Тарихсылар гәрәй ырыуының килеп сығышын боронғо кирәйәт ҡәбиләһе менән бәйләй. Тикшеренеүселәр, башлыса, ошо этнонимда монгол этимологияһын төҫмөрләй: монгол телендә "кэрэ" һүҙе "ҡарға" тигәнде аңлатһа, күплек суффиксы "ит" ("әт") кирәйәттәрҙең үҙатамаһының "ҡарғалар" мәғәнәһендә ҡулланылыуын белдерә. Башҡорт ырыуҙары номенклатураһында гәрәй этнонимының "гәрә" һәм "кирәй" варианттары ла осрай.
Кирәйәттәр хаҡында XIV быуатта фарсы тарихсыһы Рәшид ад-дин былай тип яҙған: "Улар монголдарҙың бер тоҡомо; уларҙың көнитмеше Онон һәм Кэрулен (йылғалары) буйында, монголдар ерендә. Ул округтар Хитай иле сиктәренә яҡын".
Кирәйәттәр хаҡында шундай мәғлүмәттәр булыуына ҡарамаҫтан, уларҙың килеп сығышында һәм этник составында боронғо төрки компонентының булыуын кире ҡаҡҡыһыҙ, тип әйтергә була. Беренсенән, шул уҡ Рәшид ад-дин монгол һәм төрки телле ҡәбиләләрҙе айырып ҡарамайынса, уларҙы берләштереп күрһәткән. Икенсенән, шул уҡ монголдарҙы ошо ғалим ике төркөмгә бүлә: монгол-дарлекиндар һәм монгол-нирундар, әммә кирәйәттәрҙе ошо ике төркөмдөң береһенә лә индермәй. Өсөнсөнән, монголдарҙың эпик "Йәшерен хикәйәт"ендә ошо ике халыҡ араһындағы этник бәйләнеш хаҡында бер ни ҙә әйтелмәй. Йәнә, кирәйәт юлбашсыларының исемдәре һәм титулдары тик төркисә яңғырай: Бойороҡ хан, Тоғрул хан һ.б. Монгол сығышлы ҡәбиләләрҙән бындай титулдар найман һәм оңғоттарҙа ғына ҡулланыла. Тимәк, кирәйәттәрҙең төрки телле халыҡтарҙан булыуын нигеҙле, тип иҫәпләп була. Монгол тарихы буйынса билдәле белгес Л.Л. Викторова ла кирәйәттәрҙең ҡатнаш составлы халыҡ булып, уларҙа, төрки-уйғырҙар менән бер рәттән, кидан-монгол этник компоненттары булыуы хаҡында яҙа. Рәшид ад-дин кирәйәт юлбашсылары ҡышлауҙарының Үтекән-мурэн тигән билдәле урында булыуын күрһәтеп китә. Ә был ерҙәр күк төркиҙәрҙең төп йорто була.
Төрки һәм Уйғыр ҡағанаттары тарҡалғас, уларҙың Орхон йылғаһы буйындағы ерҙәренә монгол телле ҡәбиләләр күсеп килә. Күрәһең, ошо ерҙәрҙә тороп ҡалған төркиҙәрҙең һәм монгол сығышлы ҡәүемдәр ҡушылыуынан кирәйәт этносы хасил була. Ошондағы ерле халыҡ боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрен ташламай, шул уҡ державасылыҡ традицияларына тоғро ҡалып, монголдарҙан туру титулын да үҙләштерә.
В.И. Рассадин ошо хаҡта былай тип яҙа: "...төрки элементтары иң күбендә наймандарҙың һәм кирәйәттәрҙең шәхси исемдәрендә күҙәтелә, әйткәндәй, улар боронғо төрки мәҙәниәте йоғонтоһон, бигерәк тә дин аша, кисерә, - ҡайһы бер тарихсылар уларҙы хатта төрки ҡәбиләләре, тип иҫәпләй. "Йәшерен тарих"та найман һәм кирәйәттәрҙең Алтын Ашыҡ (боронғо төрки теленән, "алтын ашыҡ", йә иһә "алтын торҡа"), Кучулук хан (боронғо төркисәнән, "кючлюг" - көслө, ғәйрәтле), Йеди Тублук (боронғо төркисәнән, "йеди туглук" - ете байраҡлы), Инанча Билге ҡан (боронғо төркисә - Ынанчу Билге ҡан, сағыштырыу өсөн Билге Ҡаған, Көлбилге хан, Ынанчу Билге, Ынанчу Чур боронғо төрки шәхси исемдәрен килтереп була; бында "ынанчу" ышаныслы, инаныслы мәғәнәһен белдереп, бер үк ваҡытта титул рәүешендә ҡулланыла, "ынан" - ышаныу, инаныу; "билге" - боронғо төркисәнән, белемле, аҡыллы мәғәнәһендә, "бил" - белеү тигәнде белдерә)..."
Шулай итеп, кирәйәт этнонимы монгол теле менән бәйле булған хәлдә лә, был ҡәүем нигеҙҙә төрки сығышлы тип һанала. Ҡайһы бер тикшеренеүселәрҙең кирәйәт, меркет, найман юлбашсыларының монгол ханы Темучин (Сыңғыҙ хан) менән монгол телендә аралашыуын уларҙың монгол телле икәнлегенә дәлил итеп ҡарауы менән килешеп булмай. Онғот юлбашсыһы Алаҡош тегиндың дә Сыңғыҙ хан менән уның туған телендә һөйләшә алыуынан ғына сығып, онғоттарҙың төрки ҡәүеменән булыуын инҡар итеп булмай.
840 йылда Енисей ҡырғыҙҙары Уйғыр ҡағанатын тар-мар итә. Уйғырҙар, көнбайышҡа табан йүнәлеп, Турфан оазисында (Көнсығыш Төркөстан, Ҡытайҙың хәҙерге Синьцзян-Уйғыр автоном районы) яңы ватанын таба. Үҙәк Азияның бушап ҡалған далаларын Ҡытай сығанаҡтарында "цзубу" тип исемләнгән ҡәбиләләр конфедерацияһы үҙләштерә. Тикшеренеүсе К. Виттгофель ошо халыҡтың атамаһы "согпо" тигән тибет һүҙенә тура килә тип иҫәпләй. Тибеттар монголдарҙы шулай атаған. Әйтергә кәрәк, X-XI быуаттарҙа хәҙерге Монголия территорияһында төрки һәм монгол сығышлы ҡәбиләләр күсмә тормош алып бара. Ҡытай тарихсыһы Фэн Шэн-шун цзубу этнонимының Эске Азияла йәшәүсе күсмә халыҡтарҙың дөйөм атамаһы булып, ошо конгломераттың көнсығыш төркөмөндә джалаир (йылайыр) һәм татар ҡәбиләләре, көнбайышында - наймандар, төньяғында кирәйәттәр йәшәгән тип билдәләй.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).
КИРЕ СЫҒЫРҒА