«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘШӘҮ РӘҮЕШЕН ҠАБАТТАН ҠАРАР МӘЛ
+  - 


Коронавирус. Хәүефле лә, серле лә сир. Әлегәсә ғалимдар уның килеп сығышы хаҡында аныҡ ҡына яуап бирмәй, төрлө фекерҙәр яңғырай. Уны нисек дауалау тураһында донъя медиктары баш вата. Ә шул ваҡытта ул томан кеүек, ер шары өҫтөнән шыуышып, барлыҡ ҡитғаларҙы ла ҡаплай бара. Ғәмәлдә нимә һуң ул халыҡ араһында "тажлы вирус" атамаһын алып, бөтөн донъяны баҫып алырға һәм тубыҡландырырға тырышҡан зәхмәт? Ошо күңелде ҡытыҡлап торған һорау менән Башҡорт дәүләт медицина университетының Микробиология-вирусология кафедраһы мөдире, медицина фәндәре докторы, микробиолог-иммунолог Марсель ТОЙҒОНОВҡа мөрәжәғәт иттек.

Был коронавирус тигән афәт әллә ҡайҙан килеп сығып, һәүетемсә генә барған донъяның аҫтын-өҫкә килтерҙе. Бөгөн хәүефле заманда йәшәйбеҙ тиһәк тә, күптәр быға әле һаман ышанып етмәй кеүек. Ысынбарлыҡта хәл-торош нисек, шул хаҡта һөйләп китһәгеҙ ине.

- Был коронавирусты Америка ғалимдары уйлап сығарған тигән фекер йәшәй ине миндә һәм ул көндән-көн нығына бара, ни өсөн тигәндә, 2015 йылда уҡ улар Nature журналында ошо турала, был вирустың кеше өсөн бик хәүефле булыуын һүрәтләп, ғилми мәҡәлә баҫтырғайнылар. Ошо ваҡиғанан һуң 5 йыл үткәс, ул беҙҙең көндәлек тормошобоҙға килеп инде. Бында мин нимә тип фаразлайым: минеңсә, уның тәьҫирен һынап ҡарарға ғына уйлағандарҙыр, әммә һөҙөмтә көткәндәгенән башҡасараҡ килеп сыҡҡандыр. Был вирус киҙеү вирусы менән ҡушылып, химерный вирус (мутант) барлыҡҡа килгән. Тәбиғәттә улар ҡушылмай, ә киҙеү бик тиҙ мутациялана һәм тиҙ үҙгәрә. Коронавирусҡа ла киҙеү кеүек үк билдәләр хас. Шуға күрә лә ул кеше ҡулы менән эшләнгән тип уйлайым.

Бөгөн Рәсәй вирусологтары ғына түгел, ошо тармаҡ белгестәре бындай хәлдең килеп тыуыуын дөйөм медицина өлкәһенең башҡа - оборона, хоҡуҡ органдары һ.б. кеүек өҫтөнлөклө булмауы һәм табиптарҙың ҡыҫҡартылыуы, хатта вирусологтарҙың етерлек булмауына ла бәйләй. Был хаҡта ни әйтерһегеҙ?

- Әлбиттә, илебеҙҙә табиптарға ла, ғалимдарға ла мөнәсәбәт ниндәйҙер ҡалдыҡ принцибы буйынса ҡоролғайны. Уларҙың эш хаҡтары ла түбән булды. Шуға күрә, фән өлкәһенә килгән кешеләр ҙә бик һирәк. Ә фән өлкәһендә, мәғлүм булыуынса, ниндәйҙер билдәле кимәлдәге үрҙәр яуламай, асыштар яһамай тороп, ҙур аҡса эшләп булмай. Бөгөнгө көндә финанс йәһәтенән ярҙам булмаһа, яҡшы фәнни эш башҡарыуы ла мөмкин түгел. Ә бит ошо фәнни эш менән шөғөлләнеүселәргә лә, халыҡты дауалаусы төрлө кимәлдәге медицина хеҙмәткәрҙәренә лә ғаиләһен дә ҡарарға, уларҙы ашатырға, эсерергә, кейендерергә кәрәк. Шуға илдә бөгөнгө көндәге хәл-торош бик көсөргәнешле.

Башҡортостанда электән билдәле һәм абруйлы "Иммунопрепарат" предприятиеһы бар. Бөгөнгө көндә унда ошо сир менән көрәш буйынса нимәләр эшләнә, ниндәй препараттар уйлап табыла, ғөмүмән, урында ниндәйҙер эш алып барыламы?

- "Иммунопрепарат"ҡа килгәндә, ысынлап та, заманында ул республика ғына түгел, тотош Рәсәй өсөн тап инфекцион, аллергия, соматик сирҙәрҙе диагностикалау, профилактикалау һәм дауалау, иммунитетты коррекциялау препараттары етештереү йүнәлешендә эшләгән предприятие була торғайны. 2003 йылдан ул "Микроген" Фәнни-етештереү берекмәһе акционерҙар йәмғиәте ҡарамағына күсте һәм хәҙер унда эшләнгән препараттарҙың күбеһен етештереүҙе туҡтаттылар. Әйтәйек, бына интерферон. Уның инъекция формаһында эшләнгәне инферон тип аталды һәм ошо предприятиела етештерелде. Бына бөгөнгө вирусҡа уның тәьҫире бик шәп булыр ине, сөнки организмда вирусҡа ҡаршы берҙән-бер һаҡланыу сараһы - ул интерферон. Уны вирус килеп эләккән саҡта лейкоциттар бүлеп сығара һәм ул вирусҡа туранан-тура йоғонто яһай. Әммә "Иммунопрепарат" уны 2017 йылдан бирле етештермәй, сөнки Мәскәүҙән заказдар булманы һәм производство туҡтатылды. Ә тап ошо препараттың вирусҡа ҡаршы көсө, тәьҫире ныҡ көслө булыуын үҙ тәжрибәбеҙҙә һынап ҡарағайныҡ бит инде: киҙеү, башҡа вирустар ваҡытында уны ҡаҙайбыҙ ҙа, икенсе көнөнә кеше һин дә мин һауығып китә ине.

Донъя яңылыҡтарын күҙәтеп барғанда һәм төрлө илдәрҙең ғалимдары фекере буйынса шул мәғлүм: бөгөн коронавирус тиҙ үҙгәрә һәм уның аныҡ ҡына ниндәй ағзаға тәьҫир итеүе билдәле түгел...

- Вирустар тере һәм тере булмаған материяларҙың араһында тороусы беренсе йән эйәләре. Уларҙы йәнлегә индерһәң, ул үҙе үрсергә тейеш, әммә ул үҙаллы үрсей алмай; ә йәнһеҙгә индерһәң, ул икенсе йән эйәләренең күҙәнәктәренә инеп, шунда үҙҙәренең функцияларын башҡара, йәғни үрсей һәм күҙәнәкте тулыһынса үҙенә буйһондороп, уның системалары менән үҙенә яңы вируслы өлөштәр синтезлаштырып ала. Шуға күрә вирустар иң ябай ҡоролошло организм булып һанала, уның күҙәнәгендә ДНК, йә РНК молекулаһы, шуны уратып торған капсидтар ғына бар. Шуға ҡарамаҫтан, бөгөн фән үҫешкән тиһәк тә, ошо яңы вирустың синтезлашыуы һөҙөмтәһендә коронавирусҡа ҡаршы йүнле дауалау ысулдары таба алмайбыҙ әле.

Бөгөн республиканың ҡайһы бер дауаханалары һәм медиктары үҙҙәре инфекция сығанағы булып тора. Был хәлдең килеп тыуырын алдан күҙаллап була инеме, шул хаҡта иҫкәртеүҙәр булдымы, әллә булып та ҡолаҡ һалыусылар табылманымы?

- Бөгөнгө көн ысынбарлығынан сығып ҡарағанда, нәҡ шулай килеп сыҡты, дауаханаларҙа эшләгән табиптар, шәфҡәт туташтары, күп кенә башҡа хеҙмәткәрҙәр был ауырыуҙан үҙҙәре зарарланды һәм бөгөн үҙҙәре үк ошо сирҙең сығанағы булып тора. Был хәл, әлбиттә, бик аяныслы. Үкенескә күрә, был ваҡиға Рәсәй күләмендә генә түгел, Ер шарына таралды. Әлбиттә, афәттең былай таралып китерен һәм шундай эҙемтәләргә килтеререн берәү ҙә күҙалламаны, сөнки ошондай хәл беренсе тапҡыр күҙәтелә. Хатта, дөрөҫөн әйткәндә, дауаханалар ғына түгел, тотош илдең медицина системаһы ла быға әҙер түгел ине: костюмдар, битлектәр, күҙлектәр һәм башҡа һаҡланыу саралары булманы. Шуға күрә кәрәкле костюмдарҙы эҙләп табып, хеҙмәткәрҙәрҙе тәьмин иткәнсе ваҡыт үтеп китте. Ә был ваҡытта вирус киң таралып өлгөрҙө. Ул бит һин дауаланыусымы, дауалаусымы - ҡарап тормай, уның өсөн барыһы ла бер. Әлбиттә, республикалағы иң ҙур дауалау учреждениеһы булған Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында дауаланыусыларҙы ла өйҙәренә, райондарына ҡайтарыу ярамай ине. Уларҙың анализдарын алып, һөҙөмтәләр билдәле булғас ҡына ҡайтарырға кәрәк булғандыр.

Шундай риүәйәт бар: бер ҡалаға сир килә һәм ҡапҡа аша ингәндә, унан: "Бында нишләп йөрөйһөң?"- тип һорайҙар. "Мин был ҡаланың 5 мең кешеһен үлтерергә килдем", - тип яуаплай ул. Әммә ҡалала 40 меңдән ашыу кеше үлә. Сир кире сығып барғанда унан: "Һин бит 5 мең кешене генә үлтерәм, тигәйнең, ниңә 40 меңдән ашыу кешене үлтерҙең?" - тиҙәр. "Мин 5 меңде генә үлтерҙем, ә ҡалғандары ҡурҡыштарынан үлде", - тип яуаплай сир. Бөгөн йәмғиәттә лә шундай ҡурҡыу менән йәшәүселәр юҡ түгел, ғөмүмән, ҡурҡыу - сирҙең беренсе дуҫы. Һәр нәмәнән шикләнеп, ҡурҡып йәшәүселәргә ниндәй кәңәштәр бирергә мөмкин?

- Ысынлап та, тағун тураһында шундай риүәйәт бар. Бөгөн дә күптәр коронавирус сиренән ҡурҡып, хәүефләнеп йәшәй, сөнки радио, телевидение, киң мәғлүмәт саралары аша көсөргәнеш тыуҙырып, гел ошо хаҡта һөйләп ғауға тыуҙырылды. Күп кеше ошо мәғлүмәт йоғонтоһона бирелеп, бигерәк тә хроник сирҙәре булғандар, организмдарына зыян килтерҙе, тыныслығы боҙолдо. Медицина күҙлегенән ҡарағанда, коронавирус - типик ауырыу. Кемдең организмында шәкәр, йөрәк сире, юғары ҡан баҫымы кеүек хроник ауырыуы бар, уларҙа был сир киҫкенләшеп, үлемгә килтереүе мөмкин. Ә йәштәр, ғәҙәттә, хатта сирләгән осраҡта ла, һауығып сыға. Шуға, артыҡ ғауғаламаҫҡа, организмға алдан уҡ ҡурҡыу программаһы һалмаҫҡа, киреһенсә, уны көслөрәк итеү саралары күрергә кәрәк.

Әлеге ваҡытта иң мөһиме - иммунитетты күтәреү һәм шәхси гигиена ҡағиҙәләрен һаҡлау. Ҡурсаланыу һөҙөмтәһендә күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр хатта урамға ла сыға алмай һәм баҡсаларға барырға рөхсәт ителеү менән улар тәбиғәт ҡосағына ашығасаҡ...

- Тел төбөгөҙҙө аңланым. Тап ошо ваҡытта кешеләр баҡсаларға бара башлаһа, халыҡта сысҡан биҙгәге тип аталған геморрагик биҙгәк менән зарарлана. Ул да вирус инфекцияһы булып тора. Шуға күрә минең теләгем: ниһайәт, тәбиғәткә сыҡтыҡ, тип һаҡланыу саралары тураһында онотоп ебәрмәгеҙ - дача өйҙәре ҡыш буйы буш торғас, унда кимереүселәр үрсей. Бигерәк тә быйыл ҡыш йылы булды, сысҡандар күпләп үрсене, үлмәне, өйҙәрҙә уларҙың тиҙәге менән ошо вирустар сығырға мөмкин. Шуға ла участкағыҙға барғас, урамда тәрән итеп тын алып, битлек, ҡулдарға бирсәткә кейеп, өйгә ингәндә тын алмай ғына тәҙрәләрҙе, ишектәрҙе асып бер 10-15 минут елләтеп алырға кәрәк. Шул ваҡытта саң менән вирустар осоп сыға. Шулай уҡ һаҡланыу сараларын үтәп, өйҙө тулыһынса йыуып сығарыу ҙа мотлаҡ.
Икенсе хәүеф - талпан энцефалиты. Коронавирус менән параллель рәүештә сысҡан биҙгәге һәм талпан энцефалиты килеп сығып, улар бергә ҡушылһа, сирҙе дауалау тағы ла ҡатмарлашасаҡ. Шуға күрә, бөгөн, ысынлап та һаулығығыҙ үҙегеҙҙең ҡулығыҙҙа икәнен бер генә минутҡа ла иҫегеҙҙән сығармаһағыҙ ине.

Күптәр, ысынлап та, өйҙә ҡурсаланыуҙа ултырыу ваҡыты үтә лә, ҡабат элеккесә гөрләтеп йәшәп алып китәбеҙ, тип уйлай...

- Бөгөн донъяла күп кенә тармаҡтар туҡтап ҡалды. Урта, бәләкәй эшҡыуарлыҡ ябылды. Күптәрҙең кредиттары, ипотекалары бар ине. Әлбиттә, күптәрҙең тормошҡа ҡарашы үҙгәрәсәк, сөнки кешелек донъяһы ҡайҙа, нисек, нимә өсөн йәшәгәнен бөтөнләй онотоп киткәйне. Бына ошондай ҙур һәләкәтле хәл-торош һәр кешенең башына һеңеп, ниндәйҙер уй-тойғолар уятыр, һығымта яһатыр, тип уйлайым. Һәм дә табиптарға, медицина хеҙмәткәрҙәренә, ошо өлкәләге фәнни эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүсе ғалимдарға, ғөмүмән, медицина тармағына ҡараш үҙгәрер тип өмөтләнәм.

Шулай итеп...
Быға тиклем медицина хеҙмәткәрҙәренең,"Сәләмәтлегегеҙ - үҙ ҡулығыҙҙа", тигәне күпселектең бер ҡолағынан инеп, икенсеһенән сыға ине. Бөгөнгө хәл-торош уның күсмә мәғәнәлә генә түгел, ғәмәлдә шулай булыуын раҫланы. Улай ғына ла түгел, күптәр тормош рәүешен ҡабаттан ҡарап сыҡҡандыр, бәхет өсөн күп тә кәрәкмәй икәнен, хатта сәләмәтлек кенә түгел - барыһы ла үҙ ҡулыбыҙҙа икәнен аңлағандыр, моғайын.

Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.04.20 | Ҡаралған: 624

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru