«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕР-БЕРЕБЕҘ ӨСӨН ЯРАЛҒАНБЫҘ, ЯРАЛҒАНБЫҘ ЕРҘӘ ҺӨЙӨҮ БУЛЫП...
+  - 


Мин уларҙы күптән беләм тип әйтергә мөмкин, әммә эс серҙәренә инеп, үҙҙәре, ғаиләләре тураһында ҡыҙыҡһынғаным булманы. Матур ата-әсәләрҙең ғаилә традицияларын дауам итеүсе матур ғаилә - артығы кәрәк тә түгел. Әммә өлгө булырҙай ғаиләләрҙе башҡалар ҙа белергә, уларҙың уй-фекерҙәрен ишетергә тейештер, моғайын, тигән фекер әңгәмәләшеү теләген көсәйтте генә. Ғәҙәттә, мәҡәлә яҙырға, әңгәмәләшергә тиһәң, тәү сиратта, ҡатын-ҡыҙҙы алғы планға ҡуябыҙ. Был осраҡта иһә, башҡорттарға хас булғанса, барлыҡ һорауҙарға иң элек атай яуап бирҙе, әсәй иһә уның фекерҙәренә өҫтәмәләр генә индерҙе. Юҡ, әсәй икенсе планда торғандан түгел, киреһенсә, бер фекерле, бер уйлы булғанлыҡтан, ир-ат, атай абруйын алға ҡуйғанлыҡтан. Шулай итеп, бөгөнгө ҡунаҡтарыбыҙ: барығыҙға ла билдәле журналистар - "Шоңҡар" журналы хеҙмәткәре Гөлсинә (Байғужина) менән әлеге ваҡытта БР-ҙың Стратегик тикшеренеүҙәр институтының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Ғәзиз ЙОСОПОВтар.

Өфө - миллионлы ҡала, күптәр уның ығы-зығыһында албырғап ҡала, бәғзеләр аҙаша, кемдер юғалтыша. Ә һеҙ, киреһенсә, ошо миллионлаған кеше араһынан бер-берегеҙҙе эҙләп тапҡанһығыҙ. Ғөмүмән, танышыу-табышыу ҡайҙа, нисек башланды, һеҙҙең ғаилә нисек барлыҡҡа килде?

Ғәзиз:
Шул уҡ ваҡытта Өфө - бәләкәй ауыл кеүек, тип тә әйтәләр бит. Беҙҙең осрашыу ҡыҙыҡ килеп сыҡты: ул ваҡытта икебеҙ ҙә журналист булып эшләйбеҙ. Әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге республика премияһының сираттағы лауреаттарын тәбрикләү сараһында мин фотограф булып йөрөнөм, Гөлсинә журналист булараҡ килгән. Хәбәрселәр, ғәҙәттә, фотографтарҙан үҙ баҫмалары өсөн фото һорап ала. Буласаҡ кәләшем минән дә "Шоңҡар" журналына фотолар һалыуымды һораны. Ни яғы менәндер күңелемә оҡшағандыр, саранан ҡайтҡас, әсәйемә: "Бына шундай ҡыҙыҡ ҡына хәл булды, бер журналист ҡыҙ минән фотолар һораны", - тип һөйләнем. Әсәйем дә журналист булғанлыҡтан, ул ҡыҙҙы белә икән. "Шәп ҡыҙыҡай, әгәр кәләш алырға уйлаһаң, күҙ уңында тот", - тип кәңәш итте. Уйлап ҡараһаң, үҙебеҙ осрашҡан һымаҡ, икенсе яҡтан - осраҡлылыҡ кеүек, шул уҡ ваҡытта әсәй ҙә юл күрһәткәндәй.
Ысынлап та, Аллаға шөкөр, Гөлсинә - өлөшөмә төшкән көмөшөм. Һәр бер уңышлы ир-аттың артында ҡатын тора, тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер. Ятаҡта йәшәгән йылдарҙа мин иртәнге алтыла тороп, сәғәт етелә эшкә китә инем. Кисен 8-9-ҙа, ҡайһы ваҡыт 10-да ла ҡайта торғайным. Һәр саҡ өйҙә барыһы ла яҡшы икәненә күңелем тыныс булды. Мин кәләшемә ышандым, ул - миңә. Ҡайтыуға ашарға әҙер, бала ҡараулы, тыныс, уңайлы. Эйе, ятаҡ тормошонан ҡайһы бер ваҡыт кәләшем илап та ала ине, хәҙер фатирлы ла булдыҡ, машина ла алдыҡ, яйлап донъя йыйыла, иң мөһиме - балалар ҙа үҫә, ғаиләбеҙ бөтөн.
Гөлсинә: Ошо тәүге осрашыуҙан һуң күпмелер ваҡыт үткәс, Ғәзиз эш телефоныма тыуған көнөм менән ҡотлап шылтыратты. Шунан ныҡлап аралаша башланыҡ. Һәр ҡыҙ кеүек, мин дә буласаҡ тормош иптәшем ышаныслы, аҡыллы булһын тип теләнем һәм, шөкөр, теләгем тормошҡа ашты.

Йәш саҡта күптәр атай-әсәй һүҙен ҡолаҡҡа бик элеп бармай, тиҙерәк үҙаллы булғыһы, мәсьәләләрҙе үҙенсә хәл иткеһе килә. Шул сәбәпле хатта ҡайһы берҙә атай-әсәй менән фекер айырмалығы ла килеп сыға. "Мин үҙем беләм, һеҙ ҡарттар нимә аңлайһығыҙ!" тигән ҡараш бик йыш хаталаныуға килтерә. Ә бына һин, Ғәзиз, әсәй һүҙенә иғтибар иткәнһең, тимәк, һеҙ үҫкән ғаиләлә атай-әсәй абруйы ҙур булған? Гөлсинә кемде тыңланы икән?

Ғәзиз:
Әлбиттә, ололарҙың һүҙенә ҡолаҡ һалырға кәрәк. Беҙ ғаиләлә өс бала үҫтек. Бигерәк тә беҙҙең ғаиләлә атай айырым ихтирам үҙәгендә, атай абруйы көслө, тиер инем. Атай-әсәйебеҙ беҙҙе тәрбиәләп кенә ҡалманы, тормошта дөрөҫ юл һайларға йүнәлтеп, бөгөнгәсә ярҙамсы, терәк булып тора. Бәләкәй ваҡыттан уларға төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек, бер ваҡытта ла һорауыбыҙ яуапһыҙ ҡалманы. Атайым һөнәре буйынса табип булғас, биология, химия, физика буйынса барлыҡ һорауҙарға балаға аңлайышлы итеп төшөндөрә торғайны. Шуға мәктәптә лә яҡшы уҡыныҡ. Мин әсәйгә оҡшап, журналист һөнәрен һайлаһам, Зәлифә һеңлем атай кеүек табип. Юлдаш - тарихсы, этнограф, фән кандидаты.
Гөлсинә: Мин атай-әсәй ҡосағынан иртә айырылдым - ун йәшемдән Сибай интернат-гимназияһында уҡыным. Шул саҡта тәрбиәсем Ләлә Шәкир ҡыҙы Әминеваның, йәне йәннәттә булһын, "Ҡыҙҙар, эскән кешегә кейәүгә сығып ҡуймағыҙ, ғүмер буйы үкенерһегеҙ", тип әйткәне хәтергә һеңеп ҡалған. Тормош иптәше һайлағанда иң беренсе шуны күҙ уңында тотҡанмындыр. Киләсәктә балаларға һәйбәт атай, уларға өлгө булырҙай кеше осраһын ине, тип теләй торғайным. Хәҙер балалар атай тип өҙөлөп тора, унан күп нәмәгә өйрәнә.

"Атанан күргән - уҡ юнған, әсәнән күргән - тун бескән", ти халыҡ мәҡәле, әммә һеҙҙә, киреһенсә, Зәлифә атай юлын һайлаған, ә Ғәзиз - әсәй юлын... Тимәк, тормошта ҡайһы ваҡыт мәҡәлдәр ҙә бер аҙ үҙгәреп китә. Шул уҡ ваҡытта, килен - ҡәйнә тупрағынан тигәнде раҫлап, Гөлсинә - журналист...

Ғәзиз:
Әлеге заманда, мәҫәлән, Төркиәлә журналистар - нигеҙҙә ир-ат, ашнаҡсылар - ирҙәр, иҙән йыуыусылар, йәғни бинаны таҙалаусылар - ирҙәр. Беҙҙә, киреһенсә, хатта ир-ат ҡына башҡарырға тейешле кеүек күренгән эштәрҙе лә ҡатын-ҡыҙҙар эшләй. Был һүҙ ыңғайы ғына, ә һорауға килгәндә, күп нәмә, ысынлап та, ата-әсәнән тора. Әгәр ғаиләлә ата-әсә өлгө булһа, балалар уларҙан күреп үҫә. Быны һөнәр һайлауҙа ғына түгел, тормоштоң барлыҡ өлкәләрендә лә күрергә мөмкин. Мәҫәлән, бөгөн балаларҙы нисек итеп башҡорт теленә ылыҡтырыу тураһында баш ватабыҙ, уны ҙур проблемаға әйләндерәбеҙ. Мин беренсе синыфта уҡығанда русса ауырыраҡ һөйләшә торғайным. Уҡытыусылар атайымды мәктәпкә саҡырып: "Ғәзиз аҡыллы малай, һеҙ, моғайын, өйҙә үҙ телегеҙҙә һөйләшәһегеҙҙер, зинһар, баланың киләсәген уйлағыҙ, өйҙә русса һөйләшегеҙ әле", - тип ҡайтарғандар. Ошо һөйләшеүҙән һуң атайым ҡайтты ла: "Өйҙә башҡорт теленән башҡа бер тел дә ҡулланылмай", - тигән талап ҡуйҙы. Йәғни, өйҙә беҙ тик башҡортса ғына аралашырға тейеш инек. Атайым үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә ҡатнашҡас, унан ҡурайҙа уйнарға ла, башҡорт көйҙәренә, шиғырҙарына, әҙәбиәтенә һөйөүҙе лә һеңдереп үҫтек.
Гөлсинә: Эйе, ололарҙы тыңламаған оролған да бәрелгән, тиҙәр бит. Мине атайым бер ҡасан да әрләмәне, әммә уның бер ҡарашы, өйҙә булыуы ғына ла етә. Әсәйем алдан һиҙемләүе, кәңәштәре менән юл күрһәтеп ебәрә. Биш баланы үҫтереп, үҙаллы тормош юлына сығарҙылар. Ике һылыуым, ике ҡустым бар. Һәр береһендә тиерлек өсәр бала, матур итеп донъя көтәләр. Бала күп нәмәне ата-әсәһенән күрә. Һис юғы, уларҙың һөнәре менән таныш була һәм үҙе өсөн һайларғамы-юҡмы икәнлеген хәл итә ала. Ә миңә журналист һөнәренә килергә әҙәбиәт ярҙам итте. Әсәйем уҡырға яратҡанлыҡтан, өйөбөҙҙә китаптар күп булды, гәзит-журналдарҙы ла барыһын да тиерлек алдырҙыҡ. Өсөнсө класта уҡ Зәйнәб Биишеваның "Яҡтыға" трилогияһын йотлоғоп уҡып сыҡтым. Шул саҡта "Их, Емешкә берәй нисек итеп ошо китап аша икмәк бирергә ине", тип хыялланғанымды хәтерләйем. Сибайға уҡырға килгәс, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусым, әлеге ваҡытта яҙыусы Лира Яҡшыбаева иншаларҙы матур яҙғанымды һиҙеп ҡалып, кәңәштәрен биреп, уларҙы мәҡәлә итеп үҙгәрттереп, "Йәншишмә" гәзитенә ебәрә торғайны.

Ә бына үҙегеҙгә ата-әсәнән күскән телгә, мәҙәниәткә, әҙәбиәткә ҡарата һөйөүҙе балаларығыҙға нисек тапшыраһығыҙ? Үҙ заманығыҙ менән сағыштырғанда, бөгөнгө балаларға башҡорт мөхите етәме?

Ғәзиз:
Әлбиттә, етә. Әйтеп китеүемсә, бала өсөн ата-әсә өлгө булып торорға тейеш. Мин үҙем ҡурайҙа уйнағас, миңә эйәреп Рамаҙан улым да уйнай башланы. Әгәр теләк булһа, бөтөн нәмәне эшләп, юҡтан да бар яһап була. Иң мөһиме, теләк, дәрт булһын.
Әле көнүҙәк проблемаларҙың береһе - үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәттең булмауы. 13-14 йәшлек үҫмерҙәр өсөн башҡортса әҙәбиәт юҡ. Ни өсөн балалар Гарри Поттер тураһында йығылып ятып уҡый? Сөнки унда улар тураһында, йәғни уларҙың йәштәштәре тураһында яҙылған. Үҫмерҙәр өсөн Әнүәр Бикчәнтәевтың китаптарынан башҡа китап юҡ, тигәнде ишеткәнем бар. Бында бер ни тиклем хаҡлыҡ бар. Әммә улар үткән быуат, ә бөгөнгө үҫмерҙәр өсөн яңы әҙәбиәт юҡ. Икенсе яҡтан, үҫмер ҡоронан сығыусыларға социалләшеүҙең төрлө ысулдары булыуы кәрәк. Мәҫәлән, башҡортса дебаттар. Башҡорт телендә парламент дебаттары үткәреү бик шәп күренеш булғайны. Ул көнкүрештә генә түгел, ә йәмғиәттә башҡорт телен нисек ҡулланып булыуҙы ла күрһәтә ине. Мәктәптәге дәрестәрҙән айырмалы рәүештә, унда тел ысынлап та ғәмәлдә ҡулланыла - бер яҡтан, дәлилдәр табып, уларҙы билдәле бер сылбырға теҙеп, фекереңде еткерергә тейешһең, икенсе яҡтан, телмәреңә лә иғтибар итергә кәрәк.
Гөлсинә: Мөхит етерлек, әммә телгә һөйөү барыбер тәү сиратта ғаиләлә һалына. Тәүге сабыйыбыҙ тыуғас уҡ ҡәйнәм, балаң менән һөйләш, тигәйне. Мәлендә генә әйтелгән бик урынлы кәңәш булған. Өсөһөнөң дә теле башҡортса һәм иртә асылды, әле ике йәш тә ике айлыҡ кинйәкәйебеҙ ҙә ике-өс һүҙ ҡушып "хәбәр һата".
Бәпес тыуғас та, нимә эшләһәң дә, уға башҡортса һөйләргә кәрәк. Холоҡтоң төп һыҙаттары өс йәшкә тиклем формалашҡан кеүек, милли рух та ошо ваҡытта уҡ ныҡлы һалынып ҡуя тип уйлайым. Артабан һөйләшкәндә русса ҡыҫтырып ебәрһә лә, бөтөнләй икенсе мөхиттә йәшәргә, белем алырға тура килһә лә, күңелендәге рухы һүнмәй ул. Бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай... Тәүге өс йыл хәл иткес роль уйнай. Өйҙә башҡортса һөйләшеү, көн дә йоҡлар алдынан башҡортса әкиәттәр уҡыу ҙа мөһим. Русса әкиәт булһа, шунда уҡ тәржемә итеп тә, үҙем уйлап сығарып та һөйләйем.

Беҙ, ысынлап та, балаларға үҙебеҙ нимәне уҡығанбыҙ, нисек тәрбиәләнгәнбеҙ, нимәне беләбеҙ - шуны бирергә, шуны һеңдерергә, шуны аңлатырға тырышабыҙ. Ә бөгөнгө балалар бөтөнләй икенсе, беҙ, киреһенсә, донъяға улар күҙлегенән ҡарарға, уларҙың кимәлендә фекерләргә, уларҙың кимәлендә уйларға тейешбеҙ. Өс баланың ата-әсәһе булараҡ, бөгөнгөбөҙҙө нисек баһалайһығыҙ - балалар артынан өлгөрөп буламы, әллә беҙ уларҙан күпкә артта ҡалғанбыҙмы?

Ғәзиз:
Быны фекерләү инерцияһы менән аңлатып була. Йәғни беҙ донъяны элекке кеүек тип уйлайбыҙ, ысынбарлыҡта ул шул тиклем ныҡ үҙгәргән. Цифрлы технологиялар, глобалләштереү, илдәр, мәҙәниәттәр араһында аныҡ сиктәрҙең, тыйыуҙарҙың булмауы, мәҙәни-ара диалогтың үҫешеүе күҙлегенән ҡарарға өйрәнергә кәрәк. Был осраҡта күпселекте тәшкил иткән халыҡ алға сыға. Шул мөхиттә үҙ телен һаҡларға теләгән, телен яратырға өйрәнгән балаға төрлө ысулдар, ҡоралдар кәрәк. Уларҙың береһен башҡорт телендәге парламент дебаттары тип әйтеп киттем инде.
Гөлсинә: Үҙемдең үҫмер ҡыҙым миҫалында ғына фекер йөрөткәндә лә, был йәштә ҡыҙыҡлы, фәһемле фантастика, детектив, фәнгә таянып яҙылған әҫәрҙәр кәрәк. Беҙ икенсерәк, күбебеҙ ауылда үҫкән, интернетһыҙ үҫмерҙәр инек. Хәҙергеләр, айырыуса ҡала үҫмерҙәре, бөтөнләй башҡаса. Ер менән күк. Уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары артынан ҡыуып етеүе лә ауыр. Улар аҡыллы ла. Күптәр үҫмер күңеленә юлды күңел асыу аша, блогер, поп-йондоҙҙар, инстаграм, тик-ток ярҙамында һалып була, тип уйлай икән яңылыша, минеңсә. Бөгөнгө үҫмер - хоҡуҡтарын белгән, үҙенең нимә теләгәнен яҡшы аңлаған алдынғы ҡарашлы кеше ул.

Ғаилә - ике ерҙә ике төрлө тәрбиә алып үҫкән ике төрлө характерҙағы кешеләрҙең бер ячейкаға берләшеүе. Бер уйлы, бер юллы булыу өсөн ғаиләгә нимә кәрәк?

Гөлсинә:
Бер-береңә "Ул минең балаларымдың ҡәҙерле кешеһе бит әле", тип ҡарау кәрәк. Балалар беҙ икәүгә күҙ төбәп тора. Улар өсөн яуаплылыҡ алғанбыҙ.
Ғәзиз: Тәү сиратта, ғаиләнең әһәмиәтен аңларға кәрәк. Ҡайһы берәүҙәр, өйләнеп ҡарайым да, килеп сыҡмаһа, айырылышырбыҙ, тип уйлай. Ә ғаилә ҡорор алдынан кем балаһы, кем менән яҙмышыңды бәйләйәсәкһең, кем буласаҡ балаларыңдың әсәһе йәки атаһы тип ҡарарға кәрәк. Башҡа ғаиләләрҙә нисектер, беҙҙе атай-әсәй бала саҡтан шулай тәрбиәләне. Йәғни был тәрбиә кем менән дуҫ булырға кәрәклекте аңлауҙан башланып, кем менән аралашырға, кем менән ғаилә ҡорорға, тигән мәсьәләне лә үҙ эсенә ала. Юҡҡа ғына, кем арбаһына ултырһаң - шуның йырын йырлайһың, тимәйҙәр бит. Ә инде "үлеп ғашиҡ булдым, унһыҙ бер минут йәшәй алмайым" тип түгел. Ундай ғаиләләр, күп осраҡта, тәүге хистәр - эйфория үтеү менән көрсөккә терәлә.
Әле беҙҙең ғаилә ҡорғанға 14 йыл, йылдар һаны артҡан һайын мин ҡатынымды тағы ла нығыраҡ яратҡанымды аңлайым. Моғайын, тағы ла 10-15-20 йылдан һуң, артҡа боролоп ҡарап, "Ээээх, 45 йәшемдә, моғайын, хәләлемде әлеге ҡәҙәре яратмағанмындыр", тип әйтермен.

Амин, шулай булһын. Шулай ҙа тормошта барыһы ла ал да гөл генә бармайҙыр инде, барыбер бәхәстәр ҙә, хатта шул уҡ бала тәрбиәләү мәсьәләһендә лә, килеп тыуа, һауыт-һаба ла шылтырап алалыр. Шундай мәлдәрҙе нисек йырып сығаһығыҙ?

Гөлсинә:
Ризаһыҙлыҡ килеп тыумаһын өсөн иргә лә, ҡатынға ла үҙ өҫтөндә эшләү ярҙам итә. Мөнәсәбәттәрҙә бер-береңә нимә теләгәнеңде, нимә оҡшамағанын әйтеп барыу яҡшы. Әммә үпкәләп, ғәйепләп, әрләп түгел. Эстән генә ниҙер көтөп, өмөтөң аҡланмауына ризаһыҙлыҡ белдереп, ҡәнәғәт булмай йөрөһәң, аралар һалҡыная, үпкәләр ауырыуға һабыштыра.
Ғәзиз: Әлбиттә, ундай саҡтар ҙа була. Аллаға шөкөр, әлеге ваҡытта ғаилә психологияһы үҫешкән, араларҙы көйләп ебәреү өсөн ысулдар бик күп. Шулай уҡ халҡыбыҙҙың да төрлө ғөрөф-ғәҙәттәре бар, улар барыһы ла сабыр итергә саҡыра. Әммә төрлө хәл-торош булыуы ихтимал, шуға ситуацияға ҡарап хәл итәһең инде. Шулай ҙа барлыҡ осраҡтарҙа ла борондан килгән иң шәп ысул: шымырға!

Билдәле бер спортсы үҙе иҫән ваҡытта бер интервьюһында: "Барлыҡ уңышлы, бәхетле ғаиләләрҙә ирҙәр ҡатын-ҡыҙҙың үксәһе аҫтында (подкаблучник)", - тигәйне. Был фекер менән килешәһегеҙме?

Ғәзиз:
Ҡатын-ҡыҙҙың үксәһе аҫтында булырға ла кәрәкмәй, шул уҡ ваҡытта ғаиләлә һин хужа ла, батша ла түгелһең. Ғаилә, минеңсә, ул ике шәхес, ике кешенең диалог ҡора белеүе. Икенсе яҡтан, Бәйғәмбәребеҙ ҙә беҙгә өлгө, ул 60 йәшенә тиклем хәҙрәти Хәтижә менән татыу йәшәй. Ябраил фәрештә тәү тапҡыр килгәндә лә иң элек кәңәшләшкән кешеһе ҡатыны була. Шуға, әлбиттә, бер-берең менән кәңәшләшергә кәрәк.
Гөлсинә: Хәҙер ҡатынын, ғаиләһен кәм-хур итмәгән, улар өсөн таш диуар кеүек ҡалҡан булып торған ир-ат күп. Уларҙы мин ҡатындарының үксәһе аҫтында йәшәгән ирҙәр тип әйтергә телем әйләнмәй. Киреһенсә, ғаилә ҡиммәттәрен беренсе урынға ҡуйыусы ир-ат һоҡланыу ғына уята.

Ғаиләгеҙҙә өс бала үҫә: ике ҡыҙ, бер малай. Уларға матур башҡорт исемдәре ҡушҡанһығыҙ. Исем һайлағанда ла килешеп һайланығыҙмы, әллә бүлешеп алып, ҡыҙҙарға - атай, малайға - әсәй, йәки, киреһенсә, тәҡдим иттеме?

Ғәзиз:
Исем һайлағанда ғына түгел, бөтөн эштәрҙе башҡарғанда ла иң мөһиме - ниәт. Һайлаған ишем менән оҙон ғүмер бергә йәшәйәсәкбеҙ, балаларыбыҙҙың да исемдәре матур булһын, исемдәре есемдәренә тап килһен, тип ҡарағанда, барыһы ла тәбиғи килеп сыға. Диләфрүз - шат, шатлыҡ таратыусы, йәғни беҙгә тәүге бала шатлығын килтереүсе. Һүрәт төшөрөү менән мауыға, художество мәктәбенә йөрөй һәм минең кеүек йөҙөүсе. Рамаҙан - рамаҙан айы башланғанда донъяға килде, ушу, робототехника менән шөғөлләнә. Икеһе лә Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында уҡый. Бәләкәсебеҙ Сафия - сафлыҡҡа эйә, сафлыҡҡа тулы сабый булып инде өйөбөҙгә. Йәғни уларға исемдәр үҙенән-үҙе табылды, хатта үҙебеҙ ҙә аптырайбыҙ. Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа тигән кеүек, һәр балабыҙ үҙ исеме менән тыуҙы.

Социаль селтәрҙәрҙәге тарихты ҡараһаң, Ғәзиз йә улы, йә ҡыҙы менән. Бер ҡараһаң, велосипедта йөрөйҙәр, икенсеһендә йога менән шөғөлләнәләр. Был ваҡытта Гөлсинә менән Сафия нимә эшләй һуң, уларҙың спорт менән шөғөлләнергә ваҡыты ҡаламы?

Гөлсинә:
Теләк булһа, өлгөрәһең тиҙәр бит. Спорт менән шөғөлләнеү генә түгел, психолог һөнәренә уҡып та йөрөйөм. Хәҙер күптәргә психологик ярҙам кәрәк, шуны ла уйланым. Электән миңә эс серҙәрен түгә, кәңәш һорай торғайнылар. Шул саҡта үҙемсә кәңәш биргән булам. Бер кемгә лә әйтмә, тип һөйләүселәр һаман да бар. Уларҙың серҙәре миндә бата. "Ярҙам һораған кешеләргә профессиональ кәңәш бирһәң, шәп тә инде", тигән уй килде лә ныҡлап өйрәнергә, уҡырға булдым. Был белем журналистика өлкәһендә лә ҡамасауламаҫ.
Ә йогаға ҡыҙыҡһыныу Ғәзиз аша килде. Ул инде ун йыл йога менән дуҫ. Был шөғөл үҙемә иғтибар биреү сараһы ла. Көнөнә бер нисә минут ҡына булһа ла үҙең өсөн ваҡыт бүлһәң, йәшәүе күпкә еңел. Шуға, ваҡытымды тик бала ҡарауға, донъя көтөүгә генә бүләм, тип әйтә алмайым. Әлбиттә, күп балалы әсәй, ир ҡатыны булыу күп көстө һәм ваҡытты ала. Әммә Ғәзиздең һәр яҡлап таяныс булыуы, ҡыҙыҡһыныуҙарыма ҡаршы төшмәүе миңә донъя мәшәҡәтенә, балаға ғына батмаҫҡа ярҙам итә.

Ҡайны-ҡәйнә менән мөнәсәбәттәрегеҙ нисек? Ҡайһы бер килен-кейәүҙәр икенсе яртыһының ата-әсәһе менән матур мөнәсәбәт ҡора алмауы ла сер түгел бөгөн.

Ғәзиз:
Аллаға шөкөр, ҡайным менән ҡәйнәм Хәйбулла районының Аҡназар ауылына беренсе тапҡыр танышырға барғанымда уҡ оҡшанылар. Биш балаға ғүмер биргәндәр, Гөлсинә - тәүге балалары. Эшсәндәр, етмеш төрлө һөнәргә эйә улар, балаларын да үҙҙәре өлгөһөндә тәрбиәләгәндәр.
Гөлсинә: Ҡәйнәм тәү күреүҙән күңелемә ятты. Ҡайным менән матур, татыу йәшәйҙәр. Ейәндәрен ныҡ яраталар, уларға ҡайтырға булһаҡ, балалар талпынышып торалар, һағыналар. Улар эргәһендә беҙгә лә нисектер тыныс, рәхәт. Уларҙа саҡта бар донъя мәшәҡәттәре онотолоп ҡалған кеүек.

Шулай итеп...
Бәхет төшөнсәһенә һәр кем үҙенсә мәғәнә һала, һәр кем үҙенсә аңлай. Минеңсә, бәхетле ғаиләләрҙең үҙенең һәр саҡ балҡып торған ҡояшы була, балаларҙың йөҙөнән йылмайыу китмәй, күҙҙәре көлөп, дәрттәре ташып, ыңғай энергиялары башҡаларҙы ла илһамландырып тора. Ә бының сығанағы, әлбиттә, бәхетле оя ҡора алған, бер-береһен ихтирам иткән, мөхәббәтле атай-әсәйҙәр. Түбәндәге юлдар ҙа, әйтерһең дә, тап улар өсөн ижад ителгән:
Бер-беребеҙ өсөн яралғанбыҙ,
Яралғанбыҙ ерҙә һөйөү булып...
Һинең барлығыңды тойоуҙан да
Йөрәккәйем балҡый ҡояш булып.

Шәрифә САЛАУАТОВА
әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.02.21 | Ҡаралған: 705

Киске Өфө
 

Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru