Сентябрҙә Асҡын районында республика кимәлендә "Шәжәрә байрамы" ойоштороласаҡ. Уның программаһына "Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары" темаһына фәнни-ғәмәли конференция, шәжәрәләр, халыҡ кәсептәре, нәҫел ағасы темаһына балалар һүрәттәре күргәҙмәләре, "Ғаиләм - минең ҡәлғәм" республика конкурсының гала-концерты ингән. Халыҡ байрамы сиктәрендә шулай уҡ үҙенең шәжәрәһен төҙөүселәр араһында конкурс ойошторола. Унда теләгән һәр кеше, шулай уҡ мәктәп уҡыусылары ла ҡатнаша ала. Ҡатнашыу өсөн ғаризаны 20 авгусҡа тиклем ойоштороу комитетының gukrcnt@mail.ru электрон почтаһына "Шәжәрә байрамы 2020" билдәһе менән ебәрергә кәрәк. Ошо байрам тураһында хәбәр итеү беҙгә бер нисә кешегә "Ә һин шәжәрәңде беләһеңме?" тигән һорау бирергә сәбәп булды. Шулай итеп:
Сәйфулла ӘМИРОВ, Көйөргәҙе районы Йомағужа ауылы: Үҙемдең шәжәрәне ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәндем һәм уның буйынса ике китап сығарырға насип булды. Шәжәрә - фарсы һүҙе. Шуға күрә ул төрки телле генә түгел, фарсы халыҡтарында ла барҙыр тип уйларға урын бар. Билдәле булыуынса, шәжәрә бик ҙур әһәмиәткә эйә. 16-18-се быуаттарҙа ер мәсьәләһендә төрлө үҙгәрештәр була. Батша хөкүмәте башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғын дәлилләү өсөн ҡәбилә-ырыу шәжәрәһенә таяна. Атай-олатайҙар тарихын, йәғни ете быуынды белеү егет-ҡорона етеп, башлы-күҙле булыу мәлендә лә ҙур роль уйнай. Кейәү-кәләш хаҡында нәҫелгә ҡарап фекер йөрөткәндәр. Шулай итеп, ете быуын араһында туған-тыумаса булыуынан һаҡланғандар.
Беҙҙең ауылдың да шәжәрәһе бар. Ул яҙма атай-олатайҙар Урал тарафтарына килеүе тарихы тураһында мәғлүмәт бирә. Бынан тыш, йылдар күрһәтелеп, мөһим ваҡиғалар теркәлә. Ҡайһы йылда, ерҙә, йәйләүҙә булыуҙары, кемгә тирмән төҙөргә рөхсәт итеүҙәре яҙылған. Ерҙе ҡуртымға биреүҙәре, мәсет ремонтлауға кем күпме аҡса тапшырыуы, урыҫ-япон һуғышына кемдәр киткән - барыһы хаҡында мәғлүмәт бар.
Беҙҙә шәжәрә тип график өлөштө генә атайҙар. Уны мин пазл менән сағыштырыр инем. Ғәрәп алфавиты нигеҙендә алып барылған генеалогия йылъяҙмаһын хәҙерге хәрефкә күсергәндә бер нисә урынға һорау билдәһе ҡуйылғайны. Шуның береһе - миңә фамилия биргән Әмирҙең ҡустыһы. Эҙләнә торғас, ул Ғәлим исемле булып сыҡты. Ә мин ошоға тиклем Ғәлимов фамилиялыларҙы ситтән килгән тип йөрөнөм.
Күптән түгел ауылға быуат ярым элек старшина итеп ебәрелгән кешенең дә беҙҙең шәжәрә менән бәйләнеше булыуын асыҡланым. Ғөмүмән, асыштар байтаҡ булды шәжәрәне яңынан төҙөгәндә. Уны өйрәнгән һайын күп һорауҙарға яуап табаһың. Бер асыш хайран итте: һигеҙенсе быуын олатайым Ҡунаҡҡужаның 9 улы булған. Бына шунан таралған нәҫел көн итә бөгөн ауылда. Олоһо 1820 йылда һөргөнгә оҙатыла. Унан ҙур нәҫел ҡала. Бөгөн улар төрлөһө төрлө яҡҡа таралған, ауылға берекмәгән. Икенсе улы Буранбайҙың улы урядник вазифаһын биләй. Уның нәҫеле дауамы 1990 йылда совхоз тарҡалғанға тиклем 72 йәшендә лә бригадир ине. Өсөнсө улы Хәлиттең кесе улы Әбүбәкер ауылда мәзин була. Беҙҙең заманда мәсетте яңынан тергеҙгәнсе имам вазифаһын Лоҡман Әбүбәкеров биләне. Дүртенсе улы Сәғиттең Мәхмүт исемле улы зауряд-хорунжий була. Ошо нәҫелдән Рәсүл Мәхмүтов полковник дәрәжәһендә республиканың янғын һағы идаралығы начальнигы булып эшләне.Бына шулай. Алты-ете быуынға анализ яһаһаң, шәжәрә аша бөгөнгөләрҙең ниндәй һөнәр һайлауын, холоҡ-фиғелен аңларға була. Шуға күрә һәр кем үҙенең нәҫел-нәсәбен, ғаилә тарихын белергә тейеш, тип уйлайым.
Гөлмәрйәм ҒӘЛИВА, Кушнаренко районы: Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙемдең шәжәрәмде белмәйем. Шулай ҙа атай-олатайҙарымдың ҡайҙан килеп сыҡҡанын өйрәнеү теләге бик көслө. Ваҡыт табып, тыуған яҡтарға юл алып, яҡын кешеләрем һалған һуҡмаҡтан үткем килә. Оло кешеләрҙән һорашып, туғандарымдың ниндәй кеше булыуын, нимә менән шөғөлләнгәнен, ниндәй һәләттәре, башҡаларҙан айырған үҙенсәлектәре хаҡында белгем килә. Сығышым менән үҙем Мәсетле районынан. Беҙ бәләкәй саҡта атайым яҡлап нәҫел йылъяҙмаһы булған. Әммә уның әһәмиәтен аңламағанға күрә, ғаиләлә шәжәрәне һаҡлаусы кеше табылмаған. Олатайым бик йәшләй вафат булыуын, атайым хатта уны иҫләмәүен ишетеп белә инем. Ә өләсәйем ғәрәпсә лә, иҫке төрки телендә лә уҡый белгән заманына күрә бик уҡымышлы кеше булған. Уның дини ғилеме хаҡында яҡындарымдан ишеткәнем бар. Ямғыр яумаһа, доға уҡып ташты өшкөрһә, күптән көткән яуын башланған, тип тә һөйләйҙәр. Бына шуларҙың барыһын да өйрәнһәң ине ул.
Бынан бер нисә йыл элек республика ауылдарында, ҡалаларҙа "Шәжәрә байрамдары" гөрләп үтте. Һуңынан улар "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!", ауыл, урам байрамдары сиктәрендә генә ойошторола башланы. Минеңсә, был байрамдарҙы бутарға ярамай. Уларҙың маҡсаты ла, мәғәнәһе лә төрлө, тип уйлайым. Был - минең шәхси фекер, әлбиттә.
Фәнис БИКТАШЕВ, Мәләүез ҡалаһы: Үҙемдең нәҫел тамырҙарын барлау тураһында уй ҡапыл ғына килеп сыҡманы. Йәшерәк саҡта ла ғаиләбеҙ, атай-олатайҙар тарихы менән ҡыҙыҡһына инем. Тамырым ҡайҙан башланғанын, кем булғандарын белгем килде. 2006 йылда ныҡлы эҙләнеү эшен башланым. Уның һөҙөмтәһе булып, 2011 йылда тыуған ауылым Әбеттә үткәргән "Шәжәрә байрамы" тора. Ошо уҡ йылда тикшеренеү эшмәкәрлегем Күмертау ҡалаһында үткән төбәк-ара сарала икенсе дәрәжәләге дипломға эйә булды. Өфөлә үткән республика конкурсында "Милли колорит өсөн" номинацияһында бүләкләндем. Уныһынан да бигерәк шәжәрәне төҙөгәндә үҙем, туғандарым өсөн байтаҡ асыш яһаным һәм һәр кем үҙенең ғаилә тарихы ҡайҙан башланғанын, уның килеп сығышын белергә тейеш, тигән фекергә килдем. Уны өйрәнгән саҡта туғанлыҡ тамыры шул тиклем таралыуын һәм туғандарҙың яҡынлығын аңланым. Нәҫел-нәсәбеңә ҡулдан килгәнсә ярҙам итеп, байрамдарҙа ғына түгел, ҡайғы-хәсрәт, ауыр ваҡыттарҙа ла бергә булырға кәрәклеген төшөндөм.
Ләйсән СӘЛИХОВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА