Тарихи әҙәбиәттә уран ырыуының килеп сығышы хаҡында тағы ла бер версия бар, уны тарихсы-ғалимдар иғтибарына тикшеренеүсе С.М. Ахинжанов тәҡдим иткән. Уның ғилми фаразы ике тарихи документта килтерелгән мәғлүмәтте сағыштырып ҡарауға нигеҙләнгән. Тәүгеһе - XII быуатта йәшәгән әрмән яҙыусыһы Матвей Эдесский яҙмаларынан алынған: "...499 йылда (1850 йылдың 9 марты - 1851 йылдың 8 марты) римляндар ҡот осҡос һөжүмдәр кисерҙе. Бик күп провинциялар ҡырып бөтөрөүгә ҡаныҡҡан бәшәнәк халҡы тарафынан таланды, үлемгә дусар ителде һәм харабаларға әүерелде... Йыландар ҡәүеменең, үҙ территорияһы сиктәрен боҙоп, "ерән сәслеләр" еренә сығыуы сәбәпле, һәм был эмигранттар уғыҙҙарҙы һәм бәшәнәктәрҙе ҡыуып ебәргәс, һәм ошо барса ҡәүемдәр, үҙ нәфрәттәрен римляндарға йүнәлтеп, берләште. Константинополь оло бәләләргә дусар ителде..."
Шуға оҡшаш мәғлүмәттәр XII быуатта йәшәгән ғәрәп авторы Шәрәф аз-Заман әл Марвази яҙмаларында ла килтерелә, айырма тик шунда ғына - Матвей Эдесский "йыландар ҡәүеме" тип атаған халыҡты ул үҙ исеме аҫтында - ҡай тип атай: "Улар (төркиҙәр) араһында кун тип аталған кешеләр төркөмө бар, улар, ҡытай ханынан ҡурҡып, Ҡытай еренән килде... Уларҙы ҡай исемле ҡәүем эҙәрлекләне... Шунан кундар шары ерҙәренә күсеп килде, ә шарылар төркмән ерҙәренә күсенде. Төркмәндәр уғыҙ ерҙәренә күсенде, ә уғыҙҙар Әрмән диңгеҙенә яҡын булған бәшәнәк ерҙәренә күсеп килде..." С.М. Ахинжанов фекеренсә, "ҡай" атамаһы боронғо монгол теле диалекттарының береһендә йылан мәғәнәһендә ҡулланылған. Әрмән авторы Матвей Эдесский һәм әл Марвази телгә алған "йылан" ҡәүеме һәм "ҡай" халҡы бер-береһенә тап килә, сөнки улар бәйән иткән ваҡиғалар бер үк заманда һәм бер үк урында бара. Бында тәүге авторҙың "ерән сәслеләре" икенсеһенең "шары" ("сары") тип атаған ҡәүеменә тура килә - һис шикһеҙ, шул атамалар аҫтында рустарҙа "половцы", төркиҙәрҙә "ҡыпсаҡтар" тип аталған халыҡтар хаҡында һүҙ бара.
Артабан М.С. Ахинжанов "йыландар ҡәүеменең" төрки эквиваленты булыу мөмкинлеге хаҡында яҙа. Ул бер үк төрлө тиерлек әйтелеп йөрөтөлгән "джилан", "йылан" атамаларына тап килә. Ошо этнонимдың төрки халыҡтарынан тик башҡорт халҡы составында ғына булыуын билдәләй. Әммә, ғалим йылан тамғалы ҡай ҡәбиләһенең төркиҙәрҙә башҡа бер атама - уран тип аталыу мөмкинлеген дә күҙаллай.
Этнолог С.М. Ахинжанов фаразлауынса, монголдарҙың "ҡай" (йылан) һүҙенә төркисә "уран" этнонимы тура килә. Уран ҡәбиләһе Дәште Ҡыпсаҡ далаларында киң билдәле була. Ғалим үҙ фаразын раҫлау маҡсатында XIII быуатта төҙөлгән "Төрки-ғәрәп тәржемәсеһе" һүҙлегендә төркиҙәрҙә йылан һүҙенең ике төрлө варианты булыуын иғтибарға ала: "Змея - илан; змея-гадюка - уран". Тимәк, боронғо төрки телендә ҡара йылан "уран" тип аталған. Ғалим фекеренсә, был һүҙ төркисә "ура", "уралыу" һүҙҙәре менән тамырҙаш икән. Әлбиттә, был осраҡта башҡорт ырыуҙары араһында ҙур ҡәүемдәр иҫәбенә ингән йылан ырыуы булыуын да иҫәпкә алырға кәрәк.
Шул уҡ ваҡытта төрки-ҡыпсаҡ донъяһында "урянхай" йәиһә "уранҡай" рәүешендә аталып йөрөтөлгән ҡәүем дә билдәле була. С.М. Ахинжанов ошо хаҡта былай тип яҙа: "Ентекләберәк ҡарағанда, уранҡай этнонимының композит составлы икәне, яҡшы билдәле булған ике этнонимдан - уран һәм ҡай (уран+ҡай) атамаларынан хасил булыуы күренә, бында ошо гибрид атаманың һәр өлөшө үҙ теленән (төрки һәм монгол) йылан, тип тәржемәләнә. Ошо һүҙбәйләнеште тулыһынса тәржемә иткәндә уның "йылан+йылан" рәүешендә булыуын фараз итергә була. Был төрлө телдәргә ҡараған бер үк мәғәнәле ике һүҙҙең бер-береһенә ҡушылыуынан хасил булған этноним миҫалы ул, бындай осраҡтар Төньяҡ-Көнсығыш Монголия һәм Көнбайыш Маньчжурия кеүек контакт зоналар өсөн типик күренеш..."
Күренекле совет синологы (Ҡытай буйынса белгес) Н.В. Кюнер Ҡытай хроникаларында "улянха" формаһында аталып йөрөтөлгән ҡәүемдең боронғо тарихи осорҙарҙа киң билдәле булған "хи" исемле ҙур этник берләшмә вариҫтарынан булыуын фараз итә. Бының өсөн тейешле ерлек тә бар - "Сюйвэнь-сянь тункао" (1772 г.) тип аталған Ҡытай яҙмаларында ошондай мәғлүмәт бар икән: "Улянха - ул тәүҙәрәк Чуньцю дәүеренә ҡараған шаньжундарҙың (тау жундары) үҙ ере. Цинь (династия) (221-206 йылдар) уны Ляосицзюндең төньяҡ сиге итеп тотто. Хань (оло йәки көнбайыш династия) уны си (хи) халҡы башлығының биләмәһе итте".
Шулай уҡ П.Пельо, В. Минорский һәм Ю.Зуев үҙ тикшеренеүҙәрендә Ҡытай йылъяҙмаларында йыш осрай торған "хи" йәиһә "си" терминдарының халыҡ телендә "һаi", йәғни "ҡай" рәүешендә ҡулланып йөрөтөлөүен билдәләй. Белгес К.Г. Менгес "si" этимонының хәҙерге ҡытай теленең кантон диалектында боронғоса "haj"рәүешендә һаҡланып ҡалыуы хаҡында яҙа. Хи (ҡай) ҡәбиләһенең тарихи килеп сығышы һәм яҙмышы хаҡында беҙ әүәлерәк баҫылып сыҡҡан материалдарыбыҙҙа ентекләп яҙғайныҡ инде ("Йылан ырыуынан, боронғо башҡорт затынан беҙ", №№ 31 - 34, 1920 йыл).
XII быуатта йәшәгән тел белгесе Мәхмүт Ҡашғари былай тип яҙған: "Чомул ҡәбиләһенең, сүлдә йәшәүсе ҡәүем булғанлыҡтан, айырым теле бар, әммә улар төрки телен яҡшы белә. Ҡай, Ябаку, Татар, Басмыл да шундайҙар иҫәбенән". Күрәһең, был ҡәбиләләр ҡасандыр монгол телле булып, ваҡыттар үтеү менән төрки теленә күскән.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).
КИРЕ СЫҒЫРҒА