Яҙғы айҙарҙы көтөп алабыҙ, һүҙ ҙә юҡ, ләкин был йәмле миҙгелдең дә үҙенә күрә хәүеф-хәтәрҙәре барлығын онотмайыҡ. Юҡ, һыу баҫыу, өҙәрем юлдар, грипп эпидемияһы кеүек афәттәрҙе күҙҙә тотмайым был осраҡта. Һүҙ берәҙәк һәм ҡотороҡ эттәр хаҡында.
Урманға яҡын ауыл-ҡалаларҙа ҡоторған төлкөләрҙең йыш "ҡунаҡ" булыуы хаҡында беләбеҙ. Улар кешегә, малға ташлана, эттәр өйөрөндә шау-шыу ҡубыуға сәбәпсе була. Эттәр тигәндән, уларға ла ана шул урман йәнлектәре менән аралашыу шойҡоно күсә: яҙғы мәл агрессив эттәр ҙә күбәйә һәм улар бик ҙур хәүеф сығанағына әйләнә, кешеләргә зыян, фажиғә килтерә. Росстат мәғлүмәттәре буйынса, 2000-2010 йылдар эсендә 400-ләп кеше берәҙәк эттәр өйөрөнән таланып һәләк булған. Ә кешегә ташланыу факттары иҫәпһеҙ-һанһыҙ: эт ҡорбандарының күптәре үлемдән ҡотолһа ла сирле йә ғүмерлек ғәрип булып ҡала. Мәҫәлән, 2019 йылдың һигеҙ айында ғына ла 287 мең кеше эйәһеҙ эттәрҙән талана, шуларҙың 30 проценты - балалар. Ә инде ошо арҡала ғарипләнеп ҡалған һәм һәләк булғандар иҫәбен аныҡ ҡына бер кем дә алып бармай, тип яҙа "Известия" гәзите. Красноярскиҙа, мәҫәлән, быйыллы-былтырлы дүрт кешене эт талап үлтергән, ике кеше тешләнеп, зыян күргән. Ошоноң менән бәйле ҡалала ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелә хатта.
БР Ветеринария идаралығының былтырғы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда 150-ләп мең берәҙәк эт иҫәпләнә, шуларҙың 30 меңе - Өфөлә. Идаралыҡ республикала йылына берәҙәк эттәрҙән зыян күргән 12 меңләп кешене теркәгән. Әлеге ваҡытта эйәһеҙ эттәр өйөрөнөң артыуы айырыуса Өфө халҡын ныҡ борсой. Яңыраҡ ҡына Белорет ҡалаһынан инстаграмға бер фото менән текст һалдылар. Шәхси торлаҡ секторынан алыҫтараҡ бер буш майҙанда балалар өсөн төҙөлгән баҫҡыслы шыуғалаҡ башында бер нисә бала уларҙы уратып алған 7-8 эт өйөрөнән ҡурҡып, төшә алмай тора. Әлшәй һәм Ғафури райондарынан да ошондай уҡ хәбәрҙәр килеп етте. Был райондар халҡы берәҙәк эттәрҙән яфа сигә, тип яҙа авторҙар. Балаларҙы ҡурсып, уларҙы мәктәпкә етәкләп алып барырға һәм алып ҡайтырға мәжбүрбеҙ. Эттәр балаларға ғына түгел, өлкән кешеләргә лә ташлана, мал-тыуарҙы тамаҡлай.
Хәйер, был ошо райондар өсөн генә хас күренеш түгел. Бындай хәүефле хәлдәр республиканың башҡа ауыл-ҡалаларында ла күҙәтелә, хатта был тотош Рәсәй кимәлендә ҙур бер проблемаға әйләнгән. Ни өсөн тигәндә, йәмәғәтселек кенә түгел, хатта Дәүләт Думаһы депутаттары ла был мәсьәлә юҫығында уртаҡ ҡарарға килә алмай, ике лагерға бүленгән. Эш шунда: ныҡыш эт-ҡош һөйөүсе зооһаҡсылар ҡыҫымында 2018 йылда Дума тарафынан "Хайуандарға яуаплы мөнәсәбәт тураһында" закон ҡабул ителгәндән һуң әлеге берәҙәк эттәр, хатта ҡотороҡ сирлеләре лә, тейелгеһеҙлек статусы алды. Бына ғәжәп! Уларҙы тотоу һәм үлтереү, был хатта кешеләрҙе үлемесле хәүефтән аралау сараһы булған хәлдә лә - енәйәт иҫәпләнә һәм был Енәйәт кодексы буйынса штраф, холоҡ төҙәтеү эштәре, хатта 3 йылға колония менән янай. Әммә был осраҡта элекке һымаҡ ҡоторған эттәрҙе мылтыҡ тотоп атып йөрөү күҙҙә тотолмай, әлбиттә. Агрессив эттәрҙе юҡ итеү хайуандарҙы яратмау, ҡаты бәғерлелек тураһында ла һөйләмәй, минеңсә. Бында зооһаҡсыларҙың эттәрҙе һуҡырҙарса "яратыуы, йомшаҡ бәғерлеге" менән үлемесле хәүеф араһында айыҡ уйланылған бер сик булырға тейешлеге хаҡында һүҙ бара. "Хайуандарға яуаплы мөнәсәбәт" тураһында законға ниндәй ҙә булһа ҡаршылыҡ белдереүсе йәки ризаһыҙ һүҙ әйтеүсегә зооһаҡсылар яратҡан эттәре кеүек үк агрессив ташланырға һәм уларса уйламаған башҡаларҙы яуызлыҡта, аяуһыҙлыҡта ғәйепләргә әҙер генә тора. Агрессив эттәр өсөн иһә улар ОСВВ тигән программа уйлап тапҡан: аулау (тотоу) - стерилләү - вакциналау - кире ебәреү, йәғни баяғы этте ҡайҙан тотҡандар, ветеринар процедуранан һуң уларҙы шул урынға кире килтереп ебәреүҙе талап итәләр. Ләкин ҡайһы бер белгестәр раҫлауынса, стерилләнгән һәм вакциналанған эттәр барыбер ғәҙәтен ҡуймаясаҡ, кешеләр өсөн хәүеф сығанағы булып ҡаласаҡ. Берәҙәк эт һөйөүселәр бында ла яуапһыҙ ҡалмай: улар бөтә ил буйынса эттәр өсөн приюттар төҙөтөү планы менән яна. Был ниәттәре бер нисә ҡалала бойомға ла ашырылған, буғай, ләкин бындай приюттарҙы тотоу бик ҡиммәткә төшмәксе: ашатыу, ветеринария хеҙмәте, ошонда эшләүсе персонал һ.б.
Ошоноң менән бәйле яңыраҡ интернет-баҫмала "Миллиондарҙы - эт ҡойроғо аҫтына" тигән мәҡәлә лә баҫылып сыҡты. Унда иң арзан тип иҫәпләнгән эт приюты төҙөү ҙә 10 миллионға, ә ҡиммәтерәге - стерилләү үҙәге лә булғаны 22-25 миллионға барып баҫасаҡ, тип әйтелә. Һәм шундай кире ҡаҡҡыһыҙ арифметика килтерелә: Рәсәйҙең бер субъектында берәҙәк эттәр һаны 20 меңләп кенә бар, улар өсөн бер төбәктә 4-5 ана шундай приют төҙөргә кәрәк. Шунан сығып иҫәпләгеҙ инде: берәҙәк эттәр өсөн дәүләт ҡаҙнаһынан күпме аҡса бүленергә тейеш? Был урында мин Рәсәйҙең һәр төбәгендә 4-5 ҡарттар йорто төҙөтөр инем дә бит...
Ошо күңелһеҙ уйҙарҙы интернеттың яңылыҡтар блогындағы бер хәбәр бүлдерҙе: ниһайәт, әлеге ҡапма-ҡаршы лагерҙың икенсе яртыһы - кеше хоҡуҡтары һәм кеше ғүмере хәүефһеҙлеге һаҡсылары ла телгә килде. Дәүләт Думаһының бер төркөм депутаттары, атап әйткәндә, уның Бюджет һәм һалымдар буйынса комитеты рәйесенең урынбаҫары Н.Максимова, депутаттар Г.Данчикова, М.Беспалова һәм башҡалар берәҙәк, хәүефле эттәрҙе йоҡлатыу юлы менән юҡ итеү хаҡында закон проектын ҡарауға тәҡдим итте. Сөнки, тип нигеҙләй улар үҙ фекерен, берәҙәк эттәрҙе стерилләп-вакциналап кире ебәреү ысулы үҙен аҡламай, эттәр барыбер ҡарауһыҙ, ас йөрөргә мәжбүр буласаҡ - ҡыҫҡаһы, эт этлеген итеүҙән туҡтамаясаҡ. Был мәсьәләне әлеге депутаттар Рәсәй төбәктәренең үҙ ҡарамағына ҡалдырыу яғында. Шул уҡ ваҡытта депутаттар берәҙәк эттәрҙе юҡ итеүҙе тыйыусы законды ғәмәлдән сығарыу талабын ҡуя. Һәр хәлдә, улар берәҙәк эттәр проблемаһын гуманлы рәүештә - махсус ветеринар ысул ярҙамында көйләү яҡлы. Шулай булмай икән, ҡала-ауылдарҙы эттәр өйөрө баҫып аласаҡ, ти улар. Зооһаҡсыларға иһә өйҙәрендә тотҡан үҙ эттәрен яҡшылап ҡарарға, ҡәҙерлеләрен урамға сығарып ташламаҫҡа, йөрөтөргә алып сыҡҡанда махсус морондоҡ кейҙерергә һәм улар артынан һоҫҡо-моҡсайҙарын тотоп, тирә-йүндә таҙалыҡ булдырырға кәңәш ителә. Берәҙәктәр өйөрөнә ҡаршылар ҙа бәғерһеҙ кешеләр түгел, тик ана шул эттәрҙең һәр береһенең үҙ хужаһы, үҙ ояһы, үҙ ризығы булһын, тип тырышалар. Һәр хәлдә, яңы проект эйәһеҙ эттәрҙе концлагерь тибындағы приюттың тимер ситлектәренә бикләп, йә булмаһа, уларҙы иреккә - яҙмыш ҡарамағына сығарып ебәреүгә ҡарағанда кешелеклерәк тип иҫәпләнә. Тик ҡабул ителерме ул, юҡмы - әйтеүе ҡыйын.
Иманым камил: берәүҙәр был мәҡәләне уҡып, тапҡандар тема, илдә башҡа проблема әҙме ни, тиер. Дөрөҫ, мөһимерәк мәсьәләләр ҙә күп. Ә шулай ҙа йәмғиәттең ниндәйҙер бер төркөмө юҡ ерҙән көн тәртибенә оло проблема ҡуя икән, башҡалар уны хәл итеү, көйләү сараһын да күрергә тейештер бит. Эт һөйәм, эт яратам тип, айыҡ аҡылды юғалтмайыҡ әле, һөйөүҙең дә сик-самаһы булырға тейештер бит. Эт менән эт булмайыҡ...
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Дәүләт Думаһы берәҙәк хайуандарҙы үлтереүҙе тыйыусы законды ғәмәлдән сығарыу тураһындағы әлеге закон проектын кире ҡайтарҙы. Тимәк, берәҙәк хайуандар яҡлылар менән кеше ғүмере хәүефһеҙлеге өсөн тырышыусылар араһында ҡаршылыҡ дауам итә, ә бына ул ниндәй эҙемтәләргә килтерер - уйлауы ла ҡурҡыныс...
Мәрзиә ИШБИРҘИНА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА