Үткән аҙналар Башҡортостан һәм башҡорт йәмәғәтселеге өсөн сағыу ваҡиғаларға бай булды. Шуларҙың береһе - башҡорттарҙың этник тарихы һәм антропологияһы буйынса уҙғарылған фәнни сессия. Уның эшендә Рәсәй, Башҡортостан һәм Польша, Беларусь республикалары ғалимдары ҡатнашты.
Милләт-ара мөнәсәбәттәргә, уларҙың мәҙәниәтен һәм үҙенсәлеген, милли берҙәйлеген һаҡлауға килгәндә, республика Хөкүмәте генә түгел, ошо темаға ҡағылған һәр кем һәр саҡ фәнни ҡарашҡа нигеҙләнергә тырыша. Бында, әлбиттә, гуманитар өлкәлә эшләүсе белгестәрҙең хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Был хаҡта үҙенең тәбрикләү сығышында Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов та билдәләп китте. Башҡортостан Башлығы һәм республика Хөкүмәте исеменән тәбрикләүҙәр еткереп, ул шулай тине: "Бынан 50 йылдар самаһы элек СССР Фәндәр академияһы Тарих бүлегенең Башҡортостан филиалы Өфөлә башҡорт халҡының этногенезы буйынса фәнни сессия уҙғара. Был сара башҡорттарҙы өйрәнеүгә етди йүнәлеш бирә. Махсус сессия ойоштороу инициаторҙарының береһе Раил Кузеев ошо ваҡиғанан һуң биш йыл үткәс, үҙенең "Башҡорт халҡының килеп сығышы" тигән фундаменталь эшен баҫтырып сығара. Заманына күрә ул тарих фәнендә ҙур ваҡиға була. Бөгөнгө сессияға ла беҙ ҙур өмөттәр бағлайбыҙ".
Азат Шамил улы билдәләүенсә, 1969 йылда үткән сессия, ысынлап та, ҙур тарихи ваҡиға була. Әммә тормош бер урында ғына тормай һәм яңынан-яңы асыштар яһала, яңы ҡараштар барлыҡҡа килә. Әгәр бынан 50 йыл элек башҡорттарҙы күсмә халыҡ тип билдәләһәләр, бөгөн иһә археологик ҡомартҡылар һәм башҡа тарихи сығанаҡтар башҡорттарҙың ярымкүсмә халыҡ булыуын раҫлай. Шулай уҡ ваҡыт һәм заман башҡа хаталарҙы ла төҙәтеү мөмкинлеген, яңы факттар һәм дәлилдәр табыу мөмкинлеген бирә.
Быны пленар ултырышта яңғыраған сығыштар ҙа раҫлай. Ғөмүмән, ике көн дауамында барған сарала башҡорттарҙың этногенезына, тел ғилеменә, символикаһына, милли проекттарҙың үҫеше, урта быуаттарҙан алып бөгөнгәсә Урал-Волга буйы һәм Себер төркиҙәренең этниклығы, төрки халыҡтарының әҙәбиәте һәм фольклоры, лингвокультурология һәм мәҙәни-ара аралашыу буйынса ҡыҙыҡлы сығыштар яңғыраны. Шуларҙың ҡайһы берҙәрен уҡыусыларыбыҙ иғтибарына тәҡдим итәбеҙ.
Филология фәндәре докторы, профессор Юлия Норманскаяның сығышы "Хәҙерге компьютер ысулдары ярҙамында башҡорт телендәге тәүге кириллик текстарҙы өйрәнеү мөмкинлектәре" тип аталды:
- Пленар өлөштә сығыш яһаған ҡайһы бер спикерҙарҙың башҡорттарҙың берҙәйлеге, уларҙың ниндәй диалекттары бар һәм төньяҡ-көнбайыш диалектының бөгөнгө хәле тураһында күтәргән көнүҙәк мәсьәләһен беҙҙең ҡарашҡа нисек хәл итеп була? Башҡорт телендә кириллицала беренсе текстар XIX быуаттың икенсе яртыһында Ҡаҙанда, тәржемә комиссияһы эшмәкәрлеге барышында барлыҡҡа килгән. Артабан әлифба, грамматика, эш текстарын тәржемә итергә өйрәткәндәр һәм уларҙы урындарҙа тәржемә иткәндәр. Шуны билдәләп китергә кәрәк: кириллицала яҙылған иртә башҡорт текстары иғтибарҙы йәлеп иткән, әммә улар диалектология күҙлегенән ҡарағанда тейешле дәрәжәлә өйрәнелмәгән.
Әлеге ваҡытта беҙҙең мин үткән килгәнемдә һөйләгән ЛингвоДок платформаһында был текстар бар. Уның эшендә Өфөнән Рәмилә Кәримова, Мәскәүҙән Зарема Экба әүҙем ҡатнашты. Хәҙер унда беренсе әлифбаның күп корпустары һәм һүҙлектәре индерелгән.
XIX быуатта төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының диалекты тураһында һығымта яһау өсөн ниндәй китаптар анализланды? Тәү сиратта, Катановтың Өфө губернаһына сәйәхәте тураһындағы отчеты. Унда башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш, бәләбәй, мишәр, мишәр-татар, типтәр һөйләштәре бирелгән. Әгәр ғәрәп телендә был һүҙҙәр барыһы ла берҙәй оҡшаш булһа, кириллицала һөйләштәрҙең һәр ҡайһыһының үҙенсәлеге күренә.
Артабан Катаринский төҙөгән беренсе башҡорт-рус һүҙлеге ялғауҙар буйынса анализланды, сөнки унда бер юлы ике: көньяҡ һәм көнсығыш һөйләше бирелгән. Шулай уҡ Бессоновтың уҡыу өсөн тәғәйенләнгән китабы алынды, унда ике диалект бирелгән, һәм беҙ уларҙың арғаяш һәм һалйоғот һөйләшенә ҡарауҙарын күрһәттек.
Шулай уҡ архивтарҙа, китапханаларҙа быға тиклем диалекты билдәләнмәгән яңы китаптар табылды. Улар - "Евангелие от Матвея" тәржемәһе һәм башҡорттар өсөн әлифба. Был китаптарҙың теле дөйөм алғанда әҙәби башҡорт теленә яҡын, әммә көнсығыш диалектына хас булған килештәр, морфологик алмашыныуҙар булыуы билдәләнде. Ә беренсе әлифбаның Катаринский һүҙлегенән айырылып тороуы асыҡланды. Шулай итеп, беҙ өс диалект һәм татар һөйләштәре мәғлүмәттәрен анализланыҡ.
Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектының ниндәй үҙенсәлектәренең көньяҡ диалектына һәм татар һөйләшенә хас булыуын асыҡлау эшебеҙҙең төп маҡсаты ине. Фонетика күҙлегенән ҡарағанда түбәндәге һөҙөмтәләр алынды: төньяҡ-көнбайыш диалектта, нигеҙҙә, архаик үҙенсәлектәр, аныҡлап әйткәндә, боронғо төрки тел, ч һәм с хәрефтәре һаҡланған, ә татар теле үҙенсәлектәре түгел.
Шулай уҡ хәҙерге төньяҡ-көнбайыш һөйләшенең ҡайһы бер үҙгәрештәре лә тикшерелде. Һөҙөмтәлә татар теленә хас бер генә үҙгәреш тә билдәләнмәне. Ә XIX быуатта Катанов күрһәткән татар теленә оҡшашлыҡ тап ошо төньяҡ-көнбайыш диалектының архаик булыуында һәм уның боронғо ҡыпсаҡ теленә яҡын булыуында.
Мәғлүм булыуынса, морфология диалекттарҙың архаик һыҙаттарын тулы асып бирә. Сағыштырып ҡарағанда, XIX быуат яҙмаһында аффикстар араһында ла айырма күҙәтелә. Был айырмаларҙы Интернетта беҙҙең сайтта ла күрергә мөмкин. Килеш үҙгәреүҙәре лә ҡыҙыҡлы. Аффикстар төрө буйынса төньяҡ-көнбайыш диалект татар теленән ныҡ айырыла һәм көнсығыш диалектына яҡын тора.
Барлыҡ тикшеренеүҙәрҙән һуң шундай һығымта яһарға мөмкин: морфология күҙлегенән ҡарағанда, XIX быуатта башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты архаик һәм үҙенсәлекле булған, әммә татар теле менән бәйләнеше һөҙөмтәһендә ошо үҙенсәлектәрҙең күпселеген юғалтҡан, шуға күрә лә бөгөн уның ниндәй диалектҡа ҡарауы тураһында бәхәстәр бара, әммә XIX быуат материалдарын анализлау был мәсьәләне еңел хәл итә.
Тарих фәндәре докторы, профессор Елена Даниленконың сығышы "Шәжәрә байрамы миҫалында берҙәйлек сәйәсәтенең төбәк стратегияһы" тип аталды:
- Хәҙерге этно-мәҙәни процестарҙың мөһим өлөшө булып йәмғиәттең ыңғай образын тыуҙырған, тарихты ритуаллаштырыу кеүек күренештәрҙе үҙ эсенә алған берҙәйлек сәйәсәте тора. Тарихты ритуаллаштырыу тигәндә, быға топонимиканан алып йола байрамдары, йәғни коллектив хәтерҙе берләштергән күренештәр инә. Шундай ресурстарҙың береһе булып, һис һүҙһеҙ, байрам саралары тора.
Шундай милли байрамдар араһында башҡорттарҙың Шәжәрә байрамы айырым, үҙенсәлекле урын алып тора. Башҡа байрамдарҙан айырмалы, ул билдәле ваҡытҡа ла, байрам мәҙәниәтенә лә бәйләнмәгән, йәғни уны ҡасан теләйһең, шул ваҡытта үткәрергә мөмкин, сөнки нигеҙендә башҡорттарҙың ырыу-ҡәбиләләренең генеалогик йылъяҙмаһы, йәғни туғанлыҡ сылбырын төҙөү традициялары ята. Беренсе яҙма шәжәрәләр 17-се йөҙ йыллыҡ менән билдәләнә. Бик йыш улар ырыу-ҡәбиләнең генеалогияһынан, бик һирәк ниндәйҙер тарихи йәки этнографик мәғлүмәттәрҙе лә үҙ эсенә ала һәм бай тарихи сығанаҡ булып тора. Башҡорттарҙың социаль структураһы ҡатмарлашыуы менән бер ауылда йәшәгән төркөмдәр, айырым ғаиләләр үҙенең шәжәрәһен төҙөй башлай.
Совет осоронда шәжәрә төҙөү тыйыла, шуға күрә ул өҙөлөп тора, әммә 90-сы йылдарҙа тарихи хәтерҙе һаҡлау функцияһынан тыш, сағыу этник маркер булып ҡабаттан тергеҙелә.
Шәжәрә байрамын иң элек Баймаҡ районының бер нисә ауылында урындағы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре үткәрә. Уның сценарийы ауыл, айырым ғаиләләрҙең алдан уҙғарылған тикшеренеү эштәренән тыш, күңел асыуҙы ла үҙ эсенә ала. Яйлап ҡына бындай байрамдар күрше райондарға тарала һәм Башҡортостандың үҙ ирке менән Рус дәүләте составына инеүенең 450 йыллығын байрам иткәндә республика кимәлендә ойоштороу ихтыяжын тыуҙыра. 2006 йылдың 10 майында Башҡортостан Хөкүмәте Шәжәрә байрамын уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Артабан ул төрлө учреждениелар эшмәкәрлегенең бер өлөшөнә әйләнә, мәҫәлән, республика архивы шәжәрәләр төҙөү менән махсус шөғөлләнә, унда нәҫел ағасын нисек төҙөү буйынса күрһәтмәләр бар, шуға бәйле төрлө мөрәжәғәттәр тормошҡа ашырыла. Артабан инде шәжәрә туризм өлкәһенә килеп инә: баш ҡалала "Өфө шәжәрәһе" тигән махсус маршрут барлыҡҡа килә. Йәғни шәжәрә иң талап ителгән социаль практикаға әйләнә һәм төрлө өлкәләрҙә ҡулланыла башлай.
Пьер Портье теорияһына ярашлы, символдар көрәшендә, аныҡлап әйткәндә, хәүефле элиталарҙың йәмғиәт фекерен формалаштырырға тырышыуы көсәйгәндә, иң уңышлы булып үткәндәрҙе реконструкциялауға йүнәлтелгән стратегия һанала. Шуға күрә башҡорттарҙың этник образын булдырыуҙа шәжәрә һәм уға бәйле байрам барлыҡҡа килеүе осраҡлы түгел, ә ырыу берҙәйлегенең хәҙерге контекста талап ителеүен раҫлай. Һуңғы йылдарҙа бындай байрамдар татарҙар, сыуаштар һ.б. йәшәгән ауылдарҙа ла үткәрелә, йәғни ул күп милләтле байрамға әүерелә. Шулай итеп, башҡорттарҙың һуңғы йылдарҙа әүҙемләшкән Шәжәрә байрамы ҡайтанан тергеҙелгән байрам традицияһы түгел, ә генеалогия ағасын төҙөүгә нигеҙләнгән булыуы - башҡорт берҙәйлеге киңлегендә үткәндәргә мөрәжәғәт итеүе, билдәле ҡан һәм тупраҡ концептын үҙ эсенә алыуы, көнбайыштың ритуал схемаларынан азат булыуы һәм күп төрлөлөгө, символдар байлығы менән үҙенсәлекле. Был - һоҡланғыс һәм үҙенсәлекле күренеш.
Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА әҙерләне.
КИРЕ СЫҒЫРҒА