Тағы ла шул моңһоу, ауыр темаға әйләнеп ҡайтырға тура килә. Был турала беҙ гәзитебеҙҙең алдағы һандарында ла яҙғайныҡ инде. Әлеге лә баяғы дәүләт сәйәсәтенең үгәйһетелгән бер йүнәлеше - өлкән йәштәгеләр һәм шуларҙың да иң бәхетһеҙҙәре - ҡараусыһыҙ ҡалған ярҙамға мохтаж яңғыҙаҡ ҡарттар - дөрөҫөрәге, аҡтыҡ көндәрендә уларҙы һыйындырырлыҡ йылы мөйөш хаҡында бара һүҙ.
Сараһыҙҙың көнөнән уларҙың йәшәрлек итеп ҡулайлаштырылмаған тар, тынсыу, ә иң ҡурҡынысы, хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән шарттарҙа берәй ауыл йортонда көн күреүҙәре билдәле. Ана шул ташландыҡ биналар күптәренең һуңғы төйәгенә әүерелеп, һис бер ғәйепһеҙҙән шунда янып үлә торалар. Был хаҡта ла бар донъяға мәғлүм. Күк күкрәмәй, урыҫ суҡынмай, тигәндәй, шундай фажиғәнән һуң бер аҙ шаулашып алалар ҙа, тағы шымалар. Тынлыҡ, әйтерһең дә, тиҫтәләгән әбей-бабай ғүмере бер төн эсендә көл-күмергә ҡалмаған. Ғәфләт тынлығы, күрәһең, киләһе шау-шыуға тиклем. Ғәйеплене таптылар, төрмәгә яптылар һәм шуның менән эш тә бөттөмө инде?
Әйткәндәй, өлкән быуын хаҡында хәстәрлек күрергә тейешле социаль органдар кабинеттарында был йәһәттән әлеге ваҡытта ниҙәр булып ята икән? Ошо мәсьәлә буйынса кәңәшмәлә республика ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ҡарттар йорттарын күләгәнән сығарыу һәм был бизнесты лицензиялау юлы менән контролгә алыу хаҡында һөйләгән. Министр шулай уҡ БР Дәүләт Йыйылышы тарафынан ҡарттар йорттарын мотлаҡ лицензиялау тураһында закон проектының Рәсәй закон сығарыусылар советына ебәрелеүе, ләкин был тәҡдимдең Мәскәүҙә яҡлау тапмауы хаҡында хәбәр итә. Сәбәбен өндәшмәһәләр ҙә был хәлгә аптырарға түгел. Үҙ көндәрен саҡҡа үҙҙәре күрергә тырышҡан был ауыл "учреждение"ларынан лицензия талап итеү кәрәктер ҙә, бәлки, ләкин был улар эшен ҡатмарлаштырыу ғына буласаҡ, сөнки ул документты юллап алыуы - ай-һай... Хатта бит, ана, эшҡыуар-бизнесмендар ҙа был яуаплы эште тулайым үҙ өҫтәренә алырға батырсылыҡ итмәй, ә субсидия һәм башҡа шундай дәүләт ярҙам сараларына өмөт итә һәм был бизнесты улар рәсми рәүештә дәүләт ярҙамы менән генә алып барырға риза. Сөнки уларға бит эште нулдән башларға: ҡуртымға бина юлларға йәки уны һатып алырға һәм өлкәндәрҙе ҡабул итә алырҙай хәлгә килтерергә тура киләсәк. Үҙ иҫәптәренә. Ә кәңәшмәлә ҡатнашыусылар билдәләүенсә, социаль эшҡыуарлыҡҡа банктан кредит алыу бик ҡатмарлы мәсьәлә.
Бына шулай: бәхетһеҙ ҡарттар яҙмышынан бизнес эшләү планы иң беренсе урында тора бөгөн. Килемһеҙ эш берәүгә лә, хатта дәүләттең үҙенә лә кәрәкмәй. Тимәк, әлеге көндә ярҙамға мохтаж, кеше көнлө 6 меңләп өлкән кеше лә берәүгә лә кәрәк түгел? Дәүләт интернаттарында ни бары 2 меңләп кеше йәшәһә, республика буйынса, министр Л.Иванова һүҙҙәре менән әйткәндә, "шау-шыулы хәлдәрҙән һуңғы оператив-эҙләнеү" саралары һөҙөмтәһендә асыҡланған йөҙләп шәхси ҡарттар йорттарында тағы 1,5 мең ҡарт-ҡоро көн итә. Был, тимәк, мәсьәләгә чиновниктар күҙлегенән ҡарағанда, бизнес өсөн яңы офоҡтар аса. Тимәк, ти халыҡты социаль яҡлау министрлығы етәксеһе лә, бының өсөн бары тик эшҡыуарҙарға "уйын ҡағиҙәләрен аңлатырға, яҡшы инструменттар бирергә һәм ярҙам итергә" ҡала.
Бөтәһе лә дөрөҫ һымаҡ, тик бына "уйын ҡағиҙәләре", бизнес төшөнсәләре артында төҫһөҙләнеп ҡалған әлеге кеше көнлө 6 мең ҡарттың яҙмышы өсөн әсенеү, йөрәк һыҙланыуы һәм ябай ғына мәрхәмәтлелек тойғоһо етмәй кеүек. Дәүләт органы ни өсөн был мөһим социаль мәсьәләне эшҡыуарҙар иңенә ауҙармаҡсы? Ә бит бәләкәй һәм урта бизнесҡа ла бөгөн күтәрелеп китеүе бик еңелдән түгел, гәрсә улар ил иҡтисадына ҡеүәт килтерерҙәй булған хәлдә лә. Ә бында уларға социаль бурыс йөкмәтелмәксе. Ә ниңә дәүләт бөтә ҡарауһыҙ ҡарттар яҙмышын да үҙ ҡанаты аҫтына һыйындыра алмай? Дәүләттең кешелеклелек кимәле уның үҙ ҡарттарына мөнәсәбәте менән билдәләнә, тигән хәҡиҡәт тә бар бит, юғиһә. Дәүләт чиновниктары аҡыллы кәңәшмәләр үткәргәнсе, эшҡыуарҙар менән һатыулашҡансы, бәхәс һәм бизнес-пландар ҡорғансы күпме йылдар үтер, әйтеүе ҡыйын, әммә шул ваҡыт арауығында яҡты донъяның "тамуҡ утында" янып, ташландыҡ йорт харабаларында туңып, йөҙләгән, бәлки, меңәрләгән ҡарттарҙың ғүмере өҙөлә... Дөрөҫ, мәсьәлә бигүк өмөтһөҙ ҙә түгел һымаҡ. Күңелгә йылы өҫтәгәне ошо мәғлүмәт булды: быйыл социаль эшҡыуарлыҡҡа ярҙам сиктәрендә федераль бюджеттан төбәккә 130 млн аҡса күсереләсәк, тиҙәр. Тимәк, социаль хеҙмәттәр күрһәтеү менән мәшғүл эшҡыуарҙар үҙ проекттарын бойомға ашырыу өсөн 500-әр мең грант алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Республика Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы социаль хеҙмәттәр күрһәтеү менән мәшғүлдәрҙең реестрын алып бара. Бөгөнгө көндә был реестрҙа 204 ойошма иҫәпләнә. Шулай итеп, дәүләт ярҙамында был өлкәлә тиҙҙән урындарҙағы ҡарттар йорттарын ҡурсалау, яңынан тергеҙеү буйынса үҙгәрештәр башланыр, тип өмөт итергә генә ҡала.
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА