V быуатта йәшәгән әрмән авторы Лазарь Парбский Кура йылғаһы буйында Кангар өлкәһе булыуы хаҡында яҙһа, VII быуатҡа ҡараған әрмән географик әҫәрендә Анания Ширакаци Иверия (Грузия) провинцияһындағы Кангарҙы иҫкә ала. Сирия сығанаҡтарының береһендә 542 йыл тирәһендә Иран шаһы Хосров Ануширвандың Әрмән һәм Грузия илдәре сигендә йәшәүсе һангарае йә иһә кангарае халҡына ҡаршы поход ойоштороуы хаҡында яҙыла. Ә ғәрәп сығанаҡтарында шул уҡ шаһтың Дербент ҡалаһынан төньяҡтараҡ урынлашҡан Бурджан иленә ҡаршы һуғыш хәрәкәттәре алып барыуы теркәлә. Тимәк, ошо архаик замандарҙа уҡ Ҡаңлы һәм Бөрйән ырыуҙары башҡорттарының ата-бабалары билдәле бер тарихи бәйләнештә булған, был уларҙың этник яҡтан Туран дәүләтселеге сиктәрендә формалашыуын раҫлай.
IV-V быуаттарҙа Урта Азия аренаһында яңы ҡәүемдәр - хиониттар һәм эфталиттар өҫтөнлөк ала. Кангарҙың Чач ҡалаһы эфталит батшаһы Хушнаваз ҡулына күсә, бында сүкелгән тимер тәңкәләргә яңы тамға ҡуйыла. VI быуаттың икенсе яртыһында был тарафтарҙы төркиҙәрҙең Фандж исемле батшаһы ғәскәре менән баҫып ала, һәм ошо хаҡта "Шаһнамә"лә ошондай юлдар бар:
"Башында яугир юлбашсы Фандж булды,
Диңгеҙ өҫтөнән күккәсә төтөн юлланды,
Чач сиктәре ғәскәр менән шулай тулды,
Гөлзәриүн дә, сәскә баҡсаһылай, алланды".
Төрки ҡағанаты осоронан (VI-VIII б.б.) Кангар хаҡында әллә ни ентекле мәғлүмәт ҡалмаған. Шулай ҙа төрки принцы һәм сардар Күлтегингә арналған руник ташъяҙмала шундай юлдар бар: "...артҡа (көнбайышҡа. - Ред. иҫк.) Кенгу Тарманға еткәнсе шул рәүешле беҙ төрки халҡын урынлаштырҙыҡ һәм унда тәртип булдырҙыҡ". Ғалим С.Г. Кляшторный ошо Кенгу Тармандың "Канг ҡәлғәһе" мәғәнәһендә булыуын фаразлай ("тарбанд" тигән фарсы һүҙе "ябыҡ ҡапҡа", йәғни ҡәлғә мәғәнәһендә ҡулланылып, төркисә әйтелештә "тарман" формаһын алыуы мөмкин; Дербент ҡалаһының атамаһы ла ошо мәғәнәлә). Шулай уҡ ошо руник яҙмала 712 йылда баҫҡынсы ғәрәптәр һәм төркиҙәргә ҡаршы баш күтәргән тюргештар менән тиңһеҙ алышҡа сыҡҡан кенгерес халҡы ла иҫкә алына, уларҙың шул уҡ кангарҙар булыуына шик юҡ.
Евразия далаларында Бөйөк Төрки ҡағанаты хакимлыҡ иткән замандарға ҡараған сығанаҡтарҙа дала халыҡтарының этник йөҙөн сағылдырған яҙмалар табылған. "Суй-шу" ҡытай хроникаһы авторы Вэй Чжэн (629-636 й.й.) башҡорт исемле ҡәүемде ба-шу-ки-ли формаһында теркәп ҡалдырған (ҡытай телендә булмаған "р" өнө урынына "л" ҡулланыла). Ул замандарҙа башҡорттар Төньяҡ Кавказдан Арал диңгеҙенә тиклем ерҙәрҙе биләгән аландарҙан төньяҡ-көнсығыштараҡ, йәғни Арал диңгеҙенән төньяҡҡа табан Көньяҡ Уралғаса йәйрәп ятҡан далаларҙа көн итә. Башҡорттар менән йәнәш бәшәнәктәр берләшмәһе лә иҫкә алына - улар кангар вариҫтары була. Византия императоры Константин VII Багрянородный (905-959 й.й.) бәшәнәктәрҙең Атил (Волга) һәм Гейх (Яик) йылғалары арауығында йәшәүе хаҡында "Империя менән идара итеү хаҡында" тигән трактатында яҙа. Ул "пачинакиттар"ҙың бер өлөшөнөң шулай уҡ кангарҙар тип аталыуына иғтибар иткән, улар иҫәбенә иавдиирти, куарцицур һәм хавуксингила исемле төркөмдәрҙе индергән.
IX быуат аҙаҡтарында Арал диңгеҙе аръяғындағы далаларға төркиҙәрҙең яңы ағымы - уғыҙҙар, карлуктар һәм кимаҡтар үтеп инә. Бәшәнәк, башҡорт, баджна һәм нәүкерҙә ҡәүемдәренән хасил булған союз уларға ҡаршы тора алмай, көнбайыш тарафтарына күсеп китергә мәжбүр ителә. Уларҙың бер өлөшө Ҡара диңгеҙгә тиклем барып етеп, унда йәшәүсе венгрҙарҙы Паннонияға ҡыҫырыҡлап сығара. Тап шул ваҡытта ошо 4 ҡәүем союзы ғәскәре Византия империяһына һөжүм итеп, уның баш ҡалаһы Константинополде ҡамауҙа тота. X быуаттың ғәрәп тарихсыһы Әл Масғуди ошо хаҡта былай тип яҙа: "Һәм был [ҡәбиләләр] Баджнак, Яджна, Баджгурд һәм Наукерда. Был 320 йылдан (христиан йыл иҫәбе буйынса 942 йыл. - Ред. иҫк.) һуң булды. Унда улар үҙҙәренең палаткаларын ҡуйҙы, әл Кустантинийанан Румийаға тиклемге юлды ябып".
1091 йылда бәшәнәктәр Константинополде яңынан ҡамап алғас, Византия императоры Алексей Комнин ярҙамға ҡыпсаҡ хандары Бүнәк менән Туғарҡандың 40 меңлек ғәскәрен саҡыра. Бәшәнәк яугирҙары еңелә, уларҙың ҡатын-ҡыҙҙары ла, бала-сағаһы ла тулыһынса һәләк ителә. Шулай итеп, бәшәнәк халҡының тарихы трагедия менән тамамлана. Уларҙың иҫән ҡалған өлөшө башҡорттар менән бергә Венгрияға ҡасып китә. Бында улар король армияһында яугирлыҡ хеҙмәтен башҡара. 1241 йылда Венгрия бәшәнәктәре һәм башҡорттары Батый хан ғәскәренә ҡаршы үлемесле яуҙарҙа ҡатнаша, байтағы һәләк була. Әйтергә кәрәк, башҡорт-бәшәнәктәрҙең бер өлөшө тарихи тыуған илдәренә ҡайта. Ошо ваҡиғалар башҡорттарҙың "Уҙаҡ менән Туҙаҡ - балабәшнәк ярсығы" тигән эпосында сағылыш тапҡан.
Әммә заманында үтә ҡеүәтле һәм күп һанлы булған ҡаңлылар тарих аренаһынан юғалмай: Алтын Урҙа дәүерендә һәм унан һуңғы осорҙа уларҙың вариҫтары өлөшләтә башҡорт, ҡаҙаҡ, нуғай, ҡырғыҙ, ҡарағалпаҡ һәм үзбәк халыҡтары составына инеп китә.
Урта быуаттарҙа уғыҙҙар составында ла ҡаңлы ҡәбиләһенән сыҡҡан этник төркөмдәр була. XIII быуатта сельджукидтарҙың Кесе Азиялағы Конья солтанаты ерҙәренә, монгол баҫҡынсылары ҡыҫымынан ҡасып, кайи-канглы (Cayi-Khanli) ҡәбиләһе күсеп килә. Кайлы-ҡаңлыларҙың юлбашсыһы Эртогрул бей Византия сигенән алыҫ булмаған ерҙәрҙә үҙ бейлеге тирәһендә ошондағы ерле төрки ҡәүемдәрен берләштереп, киләсәктә Осман империяһы тип аталасаҡ ҙур һәм көслө дәүләткә нигеҙ һала.
XII быуатта йәшәгән ғәрәп географы Әл Иҙриси ҡыпсаҡтар тарафынан буйһондоролған уғыҙҙар илендә Хандга ере булып, уның халҡын хангакиши, тип атай. Был атамалар Канглы һәм Канглы кешеһе тигәнгә тура килә. XIV быуатта ғәрәп энциклопедисы Ән Нувайри Дәште Ҡыпсаҡ ерҙәрендә көн итеүсе ҡәбиләләр составына Кангароглы исемлеһен дә индерә. Кангар ҡәбиләһе боронғо осорҙарҙан бирле аҫыл нәҫелле заттарҙан һаналып, Дәште Ҡыпсаҡта ла дан һәм хөрмәт ҡаҙанған ҡәүемдәр рәтенә ингән. Монголдарҙың чингизидтар империяһында ҡаңлылар үҙаллылығын ахырынаса юғалтып, төрлө олоҫтар составында тарҡау хәлдә йәшәй. 1236 йылда Хубилай хан Ҡытайҙа ҡыпсаҡ һәм ҡаңлыларҙан үҙенең гвардияһын төҙөй. Ә Сүбедәй багатур, Батый хан һәм Мунке хан походтарында ҡатнашҡан ҡаңлы яугирҙары башлыҡтарынан Айбай, Сокнак-тегин, Айбобаяут, Хайду исемлеләре монголдар тарихында теркәлеп ҡала.
Тарихсы-этнолог Р.Ғ. Кузеев ҡаңлы ырыуы вәкилдәренең көньяҡ-көнбайыш Башҡортостан ерҙәренә үтеп инеүе XIII-XIV быуаттарға ҡарай, тип яҙа. Әммә ул был фаразды башлыса ҡаңлы этнонимы менән генә бәйләп аңлата. Тарихсы Салауат Хәмиҙуллин X-XI быуаттарҙа уҡ бәшәнәктәр менән союздаш булған башҡорттар араһында ҡаңлыларҙың да ата-бабалары булыу мөмкинлеге хаҡында фекер йөрөтә. Уныңса, хатта ки Кангюй эпохаһы (б. э. тиклем II быуат - б.э. III быуаты) замандарында уҡ кангар субстратының боронғо башҡорт этносы формалашыуында ҡатнашыуын фаразларға була. Шуныһы ҡыҙыҡлы, үҫәргән ырыуы башҡорттары риүәйәттәрендә уларҙың төп бабаһы тип һаналған Мөйтән бейҙең ҡаңлы ырыуынан булыуы хаҡында мәғлүмәт килтерелә. Тарихсы Л.С. Толстов фекеренсә, Мөйтән эпонимы ҡасандыр Хорезмда көн иткән мүйтән исемле этник төркөм исеме менән бәйле. Р.Ғ. Кузеев та торнаның ҡаңлы һәм үҫәргән ырыуҙарының уртаҡ онгоны (ҡошо) сифатында күрһәтелеүенә иғтибар иткән. Ошо ғалим үҫәргәндәрҙең башҡорттар составындағы иң боронғо этник субстрат булыуын да фаразлай.
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 5,7-се һанда).
КИРЕ СЫҒЫРҒА