Уның биографияһы менән таныша башлағас та күҙ алдына совет заманында тын да алмай бер нисә тапҡыр ҡараған "Кеше-амфибия" киноһы килеп баҫа. Юҡ, ул Ихтиандр түгел, әммә ошо һыу аҫты донъяһы менән бәйле - биолог-ихтиолог. Тап Башҡорт дәүләт университетында ошо һөнәргә эйә булып, ул күп йылдар Европала ғилми тикшеренеүҙәр алып бара, Японияла ла эшләргә өлгөрә. Бөгөн ул Польша Фәндәр академияһының Ихтибиология һәм аквамәҙәниәт ғилми-тикшеренеү институты етәксеһе, ғалим-генетик-иммунолог Илгиз Рәшит улы. Ҡасандыр Өфө ҡалаһында тыуып, уның урамдарында тәпәй баҫып, ауа-түнә атларға өйрәнгән, ҡолап йығылып әллә күпме күҙ йәштәре түгеп үҫкән малайҙы бөгөн шулай һәр саҡ атаһының исемен ҡушып ололайҙар. Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул, тиһәләр ҙә, сит ерҙә абруй, дан ҡаҙанған милләттәштәребеҙ булыуы беҙҙең, Башҡортостанда йәшәгән башҡорттар өсөн дә ҙур мәртәбә һәм ғорурлыҡ. Бөгөн Илгиз ИРНАЗАРОВ менән уның бала сағына һәм тыуған төйәге менән бәйле ваҡиғаларға бергәләп сәйәхәт ҡылайыҡ.
Кеше ниндәй генә дан-дәрәжәле булмаһын, уның өсөн тыуған ере - алтын бишек булып ҡала. Тыуған яҡ тигәндә, күҙ алдығыҙға тәү сиратта кемдәр һәм нимәләр баҫа?
- Иң элек, әлбиттә, атай-әсәй, апайым, дуҫтарым. Атай-әсәйем, Аллаға шөкөр, әле лә иҫән-һау, 80 йәште үтһәләр ҙә һаман да яҡшы формалалар, үҙҙәрен ҡарайҙар, уларға оҙон ғүмер теләйем.
Башҡортостанға ҡайтҡан һайын үҙемде тыуған йортона ҡайтҡан малай кеүек хис итәм. Атайым социология профессоры булды, тәүҙә - Өфө дәүләт авиация техник институтында, һуңынан Башҡорт дәүләт университетында уҡытты. Әсәйем дә уҡытыусы, ул Өфө полиграфия техникумында эшләне. Апайым - медик. Һәр ваҡыт ватсап аша һөйләшеп торабыҙ, шуға мин Өфөлә барған ваҡиғалар менән һәр саҡ хәбәрҙар.
Әлбиттә, Башҡортостан тигәндә, күҙ алдына Өфө килә, сөнки минең бала сағым, үҫмер йылдарым, йәшлегем шунда үтте. Шунан, әлбиттә, Башҡортостан минең өсөн атайымдың тыуған яғы - өләсәйем йәшәгән Темәс ауылы, Талҡаҫ күле булып хәтерҙә йәшәй.
Павловканы ла бик яратам. Мәктәптә уҡығанда физкультура уҡытыусыһы Владимир Мартенс ошо һыуһаҡлағыс ярында лагерь ойоштора торғайны. Ай ярым - ике ай беҙ яр буйында палаткаларҙа йәшәй, кәмәлә йөҙә, үҙебеҙ ашарға бешерә торғайныҡ. Павловка - ул матур бала саҡ хәтирәһе.
Беренсе тапҡыр ишетеүселәр өсөн ятыраҡ булған һөнәрегеҙҙе нисегерәк һайланығыҙ?
- Өфөлә Фатима Мостафина исемен йөрөткән, ул замандарҙа уҡ ҡалала берҙән-бер башҡорт белем усағы булараҡ билдәлелек алған 20-се ҡала башҡорт мәктәбендә белем алдым. Шул йылда уҡ медицина йүнәлешендә юғары уҡыу йортона инергә теләгем ҙур булһа ла, конкурстан үтә алманым һәм бер йылдан һуң Башҡорт дәүләт университетының биология факультетына инеп киттем. Студент йылдарында, ғәҙәттә, ниндәй специализация һайлау тураһында артыҡ уйланып бармайһың. Курсташтарым менән мин дә ихтиологияға мөкиббән китеп, уны аңлы рәүештә һайланыҡ тип әйтә алмайым. Беҙҙе уның, тәү сиратта, тынсыу лабораторияларҙа ултырыуға ҡарағанда йәйге экспедициялары булыуы ылыҡтырҙы. Аҙаҡ инде үҙем дә һиҙмәҫтән ихтиологияға башкөллө сумғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.
Ә Польшаға нисек барып юлыҡтығыҙ?
- Студент йылдарында СССР һәм Варшава килешеүе илдәре араһында студенттарҙың йәйге лагеры ойошторола ине. Бер йылда мин ошо халыҡ-ара лагерҙа ҡатнашыуға лайыҡ булдым һәм ГДР-ға барҙым. Ошо сәйәхәтем артабанғы яҙмышымды хәл итте лә инде: шунда Польшанан килгән ҡыҙ менән таныштым, һуңынан уның менән ғаилә ҡорҙоҡ һәм мин шулай Польшаға барып сыҡтым.
Быға тиклем кеше организмының хайуандарға оҡшаш булыуынан сығып, тәжрибәләрҙе хайуандарҙа үткәрәләр, дарыуҙарҙы уларҙа һынап ҡарайҙар ине. Ә бына балыҡтар... Уларҙың генетикаһы һәм иммунологияһы менән кешенеке араһында ниндәй бәйләнеш бар?
- Бәйләнеш бар һәм ул бик ҙур. Күҙәнәктәр кимәлендә айырмалар ул тиклем ҙур түгел. Ә инде тикшереүҙәрҙе молекулалар кимәлендә алып барһаҡ, айырма бөтөнләй юҡ тиерлек, йәғни балыҡтарҙың иммун системаһы ла кешеләрҙеке кеүек үк. Тимәк, уларҙың патогендар менән зарарланыуы ла, елһенеүе лә бер төрлө. Шуға күрә, балыҡтарҙы өйрәнеп, уларҙан алынған мәғлүмәтте кешегә күсерергә мөмкин. Мәҫәлән, беҙ экотоксикология менән шөғөлләнәбеҙ. Кеше хужалыҡ эшмәкәрлегенә индергән һәм яландарҙы, сәсеүлектәрҙе эшкәрткән химик матдәләр ныҡлы һәм сифатлы тикшерелергә тейеш. Уларҙың хайуандар донъяһына, шул иҫәптән балыҡтарға, ахырҙа, кешегә йоғонтоһо бармы икәнен мотлаҡ ентекле белергә, асыҡларға кәрәк. Беҙ химик матдәләрҙең балыҡтарҙың организмына йоғонтоһон тикшерәбеҙ, сөнки улар, хатта аҙ ғына миҡдарҙа булғанда ла, балыҡтарға, ә һуңынан ризыҡ булараҡ кешенең өҫтәленә килеп, уға ла ҙур зыян килтереүе мөмкин. Лабораторияла сысҡандарҙа тәжрибә үткәргән кеүек, дарыуҙарҙың тәьҫирен балыҡтарҙа ла һынарға була.
Тап балыҡтарҙың генетикаһы ҡоролошо бөгөн, Сovid-19 вирусы йоғонтоһо механизмын тикшереү тотош донъяла беренсе планға сыҡҡанда, бик мөһим тип уйлайым.
Яҙмышығыҙҙы беҙ күп нәмәне белмәгән һыу батшалығында йәшәүсе заттар менән бәйләп, экология проблемаһына ҡарашығыҙ үҙгәрҙеме?
- Беҙ уны һаҡларға тейеш. Минең үҙемдең ябай ғына ҡағиҙәм бар - автомобилдә китеп барғанда ла асыҡ тәҙрәнән сүп ташламаҫҡа, һыу буйына ял итергә сыҡҡанда мотлаҡ артыбыҙҙан таҙартырға тейешбеҙ. Сүп-сар тороп ҡалыуы насар күренеш кенә түгел, мәҫәлән, пластик һәм башҡа ҡалдыҡтар балыҡтарға ем булып тора һәм уларҙың организмы аша микроэлементтар беҙҙең ашҡаҙанға ла эләгә. Йәғни яр буйында ҡалдырылған сүп-сар балыҡтарға ғына түгел, беҙгә лә зыян килтерә.
Көндәлек тормошта синтетик туҡымалар ҡулланабыҙ, химия саралары менән йыуабыҙ, һәр йыуған һайын уларҙан микротуҡымалар айырылып, һыуға эләгә. Хатта һыу таҙартыу ҡорамалдары булғанда ла уларҙы таҙартып бөтөү мөмкин түгел. Һуңынан был микротуҡымалар йылғаға, диңгеҙгә, океанға эләгә һәм, бумеранг кеүек, ризыҡ булып ҡабат беҙҙең өҫтәлдәргә әйләнеп ҡайта.
Поляктарҙың ниндәй сифаттары оҡшай? Башҡорттар менән уртаҡ яҡтары бармы?
- Эш яратыуҙары оҡшай. Улар үҙҙәренең йорттарын, ихаталарын, газондарын тәртиптә, төҙөк тоторға тырыша, матурлыҡ яраталар. Был матурлыҡ яратыу үҙ территорияһы менән генә сикләнмәй, унан ситтә лә бөтөн нәмә матур булырға тейеш. Үҙҙәренең тарихына, ғөрөф-ғәҙәттәренә тоғролоҡ оҡшай, ата-бабаларының ҡәберҙәрен һәр саҡ тәрбиәләп торалар. Улар ҙа башҡорттар кеүек үк асыҡ. Ғөмүмән, менталитеттарыбыҙҙа уртаҡ нәмәләр байтаҡ. Шуныһы үкенесле: ҡайһы берҙә ваҡытлыса сәйәсәт һөҙөмтәһендә беҙҙе бергә бәйләп торған тәрән тамырҙар онотола...
Гөлсәсәк ХАННАНОВА,
Анастасия МАМЕДОВА
яҙып алды.
КИРЕ СЫҒЫРҒА