(2-се бүлек)
Ҡытай хроникаларында хи исемле халыҡтың үҙҙәрен "кучженьхи", тип атай башлауы хаҡында ла әйтелә. "Кучженьхи" атамаһының "кумо-хи" формаһы ла осрай. Тикшеренеүсе П.Пельо быны ҡумыҡ этнонимы менән бәйләһә, С.М. Ахинжанов ошо ҡәүем кешеләренең кимаҡтарҙың ата-бабалары булыу мөмкинлеген фаразлай. Әммә был осраҡта К.Г. Менгестың фекере дөрөҫөрәк булыуы ихтимал: ҡытайҙарҙың kuo-muo, йәғни кумо һүҙе боронғо төркиҙәрҙең куба, ҡоба һүҙенең ҡытайса әйтелешенән барлыҡҡа килеүе бар.
XI быуат телсеһе Мәхмүт Ҡашғариның "Диван лугат ат-турк" исемле һүҙлегендә ҡоба һүҙе асыҡ-көрән, ә Будаговтың "Сравнительный словарь турецко-татарских наречий" тигән китабында асыҡ-һары мәғәнәләрендә ҡулланылыуы теркәлгән. Башҡорт телендә лә ҡоба һүҙе аҡһыл, асыҡ төҫтө белдерә. Тап шуның өсөн дә "Кобчаҡ - кибчак - ҡыпсаҡ " этнонимының рус телендәге "половец" атамаһы (ерән, һары кеше) боронғо төрки телендәге ҡоба һүҙе нигеҙендә барлыҡҡа килеүен билдәләргә була. Был боронғо этноним башҡорттарҙың Ҡобау ырыуы исемендә һаҡланған. Шулай итеп, хәҙерге йылан (ҡытайса хи - һаи, кай) һәм ҡобау ырыуҙары башҡорттарының боронғо ата-бабалары ҡытай хроникаларында иҫкә алынған Ҡоба-Ҡай (Кумо-хи) этносәйәси берләшмәһе составында йәшәгән, ул VI-VII быуаттарға тиклем һуҙыла. "Синь-Таншу" хроникаһында Суй династияһы осоронда (581- 618 й.й.) кучжендарҙың берләшмәнән сығып, хи халҡының үҙе генә ҡалыуы хаҡында хәбәр ителә. Артабан боронғо ҡобау һәм ҡай ҡәүемдәренең айырым тарихы башлана, әммә бик күп быуаттар уҙғас, уларҙың вариҫтарының бер өлөшө башҡорт исеме аҫтында киң билдәлелек табасаҡ халыҡ составына ингән үҙаллы ырыуҙар булараҡ таныла. Был урында төрки халыҡтарының иң күп һанлыһы - осман төрөктәре дәүләтен төҙөгән каи ҡәбиләһенең төрөк тарихындағы ролен, уның юлбашсыһы, полководецы Эртугрулдың фәһемле яҙмышын хәтергә алып була. Әйткәндәй, Башҡортостан автономияһына нигеҙ һалыусыларҙың иң абруйлыларынан булған Ә.-З.Вәлиди Туған үҙенең "Хәтирәләр" китабында үҙ ырыуының ҡайлыларға ҡарауы хаҡында яҙып үтә.
VI быуатта Ҡай кенәзлеге Төрки ҡағанаты составына инә. "Синь-Таншу" хроникаһында уларҙың тормош рәүеше бына нисек тасуирлана: "Хи биләмәләре төньяҡ-көнсығышта кидандарға, ә көнбайышта тукюестарға сиктәш. Ғәҙәттәре тукюестар менән бер төрлө. Хи кешеләре бер урындан икенсеһенә күсеп йөрөй, үлән һәм һыу етерлек булғанына ҡарап; кейеҙ тирмәләрҙә йәшәйҙәр, арбаларҙан табор ҡоралар. Уларҙың хужаһының торағын һәр саҡта ла 500 ҡораллы кеше уратып тора. Башҡа кешеләре тау үҙәндәрендә таралып, күсеп йөрөй. Яһаҡ түләмәйҙәр. Йәнлек тотоп көн итәләр. Келәйе күп булмаған тары сәсәләр; уны тау итәктәрендәге соҡорҙарҙа һаҡлайҙар. Ағас олоно киҫәгенән киле яһайҙар; балсыҡ йәйпәк бешеренеү өсөн ҡулланыла. Һыуыҡ һыу менән бутҡа ашайҙар. Һуғышырға һәм алыштарҙа ҡатнашырға теләп торалар. Ғәскәрҙәре биш полкҡа бүленә; һәр полк менән бер сыгинь идара итә... Хи кешеләренең аттары тауҙарҙа бик еңел йөрөй; һарыҡтары ҡара".
Тау-урман зонаһында йәшәгән ҡай ҡәбиләһе ярым күсмә тормош алып бара, был осорҙа малсылыҡ уларҙың төп шөғөлө булмай. Улар үҙҙәренең йәйге лагерҙарын арбалар менән уратып алып, көтөлмәгән һөжүмдән һаҡланыу сараһын күрә. Ғәскәрҙәренең биш полктан тороуы уларҙың эске бүленеше менән аңлатыла. Суй династияһы тарихында ошо хаҡта былай тиелә: "Тәүҙә си (хи. - Ред. иҫк.) туцзюэларҙың хеҙмәтсеһе булды, шунан улар көсәйеп китеп, биш йәйләүгә бүленде: жухеван, цигэ, мугунь һәм шидэ. Һәр йәйләү башында сыцзинь тора. Биш йәйләү араһында иң уңышлыһы булып Ахуэй ырыуы иҫәпләнә, уға барыһы ла буйһона".
VII быуатта төркиҙәр үҙҙәрен Ҡытай вассалы итеп таный, шул саҡтан бирле ҡай ҡәбиләһе лә Урта донъя (Срединная) империяһына буйһоноп, Тан династияһы һарайына үҙҙәренең илселәрен ебәрә башлай. "Суй-шу" хроникаһында бына ниҙәр әйтелә: "Кумоси һәм кидандар бер-береһенә даими һөжүм итеп тора, кумосилар мөлкәт һәм малдарҙы ҡулға төшөрә һәм бының өсөн бүләктәр ала. Мәйеттәрҙе ҡамыш менән уратып бәйләп, ағасҡа аҫып ҡуялар".
Көнсығыш Төрки ҡағанаты тергеҙелгәс, Ҡай кенәзе Дафу 712 йылда 120 меңлек ҡытай армияһын тар-мар итә, Ҡапаған ҡағанға әсир алынған ике ҡытай сардарын алып килә.
Ҡай ҡәбиләһенең тарихы ла үтә ҡыҙыҡлы. Улар биләгән территория кидандарҙан (боронғо монгол ҡәбиләләре) көнбайыштараҡ, төркиҙәр еренән көнсығыштараҡ була. Ҡытай хроникаларына ярашлы, си-хи (ҡай) ҡәүеме сюнну, йәғни һундарҙың бер айырым тармағы булып тора. Тикшеренеүсе Ю.А. Зуев фекеренсә, ҡай ырыуы ҡытай хроникаларындағы юйвэнь, йәки сюнну-һундарҙың ҡәбиләләр союзына ингән була, әммә улар үҙҙәре һун сығышлы түгел. Ҡытай хроникаларына ярашлы, ҡайлылар кидандарға ҡәрҙәш булып, улар бер-береһенең телен яҡшы аңлай. Кидандар һәм ҡайлылар бер этник тамырҙан булып, бер халыҡтың ике тармағы булыуы ихтимал. Ошо юҫыҡта фекер йөрөткәндә, ҡай һәм ҡатай (кидан сығышлы) ырыуҙары туғандаш ҡәүемдәрҙән бар булған. Ләкин был уларҙың ике үҙаллы халыҡ булыуын инҡар итмәй. Ҡытайҙарҙың "Цидань го чжи" китабында былай әйтелә: " Тәүҙә си (сисцы) халҡы кидань халҡы менән бер тигеҙ мөнәсәбәттә ине, әммә һуңғылары аҙаҡ уларҙы үҙҙәренә беркетте, ә уларҙың ерҙәрендә си, кидань, ҡытай һәм бохай халыҡтары аралашып йәшәй башланы. Си халҡының алты генерал-губернатор идараһы бар, улар идара эштәрен алып бара. Телдәре, ғөрөф-ғәҙәттәре кидандарҙыҡынан айырыла. Улар ер эшкәртеү һәм йәйәү көйө уҡтан атыу оҫталары. Тауҙарға һунарға баралар һәм осоп тигәндәй шәп йөрөйҙәр".
IX быуаттың икенсе яртыһында Үҙәк Азияла кидандар гегемонияһы башлана. Көнсығыш ҡайлылары, ҡаты ҡуллы кидандарҙан һаҡланыр өсөн Ҡытай менән союзға инергә тырыша. Ҡайлыларҙың бер өлөшө Кюйчжу старейшина етәкселегендә Ҡытайҙың төньяҡ тарафындағы таулы территорияға күсеп китә. Шунан башлап ҡай ҡәбиләһе ике төркөмгә - көнсығыш һәм көнбайыш ҡайлыларға бүленеп йәшәй башлай. Тора-бара ҡасандыр үтә ҡеүәтле ҡай ҡәбиләһе составында бер нисә айырымланған этник төркөмдәр хасил була: 1) Уғыҙ конфедерацияһы составындағы "аҡ ҡайлылар"; 2) көнсығыш һәм көнбайыш ҡайлыларына бүленгән төп ҡайлылар; 3) Уран ҡайлылары (уранҡайҙар).
Ҡай ҡәбиләһенең XI быуат башына тиклемге артабанғы тарихы буйынса мәғлүмәт юҡ тиерлек. Ғәрәп авторы, географ Мөхәммәт әл Бируни (973-1048) төрки халыҡтарының Ҡытайҙан Каспий диңгеҙенә тиклемге киң территорияла көн итеүсе халыҡтарын барлап, теркәп ҡалдырған: "Алтынсы климат көнсығыш төркиҙәренән булған лемен ҡай, кун, ҡырғыҙ, кумак, туғыҙ уғыҙ, төркмән ерҙәре, Фараб, хазар иленән башлана".
Тимәк, ҡай ырыуы ошонда күрһәтелгән ҡәүемдәрҙән көнсығыштараҡ урынлашҡан территорияла йәшәгән. Кумак, йәғни кимактарҙың Иртыш буйында көн итеүе билдәле, ҡырғыҙҙар - Енисейҙа, ә кундар һәм ҡайлылар ерҙәре ошо йылғаларҙан көнсығыштараҡ ерҙәргә хужа була. Ғалим В.Ф. Минорский ҡайлы төйәген Байкал күленә яҡын ерҙәрҙә булған, тип иҫәпләй. Географик күҙлектән ҡарағанда, ул замандағы ҡәүемдәрҙе көнсығыштан көнбайышҡа табан ошондай тәртиптә һанап сығырға була: ҡай - кун - шары (сары) - төркмән - уғыҙ - бәшәнәк.
Ғәрәп авторы Шәрәф аз Замана әл Марвази кундарҙың Ҡытай (кидань) ханынан ҡурҡып, ҡай исемле халыҡтың баҫымы һөҙөмтәһендә элекке йәшәгән ерҙәрен ташлап китеүе хаҡында хәбәр итә. Ҡай ҡәбиләһе үтә көсәйеп китеп, Кимак ҡағанатында ҡуҙғалыш тыуҙыра, ҡыпсаҡ, йемек, баяндур кеүек ҡәүемдәрҙе берләштергән ҡағанат тарҡала башлай. Шул уҡ ваҡытта кимактар составында ла ажлад-ажлар исемле ҡәүем булыуы билдәле, был хаҡта Гардизи яҙмаларында иҫкә алына. Ә "аж" һүҙе фарсы телендә йылан мәғәнәһендә ҡулланыла. Тимәк, Евразия тарихында йыланға табыныусы, тотемдары йылан булған халыҡ төрлө телдәрҙә хи (си), ҡай, аж, джилан кеүек этнонимдар барлыҡҡа килеүенә сәбәп булған.
Кимак ҡағанатының тарҡалыуы арҡаһында бығаса көнсығыш тарафтарҙа көн иткән күсмә ҡәүемдәрҙең көнбайышҡа табан көслө хәрәкәте башлана. Көнбайышта улар Византия (Рим) империяһы сиктәренә тиклем барып етә. XI быуат ғалимы Мәхмүт Ҡашғари ошо ҡәүемдәрҙең ниндәй тарафтарҙа көн итеүен бына нисек билдәләй: "Беренсе (Византияға яҡын ҡәбилә) - баджанак, унан һуң ҡыпсаҡ, унан - уғыҙ, унан - йемек, унан - башгирт, унан - басмыл, унан - ҡай, унан - ябаку, унан - татар, унан - ҡырғыҙ, һәм былары (һуңғылары) - Синаға яҡын, - барса ҡәбиләләр Румдан көнсығышҡа табан таралып ята". Был осорҙа ҡайлылар Көнсығыш Төркөстан территорияһында йәшәгән басмылдарҙан көнсығыштараҡ урынлашҡан, тип иҫәпләнә.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).
КИРЕ СЫҒЫРҒА