«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШӘҮРӘ МОРТАЗИНА. ЛЕГЕНДАР АТАҺЫНЫҢ ЛАЙЫҠЛЫ ҠЫҘЫ
+  - 


Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына 1948 йылда ГИТИС тамамлаған режиссер Шәүрә Мортазина килә. Яҙмыш ҡушыуы тап шулай: ул театрға нигеҙ һалған шәхес Вәлиулла Мортазин-Иманскийҙың фамилиялаш аҙашы, уның кеүек үк ҡанлы 30-сы йылдарҙа репрессия ҡорбаны булған легендар башҡорт полководецы Муса Мортазиндың ҡыҙы.

Шәүрә Мортазина - Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы ауыр йылдарҙа башҡорт театрын яңырыу юлына сығара: актер театрынан режиссер театрына, традицион-ҡәҙимге театрҙан донъяны яңыса яҡтыртыуға ҡоролған фәлсәфәүи театрға күсереүсе ныҡлы күпер һала. Башҡорт сәхнәһенә режиссер театры принциптарын индереп, илдәге театр ҡанундарының иң алдынғы ысулдарына таянып, Шәүрә Мортазина художестволы яҡтан бөтөн һәм тулы ҡанлы спектаклдәр ҡуйыуға өлгәшә, образдарҙың тормошсан асылыуын, мизансценаларҙың психологик шартлылыҡҡа тура килеүен, актер кисерештәренең ысынбарлыҡҡа яҡын булыуын алға ҡуя. Донъя, рус, башҡорт һәм башҡа милли репертуарҙа үҙҙәренең сәхнә йәшәйешен тапҡан профессиональ актерҙарҙың тотош бер быуыны тап Шәүрә Мортазина ҡуйған постановкаларҙа үҫеп сыға.
Шәүрә Муса ҡыҙы Мортазина 1925 йылдың 22 июлендә Мәскәү ҡалаһында тыуған. Уның бала сағы шартлы рәүештә ике осорға бүленә: ғәмһеҙ бәхетле мәлдәр һәм өмөтһөҙ хәсрәтле йылдар. Тәүгеһендә ул үҙенең шәхсән булмышын тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнаған атаһының сикһеҙ һөйөүенә ҡойонған иркә ҡыҙ бала. Ҡырыҫ һәм ҡайсағында ҡаты холҡло, талапсан комбриг Муса Мортазин үҙенең өйөндә яғымлы һәм нескә күңелле атай - алты балаһын яратып туймаҫ йән була. Ул балаларында шәхес үҙәген тоторлоҡ сифаттарҙы - сабырлыҡ, яуаплылыҡ, намыҫлылыҡ тәрбиәләргә тырыша: уларҙы төрлө яҡтан үҫешкән камил рухлы һәм белемле итеп күрергә ынтыла. Шәүрә шулай һөйөүгә һәм китаптарға күмелеп үҫә. Юғары мәҙәни зауыҡҡа эйә булған Муса Лут улы Мортазин балаларында нәфис сәнғәткә һөйөү тәрбиәләй, йыш ҡына үҙе менән Ҙур театрға йөрөтә, ундағы махсус урындарҙа ултырып, бәләкәй Шәүрә донъя балет һәм опера сәнғәтенең иң сағыу өлгөләрен тыңлай һәм тамаша ҡыла. Өйгә ҡайтышлай улар театр тураһында фекер алыша, уның кешеләргә тәрән йоғонтоһо хаҡында һөйләшә. Буласаҡ режиссерҙың донъяуи ҡараштары атаһы менән бергә ҡорған йөкмәткеле әңгәмәләрҙә байый һәм нығына. Әммә 1937 йылда, комбриг Мортазин репрессияға эләгеп, атылғас, бөтәһе лә юҡҡа сыға. Атаһының фажиғәле үлеме һис тә аҡларлыҡ һәм ғәфү итмәҫлек, иң бәғерһеҙ һәм мәрхәмәтһеҙ ғәҙелһеҙлек булып Шәүрә Мортазинаның хәтеренә ғүмергә уйыла. Шуға күрә лә бөтә ғүмере буйы берәй ризаһыҙлыҡ һәм килешмәүсәнлек тойғоһо уянған мәлдәрҙә Мортазина айырыуса ҡырыҫ, ҡаты күңелле һәм башҡаларға ғына түгел, хатта үҙ-үҙенә ҡарата ла саманан тыш талапсанға әйләнә. "Халыҡ дошманы"ның ҡыҙы атаһына тел тейҙергән әҙәмдәр алдында бер ҡасан да ауыҙ йомоп шымып тормай. Ул һәр ваҡыт ғәҙеллекте яҡлай. Уның бөтә ижади яҙмышы, шәхси тормошоноң да айырылғыһыҙ өлөшө һәр төрлө демагогияға, битарафлыҡҡа һәм наҙанлыҡҡа ҡаршы көрәш һәм протест, баш күтәреү рухы менән һуғарыла. Шуға күрә бөтә драматургтарҙан уға иң күңелдәш яҡыны Антон Павлович Чехов була, уның пьесаларын ул башҡорт сәхнәһендә бер нисә мәртәбә ҡуя.
Атаһының үлеменән һуң ун ике йәшлек Шәүрә әсәһе һәм дүрт һеңлеһе, бер энеһе менән - ете етем - Мәскәү йорттарының береһендә еүеш подвалда йәшәй. Әсәһе сит кешеләрҙең керен йыуа, шулай ашарлыҡ аҡса таба, балалары уға ярҙамлаша. Йәшәү шарттары алама булыуға ҡарамаҫтан, Шәүрә мәктәпте ташламай. Профессия һайлар ваҡыт еткәс, атаһының васыят һүҙен тотоп, документтарын ГИТИС-тың режиссер факультетына тапшыра һәм А.М.Лобанов менән И.Я.Судаков курсына уҡырға инә.



Башҡорт театрын күтәрергә кәрәк - атаһының күңеленә бала сағынан һеңгән ошо һүҙҙәре институт тамамлағас та Шәүрәне Өфөгә алып килә. Йәш режиссер ҡыҙ эш башлаған осор айырыуса ауыр һәм ҡатмарлы була, сөнки репрессиялар дауылы башҡорт театрын нигеҙләгән һәм етәкләгән ижади көстәрҙе ҡырып юҡ иткән, аслы-туҡлы һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙың ыҙалары башҡорт театры үҫешендә бөтөн юлды томалаған, етмәһә, һәр кемдә көсөргәнешле ҡурҡыу, һәр ҡайҙа тулы шомло атмосфера хөкөм һөрә.
Бына тигән махсус белем алған режиссерҙың труппаға килеүе театрҙа һөйөнөс һәм өмөт уята. Ләкин Шәүрә Мортазина үҙенең режиссер хыялдарын тиҙ арала ғына тормошҡа ашыра алмай. Бының өсөн әҙерлекле йәш актерҙар кәрәк була. Башта ул оло быуын актерҙары менән эшләй. Унан һуң, башҡорт театры өсөн ижад иткән милли драматургия бөтөнләй юҡ хәлдә була. Драматургтарға профессиональ тәжрибә етешмәй, уларҙың һәр яҙғаны сәнғәтте һәм әҙәбиәтте ҡаты тышауҙа тотҡан соцреализм ҡалыптары аша үткәрелә.
Рус сәхнәһе традицияларын яҡын күргән Шәүрә Мортазина милли театрҙың башҡа мәҙәниәттәр менән аралашмайынса үҫешә алмауын аңлай, уның ижади ынтылышы классик репертуарҙы үҙләштереү менән бәйле. Башҡорт театры тарихында ул рус һәм көнбайыш Европа классик драматургияһын төрки халыҡ сәхнәһенә күсереү оҫтаһы булып хәтерҙә ҡаласаҡ. Уның тарафынан сәхнәүи һынланыш тапҡан әҫәрҙәр: А. Островский - "Һуңғы ҡорбан", П.Кальдерон - "Мөхәббәт менән уйнамайҙар", У.Шекспир - "Виндзор көлкөбикәләре", "Макбет", "Ромео менән Джульетта", А.Чехов - "Дядя Ваня", "Аҡсарлаҡ", "Иванов", Дж. Лондон "Урлау", Э.де Филиппо "Филумена Мортурано" ("Был бисәнең үҙ белдеге"), Дж.Лоусен - "Ҡунаҡ йорто әкәмәттәре" (Бер ғаилә хикәйәте", Вольтер - "Мөхәммәт" һәм башҡа спектаклдәр сәхнәне һәм тамашасы йөрәген яулай.
Шәүрә Мортазина Башҡорт сәхнәһендә 1972 йылға хәтле эшләү дәүерендә йәмғеһе илленән ашыу спектакль сығара, театрҙың бығаса күрелмәгән ижади мөмкинлектәрен аса, театр республиканың мәҙәни һәм сәнғәти күгендә генә түгел, бөтә Советтар илендә яңы заман сәнғәт усағының өлгөһө булып таныла. Классик пьесаларҙа ул "бөгөнгө ағыш"ты, үҙ заманының ритмын һәм һулышын эҙләй. Шәүрә Муса ҡыҙы шулай уҡ бик һәләтле педагог була. 1964 йылдан 1966 йылға саҡлы ул Өфө сәнғәт училищеһында уҡыта, ә 1968 йылдан 1970 йылға ҡәҙәр күптән түгел генә асылған Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссура һәм актер оҫталығы кафедраһын етәкләй.
1955 йылда Башҡорт академия театры Мәскәүҙә Башҡорт сәнғәте һәм әҙәбиәте декадаһында үҙенең иң уңышлы спектаклдәрен күрһәтә. Улар араһында Мортазинаның "Дядя Ваня"һы ла тамашасы хөкөмөнә сығарыла. Чехов геройҙарының эске тотанаҡлығы, бына-бына тышҡа бәреп сығырға ғына торған көсөргәнешле хистәренең "биктә" ҡалыуын репетицияларҙа ҡат-ҡат әйтеп-туҡып, әйләнгән һайын актерҙарҙың хәтеренә һалып торғандыр режиссер. Был талап ниндәйҙер кимәлдә артистарҙың уйынын артыҡ шаштырыуҙан ҡотҡара, сентименталлектән, зауыҡһыҙ саманан ашыуҙан арындыра, һәм спектакль кешене уйландыра торған баҫҡысҡа күтәрелә.
Шәүрә Мортазина актер һәләтенең ысын тәбиғи асылын күрә һәм аса белә. 60-сы йылдарҙа үҙ сәхнәүи балҡышын тапҡан актерҙар быуынының профессиональ яҡтан нығыныуында ул айырым роль уйнай. Тап шул осорҙа, 1959 йылда, республикаға Мәскәүҙән ГИТИС-тағы башҡорт студияһының (Б.В.Бибикова менән О.И.Пыжова курсы) беренсе сығарылыш актерҙары ҡайта. Улар - Гөлли Мөбәрәкова, Илшат Йомағолов, Шамил Рәхмәтуллин, Муллаян Сөйәрғолов, Роза Кәримова, Хәмит Яруллин, Зинира Атнабаева, Әмир Абдразаҡов, Марат Солтанов, Физә Латипова, Фәрдүнә Ҡасимова, Гүзәл менән Хәкимйән Сәғитовтар һәм башҡалар була. Артабан уларҙың һәр ҡайһыһы башҡорт театры үҫешенә үҙенең тос ҡабатланмаҫ өлөшөн индерәсәк. Был көслө һәм теремек динамикалы быуын бер нисә тиҫтә йылдар буйы милли сәхнәнең йөҙөн билдәләйәсәк.
Рус психологик театрының традициялары буйынса белем алған гитиссылар милли театрға тормошто яңыса аңлатыу һәм һынландырыу ысулдарын, сәхнәүи уйындың бай алымдарын өҫтәй. Уларҙың ҡайтыуы менән башҡорт театры репертуары ныҡ төрләнә, йәш геройҙарҙы йәш актерҙар уйнай. Ошо йәш көстәргә таянып, Шәүрә Мортазина 1960 йылда А.Чеховтың "Аҡсарлағын" ҡуя, унда Нина ролен Роза Кәримова башҡара, ә Треплевты 60-сы йылдарҙығы тамашасының иң һөйкөмлө һәм танһыҡ актерҙарының береһе Илшат Йомағолов уйнай. Ул башҡорт драма театрында эшләй башлап, тәүге биш йыл эсендә утыҙҙан ашыу ролдә сәхнәгә сыға! Сағыу экспрессиялы актер, тәрән психологизм оҫтаһы булараҡ, ул бик күп төп ролдәрҙе башҡарыу бәхетен татый.



Мортазинаның йәнә бер тетрәткес тамашаларының береһе - Вольтерҙың "Мөхәммәте". Ул ябай ғына әҫәр түгел, һәм уның ҡаршылыҡлы, ҡатмарлы темаһы бигерәк тә милли сәхнәлә уйнағанда бик иғтибарлы булыуҙы һәм һаҡ эш итеүҙе талап итә. Мәскәүҙә уйналған был спектаклгә лә театр белгестәре һәм тикшереүселәре ҙур ҡыҙыҡһыныу менән килә - Вольтерҙың тап ошо пьесаһы совет сәхнәһендә ҡуйылыу ваҡиғаһы үҙе генә лә ғәжәйеп ҡуҙғытҡыс хәл була. Әммә ләкин, тыштан ҡарағанда, пьесаның яҙылышы дингә ҡаршы йүнәлтелгән булһа ла, башҡорт театрының спектакле кеше күңелендә урғыған ҡатмарлы эске көрәште сағылдыра. Трагедияның мәғәнәүи асылын һәм мәғәнәһен Мөхәммәт образы түгел, ә йәш кенә Сәйет менән Пальмира образдары аса. Мөхәммәт ролен гитиссы Марат Солтанов уйнай. Был актерҙың тәбиғәттән бирелгән һөйкөмлөлөгө һәммә кешене арбай, уны юҡҡа ғына "беҙҙең Жан Маре" тип йөрөтмәйҙәр, һәм ошо "затлы", ялҡынлы ҡиәфәте арҡаһында байтаҡ социаль һәм романтик геройҙарҙы һынландыра ул, ләкин, бәхетһеҙлеккә ҡаршы, был һоҡланғыс артистың ғүмере иртә өҙөлә, шулай ҙа ул башҡорт театры тарихында һиҙелерлек эҙ ҡалдыра.
Шәүрә Муса ҡыҙы башҡорт театры коллективына Бөтә Союз танылыуын "Мөхәммәт" спектакле менән генә килтермәй, шулай уҡ 1967 йылда М.Кәримдең "Ай тотолған төндө" трагедияһын сәхнәләштергәне өсөн ул РСФСР-ҙың К.С.Станиславский исемендәге Дәүләт премияһына лайыҡ була. Бөгөн дә был трагедия башҡорт драматургияһы классикаһы һанала, илле йылдан ашыу иң юғары талапҡа яуап бирерлек милли сәхнә әҫәре өлгөһө булып ҡала. Әммә ләкин ул заманда, 1964 йылда, Шәүрә Муса ҡыҙы был әҫәргә тәү башлап оло юл ярыусы була. Режиссер шуны асыҡ тойомлай: Мостай Кәримдең ғәжәп халыҡсан пьесаһында кешелектең трагик заңы бар.
Бөгөнгө режиссерҙар йыш ҡына тарихи пьесаларҙы ҡуйғанда шундай тоҙаҡҡа эләгә: тормош-көнкүреш ваҡ-төйәген төпсөрләп теҙергә тырыша, уйын ғәмәлен һабантуй күренештәре, халыҡ ижады өлгөләре менән "байыта", шул арала характерҙарҙың психологик яҡтан асылыуы "онотола". Мәскәү тәнҡитсеһе О.Радищева Мортазина постановкаһынан һуң былай ти: "Ул боронғо үткән замандарҙа Башҡортостанда халыҡ нисегерәк йәшәгәне хаҡында беҙ бер нәмә лә белмәнек тиерлек, әммә шул боронғо кешеләрҙең ни өсөн янып-көйөүҙәрен белдек, һәм ошо уларҙы беҙгә ныҡ яҡынайтты".
"Мөхәммәт" менән "Ай тотолған төндә" әҫәрҙәренең яҡынса бер осорҙа сәхнәгә ҡуйылыуы һис тә осраҡлы түгел. "Мөхәммәт"тә дини фанатизмдың рухи һуҡырлыҡ булыуы бары тик һүҙ араһында ғына әйтелһә, икенсе трагедияла фанатизм - кешеләге ҡара көстәрҙе бергә уҡмаштырған яуызлыҡ символы, тотош илде аяуһыҙлыҡҡа, ҡанһыҙлыҡҡа этәреүсе ҡурҡыныс көс. Ошо яҡлап ҡарағанда спектаклдең аҙаҡҡы сәхнәһе ғибрәтле. "...Шашынған кешеләр төркөмө үҙҙәрен баш бирмәҫ икәүҙән (азатлыҡты һайлаған Аҡъегет менән Зөбәржәттән. - А.С.) айырып торған тирмәнең диуарҙарына ике яҡлап сытырман йәбешеп, йән тәслимгә дер һелкетә. Торлаҡтың кәртә-ҡоршауҙары ян-яҡҡа сәсрәп ҡыйрап төшә. Тирмәнең ҡалдыҡ һайғауҙарын һаман ҡулдан ысҡындырмай, кешеләр улар менән ғашиҡтарҙың яҡлауһыҙ-ышыҡһыҙ кәүҙәләренә берсә һуғырға киҙәнә, берсә артҡа сигенә биреп, уларҙы тағы ла нығыраҡ ҡыҫымға алырға уҡталалар. Далала малды шулай ҡанығып ҡамайҙар. Ай тотолоу хаҡындағы хәбәр әҙәмдәрҙе оло ҡурҡыуға төшөрә, аҡылын юйып аҡырышҡан тауыштар күккә олғаша, тирә-яҡ ҡот осмалы ҡараңғылыҡҡа сума. Авансценаның тап уртаһында ҡарттар төркөмө. Улар илерешеп һауаға ҡарап ҡолдарса ялбара. Үҙҙәренең томана наҙанлығының тотҡондары, ҡурҡыу-ырымдарҙың ҡолдары булараҡ, улар был мәлдә фанатизм аянысына батҡан ҡараңғы донъяның күҙгә бәрелеп торған ҡотһоҙ бер күренешен хасил итә".
"Ай тотолған төндә" лә, "Мөхәммәт"тә лә Шәүрә Муса ҡыҙының шәхси уйланыуҙары ҡуша туҡылған: хәҡиҡәт өсөн, ирек-азатлыҡ өсөн һәр ваҡыт иң йәш, иң гүзәл һәм иң талантлылар, иң мөһиме - бер ниндәй ғәйебе булмаған йәндәр һәләкәткә дусар ителә. Тап ошо ҡатмарлы һорауҙарға Шәүрә Муса ҡыҙы үҙенең күп постановкалары аша яуап эҙләй, уларҙа тап әлеге лә баяғы йәш кешеләр бөтә күңел сафлығы, шиғрәнә йәне, ныҡлы ихтыярлы холҡо, яҡты зиһенле аҡылы менән шул емергес өйөрмәне туҡтатырға тырыша, дауылға, ҡара көскә ҡаршы сыға, утҡа-һыуға ташлана... 1970 йылда уның бөтә дәүер-замандарҙың иң гүзәл пьесаһын - Шекспирҙың "Ромео менән Джульетта"һын сәхнәгә алыуы һис тә тиктәҫкә түгел. Спектаклдә С.Прокофьев музыкаһы яңғырай, пластик бейеүҙәр һалыусыһы башҡорт балетының маһир оҫтаһы һәм иң күренекле педагог-хореограф Тамара Шәһит ҡыҙы Хоҙайбирҙина була, фехтование сәхнәләрен Хәмит Яруллин ҡуя. Ромеоны күптән түгел генә Башҡорт театры труппаһына килеп ҡушылған йәш Фидан Ғафаров уйнай, ә Джульетта - Роза Кәримова.
Драматургияла Шәүрә Мортазина һәр ваҡыт чеховса интонацияларҙы эҙләй, ҡайғыларҙан талсыҡҡан күңелде, кәмһетелгән рухтың һыҙланыуын, ҡыйралған бәхет аяныстарын, кешенең үҙ-үҙе һәм башҡалар алдында бурыслы тойоуын күрергә теләй. Шәүрә Мортазинаның һуңғы эше, йәғни "аҡҡош йыры", иң аҙаҡҡы ижади ҡомары "Ивановтың һәләкәте" (1978) спектакле була. Был үҙе үк символ, ишара. Мортазинаны үҙе "тыуҙырған" геройҙарының яҙмышы көтөп тора. Академия театрында сирек быуат фиҙакәр хеҙмәт итеп, ижади емешле осороноң иң юғары нөктәһенә еткән ваҡытта ул театрҙы ҡалдырырға мәжбүр була. Театрҙа сағыу, ярҙан ярға тулышып аҡҡан ташҡын кеүек ижади дәүер башлана, һәм был яңы дәүерҙең ҡояшын ҡалҡытыусы, яңы театрға нигеҙ һалыусы, актер театрынан режиссер театрына ныҡлы күпер ҡороусы шәхестең исеме һәр кемгә билдәле, ул - РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, РСФСР-ҙың К.С.Станиславский исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, бөйөк башҡорт ҡаһарманы Муса Лут улы Мортазиндың ғәзиз балаһы, башҡорт режиссеры Шәүрә Муса ҡыҙы Мортазина.

Айһылыу СӘҒИТОВА.
(Руссанан Сәрүәр СУрина тәржемәһе, мәҡәлә ҡыҫҡартып бирелә).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.06.20 | Ҡаралған: 555

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru