда үткән бер байрамдан да ситтә ҡалмайбыҙ - һәр бер ауылдың ағинәйҙәре ҡомалаҡ икмәге бешерепме, ҡорот, май, ҡыҙыл эремсек өлгөртөпмө, күстәнәскә милли башҡорт ашамлыҡтары йөрөтәбеҙ. Байрам һыйһыҙ булмай бит. Талантлы ҡыҙҙарыбыҙҙы, балаларыбыҙҙы күреп ҡыуанып ҡайтабыҙ. Әйтәйек, Ерекле ҡумыҙсылары тигән матур бер дан йөрөй беҙҙә. Сәхнәгә йә майҙанға ыҡсым ғына, һылыу ғына Ерекле ҡыҙҙары сығып теҙелһә, ҡумыҙ сиртеп ебәрһә, кеше тын да алмай тыңлап кинәнә. Ҡайҙан өйрәнгәндәр, ҡайҙан белгәндәр тап ҡумыҙ моңо һағындырғанын, тиешәләр..."
Әйткәндәй, әүәлдән ҡумыҙ сиртеү киң таралған был яҡтарҙа, оҫталары ла булған. Ҡумыҙға бәйле шундай ваҡиға турһында ла ишеткән бар. Бөйөк Ватан һуғышына китергә повестка алған йәштәр ҡумыҙсыға килеп: "Уйна әле, еңгә, бер туйғансы бейеп китәйем", - тиер булған. Таҡмаҡсыны тәҙрә төбөнә килеп, уятып сығарып, өй нигеҙенә ултыртып таҡмаҡ әйттереп, йәнә күңелдәре булғансы бейешкәндәр. Бындай хәлдәр тураһында Мәҡсүттә лә, райондың башҡа ауылдарында ла һөйләйҙәр. Халҡыбыҙ моң ярата, тамаша ярата бит инде.Үҙҙәрен "Бәндәбикә рухташтары" тип йөрөткән Мәҡсүт ауылы ағинәйҙәре лә дауам итә был традицияны, ауылдың ҡотон, утын һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә.

Сәрүәр СУРИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.02.20 | Ҡаралған: 768

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru