Мәғлүм булыуынса, былтыр 25 декабрҙә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһын ҡабул итеүе тураһында белдерҙе. Әммә ул шунда уҡ халыҡҡа сығарылмағанлыҡтан, йәмғиәттә, ғәҙәттәгесә, бер аҙ шау-шыу ҙа булып алды: Стратегия ҡабул ителә, әммә ни өсөн был хаҡта халыҡ белмәй ҙә ҡалды; унда халыҡ фекере иҫәпкә алынғанмы һәм башҡалар. Ошо көндәрҙә Стратегия Ҡоролтай сайтына урынлаштырылды һәм уның төп йүнәлештәре менән таныштырып китеүен һорап, документты эшләүҙә туранан-тура ҡатнашҡан, БР Стратегик тикшеренеүҙәр институтының социамәҙәни анализ үҙәге етәксеһе Юлдаш ЙОСОПОВҡа мөрәжәғәт иттек.
- Стратегия 2019 йылда, Ҡоролтайҙың ул ваҡыттағы етәксеһе Данир Ғәйнуллин эшләгән ваҡыттағы состав, аныҡлап әйткәндә, Илдар Кинйәбулатов командаһы тарафынан яҙыла башланы һәм тупланған документтар, фекерҙәр һәм тәҡдимдәр 5-се ҡоролтайҙан һуң Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһына тапшырылды. Яңы эш төркөмөнә мин дә индем.
Стратегия ике өлөштән тора: тәүгеһе - теоретик өлөш, икенсеһе төп эштәргә йүнәлтелгән ҡушымта. Методологияла когорта ысулы ҡулланылды. Теоретик яҡтан ҡарағанда, беҙ халыҡтың кем икәнен беләбеҙ, халыҡ - ул синхрон һәм диахрон бәйләнеш системаһы. Был осраҡта нигеҙ итеп тап шундай ҡараш адынды ла инде, йәғни беҙ ошо мәғлүмәт бәйләнештәрен формалаштырыу һәм оптималләштереү буйынса эшләргә, һәр быуын буйынса айырым эш алып барырға тейешбеҙ. Мәҫәлән, беҙ балалар, үҫмерҙәр, студент йәштәр, төрлө берләшмәләрҙе когортаға бүләбеҙ һәм ошо йәмғиәттәр араһында яҡшы, ышаныслы бәйләнештәр булдырыуҙы күҙаллайбыҙ. Шул күҙлектән 10 төп стратегик йүнәлеште билдәләнек.
Беренсеһе - Башҡорттарҙың демографик үҫешенә булышлыҡ итеү. Бында күп балалы башҡорт ғаиләһенә, ғаилә культын үҫтереүгә ярҙам итеү ҡарала. Төрлө учреждениелар (БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, БР Мәҙәниәт һ.б. министрлыҡтар, БДБҠ, бик күп ойошмалар) саралар үткәрә, әммә был осраҡта беҙҙең алда ошо эшмәкәрлекте системаға һалыу һәм уны модерациялау тора.
Икенсеһе - балалар өсөн башҡорт мәҙәни һәм зауыҡ мөхитен булдырыу. Был осраҡта һүҙ яңы тыуған сабыйҙарҙан алып 6-7 йәшлек балалар тураһында бара. Йәғни улар балалар баҡсаларына йөрөүсе сабыйҙарыбыҙ. Бында беҙ уларға үҙ-ара аралашыу өсөн барлыҡ мөмкинлектәр тыуҙырырға тейешбеҙ. Ул кинестетик яҡшы уйынсыҡтар эшләү, онлайн уйындар, видеоконтенттар булдырыу, шулай уҡ стримдарын балалар ҡараған видеоблогерҙарҙы үҫтерергә лә кәрәк. Шул иҫәптән балалар араһында стримерҙар һәм блогерҙар араһында конкурстар үткәреү.
Өсөнсөһө - балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн башҡорт мөхитен булдырыу. Бында саралары балаларға үҙ-ара аралашырға ярҙам иткән институттар булдырыу тураһында һүҙ бара. Иң мөһим стратегик инициатива тип мин йәйге лагерҙарҙы ойоштороуҙы билдәләр инем. Барыбыҙ ҙа йыл һайын уҙғарылған лингвистик лагерҙар булыуын беләбеҙ. Улар, ысынлап та, уңышлы һәм һөҙөмтәле. Ошо йүнәлеште үҫтереп, лингвистик лагерҙар ғына түгел, ә предметтар буйынса БДИ-ға маҡсатлы әҙерләү буйынса лагерҙар ойоштороуҙы, уға республиканың һәм Рәсәйҙең алдынғы эксперттарын, педагогтарын саҡырыуҙы күҙаллайбыҙ. Үҫмерҙәр был лагерға эләгеп, беренсенән, башҡорт мөхитендә үҙ-ара аралашырға өйрәнә, шул уҡ ваҡытта мөһим предметтар буйынса БДИ-ға әҙерләнә, йәштәрҙең үҙ мөхитендә этно-милли дискурс барлыҡҡа килә. Бында мин ижадты, шул иҫәптән формаль булмаған ижадты (рэп, дискотекалар һ.б.) үҫтереүҙе лә күҙ уңында тотам, сөнки был йүнәлештәргә лә тейешле иғтибар бүлеү мөһим. Шулай уҡ спортты үҫтереү, йәғни ылаҡ уйыны, уҡ атыу кеүек традицион спорт төрҙәре буйынса һәм башҡа айырым чемпионаттар ойоштороу ҙа системаға һалынырға һәм мәктәп йәшендәге үҫмерҙәргә йүнәлтелергә тейеш.
Дүртенсе йүнәлеш - башҡорт студент йәштәре берләшмәләрен булдырыу. Бында әлеге көндә уңышлы эшләп килгән студент йәштәр ассоциацияһын үҫтереү планлаштырыла. Был осраҡта башҡорт студенты ниндәй мөмкинлектәргә эйә булырға тейеш: ул, мәҫәлән, Башҡортостандан ситтә уҡырға инә һәм ошо ерҙә ойошторолған башҡорт студент берләшмәһе менән генә түгел, ә Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә белем алған студенттар менән аралашыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш. Бының өсөн шарттар булдырыу, студенттарҙы берләштереүсе саралар ойоштороу мөһим. Мәҫәлән, Студенттар һабантуйы, Ауылиадалар, йәғни уларҙың ҡайҙалыр сығыу, делегациялар ҡабул итеү, башҡорт студенттарының үҙ тормошо менән йәшәү мөмкинлеген булдырыу. Күҙ алдына килтерегеҙ: мәктәп йылдарында үҫмер БДИ-ға әҙерләнеү буйынса йәйге лагерҙарҙа була, артабан юғары уҡыу йортона уҡырға инә һәм йылына бер тапҡыр йәки ике йылға бер тапҡыр Силәбе өлкәһендәге башҡорт студенттарына барып, берлектә ниндәйҙер сара үткәреү мөмкинлегенә эйә була.
Бишенсе - башҡорт эшҡыуарҙары берләшмәһен булдырыу. Балалар баҡсаһынан башлап мәктәп йәшендә, студент осоронда башҡорт мөхитендә йәшәгән кеше оло тормошҡа аяҡ баҫып, эшҡыуарлыҡ, бизнес юлын һайлай икән, шулай уҡ ул яңғыҙы булмаясаҡ. Бында мин питчинг формаһын күҙ алдына килтерәм, йәғни йәш эшҡыуар үҙенең эшен күрһәтергә, уны нигеҙле яҡларға һәм һуңынан кәрәкле ресурстар алырға, бының өсөн башҡорт эшҡыуарҙары йәмғиәте барлыҡҡа килергә, берләшергә, үҙ-ара аралашырға, йылына бер тапҡыр булһа ла йыйылып, шундай саралар үткәрергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта улар башҡорт гуманитар мәҙәни өлкәһенә үҙ өлөшөн индерергә лә өйрәнәсәк.
Алтынсы - йәмғиәтебеҙҙең ҙур өлөшөн алып торған башҡорт уҡытыусылары һәм педагогтары берләшмәһен булдырыу. Был пунктҡа бик күп эштәр һәм бурыстар билдәләнгән, әммә мин береһенә генә туҡталып китер инем: ул башҡорт гимназиялары консорцияһын булдырыу. Йәғни, башҡорт гимназияларының үҙ консорцияһы, уларҙа уҡытыусыларҙың ғына түгел, уҡыусылар араһында ла үҙҙәренең аралашыу мөхите булырға, мәҫәлән, үҙ-ара эске чемпионаттар, олимпиадалар үтергә, райондарҙағы һәм ҡалаларҙағы гимназистар бер-береһе менән аралашырға, бер-береһен күрергә, танып торорға тейеш.
Етенсе - "Айыҡ ауыл", Башҡорт ырыуҙары хәрәкәте, урындағы инициативаларға ярҙам итеү программаһы, юл буйы сервисын үҫтереү кеүек өҫтөнлөклө проекттар сиктәрендә урындағы йәмәғәт ойошмаларын һәм зыялыларҙы берләштереү. Бында йәмәғәт ойошмалары, йәмәғәт активының муниципаль кимәлдә үҙ-ара бәйләнеше күҙаллана.
Һигеҙенсе - мәҙәниәт-ара аралашыу һәм башҡорт милли мәҙәниәте тураһында ҡараштар формалаштырыуҙа башҡорт интеллектуаль элитаһын берләштереү. Бында һүҙ Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәл тураһында бара һәм айырым бурыстар билдәләнгән, айырым йүнәлештәр буйынса эшләгән интеллигенция вәкилдәре (ижади интеллигенция, фәнни интеллигенция, ижади союздар һ.б.) бер-береһе менән хеҙмәттәшлектә эш итергә тейеш.
Туғыҙынсы - төбәк-ара һәм халыҡ-ара кимәлдәрҙә башҡорт берләшмәләрен үҫтереү. Һүҙ башҡорттар аҫаба халыҡ булған һәм диаспора булып йәшәгән төбәктәрҙәге йәмәғәт ойошмалары тураһында бара. Улар менән эш алып барғанда беҙ быны аныҡ билдәләргә тейешбеҙ, мәҫәлән, аҫаба халыҡ булған Пермь крайы башҡорттары һәм Владимир өлкәһе башҡорттары менән эшләгәндә төрлө ҡараш, төрлө алымдар ҡулланырға кәрәк, тәьминәт тә төрлөсә.
Унынсы - башҡорт халҡына хоҡуҡи йәһәттән ярҙам күрһәтеү. Бында өс мөһим йүнәлеш билдәләнә: граждан хоҡуҡтарын яҡлау, ул башҡорт халҡының экологик, башҡорт телен уҡыу һәм башҡорт телендә белем алыу, хеҙмәт мигранттары хоҡуҡтарын яҡлау менән билдәләнә. Башҡорт халҡының рухи мираҫын һаҡлау - ул территориаль брендтарҙы теркәү, башҡорт ырыуҙарының гербын, геральдикаһын ҡабул итеү, тәбиғи һәм мәҙәни мираҫыбыҙҙы ЮНЕСКО-ның исемлегенә индереү, тарихты боҙоп күрһәтергә тырышыуҙарға юл ҡуймау, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ тормошҡа ашырыу. Был осраҡта һүҙ Терминология комиссияларының системалы эшләүе, шулай уҡ неологизмдар буйынса комиссия ойоштороу зарурлығы тураһында бара. Шулай уҡ муниципаль һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәре өсөн башҡорт телен минималь кимәлдә белеү талаптарын эшләү зарурлығын да аңлата. Бының өсөн шарттар, аттестация талаптары булырға, йәғни муниципаль һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәре башҡорт телен белеүгә даими рәүештә аттестация үтергә тейеш. Был талап минималь булһын, иң мөһиме - муниципаль һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәрендә башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килһен.
Ҡыҫҡаса, Башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһы шундай пункттарҙан тора һәм уны нисек ғәмәлгә ашырыу механизмдары ла ентекле яҙылған һәм беҙ Стратегияны тормошҡа ашырыу өсөн Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы менән дәүләт структуралары араһында килешеү төҙөлөр тип күҙаллайбыҙ. Стратегия ҡабул ителде лә, ул шул килеш тормошҡа ашырылырға, йәғни ҡатып ҡалған документ, тип күҙ алдына килтереү дөрөҫ түгел. Ул заман талаптарынан сығып, даими рәүештә камиллаштырылырға, яңыртылырға тейеш.
Шулай итеп...
"Ни өсөн документ раҫланғандан һуң шунда уҡ халыҡҡа сығарылмай торҙо, сөнки ул русса эшләнде һәм уны тәржемә итергә, ҡайһы бер терминдарҙы мәғәнәһе буйынса яраҡлаштырырға тура килде. Мәҫәлән, "Исторический Башҡортостан", "Башкирия" башҡортса нисек була? Тәржемәселәр барыһын да Башҡортостан тип ала ла ҡуя. Башҡортостан - ул Башҡортостан Республикаһы. Ә Башкирия - ул киңерәк мәғәнәлә ҡулланыла, ул Тарихи Башҡортостан. Шуға күрә, оҙаҡ фекер алышҡандан һуң Башҡорт иле тигән һүҙбәйләнеш индерҙек. Бындай мәлдәр бик күп, сөнки әлегә тиклем бер генә халыҡта ла нормаль стратегия булманы ла һәм уның аналогтары ла юҡ. Әлеге ваҡытта Башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһы ғәмәлдә ҡулланыуға яраҡлы етди документ булып тора һәм ундағы пункттар буйынса эшләргә кәрәк", - ти Юлдаш Мөхәммәт улы. Әлбиттә, абсолют камиллыҡ бары тик тәбиғәттә генә булыуы мөмкиндер, моғайын, ә ҡалғаны - барыһы ла даими камиллаштырыуға, яңыртыуға, төҙәтеүгә мохтаж. Һәр хәлдә, Стратегияның да өҫтөнлөктәре һәм етешһеҙлектәре бары тик уны ғәмәлдә ҡулланыу барышында ғына асыҡланасаҡ. Башҡорт халҡын үҫтереү программаһын ни тиклем тиҙерәк ҡуллана башлайбыҙ, хаталарҙы, етешһеҙлектәрҙе шул тиклем иртәрәк күрәсәкбеҙ һәм шул тиклем тиҙерәк төҙәтеү мөмкинлегенә эйә буласаҡбыҙ. Ә бының өсөн эшләргә кәрәк.
Зәйтүнә ӘЙЛЕ яҙып алды.
КИРЕ СЫҒЫРҒА