Башҡорттар Рус дәүләтенә ҡушылған осорҙа, йәғни XVI быуаттың икенсе яртыһында, риүәйәттәргә ярашлы, ҡаңлыларҙың Иҙәш батыр исемле бейе булған. XVIII быуатта Петр Рычков ҡаңлыларҙың Иҙел-Ҡаңлы, Ҡыр-Ҡаңлы, Йөрәктау-Ҡаңлы, Аҡтау-Ҡаңлы исемле аймаҡтарын яҙып алған. Ҡыр-Ҡаңлы һуңынан Үрмәкәй (аҫаба башҡорт Үрмәкәй Көнгилдин исеме менән) түбәһе, тип атала башлай. Шулай уҡ ҡайһы бер документтарҙа Туҡбай, Балғазы (Төркәй Балғазин исеменән), Шәмшәҙе түбәләре теркәлгән. Хәҙер Шәмсетдин күле тип йөрөтөлгән күлдең әүәлге атамаһы ла Шәмшәҙин булыуы ихтимал. Шәмшәҙе түбәһе башҡорто Солтанай Тенәковтың 1700 йылда яҙған хаты һаҡланған: "Исстари владел прадед и де ево и он владеет в старых урочищах вотчиною своею на Белой реке: верхняя межа - по Оконетав да вниз по Белой реке, нижняя межа - лук Яда по обе стороны той Белой реки, с песками и з затоны из заводьми и с озеры и с малыми речками и с ыстоки и з заливными водами и з бортными ухожьями и со всякими рыбными и звериными ловлями и бобровыми гонами и с сенными покосами и со всякими угодьями". Солтанай Тенәков Петр батшаның Азов походтарында ла ҡатнашҡан була: "И по наряду были они в Донском походе под Азовом и стояли с приезду до отпуску".
Ҡаңлы башҡорттары 1662-1664 йылдарҙағы ихтилалда әүҙем ҡатнаша, уларҙан тартып алынған ерҙә Бөрө ҡалаһы төҙөлә: "...изменников вотчины запустели, на которые поставлен Бирский городок, и поселили в их вотчинах мещеряков 20 дач черемисов 10 дворов". Шуға ҡарамаҫтан, улар 1681-1684 йылдарҙағы Сәйет бунтында ҡатнаша. Ошо хаҡта ла әлегә тиклем һаҡланып ҡалған документтар бар, мәҫәлән, Ҡаңлы олоҫо башҡорттары Мерәҫ Тусареев һәм Йылҡыбаш Алчиндың властарға мөрәжәғәтендә бына ниҙәр яҙыла: "в башкирскую измену Калнинской волости изменники 20 дворов башкирцы живут в измене". Улар ихтилалдан һуң хужалыҡтар һанының кәмеүенә һылтанып, яһаҡ күләмен кәметеүҙе һорай.
1725-1726 йылдарҙа Көнгөр бургомистры Юхнев төҙөткән реестрҙа "Шашкадинский" (Шәмшәҙе) олоҫонда 650 хужалыҡ теркәлеп, унда һуғышҡа яраҡлы 1950 ир-егет булыуы асыҡланған. Ә Ҡаҙан даруғаһының "Кайман" олоҫонда (П.И. Рычков та Ҡаңлы урынына "Кайлинская", тип яҙа; ысынында - Канлинская) 500 хужалыҡ һәм 1500 яугир булырлыҡ ир заты теркәлә.
Ҡаңлылар 1735-1740 йылдарҙағы оҙайлы ихтилалға ла ҡушыла. Балғазы (Ҡаңлы Төркәй) ауылында буласаҡ хәрәкәт етәкселәре Аҡай Күсемов, Солтанморат Дюскеев, Үмәр Тохтаров һәм башҡалар Ырымбур экспедицияһының ниндәй маҡсатта ойошторолоуына аңлатма биреүҙе талап иткән мөрәжәғәт ҡабул итә. Башҡорттарҙың талаптары инҡар ителгәс, ихтилал ҡуба. Килмәк Нурушев етәкселегендәге 3 меңлек башҡорт отряды 1735 йылдың 1 июлендә Вологда драгун полкына һөжүм итә. Ихтилалсыларға үҙ ырыуҙаштары менән Теүәк Ҡоломбәтов, Балғазы Әтиков, Нурҡай һәм Арыҫҡол исемле Ҡаңлы олоҫо старшиналары ҡушыла. 1737 йылға ҡараған бер документта "главные воры башкирцы Казанской дороги, Калнинской волости" Канмурза и Туркей Балгазины "с товарищи", тип аталған ихтилалсыларҙың хөкүмәткә тоғро булған мишәр старшиналарының хужалыҡтарын туҙҙырыуы хаҡында хәбәр ителә.
Пугачев етәкселегендәге күтәрелеш ваҡытында Ҡаңлы ырыуы башҡорттарынан старшина, полковник дәрәжәһен алған Минәй Һултыҡов (Султуков) Ҡаранай Моратов отрядында Кама буйында барған яуҙарҙа ҡатнаша.
XIX-XX быуаттарҙа Ҡаңлы еренән башҡорт элитаһының йөҙөк ҡашы булырҙай арҙаҡлы шәхестәр үҫеп сыға. Иң элгәре аталы-уллы Шәйхадар һәм Ғәлиәскәр Сыртлановтарҙың исемдәрен атап китеү урынлы булыр. Шәйхадар Сыртланов хәҙерге Бүздәк районының Шланлыкүл ауылында есаул, XII кантон начальнигы Шаһимәрҙән Сыртланов ғаиләһендә тыуа. Неплюев кадет корпусын тамамлағас, 9 йыл Төркөстанда хеҙмәт итеп, капитан дәрәжәһендә отставкаға сыға. 1887-1891 йылдарҙа Бәләбәй өйәҙендә земство управаһы рәйесе була. Нәҫелле дворянин булараҡ, 2 200 десятина ер биләмәһенә эйә була. Өфө губернаһында мосолман хәрәкәте етәкселәренең береһе, шулай уҡ кадеттар партияһы ағзаһы була. Өфө губернаһынан I һәм II Дәүләт Думаһына депутат итеп һайлана, мосолман фракцияһына инеп, Дума трибунаһынан 8 тапҡыр сығыш яһай. Үҙенең сығыштарында башҡорт аҫабалығын яҡлап, үҙ халҡының ерҙәрен талауға ҡаршы сыға. Уның улы Ғәлиәскәр Сыртланов та атаһы юлынан барып, хәрби хеҙмәттә була. Хәрби-юридик академия тамамлап, Хәрби министрлыҡта вазифалар биләй, Санкт-Петербургтың хәрби судында адвокат булып таныла. Ғ. Сыртланов шулай уҡ III Дәүләт Думаһының мосолман фракцияһы ағзаһы ла була.
XX быуат башындағы инҡилаптар осоронда ҡаңлы улдары Шәйехзада Бабич һәм Муллаян Халиҡов башҡорт милли хәрәкәтенең иң күренекле эшмәкәрҙәре булараҡ киң танылыу ала. Башҡорт халҡының йәш, әммә һирәк осрай торған поэтик талант эйәһе, туған халҡына дан йырлаған Шәйехзада Бабич 1919 йылда ҡанһыҙ ҡыҙылармеецтар тарафынан вәхшиҙәрсә язалап үлтерелә. Ә.-З. Вәлиди арҡаҙаштарының береһе, Башҡорт АССР-ның Халыҡ комиссарҙары Советы рәйесе вазифаһын башҡарған Муллаян Халиҡов та 1937 йылда репрессияға дусар ителеп, һәләк була.
Совет осоронда ҡаңлы ырыуынан сыҡҡан йөҙҙәрсә арҙаҡлы шәхестәр, зыялылар, хеҙмәт алдынғылары араһынан Зыя Нурый улы Нурыев исемен айырым атап үтергә була. Ул оҙаҡ йылдар партия органдарында эшләй, 1957-1969 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының 1-се секретары була. Һуңынан З.Н. Нурыев СССР Хөкүмәте министры, СССР Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары вазифаларында эшләп, барса илгә билдәле дәүләт эшмәкәре булараҡ киң танылыу яулай.
Советтар Союзы Геройы, летчик Мәғүбә Сыртланова, генерал-майор Ғәлиян Ғәлиев, халыҡ сәсәне Фәррах Дәүләтшин, талантлы яҙыусы Али Карнай, ғалим-фольклорсы, яҙыусы Кирәй Мәргән (Әхнәф Кирәев), Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ғабдулла Ғиләжев, билдәле яҙыусылар Хәким Ғиләжев, Флорид Бүләков, шағирә Факиһа Туғыҙбаева, химик, профессор Нәжип Вәлитов, Башҡортостандың халыҡ артистары Фидан Ғафаров, Таңсулпан Бабичева, тыуған яҡты өйрәнеүсе Фәнил Шәрипов һәм башҡа бик күп ырыуҙаштары менән ҡаңлылар хаҡлы рәүештә ғорурлана.
Ҡаңлы ырыуы башҡорттары араһында уҙғарылған генетик тикшеренеү өлгөләре уларҙың башлыса G1-M285 гаплотөркөмөнә ҡарауын асыҡланы. Был генетик төркөмгә ҡараған кешеләр шулай уҡ ҡаҙаҡтарҙың арғын ырыуында йыш осрай. Иранда, Төркиәлә ошо гаплотөркөмгә ингән кешеләр байтаҡ. Был объектив фактты боронғо һинд-иран донъяһы менән ҡаңлы башҡорттары араһында булған нәҫел бәйләнешен раҫлаусы етди дәлил итеп ҡарау фарыз.
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне.
(Аҙағы. Башы 5, 7-8-се һандарҙа).
КИРЕ СЫҒЫРҒА